RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Проблемалар хәл ителәсәк

01.02.2011 Проблемалар хәл ителәсәк

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡын бәләкәй эшҡыуарлыҡтың ҙур проблемаларын хәл итеүҙә төбәк етәкселегенә ярҙам итергә саҡырҙы. Саҡырыу менән ул «Йәнле журнал»дағы блогында мөрәжәғәт итте.
Президент теләге булған һәр кемдән бәләкәй эшҡыуарлыҡ темаһына үҙ фекерҙәрен белдереүен – был өлкәләге ҙур һалымдар һәм ҡаршылыҡтар тураһында хәбәр итеүен, һалым системаһын һәм биналарҙы ҡуртымға алыу тәртибен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индереүен һораны.
Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, халыҡтан алын­ған мәғлүмәт бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтағы проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк. Ул бигерәк тә күптән түгел БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнгән Руслан Кинйәкәев өсөн файҙалы буласаҡ. Президент, Руслан Кинйәкәев тиҙҙән «Йәнле журнал»да үҙ битен асыр, һәм халыҡ уның менән туранан-тура аралаша башлар, тигән ышанысын белдер­ҙе.
Рөстәм Зәки улы республикалағы үҙгәрештәрҙең бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ыңғай яҡтары тураһында ла хәбәр итте. Беҙ хәлде закон нигеҙендә төҙәтә башланыҡ, тип яҙа ул.
Президент хәбәр итеүенсә, яҡын киләсәктә республиканың «Полиэф», «Салауатнефтеоргсинтез», «Каустик» кеүек эре сәнәғәт предприятиелары полимер торба, медицина ҡорамалдары һәм башҡа бик күп продукция етештерә башлаясаҡ. Бөгөн республика сеймалынан әҙерләнгән был тауарҙар бүтән төбәктәрҙә сығарыла.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә