RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Урал аръяғын үҫтереүгә фәнни нигеҙләнгән ҡараш кәрәк»

04.12.2010 «Урал аръяғын үҫтереүгә фәнни нигеҙләнгән ҡараш кәрәк»

20 ноябрҙә Сибай ҡалаһында Башҡор­тостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премь­ер-министры урынбаҫары Илшат Тажет­динов етәкселегендә Урал аръяғын үҫтереүҙең комплекслы планын төҙөү буйынса эш төркөмөнөң күсмә ултырышы уҙҙы.
Урал аръяғы райондарының хакимиәт башлыҡтары, эшҡыуарҙар, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашлығындағы йыйылышҡа барыһы ла ҙур өмөт бағлағандыр. Ысынлап та, башлыса, ауыл хужалығына күҙ төбәп торған райондар һуңғы йылдарҙа иҡтисади үҫештә күбеһенсә кире күрһәткестәргә өлгәшеп килде. Ике йыл рәттән ҡабатланған ҡоролоҡ, әлбиттә, бындай хәл-торошто тағы ла киҫкенләштерҙе.
Йыйылыш барышында күп кенә проблемалы мәсьәлә тикшерелде, тәҡдимдәр әйтелде. Шулай иғтибарҙы йәлеп итерҙәйҙәренән Әбйәлил районы хакимиәте башлығының сығышын билдәләргә була. Рим Һатыбалды улы Сынғыҙов райондағы урман биләмәләрен күпләп ҡуртымға алыусы «Селена» һәм «Башлеспром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең, урманды эшкәртеү менән шөғөлләнәһе урынға, ағасты төбө-тамыры менән сығарып һатыуҙарын әйтеп үтте. Урман эсендәге ауылдарҙа типһә – тимер өҙөрлөк балта оҫталары эшһеҙ ята; халыҡ, диләнкәләр урында бүленмәү сәбәпле, өйлөк ағас артынан Учалыға бара. Районға иһә ошо предприятиеларҙың техникаһы боҙған юлдарҙы тәртиптә тоторға кәрәк – артыҡ сығымдар ғына.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Р. Сәйетов, «Башплемсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең халыҡтың малын тереләй һатып алыуҙы даими рәүештә йәйелдереүен көйләү кәрәклеген билдәләне. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты вәкиле иһә Сибай карьерындағы буш тау ҡатламдарын яңы технология буйынса эшкәртеү буйынса тәҡдим индерҙе. Әбйәлил районы эшҡыуарҙары Урал аръяғы райондарының республиканың иҡтисади тормошонан ситтә ҡалып килеүен, Өфөгә ҡарағанда Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы менән эшләү ҡулайыраҡ булыуын билдәләп, борсолоу белдерҙе. Шулай уҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт субсидияларының Урал аръяғына бик аҙ бүленеүе әйтеп үтелде.
Тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән «Баймаҡ тәжрибә хужалығы» директоры И. Ситдиҡовтың сығышы йөкмәткеле булды. Был хужалыҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән ныҡлап шөғөлләнеүе менән билдәле. Илшат Хәмит улы, йылҡысылыҡтың юғары табыш килтереүе менән бергә, ҡышҡылыҡҡа йылҡы малына аҙыҡ әҙерләү талап ителмәүен ыңғай яҡтан билдәләне.
Илшат Азамат улы Тажетдинов, Башҡортостандың айырым төбәгенең үҫешен көйләү буйынса был сара тәүге тапҡыр уҙғарылыуын билдәләп үткәндән һуң, был юҫыҡта әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы. Етәкселәр ҙә, инициатив төркөмдәр ҙә был эшкә етди ҡараһын ине, тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.
Урал аръяғын үҫтереү планы буйынса бирелгән тәҡдимдәрҙән Башҡортостан Республикаһы Фән­дәр академияһының Сибай төбәк тикшеренеүҙәр институты тарафынан индерелгән тәҡдимдәр ыңғай яҡтан телгә алып үтелгәйне. Шуға күрә ултырыштан һуң биология фәндәре докторы, профессор Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков менән ошо хаҡта әңгәмәләшергә булдым. Бер юлы Башҡорт дәүләт аграр университетының Сибай филиалын да етәкләгән ғалим беҙҙең һорауҙарға яуап бирергә ваҡыт тапты.
– Урал аръяғының ысынбарлығын ғәҙел баһалап, уның иҡтисади үҫешен ниндәй юҫыҡта күрәһегеҙ?
– Урал аръяғы райондарының үҫеш стратегияһын төҙөүҙә үҙ ярҙамыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ. Ейәнсура районы хакимиәте менән был өлкәлә килешеүҙәребеҙ ҙә бар, башҡалар ҙа уларға эйәрер, тигән өмөттәбеҙ. Урал аръяғын үҫтереү планы өҫтөндә эшләүсе төркөм ҡарамағына күп кенә тәҡдим индерҙек. Гәзит биттәрендә уларҙы тәфсирләп һанап тороу урынһыҙ булыр, шуға күрә төп фекерҙе генә билдәләп үтәйем. Һәр эште комплекслы башҡарыу отошло, шуға ла ауыл хужалығы тармағында етештереүҙе, эшкәртеүҙе, һатыу­ҙы һәм, иң мөһиме, ошо өлкәлә фәнни нигеҙләнгән ҡараш ҡулланыуҙы кәрәкле тип һанайбыҙ. Күп осраҡта, үкенескә күрә, ауыл хужалығында фәнни нигеҙләнгән ҡараш етешмәй, ә был бит туранан-тура алынасаҡ табыштың күләменә, сифатына һәм уның баҙарҙа конкурентлылығына бәйле. Игенселекте алайыҡ. Әгәр ҙә ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә, бер гектар сәсеүлек майҙанына 5,5 млн иген орлоғо сәсергә кәрәк, тип табылған икән, тимәк, был дөрөҫ. Тап ошо биш миллион ярым бөртөк бойҙай орлоғон сәскән осраҡта, яҡшы уңышҡа өмөт итеп була. Йәки һөрөнтө ерҙәр­ҙе парға ҡалдырыу. Пар ерҙәрен онотоп бөтөп баралар, ә бер үк культураны бер баҫыу­ҙа бер йыл сәсергә була. Икенсе-өсөнсө йылда иһә уңыш бик түбән буласаҡ – был фәнни яҡтан иҫбатланған. Бына, мәҫәлән, яңыраҡ Татарстанда булып ҡайттым. Бер курсташым, сығышы менән Шаран районы егете Геннадий Сәмиғулла улы Миңнуллин ауыл хужалығы кооперативын етәкләй. Осрашып, әңгәмәләшеп ултырғанда, бер фермер килеп инде. Инде лә, үҙенең проблемаларын һөйләп ташланы:
– Сусҡаларым ныҡ һимерә лә китә, шуға ла 50 килограмм көйө генә һуйып тапшырырға мәжбүрмен. Май ҡатламы артыҡ ҡалын булһа, бер ерҙә лә ҡабул итмәйҙәр.
Уны иғтибар менән тыңлағандан һуң Геннадий уға ошондай кәңәш бирҙе:
– Беҙҙең хужалыҡта дүрт төрлө тоҡомло сусҡа үрсетәбеҙ. Гетерозис тип аталған күренеш бар фәндә, йәғни гибрид тоҡомдарҙың тәүге быуыны ике тоҡомдоң да иң яҡшы һыҙаттарын үҙенә ала. Шуға ла йыл да шул дүрт тоҡомдо төрлөләндереп ҡушып аталандырабыҙ, һөҙөмтәлә сусҡаларыбыҙ ҙур ҙа була, май ҡатламы ла ҡалын булмай. Һин, ҡустым, ҡышҡа инер алдынан барлыҡ сусҡаларыңды ла һуй ҙа, артабан беҙҙекеләрҙе һатып алып эшләрһең...
Бына ошо була инде фәнни яҡтан нигеҙләнгән, тимәк, юғары продуктивлы хужалыҡ итеү өлгөһө! Ошоларҙы иҫәпкә алып, ябай ғына итеп әйткәндә, Урал аръяғында ауыл хужалығын үҫтерәм, тиһәң, игенселектәме, малсылыҡтамы – фәнни ҡаҙаныштарға таянып эшләргә кәрәк. Уңышты алыу ғына түгел, эшкәртеүҙә лә, һатыуға сығарыуҙа ла. Бына ошо фекерҙе «Урал аръяғы» агрохолдингы» проектында кәүҙәләндерҙек тә инде: булған ауыл хужалығы предприятиелары нигеҙендә етештереү, эшкәртеү, һатыуға сығарыуҙы үҙ эсенә алған холдингҡа махсус белемле белгестәрҙе лә урында әҙерләү кәрәк.
– Элегерәк һәр ауылда тиерлек ҙур-ҙур һарыҡ көтөүҙәре була торғайны. Хәҙер, фән күҙлегенән ҡарағанда, һарыҡсылыҡ отошло иҫәпләнмәйме ни? Аныҡ миҫалдарға килгәндә, малсылыҡтың ниндәй тармаҡтарына иғтибарҙы күберәк бүлергә кәрәк тип иҫәпләйһегеҙ?
– Һарыҡ көтөүҙәре менән самаһыҙ, фәнни нигеҙләнмәгән күләмдә булышыу тәбиғәткә зыянға килтерә. Советтар Союзы ваҡытында был хаҡта артыҡ уйланманылар, шуға ла һарыҡ көтөүҙәренән Ирәндек тауы битләүҙәре ныҡ ҡына зыян күргәйне. Һарыҡсылыҡ кәрәк, әлбиттә, тик, элеккесә, йоҡа тиреле меринос һарыҡтар түгел, ә башҡа тоҡомлоларын үрсетеү зарур. Мериностарҙың тояҡтары нәҙек булыу сәбәпле, уларҙың тупраҡ ҡатламына баҫымы, тимәк, үҫемлек донъяһына зарары ҙур. Беҙҙең Урал аръяғында иһә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеү отошло. Хәҙерге 10 – 15 хужалыҡ базаһында башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүҙе йәйелдерергә кәрәк. ҡымыҙ етештереү, уны, порошок рәүешендәме, туңдырыпмы, һатыуға сығарыу. Был проектты еренә еткереп, тикшереп, эшләнек.
Тағы ла умартасылыҡҡа етди иғтибар бүлеү кәрәк. Башҡорт дәүләт аграр университетының Сибай филиалы базаһында умарталыҡ булдырҙыҡ. Маҡсатыбыҙ – әлеге лә баяғы фәнни нигеҙләнгән ҡортсолоҡто үҫтереү. Башҡорт тоҡомло бал ҡорттарының балы һәр ерҙә юғары баһалана бит – быны күҙ уңынан ысҡындырыу ярамай.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә