RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хеҙмәт геройҙары һәр саҡ хөрмәттә

30.04.2011 Хеҙмәт геройҙары һәр саҡ хөрмәттә

Хеҙмәт геройҙары һәр саҡ хөрмәттәМай байрамдары алдынан БР Президенты Рөстәм Хәмитов Социалистик Хеҙмәт Геройҙары һәм Хеҙмәт даны орденының тулы кавалерҙары менән осрашты. Барлығы 50 ветеран саҡырылғайны.
Башҡортостандан 244 кеше Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен йөрөтә, ә 17-һе Хеҙмәт даны орденының өс дәрәжәһенә лә лайыҡ булған.
− Һеҙҙең менән осрашыу ҙур мәртәбә, һеҙ ысын мәғәнәһендә − герой­ҙар, − тине өлкәндәргә мөрәжәғәт итеп Президент. − Төрлө һөнәр эйәләре булып, ниндәй генә тармаҡта эшләһәгеҙ ҙә, һеҙҙе бер нәмә берләштерә − нәҡ һеҙҙең ҡул менән илдең иҡтисади ҡеүәте булдырылды, биш йыллыҡтар пландары арттырып үтәлде, һуғыштан һуңғы емерек хужалыҡтар тергеҙелде.
Ветерандарға үҙҙәренең данлы хеҙмәт тарихы яҙылған «Хеҙмәт геройҙары» исемле китап та бүләк ителде. Һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесе Марат Муллағәлләмов был китаптың нәшер ителеүенә рәхмәт белдерҙе.
Профессор-нефтехимик, Социа­лис­тик Хеҙмәт Геройы Ғүмәр Теләшев үҙ сығышында түбәндәгеләрҙе һөйләне:
− Советтар Союзында «Хеҙмәт – намыҫ, ҡаһарманлыҡ, геройлыҡ эше» тигән лозунг була торғайны. Хеҙмәт кешеһе лә лайыҡлы баһаланды. Шунан ҡапыл барыһы ла үҙгәрҙе − намыҫлы эшкә ҡағылышы булмаған спекулянттар почетта йөрөй башланы, киң мәғлүмәт са­ра­ларынан да хеҙмәтсәндәр исеме юғалды. Бөгөн ысын эшсенең, егәрле кешенең абруйын күтәреү хаҡында уйланыр­ға кәрәк.
− Лайыҡлы исемдәребеҙ булһа ла, беҙ артыҡ батырлыҡ та ҡылмаған кеүекбеҙ, − тип һүҙгә ҡушылды Хәйбулла районынан ветеран-уҡытыусы Лира Камалова. − Беҙ бары тик фиҙакәр хеҙмәт итергә тырыштыҡ. Хәҙер бар эш механизациялан­ған, физик көс кәрәкмәй тиерлек, шуға ла кешеләргә спорт менән шөғөлләнергә кәрәк.
Быға яуап итеп, республика етәксеһе һәр районда физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөләсәге хаҡында әйтте. Киләһе йылда шундай 12 −14 комплекс төҙөлһә, 2014 йылға был эштәр тамамланасаҡ.
Хеҙмәт Геройҙары буш ятҡан баҫыуҙарҙы күреп әрнеүҙәрен, ауыл хужалығына етди иғтибар даими кәрәклеге тураһында ла һөйләне. Президент һәр ветеранды ентекле тыңланы, халыҡ мәнфәғәте өсөн бөтәһен дә эшләйәсәген белдерҙе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә