НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Киләсәктә был ергә Хоҙай үҙе ҡыҙығыр…»

«Киләсәктә был ергә Хоҙай үҙе ҡыҙығыр…»


«Киләсәктә был ергә Хоҙай үҙе ҡыҙығыр…»Башҡорт халҡының бөйөк улы Ш. Бабич һүҙҙәре менән аталған фотоальбом ҡулға килеп эләккәс, уның авторы ҡабатланмаҫ фоторәссам Флүр Ғазин булыуын шунда уҡ төшөнәһең. Илаһи Бөрйән һәм Көньяҡ Урал тәбиғәте, ҡырағай йәнлектәр – Флүр ағайҙың һәр һүрәтенә уларҙы һаҡларға, тирә-яҡ мөхитте яҡлар­ға саҡырыусы мәғәнә һалынған төҫлө. 2017 йылдың аҙағында донъя күргән был бай һәм зауыҡлы китап Экология һәм айырыуса һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәләре йылына бағышланған.
2000 йылдар уртаһында республиканың фотосәнғәтенә көтөлмәгән яңылыҡ булып килеп инде ул. «Беҙ бында фото төшөрәбеҙ тип йөрөгән булабыҙ, ауылдан килгән Флүр нисек дөрөҫ фотоға төшөрөргә барыһын да өйрәтмәһенме. Һәр һүрәтенән башҡорт рухы аңҡып тора», – ти уның хаҡында атаҡлы фоторәссам, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вячеслав Стрижев­ский. Бөрйәндә йәшәп һәм ижад итеп, Өфөлә ете тапҡыр шәхси күргәҙмәһен ойоштороу бәхетенә ирешә фотограф, Нефтекама халҡын да ижады менән таныштыра. Төрки телле халыҡтар конгресында ҡатнаша, «Йәшлек» гәзитенең «Аҡ яурын сал бөркөт» премияһына лайыҡ була. «Матурҙар һәм ҡырағайҙар», «Көньяҡ Уралдың гүзәл урындары», «Бөрйәндең иң матур 18 урыны» тип аталған открыткалар тупланмаһын сығара, әйткәндәй, һуңғыһы, һорау күп булыу сәбәпле, инде өсөнсөгә ҡабатлап баҫыла. Күңеле менән матурлыҡҡа ғашиҡ ижадсы хикәйәләр авторы ла – Флүр Ғазиндың ике проза китабы бар, бөгөн өсөнсөһө баҫмаға әҙерләнә.
Фоторәссамдың девизы – фотографҡа икенсе күҙ кәрәк, хатта йәмһеҙҙе лә матур итеп төшөрөргә була. Бөгөн компьютер программалары ярҙамында төҫ һәм ут менән уйнаусы йөҙәрләгән фотограф араһында Флүр ағайҙың һүрәттәре тәбиғилеге менән бер башҡа айырылып тора. Фотошоп ярҙамында яҡтыртыу, ҡараңғылатыу, күләгәләү, томанлау бөтөнләй ят уға. Бына урман хужаһы – тайыштабан күҙгә туп-тура баҡҡан. Айыуҙың хистәрен дә аңлап була хатта: ул ниҙер хаҡында уйлана, әлегә аптырау ҙа, ҡурҡыу ҙа, асыуланыу ҙа юҡ – фотограф секундтың ниндәй­ҙер бер өлөшөнә генә торошло миҙгелде эләктереп ҡалған. Ә быныһы – мышы саба, янынан ғына йүгереп барған фотографҡа табан әйләнеп килә башлаһа, бөттөң тигән һүҙ.
– Ҡырағай йәнлектәрҙе айҙар, миҙгелдәр буйы аңдып йөрөйөм. Яҡшы кадр артынан урман, тауҙар буйлап йөрөү мауығыу ғына түгел, тормошом мәғәнәһе. Өс тапҡыр һыуға батып үлә яҙҙым, барлыҡ аппаратурам эшлектән сыҡты, әллә күпме урмандарҙа аҙаштым – мине бер ни ҙә фото төшөрөүҙән туҡтата алмаясаҡ. Фотоһүрәттәрем кеше тормошона ниндәйҙер яҡтылыҡ, ыңғай хистәр, тәбиғәт менән һоҡланыу килтерергә тейеш, тигән маҡсат ҡуйғанмын, – ти оҫта.
Бөгөн йәмғиәтте матур фото менән ҡыҙыҡһындырыуы ҡыйын, сөнки һәр кемдең ҡулында камера бар, ул көнөнә әллә нисә селфи, фото эшләй, нисек теләй, шулай мөхәррирләй. Әйтерһең дә, фотосәнғәт теҙләндерелгән. Ошо осорҙа һөнәренә тоғро ҡалған һәм оло уңышҡа ирешкән Флүр Ғазиндың хеҙмәттәре гәүһәр бөртөктәренә тиң.

Л. ХӘЛИТОВА.

Сығыу ваҡыты 30-01-2018, 10:11 | Ҡаранылар: 65
|
  • Аслыҡ дауам итәме?
  • Халыҡҡа кәрәк әйберҙе үҙебеҙҙә лә етештереп була
  • Сайтта ғына Көньяҡ Урал буйлап сәйәхәт итергә мөмкин
  • «Тирә-яҡҡа һөйөү менән баҡ»
  • Биш аҡыл эйәһе хаҡында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Тормоштоң төрлө мәле була”
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында



  • Радио Юлдаш FM