RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

11.01.2011 Өс һөйләм менән

Рәсәйҙә «Рәсәй Федерация­һы мәғарифы тураһында» закон проекты тирәләй фекер алышыуҙар 1 февралгә тиклем дауам итә. Был хаҡта үҙ ҡарашыңды zakonoproekt2010.ru. сайтында белдерергә мөмкин. Әйткәндәй, яңы федераль закон бер юлы ике документты – «Мәғариф тураһында» һәм «Юғары һәм вуздан һуңғы һөнәри белем тураһында» закондарын алмаштырасаҡ.

Байрам көндәрендә республиканың коммуналь хужалыҡ объекттары тотороҡло эшләне, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Айырым етеш­һеҙлектәр оператив рәүештә бөтөрөлгән. ҡалаларҙа ла күп ҡатлы йорттарҙа өҙөклөктәр теркәлмәгән.

Башҡортостан аграрийҙары сә­сеү кампанияһына әҙерлекте әүҙемләштерҙе. Былтыр хужалыҡтарҙа 278 мең тонна бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо һаҡлау­ға һалынған. Быйыл республикала сәсеү майҙаны 3,3 миллион гектар тәшкил итәсәк, был үткән йылға ҡарағанда алты процентҡа күп.

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары – буласаҡ архитекторҙар – Миләүшә Ғабдрахманова, Татьяна Полякова һәм Инна Тарасова абруйлы Европа конкурсы финалына сыҡҡан. Унда ҡатнашыусылар Берлиндың Олимпия паркын, бөтә талаптарға тура килтереп, яңынан проектларға тейеш булған. 34 илдән 1000 проект араһынан Өфө студенттарының эшен жюри перспективалы тип баһалаған, һәм ҡыҙҙар 14 ғинуарҙа үтәсәк финалда сығыш яһаясаҡ.

Үткән тәүлектә Башҡортостан­да биш автомобиль янған. Өфөнөң Октябрь, Калинин райондарында, Ишембай ҡалаһында машина яныуына транспорттың ватылыуы сәбәпсе булһа, Благовещенда сит ил автомобилен махсус яндырғандар. Баҡалы районында иһә автомобиль хужаһы «дүрт тәгәрмәсле дуҫ»ын янғындан үҙ көсө менән ҡотҡарып өлгөргән.

Башҡортостан Милли музейында иртәгәнән «Пермь осоро һөйрәлеүселәре йомағы» тигән күргәҙмә эшләй башлай. Вятка палеонтология музейы экспозицияһы нигеҙен динозаврҙар барлыҡҡа килгәнгә тиклемдән дә боронораҡ йәшәгән һөйрәлеүселәрҙең ҡалдыҡтары тәшкил итә. 250 – 500 миллион йыл элек көн күргән скутозавр менән иностранцевия йыртҡыс­тары һөлдәләрен дә күрергә мөмкин.

Ғинуарҙа Мәсетле районында ҡу­мыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы үтәсәк. Сара мартта уҙасаҡ төбәк-ара конкурсҡа әҙерлек сифатында ойошторола. Мәсет­лелә ҡумыҙсылар оҫталыҡҡа тәү тапҡыр ғына ярышмай – конкурс йөҙәрләгән талантты асты.

Республикала ата-әсәләре хо­лоҡ төҙәтеү урындарында булған балаларға «Фәрештәнең Раштыуа шыршыһы» («Рождественская елка Ангела») акцияһы үтте. Ата-әсә, балаһына нимә бүләк итергә теләгәнен күрһәтеп, анкета тултырған, открытка яҙған, ә волонтерҙар, бүләктәр алып, балаларға тапшыр­ған. Сараны ойоштороусылар – БР буйынса Язаны үтәү федераль хеҙмәте, наркополиция, Рәсәй балалар фонды төбәк бүлексәһе, «Һөйөү» хәйриә фонды.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә