RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

07.12.2010 Өс һөйләм менән

Өфө дәүләт авиация техник университетының Белорет филиалында һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советының инициативаһы буйынса өлкән йәштәгеләр өсөн компьютер курсы асылды. Мәғлүмәт-коммуникацион технологияларҙы беренсе булып ветерандар советы активистары үҙҙәре өйрәнә башланы. Бушлай ойошторолған дәрестәрҙе уҡыу йортоноң икенсе курс студенттары алып бара.

10 декабргә тиклем kulturarb@inbox.ru адресына мәҙәниәт буйынса «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыуға заявкалар һәм тәҡдимдәр ҡабул ителә. Cараны үткәреү инициативаһы менән билдәле джазмен, Башҡортостан Президентының мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса советнигы Олег Киреев сығыш яһағайны. Милли мәҙәниәт, художество, музыка, театр, кино сәнғәте, әҙәбиәт, урындағы эстрада, тамаша индустрияһы, китапхана эше һәм башҡа өлкәләр үҫеше менән бәйле проблемалар һөйләшеүҙә төп тема итеп күтәреләсәк.

Өфө Рәсәй Федерацияһында Роберт Бош исемендәге фондтың «Мәҙәниәт өлкәһендә менеджерҙар» программаһында ҡатнашыуға кандидаттарҙың береһе булараҡ ҡарала. Программаның маҡсаты – Рәсәй мәҙәниәт өлкәһендә Германияның тышҡы сәйәсәтен кәүҙәләндереүсе төбәк селтәрен киңәйтеү, Рәсәй мәҙәниәт вәкилдәренең халыҡ-ара бәйләнештәренә булышлыҡ итеү, стипендиаттарҙы халыҡ-ара мәҙәни алмашыу өлкәһендә етәкселәр роленә әҙерләү. Әгәр баш ҡалабыҙ программала ҡатнашыусы булыуға иреш­һә, 2011 йылдың сентябренән Өфөлә Германия стипендиаты стажировка үтәсәк, уның компетенцияһына муниципаль учреждениелар һәм ижади коллективтар ҡатнашлығында мәҙәниәт өлкәһендә Рәсәй-Германия проекттарын ойоштороу инәсәк.

Йыл аҙағына тиклем алты йөҙҙән ашыу йәш ғаилә бала тыуған осраҡта дәүләт тарафынан бирелгән матди ярҙам – торлаҡ һатып алыуға алынған кредиттарҙы ҡаплау өсөн түләнгән субсидияны аласаҡ. Рес­публика бюджетынан ошо маҡсатта 150 миллион һум аҡса бүленгән. Был сығымдар программа буйынса сиратта тороусыларҙың исемлеген һиҙелерлек кәметәсәк.

Һарытау өлкәһендәге юл-транспорт фажиғәһендә Дүртөйлө районынан ике кеше һәләк булды. Әле уларҙың кәүҙәләре Баш­ҡортостанға ҡайтарылған. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, аварияла йәнә биш яҡташыбыҙ зыян күргән.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының ректоры итеп Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, профессор Әминә Шафиҡова һайланды. Уның өсөн 86 тауыш бирелгән. Әминә Шафиҡова 1974 йылда Бөрйән райо­нында тыуған, һуңғы йылдарҙа уҡыу йортонда проректор булып эшләгән.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында Мәскәү маркетинг тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Дмитрий Лепетиков, Рәсәй көрсөктө еңеп сыҡты, килем артты, эшһеҙлек кәмене, ҡулланыусылар ихтыяжы күтәрелде, 1 декабргә илдәге банкылар­ҙың кредит портфеле 4 триллион һум тәшкил итте, тип белдерҙе. Белгестең фаразлауынса, 2011 йылда инфляцияның түбәнәйеүе көтөлмәй, шулай ҙа халыҡҡа кредит биреү артасаҡ. Ә кешеләр аҡсаны һаҡлауға ҡарағанда тотоноуҙы ҡулай күрәсәк.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә