RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

17.05.2011 Өс һөйләм менән

17 – 19 майҙа Башҡортос­танда «Мин – йәш» республика йәштәр мәғариф форумы үтә. Уны «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ярҙамында «Йәш Рәсәй» Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәтенең Баш­ҡортостан бүлексәһе ойоштора. Форумда республиканың йәштәр хәрәкәте лидерҙары, РФ Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары, дәүләт власы һәи ижтимағи ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша.

Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнө уңайынан, бөгөн БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы «түңәрәк өҫтәл» ойоштора. Уның темаһы – «Балалар менән ҡаты мөғәмәлә итеүҙе профилактикалау формаһы булараҡ ышаныс телефоны аша экстрен психологик ярҙам күрһәтеү». Уның сиктәрендә республика ышаныс телефондарының эшен яҡшыртыу, балаларҙың хоҡуҡтарын, уларҙы социаль яҡлау мәсьәләләре буйынса һөйләшеү ҡаралған.

Башҡортостан йылытыу миҙгелен уңышлы тамамланы. РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы төбәктәрҙә 2010 – 2011 йылдарҙа көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек һәм үткәреү буйынса башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге буйынса йомғаҡ яһаны. Был исемлектә республикабыҙ почетлы икенсе урынды биләй.

100-ҙән ашыу проводник Куй­бышев тимер юлының Башҡор­тостан бүлегенең уҡыу үҙәгендә әҙерлек үтте. Улар араһында йәйге каникул ваҡытында поезда проводник булып эшләргә теләүсе студенттар ҙа бар. Улар пассажирҙар менән аралашыу ҡағиҙәләрен, вагондарҙың ҡоролошон һәм йыһазландырылышын, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү курсы үтте.

Татарстандың Яр Саллы ҡала­һында күрше республикала йәшәүсе башҡорт балаларының III сәнғәт фестивале үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Румил Аҙнабаев, билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, музыканттар, йырсылар ҡатнашты. Фестивалдә баш ҡаланың 140-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны, сарала шулай уҡ ҡаҙан, Яр Саллы, Түбәнге Кама уҡыу­сылары ҡатнашты.

БР Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт һәм идара итеү академияһында республика баҫмаларының һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррирҙәре ҡатнашлығында «түңәрәк өҫтәл» үтте. Осрашыуҙың темаһы: «Дәүләт власы органдарының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан киң мәғлүмәт сараларында баҫыу өсөн материалдар әҙерләү үҙенсәлеге». Осрашыуҙа «Рес­публика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире Татьяна Сырвачева, «Молодежная газета»ның баш мөхәррире Ярослава Голобородько, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе Илдар Аҡъюлов һәм башҡалар ҡатнашты.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә