НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ирәмәлгә яҡлау буласаҡ

Ирәмәлгә яҡлау буласаҡ


Башҡортостан Хөкүмәтенең 524-се ҡарары менән «Ирәмәл» тәбиғәт паркы» дәүләт бюджет учреждениеһы булдырылды һәм уның тураһындағы положение раҫланды.
Тәбиғәт паркы Башҡортостан Республикаһы ҡарамағына инә һәм Белорет, Учалы райондары ерҙәрендә урынлашҡан. Тәбиғәт паркы сиктәрендәге ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 50 мең гектар самаһы тәшкил итә.
Положениела билдәләнелеүенсә, тәбиғәт паркы коммерция ойошмаһы түгел. Ул – Башҡортостан Республикаһының тәбиғәтте һаҡлау, рекреацион һәм экология-мәғрифәтселек учреждениеһы. Уның биләмәһе һәм акваторияһы махсус экологик, тәбиғәтте һаҡлау, ғилми һәм эстетик ҡиммәткә эйә булған тәбиғәт комплекстарын һәм объекттарын үҙ эсенә ала.
Учреждениены тотоуға сығымдар «Башҡортостан Республикаһы экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары» маҡсатлы республика программаһына ярашлы финансланасаҡ.
Положениеға ярашлы, тәбиғәт паркына тәбиғәт комплекстарын, уникаль тәбиғәт участкаларын һәм объекттарын, уларҙағы күп төрлөлөктө, шулай уҡ тарихи-мәҙәни объекттарҙы һаҡлап ҡалыу бурыс­тары йөкмәтелә. Шулай уҡ ял (шул иҫәптән күмәк ял) өсөн шарттар булдырыу һәм рекреацион ресурс­тарҙы һаҡлап ҡалыу күҙаллана. Бөтә саралар тәбиғәтте һаҡлауҙың һөҙөмтәле алымдарын эшләүгә һәм ғәмәлгә индереүгә, парк биләмәһен рекреацион файҙаланыу шарттарында экологик балансты һаҡлауға йүнәлтеләсәк.
Тәбиғәтте һаҡлау өсөн турист туҡталҡалары ойоштороу, палаткалар ҡуйыу, усаҡ яғыу, автомобилдәр ҡуйыу урындары, коммерция турҙары, спорт һәм ғилми экспедициялар үткәреү маршруттары парк дирекцияһы тарафынан билдәләнәсәк.
Уҡытыу-туристик, экскурсия һуҡмаҡтарын, трассаларын, маршруттарын (шул иҫәптән һыуҙа) файҙаланыу, билдәләнгән режимды мотлаҡ үтәп, учреждение менән төҙөлгән договорҙар нигеҙендә тормош­ҡа ашырыласаҡ.
Ҡурсаулыҡ зонаһында сикләнгән ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан һирәк осрай торған үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы объекттарын реинтродукциялау рөхсәт ителә. Был эшмәкәрлек тәбиғәт объекттарының бөтөнлөгөн боҙмаҫҡа тейеш һәм үҫемлектәрҙең гербарий өлгөләрен, зоологик коллекцияларҙы сығарыу тыйыла.

Сығыу ваҡыты 15-01-2011, 15:56 | Ҡаранылар: 1430
|
  • Төбәк үҫешенә бәйле яңы программа ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәренә ҡағыла
  • Туристик объекттар йәлеп итеп торорға тейеш
  • Юбилей тураһында Указ
  • «Парктар маршы» старт алды
  • Асылыкүл – тәбиғәт паркы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM