RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

30.04.2011 Өс һөйләм менән

27 апрелдә Башҡортостан Пре­зиденты Рөстәм Хәмитов Бөйөк Британияның Екатеринбургтағы Генераль консулы Джеймс Макгуайр һәм Бөйөк Британияның Рәсәйҙәге илселегенең сауҙа һәм инвестициялар бүлеге начальнигы Демион Поттер менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙә Башҡортостан менән Берләшкән короллек араһында үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеү мәсьәләләре һәм хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәре ҡаралды. Джеймс Макгуайр әйтеүенсә, Бөйөк Британия Хөкүмәте Башҡортостан менән нефть эшкәртеү һәм энергияны һаҡлау, ауыл хужалығы, мәҙәниәт һәм инновациялар өлкәһендә сауҙа-инвестиция бәйләнешен киңәйтергә ниәтләй.

Германия предприятиелары Башҡортостан сәнәғәтенә 50 млн евро инвестиция һалырға планлаштыра. Был хаҡта 28 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа «Textima Export» компанияһының вице-президенты Уве Фляйшхауэр белдергән. Атап әйткәндә, немецтар Өфө трикотаж фабрикаһы, Туймазы ҡалаһының «Туҡылмаған материалдар фабрикаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Нефтекама ҡалаһының «Искож» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй.

Башҡорт дәүләт университетында Ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡтың БР буйынса идаралығы ярҙамында геологик музей асылды. Ул вуздың гуманитар корпусында урынлашҡан. Музей экспозицияһы бай һәм киң төрлө: унда Башҡортостанда осраусы тау тоҡомдары менән минералдар ғына түгел, бөтә континенттарҙың өлгөләре лә бар.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Марат Йосо­пов етем балалар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй шахмат турнирында еңеү яулаған. 8-се синыф уҡыусыһының тренеры – Григорий Козлов. Ярыштың финалында Рәсәй Федерацияһының 18 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашҡан.

Алдағы йылда Башҡортостанда барлығы 27 балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Был хаҡта матбуғат конференцияһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин белдерҙе. Бынан тыш, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын һәм медицина учреждениеларын төҙөү ҙә планлаштырыла.

Урал аръяғы ТЭЦ-ы модернизацияланғандан һуң файҙаланыуға тапшырылды. Ике йыл дауам иткән үҙгәртеп ҡороу эштәре барышында ҡаҙанлыҡ цехы төҙөлгән, ГТЭС – 16ПА газ турбиналы энергетик ҡоролмаһы сафҡа индерелгән. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә станцияның электр энергияһы етештереү буйынса билдәләнгән ҡеүәте ике тапҡырға, ә йылылыҡ етештереү биш тапҡырға артҡан.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә