RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Ризыҡты ашағанда түгел, аш булып һеңгәс маҡта"

02.10.2015 "Ризыҡты ашағанда түгел, аш булып һеңгәс маҡта"

йәки "Шиғриәт урманында ла һәр ҡоштоң үҙ урыны бар"

Әҙәбиәт кешелектә иң тәү сиратта тәрбиәүи роль үтәгән. Башҡорт халҡының мәшһүр “Урал батыр” эпосында ғына ла тотош ғүмергә етерлек аҡыл, фәлсәфә ята. Мосолман халҡына иман, тәртип, әҙәп хас. Тик һуңғы арала әҙәбиәтебеҙ сит милләттәргә, ышаныуҙарға хас булған ҡылыҡтаҙы пропагандалай башланы. Ошо һәм башҡа күренештәр хаҡында шағирә Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы СИТДИҠОВА менән әнгәмәләштек.

"Ризыҡты ашағанда түгел,  аш булып һеңгәс маҡта"– Гүзәл апай, бөгөн әҙәбиәт тәрбиәүи роль үтәйме?
– Һис шикһеҙ, бөгөн дә әҙәбиәт – тәрбиә биреүсе. Ә ниндәй тәрбиә бирә – быныһы инде икенсе мәсьә­лә. Башҡорт әҙәбиәте, шөкөр, үткән быуат аҙағында илебеҙгә бысраҡ тулҡын булып ябырылған тәүфиҡһыҙлыҡ туфанына бирешмәй килә. Бөтөнләй үк саф ҡалды, тип әйтә алмайым. Шулай ҙа иман, әхлаҡ ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаған әҫәрҙәрҙе барыбер ҙә уҡыусы ҡабул итмәне, авторҙар үҙҙәре үк бындай арзан темаларға яҙыуҙан туҡтап ҡалды.
Уҙған быуаттарҙың ҡомартҡылары яҙма рәүештә сикле генә килеп етһә лә, әлеге көндә лә ни тиклем юғары кимәлдәге телдән тапшы­рыл­ған даһи әҫәрҙәр том-том итеп сығарылып килә. “Урал батыр” кеүек бейеклектәге хазинабыҙ бар икән, бөгөн килеп шуның аяҡ аҫтына тәгәрәп төшөргә хаҡыбыҙ бармы? Үҙебеҙҙең башҡорт, төрки шиғриәтенә еткән камил шиғриәт юҡ! Күпме иман, фәлсәфә, тәрән аҡыл, һүҙ нәзәкәте, хис нәзәкәте, рух нәзәкәте унда!
Әйтем-мәҡәлдәребеҙ ҙә алтындарҙан ҡиммәт бер-ике генә юллыҡ шиғыр бит, ә улар­ҙағы аҡыл! Ҡанбабаларыбыҙ нисек әйтеп ҡалдырған бит: аҡылың еткәндә – аҡылға, аҡылың етмәгәндә мәҡәлгә таян!
Иң-иң затлы китаптарыңды әйт, тип һораһалар, һис шикһеҙ, Ҡөрьән, “Урал батыр”, “Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр”, Аҡмулла китаптарын атар инем. Улар һәр саҡ өҫтәлемдә генә ята. Беҙгә хәҙер ҙә улар бейеклегенә ынтылыу мөһим, тип һанайым. Әлбиттә, бөгөн нәсихәттәр элекке кеүек тура ярып түгел, заман уҡыусыһы халәтен иҫтә тотоп, бик нескә зауыҡ менән бирелергә тейеш. Һулаған һауаны тоймаған кеүек, үҙенән-үҙе ағып ҡына инергә тейештер ул уҡыусы аңына.

– Ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларҙы, шағирәләрҙе ил әсәһе тип әйтергә буламы?
– Ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларыбыҙ, һис шикһеҙ, милләт әсәһе! Улар яулай алмаған бейеклек юҡ – шиғыр­ҙар, поэмалар, күләмле әҫәр­­ҙәр ижад итеп, баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт һалалар. Ниндәй жанр­ға тотонһалар ҙа, иҫ киткес яуаплылыҡ тойоп, янып-көйөп ижад итәләр. Һәм заман шауҡымына ла бирешеп бармайҙар, әҫәрҙәренән сафлыҡ бөркөлөп тора. Көслө шәхестәр! Шул уҡ ваҡытта хатта ауырлыҡтарҙы, бысраҡлыҡтарҙы һүрәтләгәндә лә ҡатын-ҡыҙ нескәлеге, хиссиәте сағыла, тупаҫлыҡ һирәк осрай. Әсәйҙәргә хас хәстәрлек, хәсрәттәре лә тап ҡатын-ҡыҙса.
Шағирҙар, яҙыусылар ил хәлен хәл итмәгән. Үҙе йәшәгән осор хәлен үтәнән-үтә күреп, ни булғанын байҡап, ни булырын күҙаллап, йүнәлеш биреп оран һалыусы улар. Йырҙағыса:
Бойомдарға ашмай хыялдарың,
Яҡыныңдан ярҙам булмаһа.
Ә халыҡ алдында беҙҙең бурысыбыҙ – зиһенебеҙҙе быраулап торған һәр фекерҙе шағир фекере менән сағыштырып ҡарап, йүнәлеш алыу (замандаштар араһында ун­дай­ҙар булмаһа, классиктарҙан эҙләргә кәрәк, боронғоларҙан аҡыл алып). “Фейсбук”та ҡаҙаҡ ҡатын-ҡыҙ шағирәләре менән ир-ат араһында шиғриәт тураһында ҡаты бәхәс булып тора. Бер шағир гәзиттә: “Ҡыҙҙар поэзияһы – күсермә, ксерокс”, – тип әйткән, имеш. “Шуға ла ҡарамай, күкрәктәре – далалай, үҙҙәренән башҡа һис кем юҡ. Ашып-ташыу, хәленә ҡарамай һөйләү тип шуны әйтер инем”, – тигән. Уҡыным-уҡыным да, уларға ошоно яҙҙым: “Башҡорт мәҡәле бар: ир булып ир ҙә ҡатындан (әйелдән) тыуған. Әсәгеҙҙән ни алған­һығыҙ, шуны сығараһығыҙ, ир-ат!”

– Әҙәбиәткә килеүсе йәш быуын әҙәп, әхлаҡ хаҡында онотмаймы?
– Дөрөҫөн әйткәндә, йәштәр ижадында күңелемә яҡындарын ғына иҫтә ҡалдырғанға күрә дөйөм баһа бирә алмайым. Йәштәр үҙ юлын эҙләгәндә төрлө тәжрибәләр ҙә яһап ҡарай, хаталаныуҙары ла ихтимал. Шунан, туҡмала-туҡмала, үҙ юлын йә таба, йә арбанан төшөп ҡала. Быуаттар дауамында кешелек ҡиммәттәре тигән төшөнсә булған һәм тап шуларға ярашлы әҫәрҙәр беҙҙең көнгә тиклем дә килеп еткән. Ә әхлаҡҡа һыймағаны барыбер төшөп ҡала ул.
Шиғриәт тураһында һөйләшеү бик кәрәк. Әгәр кеше ысынлап ижад итергә теләй икән, өйрәнергә, тәнҡитте лә күтәрә белергә тейеш.
Үҙе өсөн генә яҙғандар бар: был күңел ихтыяжы икән – яҙһындар. Әгәр улар яҡшылыҡҡа өндәй икән – насармы ни? Тик уларҙы ҙур тиражлы баҫмалар рәтенә инеп барған төркөмдәргә һалып булмай, әлбиттә. Был зауыҡ боҙоуға килтерәсәк. Хәҙер шиғриәт интернетҡа күсте, тиһәң дә, хата булмаҫ. Бының ыңғай яғы ла, тиҫкәреһе лә бар. Сейле-бешле шиғырҙар күп. Бер-береһен маҡтай-маҡтай шуларҙы сурыталар ғына! Улай тиһәң, беҙ ҙә үҫмер саҡта шиғырҙар өсөн альбом тотҡан була торғайныҡ. Унда ла өйрәнсек шиғырҙар тулып ятыр ине. Кеше бит үҙ хиссиәтенә тап килгәнен уҡый, яҙып ала. Нишләйһең, зауыҡ тигәнең һәр кемдә лә булмай. Әммә уны тәрбиәләргә мөмкин.
Интернет ул – шырлыҡ, шул уҡ ваҡытта киңлек. Шырлыҡта ниндәй генә ҡош һайрамай, тик һайраған бере һандуғас түгел. Тап ана шул төрлөлөк шырлыҡты йәнле итә, үҙенсә йәмле итә. Урыҫта кәкүкте өнәмәйҙәр, ә беҙҙә кәкүк – һағыш ҡошо. Мин таңдарҙа хатта әтәс ҡысҡырғанын да яратам. Шиғриәт урманында ла һәр ҡоштоң үҙ урыны бар. Һәм шул киңлектә урын барыбыҙға ла етә, шөкөр! Әгәр кеше интер­нет­ҡа инеп, башҡорт шрифтары ҡуйып, башҡортса яҙыша икән – был үҙе шәп күренеш! Күңелендә шиғыр йөрөтә икән – тимәк, нескә хисле. Һәр береһе шағир булмаясаҡ, уныһы хаҡ. Бигерәк тә үҫмер, йәш саҡта күптәр ҡәләм тибрәтеп ҡарай. Был тәбиғи. “Бәйләнештә” сайтында көндән-көн төркөмдәр күбәйә, башҡортса яҙышыу ҡеүәтләнә. Шуныһы һөйөнөслө. Ысынлап ижадҡа тартылыусылар, һис шикһеҙ, бер нигә ҡарамай, яҙасаҡ һәм дөрөҫ тә эшләйәсәк! Бәлки, ул “йәмһеҙ өйрәк” буласаҡ аҡҡоштор!
Кеше донъяны шағирәнә итеп күрә белмәй икән, рифма, ритм ғына шиғыр була алмай, минеңсә. Ҡайһы саҡ тап бына шулар аҡһай, ә шиғыр – бар. Сөнки фекер бар, образ бар, рәссам бар. Теләгән бер кеше, һүрәт төшөрөү ысулын үҙләштерһә лә, рәссам була алмай.

– Һуңғы арала эротик әҫәр­ҙәр яҙыусылар күбәйҙе (хатта оло йәштәгеләр ҙә яҙа). Был сит илгә эйәреүме әллә асылыбыҙ шуға әүереләме?
– Эротика уҡырға яратыусылар бар икән, яҙыусыһы ла табылыр, әлбиттә. Сит-ят әҙәбиәткә эйәреү бар, уныһы бәхәсһеҙ. Ихтыяж бар икән, тәҡдиме лә була. Тик ни кимәлдә яҙаһың бит! Ҡайһы бер шундай яҙмаларҙы уҡығанда хуш еҫле баҡса урынына яңылыш уңайлыҡтары булмаған бәҙрәфкә эләккәндәй булып кителә.
“Апай, башҡорт шиғриәтендә эротика бармы ул? Шул темаға яҙаһығыҙмы?” – тип яҙҙы миңә бер йәш ҡәләм тибрәтеүсе. Эротика миҫалы итеп уға ошо шиғырымды ебәрҙем.

КӨҘ – ҠУШАҒА*

Бик оялсан сағы әле көҙҙөң,
Алһыулана йөҙө, ҡыҙара,
Ағастар ҙа, ғашиҡ булышҡандай,
Шыбырлаша серле үҙ-ара.
Һоратырға йыйына бер егет –
Көҙһылыуға сәләм ебәрә:
Нәҡ тә ғашиҡ булған малай кеүек,
Йолҡоттора сәсен елдәрҙән.
Һыпырыла бара көҙ күлдәге,
Ҡушылыуҙы, ахыры, һиҙенә,
Әллә нисә үлсәп ҡарай инде
Аҡ бөркәнсек һалып иңенә.
Аллы-гөллө күлдәктәрен һалып
Бер көн килеп аҡҡа ҡоршала,
Ҡуйынына инә Ҡыш-кейәүҙең
Булыр өсөн бер йән, ҡушаға*.

Беҙҙең халыҡта кеше алдында шыр яланғас сисенеү юҡ. Хатта бөгөн дә: тиҫтә йылдарса бысраҡ һыу эсендә йәшәһәк тә, әҙәп көслө. Шиғриәтебеҙ ҙә шундай. Бик нескә, өрфөйә генә эротика боронғо йырҙарыбыҙҙа ла бар, тәүфиҡ тигәнде онотмай ижад ителгән. Шуға ла уларҙа сер, танһыҡлау бар. Шыр яланғас эротика беҙҙең әҙәбиәткә килеп инһә, порнография кеүек ҡабул ителә лә ҡуя. Аҡмулланың “Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр тигән” тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Әйткәндәй, ҡәрҙәш халыҡтарҙа ла ошо юҫыҡта һөйләшеү булып тора. Яңыраҡ бер сайтта Бауыржан Ҡарағызулы тигән ҡаҙаҡ шағиры: “Хоҙай ҡушҡан ҡушағы* – кейәүенең ҡуйынында ятып, башҡа берәүгә “тойғо” тип һыҙылып “өләң” яҙа торған “шағирә ишараттарын” төшөнмәйем”, – тип яҙып ҡуйғас, ҡәләмдәштәре араһында, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ шағирәләр тарафынан, ҡаты бәхәс булып алғайны.
– Яҙған әҫәрҙәрендә яҙыусының күңеле, аҡыла сағыла, тиҙәр. Был ысынмы?
– Минеңсә, авторҙың башҡалар “тире”һенә лә инеп яҙыуы ихтимал. Әммә барыбер ҙә һүрәтләгәндә үҙен аса, хатта һата ла. Кешегә үҙен яҡшыраҡ итеп күрһәтергә тырышыу хас. Шиғриәттә күпмелер быға өлгәшеп булалыр. Әммә күләмле әҫәрҙә автор барыбер ҙә үҙен асып һала. Ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе уҡығанда эй тәмле инде! Ул төҫө, ул еҫе, ул композицияһы! Тик... Халҡыбыҙ әйтмешләй, ризыҡты ашағанда түгел, аш булып һеңгәс маҡта. Уҡып сығаһың да: “Ә был миңә нимә бирҙе әле?” – тип үҙеңә һорау бирһәң, эсеңде бора башлай.
Сайттарҙа ваҡыт-ваҡыт япондың хокку, танка стиленә эйәреп рус телендә яҙған шиғырҙар килеп сыға. Көлкө инде, малай! Нисек кенә тырышһа ла, ул автор япон була алмай, шиғыры аңға тейешенсә үтеп инә алмай, сөнки һәр халыҡтың күңеле – үҙе бер йоҙаҡ һәм уның асҡысы тик үҙенеке генә.
Башҡа халыҡтарҙың шиғриәтен маҡтау менәнме ни, булһын улар­ҙыҡы шәп. Беҙҙең үҙ ҡомартҡыбыҙ бит иҫ китмәле! Етмәһә, һәр образыбыҙ сәпкә генә барып тейә. Ҡытайҙыҡы нисек матур булмаһын – ул башҡаларҙың күлдәге.
Һөнәрем буйынса китап белгесе (книговед), библиограф булараҡ сағыштыра алам. Төрки донъя шиғриәте оҫталыҡ, зирәклек, тәрән аҡыл йәһәтенән кешелектең алтын хазинаһы бит ул. Етмәһә, ул беҙгә ген кимәлендә тәьҫир итә. Шуға ла, имеш, алға китеш тип, башҡаларға оҡшарға тырышыуҙы асылыбыҙға хыянат тип ҡабул итәм. Теге “Һайыҫҡан булып атлап ҡарайым тип, ҡарға үҙ йөрөшөн онотҡан” тигән мәҡәлебеҙҙәге кеүек.
Ҡытай ҙа, япон да үҙенекен бер модаға ла ҡарамай, үҙенсә дауам итеүе арҡаһында көслө. Заманында уларға өҫтән ҡараһалар, хәҙер бына күҙгә салындылар, сөнки үҙенә башҡа, үҙенсәлекле! Үҙ аҡылыбыҙҙы үҙебеҙ тотоп, үҙ өлгөбөҙ менән алға сығайыҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә