НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Билегеҙҙе биштән быуырға әҙерләнегеҙ

Билегеҙҙе биштән быуырға әҙерләнегеҙ


Билегеҙҙе биштән быуырға әҙерләнегеҙЯңы йыл каникулынан һуң иртән эшкә барыусылар, ғәҙәттәге маршрут автобустарына ултырғас, билет хаҡтарының 5-әр һумға артыуын күреп, аптырағандыр. Ысынлап та, ПАЗ-иктарҙа хаҡ 10 һумдан – 15-кә, «ГАЗель»дәрҙә 15-тән 20 һумға артҡан. Бәхеткә күрә, «НефАЗ»дарҙа хаҡ әлегә артмаған, әммә «Башавтотранс» хаҡтарҙы күтәреү-күтәрмәү тураһында әлегә һүҙ ҡуҙғатмай. Уларҙың серлелегенә ҡарағанда, күтәрерҙәр, ахыры. Сөнки дизель яғыулығына һәм бензинға хаҡ артыуын дауам итә бит.
«Өфөгортранс» директоры урынбаҫары М. Гәрәев һүҙҙәренсә, улар рәсми теркәлгән пассажир ташыусы 9 компания автобустары хәрәкәтен, маршруттары һанын ғына көйләй ала. Ә хаҡтарға ҡыҫылыштары юҡ, ә рәсми теркәү үтмәгән шәхси компаниялар ҙа байтаҡ.
Пассажирҙар ташыусы ҙур компанияларҙың береһе – «Уфа-Лайн»да хаҡтар күтәрелмәгән, әммә был да ваҡытлыса. Сөнки маршрут автобустарының күбеһе дизель яғыулығында йөрөй, ә яғыулыҡҡа хаҡ артҡас, билет хаҡы ла һүҙһеҙ артасаҡ. Быны улар февралгә ҡалдырған.
«Спутник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙенең 257-се «К» маршруты автобусына хаҡты 15 һумдан – 20-гә, 216-сыға 10 һумдан 15-кә күтәрергә мәжбүр булған.
«Башнефть» һәм «Башкирнефтепродукт» заправкаларында дизель яғыулығына хаҡтар 3 процентҡа күтәрелгән, йәғни яғыулыҡтың бер литры элекке 23,6 һум урынына хәҙер 24,3 һум тора. «Лукойл»да хаҡтар 22,6 һумдан 24,4 һумға барып еткән.
Яңы йылдың тәүге көндәре беҙгә бына шундайыраҡ бик үк шатлыҡлы булмаған яңылыҡтар алып килде. Шулай итеп, йәмәғәт, билегеҙҙе биштән быуырға әҙерләнегеҙ. Сөнки хаҡтар артыуы башҡа юҫыҡта ла күҙәтелә.

Й. БАЙЫШЕВА.

Сығыу ваҡыты 15-01-2011, 16:06 | Ҡаранылар: 1255
|
  • Бензинға хаҡтар үҫә тип, машинанан баш тарта алаһыҒыҙмы?
  • Яғыулыҡҡа – 30 процент ташлама
  • Бензинға хаҡ арта
  • Беҙҙә лә бензин ҡиммәтләнде
  • Дизель яғыулығы ҡиммәтләнде
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM