НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Дәүләтселек билдәһе

Дәүләтселек билдәһе


1990 йылда Башҡортостандың үҙаллылығы тураһында декларация ҡабул итеү яңы рәсми атрибуттар – флаг, гимн, герб – булдырыу талабын да ҡуйҙы. 1992 йылдың 25 февралендә – яңы флаг, һуңғараҡ, 1993 йылдың октябрендә, Дәүләт гимны һәм гербы ла раҫланды.
Дәүләт флагының үҙ тарихы бар. Тәүҙә XIX быуат башындағы флагты (унда ике башлы бөркөт, алты мөйөшлө йондоҙ, Ҡөрьән аяттары сағылдырылған була) тергеҙеү яғында булһалар ҙа, уның дәүләттеке түгел, ә айырым социаль ҡатламдың – башҡорт казактарының әләме икәнен иҫәпкә алып, яңы проектҡа конкурс иғлан ителә. Комиссия тарафынан Урал Мәсәлимов менән Ольга Асабина тәҡдим иткән вариант һайлап алына. Бөгөнгө зәңгәр (яҡтылыҡ, уй-ниәттәрҙең изгелеге, сафлыҡты аңлата), аҡ (асыҡлыҡ, тыныслыҡ яратыу, республика халыҡтарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеге), йәшел (мәңгелек, азатлыҡ) төҫтәрҙән, ҡурай тажынан ғибәрәт Дәүләт флагы дәүләт органдары биналарында, ил төбәктәрендәге республика вәкиллектәрендә, башҡа рәсми учреждениеларҙа елберләй. Дәүләт флагына ихтирам менән ҡарау, уның барлығын инҡар итмәү – йәнтөйәгебеҙ алдындағы бурысыбыҙ.

Сығыу ваҡыты 26-02-2011, 12:10 | Ҡаранылар: 843
|
  • Баймаҡтарҙың яңы гербы һәм флагы нисек булыр икән?
  • Бер аҙ азатлыҡ еле ҡағылды
  • Американдарҙан өлгө алырғамы?
  • Рәшит ШӘКҮР: «Үҙаллылыҡ барыбер беҙҙең аңыбыҙҙа йәшәй ул»
  • Донъя яңылыҡтары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM