RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

02.04.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостанда балаларҙың йәйге лагерҙарҙа ял итеү ваҡыты 21 көндән 18 көнгә тиклем ҡыҫҡартыла. Тәҡдимде БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов индерҙе һәм ул хуплау тапты. Әлеге сара өс заезд урынына дүртәүҙе ойоштороу мөмкинлеген бирәсәк.

Башҡорт дәүләт медицина университеты Рәсәй урологтар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе менән берлектә республикала «Урологияның көнүҙәк мәсьәләләре. Простата биҙе ауырыуҙары. Урологияла яңы технологиялар» V Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын ойоштора. Сара «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәге базаһында 14 – 17 апрелдә үтәсәк. Конференция барышында онкоурология, дөйөм һәм шәхси урология, ауырыуҙарҙы дауалауҙа яңы технологиялар индереү мәсьәләләре тикшереләсәк.

Баш ҡала буйынса торлаҡ-коммуналь хужалығы реформаһын иң яҡшы яҡтыртҡан мәғлүмәт саралары һәм журналистар араһында ойошторолған «Йортобоҙҙа кем хужа?» конкурсына йомғаҡ яһалды. Сәмле бәйгелә «Вся Уфа» телеканалы, «Комсомольская правда», «Уфимские ведомости» гәзиттәре – төрлө номинациялар буйынса еңеүселәр, ә «Вечерння Уфа» гәзитенән Светлана Широкова «Иң яҡшы» журналист тип табылды. Конкурс быйыл да ойоштороласаҡ.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Йәш гвардияһы»ның Башҡор­тостан буйынса төбәк бүлексәһе йәшерен казиноларға ҡаршы көрәш башланы. Ошо маҡсатта ҡыҙыу линия асылды. 266-71-87 телефоны һәм casino@mger02.ru электрон адресы буйынса урындарҙа эшләүсе казинолар хаҡында хәбәр итергә мөмкин.

Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән онкология үҙәге асыласаҡ. Яңы дауалау учрежде­ние­һы баш ҡалалағы онкология ауырыуҙарын профилактикалау клиникаһының эшен ҡабатламаясаҡ – үҙәктә кешелә яман шеш ауырыуы билдәләре табылғанға тиклем диагностика үтеү мөмкинлеге буласаҡ. Үҙәк федераль ҡаҙна, Светлана Медведева фонды һәм Яман шешкә ҡаршы көрәш фонды иҫәбенән финансланасаҡ.

Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Бөтә Рәсәй «Сәләмәт йөрәк» акцияһы дауам итә. Сара барышында ойошторолған конференцияла билдәле кардиологтар, эндокринологтар, ғалимдар сығыш яһай. Ошонда уҡ йөрәкте күрһәтергә, ҡан баҫымын, ҡандағы холестеринды, шәкәрҙе үлсәтергә, кәүҙә ауырлығын һәм насар ғәҙәттәргә, күңел көсөргәнешенә тикшерелергә мөмкин.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә