RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » #UfaForum – йәштәр өсөн!

14.09.2016 #UfaForum – йәштәр өсөн!

#UfaForum – йәштәр өсөн!2 – 4 сентябрҙә Өфөлә #UfaForum белем алыу форумы ойошторолдо. Башҡорт йәштәре түҙем­һеҙлек менән көтөп алған сарала республиканан, Силәбе өлкәһенән, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Нимә һуң ул UfaForum? Бында башҡорт йәштәре өсөн бизнесыңды асыу һәм ойоштороу, онлайнда уҡыу, гранттар алыу, өҫтәмә эш табыу, сит илдә эшләү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Егеттәр һәм ҡыҙҙар алдында үҙҙәренең бай тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, ярҙам итергә теләгән спикерҙар саҡырылды.
Йыйылыусылар йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Ива­нюта, уның урынбаҫары Руслан Хәбибов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айыт­ҡолова, Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Милли берҙәмлекте нығытыу һәм милли-дини юҫыҡтағы экстремизмды иҫкәртеү буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Александр Не­на­шевтарҙың сығышын ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Өс көн буйы бер юлы өс майҙансыҡта йәштәр өсөн бизнес, старт-аптар, инновациялар, белем алыу, социаль технологиялар, PR креатив индустрия һәм шәхес үҫешенә арнал­ған лекциялар һәм тренингтар үтте. Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге эре компанияларҙың PR консультанты, киң коммуникациялар өлкәһе белгесе Руслан Йосо­пов, «Таргин Механо­сервис» директоры Рә­мил Хисмәтуллин, Сколково Мәскәү идаралығы мәктәбе академияһының коучы һәм старт-ап педагогы Игорь Дубинников һәм башҡалар сығыш яһа­ны. Уларҙан тыш, ин­тер­нет аша видеоэлемтә менән Швей­цариянан БМО-ла эш­ләү­се Айһылыу Йәнтү­ри­на-Дар­лес, Германия­нан ғалимә Лира Ниғмәтуллина, Аме­ри­кала, Малайзияла һәм башҡа илдәрҙә йә­шәүсе милләттәштәребеҙ форумсыларға кәңәштәрен еткерә алды.
Umarta проект­тар оҫтаханаһы иғ­тибарға лайыҡ бул­ды. Бында йәштәр үҙҙәренең эшен башлау буйынса ярҙам ала алды. Питчинг мәлендә 30-ға яҡын проект тәҡдим ителде, финишҡа 16 команда барып етте. Улар инновациялар, интернет-проекттар, ҡушымталар, сервистар, традицион бизнес, ижади, социаль темаға ҡағылды. Умартасылар ике көн эсендә идеяны уйлап сығарып, проект йәки продуктты ҡылыҡһырлап, уны эшләп, тәҡдим итергә тейеш ине. Йәштәр команда менән эшләү тәжрибәһе алды, мәғлүмәтте анализлау, «мейе» штурмдары яһау, идеянан әҙергәсә юлды үтергә өйрәнде. Еңеүселәр – «КЕЙ» командаһы ошо исемле кейем бренды яһаны (улар тәүҙә тикшереү үткәрҙе һәм үҙ стилдәрендә традицион башҡорт кейеменең ДНК-һы ятыуын белдерҙе). Республика башҡорт интернат-лицейының 9-сы класс уҡыусылары Александр Батыр­гәрәев һәм Алмас Ғиниәтуллин бер тәүлектә Башҡортостанда үткәрелгән сараларҙы күрһәткән интерактив карталы сервис уйлап сығарҙы. Нимәһе шәп – шунда уҡ егеттәргә идеяларын тормошҡа ашырыуға ярҙам итәсәк инвесторҙар ҙа табылды.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә