RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

08.02.2011 Өс һөйләм менән

Өфө ҡалаһында «Талант ҡанаттарында» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурс-фестивале дауам итә. Уны «Таланттар планетаһы» балалар ижадын яҡлау һәм үҫтереү үҙәге ойоштора. Әлегә тиклем Һамар, Пицунда, Волгоград ҡалаларында үткән конкурс Өфөнән һуң Омск ҡалаһына юл аласаҡ.

Башҡорт дәүләт аграр университеты командаһы Рәсәй аграр вуздары профессорҙары һәм уҡы­тыу­сылары араһында үткән II «Сәләмәтлек» спартакиадаһында беренсе урынды яуланы. Өфөлә үткән ярыштарға илдең 26 юғары уҡыу йорто командалары йыйылды – Мәскәү, Воронеж, Волгоград, Брянск, Силәбе, Рязань, Белгород, Ижевск, Иркутск, Курск, ҡурған, Пермь, Ставрополь, Төмән һәм башҡа ҡалаларҙан 520-нән ашыу ҡатнашыусы. Һигеҙ спорт төрө – шахмат, өҫтәл теннисы, волейбол, йөҙөү, саңғы уҙышы, мини-футбол, атыу, дартс буйынса ярыштар үтте.

15 – 18 февралдә Өфө ҡалаһында йәш ғалимдарҙың һәм аспиранттарҙың VI Бөтә Рәсәй мәктәп-семинары буласаҡ. Өфө дәүләт авиация техник университетында үтәсәк семинар фәндең үҫешенә һәм проблемаларына арналасаҡ. Унда диссертация советтары рәйестәренең һәм ғилми секретар­ҙарының, күренекле ғалимдарҙың сығыштары планлаштырылған.

Башҡортостанда тәүлегенә һәр һыйырҙан һөт һауып алыу буйынса Саҡмағош районы малсылары алда бара. Республиканың ете районында һәр һыйырҙан уртаса тәүлек һауым 10 килограмдан артығыраҡ. Саҡмағошта – 12,9, Ауырғазыла – 10,7, ҡыр­мыҫ­ҡалыла – 10,6, Стәрлетамаҡта – 11,2, Тәтешлелә – 11,5, Өфө райо­нында – 12, Учалыла – 11,3 килограмм.

Бөгөн республика Хәрби дан музейында «Афғанстандан Чечняға тиклем» тип аталған фотокүргәҙмә асыла. Күргәҙмәлә афған һәм чечен һуғыштарында ҡатнашҡан һалдаттар һәм офицерҙар тормошо тураһында 700-ҙән ашыу эш урын аласаҡ. Шулай уҡ хәрби интернационалистарҙың музейға тапшырылған әйберҙәре, ҡорал өлгөләре, һалдат кейемдәре лә ҡуйыласаҡ.

55 уҡытыусы-новатор баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы исеменә көрәшеүен дауам итә. Уҡытыусылар, үҙҙәренең инновацион педагогик проекттары менән таныштырып, асыҡ дәрестәр күрһәтте лә инде, алда синыф сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, лекция менән сығыш яһау, дебаттарҙа ҡатнашыу кеүек һынау төрҙәре ҡалды. 1 февралдә башланған конкурсҡа 18 февралдә йомғаҡ яһаласаҡ.

Башҡортостанда интернет аша һалым түләү буйынса отчет биреү системаһы киң популярлыҡ яулай бара. Ул 2003 йылдан ғәмәлгә инде һәм әлеге ваҡытта 16 меңгә яҡын юридик шәхесте һәм 10 меңдән ашыу шәхси эшҡыуарҙы хеҙмәтләндерә. Интернет аша отчет биреү системаһы – түләүле хеҙмәт, уны лицензиялары булған һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте менән килешеү төҙөгән махсуслашҡан элемтә операторҙары башҡара.

17 – 18 февралдә Башҡортос­тан милли паркында «Экологик һәм агротуризмды үҫтереүҙең инновацион технологиялары» тигән семинар үтә. Уны Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарының квалификацияһын күтәреү һәм ҡайтанан әҙерләү институты ойоштора. Семинарҙа республикала туризмды үҫтереү мәсьәләләре ҡараласаҡ.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә