НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Кеше аҡылы, йыһандың үҙе кеүек, сикһеҙ...

Кеше аҡылы, йыһандың үҙе кеүек, сикһеҙ...


Өфөлә 100 миллион һум ялған аҡса эшләгән һигеҙ кешенән торған төркөм ҡулға алынды
Кеше аҡылы, йыһандың үҙе кеүек, сикһеҙ...Ошо көндәрҙә республикала бик яңғырауыҡлы енәйәт эше буйынса суд ҡарары сығарылды. Төп енәйәтсе 20 йылға иркенән мәхрүм ител­һә, уның ғаиләһенең ҡалған ағзалары ла байтаҡ ғүмерен рәшәткә артында үткәрәсәк. Ғаилә башлығы үҙенең нәфсеһен тыя алмауҙан яҡындарын да енәйәт юлына баҫтырған.
Ялған аҡса баҫтырып сығарыусы һәм быға тиклем мутлыҡтар ҡылып, яуаплылыҡтан ҡасып йөрөүе арҡаһында Интерпол ярҙамында Кипрҙан эҙләп табылған Александр Бодров тураһында һүҙ бара. 44 йәшлек әзмәүерҙәй ир көсөн һәм аҡылын, ойоштороу һәләтен яҡшы юҫыҡҡа йүнәлтеү урынына еңел табыш юлына баҫа. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тигәндәй, уның өҫтө-өҫтөнә енәйәт ҡылыуының, ниһайәт, осо килеп сыға – уларҙың фатирында 100 миллион һумдай ялған аҡса табыла. Шуныһы хайран ҡалырлыҡ: улар купюраларҙы өй шарттарында баҫып сығарған һәм ялған аҡсаны ысынынан кеше түгел, хатта аҡыллы банкоматтар ҙа айыра алмаған. Енәйәтсе еңел юл менән байыр өсөн «тайғаҡ» юлдан китеп, бәлиғ булмаған улын да үҙ артынан эйәрткән. Яман ниәтен бойомға ашырыу өсөн ғәзиз вариҫын, аптырарлыҡ, алдан әҙерләгән – полиграфия училищеһына уҡырға индергән. «Аҡыллы» ирҙең малайының да башы «түңәрәк» булып сыҡҡан – ул аҡсаның дизайнын ғына түгел, сифатын да шул тиклем оҫта башҡарған. Шундай башлы үҫмерҙең һәләте атаһының йүнһеҙлеге арҡаһында вайран булған. Йәл!
Әйткәндәй, ялған аҡса эшләү Бодровтың тәүге енәйәте түгел икән: 2007 йыл башында ул 10 миллион һумлыҡ ҡиммәтле тиренән тегелгән тундарҙы урлап та тотолған булған.
Кеше аҡылы, йыһандың үҙе кеүек, икһеҙ-сикһеҙ, әммә уны яманлыҡҡа түгел, яҡшылыҡҡа йүнәлтеү фарыздыр.

Сығыу ваҡыты 15-01-2011, 16:00 | Ҡаранылар: 1316
|
  • Енәйәти төркөм юҡҡа сығарылды
  • Бюджетты һаҡлайыҡ! Кемдән? Үҙебеҙҙән!
  • Белореттың яңы “рәссам”дары
  • Фанат булыу яуаплылыҡтан ҡотҡармай
  • Торлаҡ төҙөлөшөн тиҙләтеү – кисектергеһеҙ мәсьәлә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM