RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

18.01.2011 Өс һөйләм менән

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙа 13 мартта бер мандатлы Отрадово (28-се), Иглин (45-се) округтарында үтәсәк депутаттар һайлауға кандидаттар күрһәтеү һәм теркәү тамамланды. БР Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, ике депутат мандатына һигеҙ кеше дәғүә итә. Шуларҙың алтыһы «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, «Ғәҙел Рәсәй» партияларының төбәк бүлексәләренән күрһәтелгән, икәүһе – үҙ-үҙҙәрен күрһәтеүселәр.

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары буйынса Өфөлә Тажикстандың Генераль консуллығы асыласаҡ. РФ Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллегенең беренсе секретары Венер Ғәлиәкбәров һүҙҙәренсә, тажик дипломаты тиҙҙән Өфөлә эш башлаясаҡ. Генераль консуллыҡ үҙ-ара килешеү нигеҙендә булдырыла, ошондай уҡ Рәсәй вәкиллеге Тажикстанда ла барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостан 2012 йылға тиклем Белоруссиянан мең трактор һатып аласаҡ. «Белорус-Инмаш» башҡорт-белорус предприятиеһында йыйылған «Беларусь – 320» лә ошо иҫәптә. Техника шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға булышлыҡ итеүсе республика программаһына ярашлы алына, былтыр, мәҫәлән, шул юҫыҡта 285 «Беларусь» тракторы алын­ған.

Ишембайҙың «Витязь» машиналар эшләү компанияһы етештергән продукцияһын әүҙем камиллаштыра. Һуңғы яңылыҡтарҙан 3 – 8 тоннағаса йөк күтәрә алыусы ике звенолы транспортерҙы, юғары технологиялы ер ҡаҙғысты атарға мөмкин. Предприятие сығарған вездеходтар алыҫ Себерҙә, Арктика һәм Антарктида ҡарҙарында, Урта Азия һәм Ғәрәбстан ҡомлоҡтарында үҙен тиңһеҙ итеп танытҡан.

Башҡортостан Республикаһы­ның Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы 2010 йылда хеҙмәт хаҡы тураһында закондарҙы күҙәтеү буйынса күҙәтеү-контроль эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы белгестәре тарафынан былтыр йәмғеһе 2037 тикшереү үткәрелгән. Уларға ярашлы, 2010 йылдың һуңғы ике айында республикала тотҡар­лан­ған хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс­тар – 24,5 миллион һумға, бурыстары булған ойошмалар һаны һигеҙгә кәмегән.

«Ғүмер һәм ғаилә ҡиммәттәре өсөн» Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының республикалағы активистары Туй­мазыла «Өмөт шәмен тоҡандыр» тигән акция үткәргән. Улар ҡаланың Ленин урамында аборт яһатыуҙан баш тартыу тураһында плакаттар эленгән палаткалар ҡуйып, урамдағы халыҡҡа шәм таратҡан. Шәмдәр әле тыумаған балаларҙың ғүмерен һаҡлау билдәһе итеп тоҡандырылған.

«Трансаэро» авиакомпанияһы пассажирҙарға Яңы йыл бүләге эшләне: Өфө – Мәскәү һәм Мәскәү – Өфө рейстарына 31 ғинуарға тиклем билет алыусыларға икенсе билет бер евро тарифынан сығып тәҡдим ителә. Был юлда икәүләп йөрөүселәргә уңайлы. Ғинуар һуңына тиклем билет һатып алыусылар 15 апрелгәсә шундай хаҡ менән баш ҡалалар араһында осорға хоҡуҡлы.

Республиканың Әхмәтзәки Вәлиди Туған исемендәге Милли китапханаһында билдәле шағир Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды. Башҡорт әҙәбиәте бүлегендә урынлашҡан экспозиция 50 китаптан тора. Бында, арҙаҡлы шәхестең тормошо һәм ижадына арналған баҫмаларҙан тыш, автор­ҙың 1941, 1958 йылдарҙа донъя күргән китаптары ла бар.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә