НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡоролтайҙың йәштәр советы: Бергә барайыҡ!

Ҡоролтайҙың йәштәр советы: Бергә барайыҡ!


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр советы киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА

Ҡоролтайҙың йәштәр советы: Бергә барайыҡ!Йәштәр замандың һәр ваҡиғаһында ла әһәмиәтле урын тота. Шул иҫәптән ижтимағи хәрәкәттәрҙә лә уларҙың тауышы бар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ла Йәштәр советы эшләп килде. Өсөнсө ҙур йыйында Беренсе йәштәр ҡоролтайы ла уҙғайны. Тик ҡуйылған маҡсаттар теләгәнсә тормошҡа ашырыла алманы. Хәҙер иһә әүҙем йәш замандаштарыбыҙ, эштәрҙе һәм бурыстарҙы тағы ла аныҡлап, эшмәкәрлекте йәнләндерергә ҡарар итте.

Йәштәр советының бөгөнгө рәйесе – Рәмзил Байназаров. Ул Йылайыр ра­йонының Юлдыбай ауылынан. Әлеге көндә юғары белем алып йөрөй. Был вазифаһына былтыр һайланған.

Йәштәр советы йыйыны Халыҡтар дуҫлығы йортоноң бер бүлмәһендә уҙҙы. Билдәле инде, сарала ҡатнашырға теләүсе егет һәм ҡыҙҙар күп булғанлыҡтан, был урындың тығыҙлығы күҙгә ташланды. Моғайын, киләһе ултырыштарға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә иркенерәк бина хәстәрләрҙәр. Уныһы, бәлки, мөһим дә түгелдер. Әммә ошонда йыйылған йәштәр­ҙең сығышы, идеялары ҡыҙыҡһындырырлыҡ ине. Алғараҡ китеп, шуны билдәләргә кәрәк: әйтелгән һүҙҙәр бары һүҙ булып ҡына ҡалмаһын. Ялҡынлы телмәр­ҙәрҙең заман күренештәрендә йотолоп ҡалыуы бөгөн һис тә урынлы түгел.

Осрашыуға төрлө ижтимағи хәрәкәттәр, ойошмаларҙан килгәндәр, республика район-ҡалаларынан ғына түгел, ә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан да булдылар. Барыһын да бер урынға йыйыу­сы Йәштәр советы яҡшы маҡсат ҡуйған – берләшәйек, булған проблемаларҙы бергә хәл итәйек, үҫәйек, танылайыҡ, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә эшләйек.

Рәмзил Байназаров үҙ сығышында һуңғы йылдағы эшмәкәрлеккә байҡау яһаны һәм киләсәккә ниәт-бурыстарҙы билдәләне.
– Ҡоролтай халҡыбыҙ өсөн бик мөһим бер урын булған һәм шулай булып ҡалырға тейеш тә. Бында төрлө көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителгән. Әлбиттә, йәштәрҙең дә әйтер һүҙе бар, – тине рәйес, һүҙен башлап.

Ул Йәштәр советының үткән йәйҙә Башҡорт йәштәре ҡоролтайын уҙғарыуын, ҙур эш булды, тип баһаланы. Республикаға Президент һайлау кампанияһында ла ситтә ҡалмауҙарын әйтеп үтте. Тағы бер ҡыуаныслы хәл – милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Шамонин ауылында балалар баҡсаһы асыуға булышлыҡ итеү. Һөҙөмтәлә – яңы балалар баҡсаһындағы төркөмдәрҙең ҡап яртыһы башҡорт телле. Рәмзил Байназаров әлеге эште, байтаҡ көс сарыф иткән ҡаҙаныш, тип билдәләй.

Күҙаллауҙарға килгәндә инде, улар байтаҡ. Шулар араһында өс йүнәлеш иң мөһимдәренән һанала. Беренсенән, арҙаҡлы шәхесебеҙ, донъяға танылған ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға Өфөлә һәйкәл ҡуйҙырыуға өлгәшеү. Икенсенән, сираттағы Башҡорт йәштәре ҡоролтайын үткәреү. Өсөнсөнән, муниципаль һайлау­ҙарҙа ҡатнашыу.

Күреп тораһығыҙ, ниәттәрҙең береһе лә артыҡ “йөк һалмай” кеүек. Вәлидигә һәйкәл тигәндән, моғайын, эш аҡсаға ғына ҡайтып ҡалалыр. Бында, беҙҙең үҙ байҙарыбыҙ булһа ине, тигән хыял күңелде тағы бер тапҡыр сәнскеләп ала. Хөкүмәт хәл итә алмаҫтай булһа, эш халыҡҡа йә байҙар­ға барып терәлә шул.

Ҡоролтайҙың Йәштәр советы бөтә ваҡиғаларҙың уртаһында булырға ынтыла. Шуға ла әлеге сараға, үрҙә әйткәнемсә, төрлө ойошмаларҙан йәштәр саҡырыл­ған. “Башҡорт” йәмәғәт ойошмаһы, “Белемле башҡорт” проекты, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы, “Айыҡ Башҡортостан” хәрәкәттәре вәкилдәре, йәш ғалимдар, студенттар, башҡа ижтимағи ойошмалар ағзалары булды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән Рәйсә Күзбәкова сығыш яһаны.

– Халыҡты иң ныҡ бөлдөргәне – тарҡаулыҡ, – тигән фекерҙә оҙаҡ йылдар милли мәғарифта эшләүсе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы. – Әлеге көндә рухи торош түбән. Ни өсөн шулай? Уйлайыҡ һәм хәл итәйек. Йәштәр советына ҙур теләк – һеҙҙең бүлексәләрегеҙ райондарҙа ла мотлаҡ булырға тейеш. Был эште бер кемдән дә көтмәйенсә, үҙегеҙ ойоштороғоҙ. Һәм йәнә шуныһы – беҙгә туған телде һаҡлау мәсьәләһен күтәрергә кәрәк.

Туған тел тигәндә, иң беренсе мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу уйға киләлер. Шулай ҙа балаға үҙ теле ғаиләлә өйрәтелһә, яҡшыраҡ. Әгәр бала өйҙә туған телендә һөйләшмәһә, мәктәптә ни тиклем тырышһалар ҙа, алға китеш булмаясаҡ.
Шәхсән минең кәйефемде шул ҡыра: халҡым, башҡортом, тип йөрөүселәрҙең балалары, ейәндәре телде белмәй. Йәштәр советы, ғөмүмән, башҡорт йәштәре, халыҡ өсөн эшләйем, тиһә, иң тәүҙә ошоно иҫендә тотһон ине.

Бөгөн халҡыбыҙ мәнфәғәтенә эшләргә тырышыусылар күп. Мәҫәлән, “Белемле башҡорт” проекты ҡыҙыҡһыныу уятты. Уның авторы Ринат Әлибаев интернет селтәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте, тарихын уҡытыу кәрәклегенә баҫым яһай. Әлеге проект тап шуның өсөн булдырылған да.

“Белемле башҡорт” сайты быйыл сентябрҙән эш башлаясаҡ. Бында уҡытыуҙың алдынғы технологиялары ҡулланыласаҡ, һәр кемгә өйрәнеү мөмкинлеге лә бар: интернетта теләһә ҡайҙа һәм теләһә ҡайһы ваҡытта белем алырға була. Материал видео, аудиодәрестәр, уйындар рәүешендә бирелә. Әле әҙерлек эштәре бара, команда туплана. Ойоштороусылар әйтеүенсә, проект дүрт йүнәлеште генә үҙ эсенә алмай, ә киләсәктә эшҡыуарлыҡҡа, иҡтисад серҙәренә өйрәтеү мөмкинлеге лә ҡарала.

Йәштәрҙең ниәттәре, уй-хыялдары хатта көнләшерлек. Нимәһе уйға һала: әүҙем тормош позицияһы булған егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың амбицияһы менән аҡһаҡалдарҙың тормош тәжрибәһен дә бергә ҡушһаҡ, халҡыбыҙ өсөн тауҙар аҡтарырлыҡ көс барлыҡҡа килә. Тимәк, ысынлап та, шулай эшләргә кәрәк. Йәғни ҡайһы бер өлкән ағай-апайҙарҙың фекерҙәре, эшмәкәрлектәре менән риза булып етмәгән саҡта ла, алтын урталыҡ табып, халыҡ өсөн, тигән маҡсатта берләшергә мөмкин.

Совет ултырышында бик күп фекер яңғыраны. “Айыҡ Башҡортостан” төбәк ойошмаһы рәйестәше, “Йәш гвардия”, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы, “Workout Башҡортостан” (“Воркаут Башҡор­тостан”, воркаут – сәләмәт тормош һәм яҡшы физик формала булыуға ынтылыш тигән һүҙ) ойошмалары ағзаһы булып торған Роберт Дәүләтшин атлы егет әйтеүенсә, заман йәштәре һәр нәмәлә әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Өлгөрөрҙәрме? Бындай һорау ҙа булыуы мөмкин. Яуап: йәш бул да, өлгөрмә, имеш. Роберт ҡусты нисек өлгөрөргә икәнен яҡшы белә, ҡыҙыҡһынһағыҙ, йәштәр, уны табығыҙ.

Тарих фәндәре кандидаты Ирек Амантаев үҙ сығышында бик яҡшы бер сағыштырыуға туҡталды. Уның һүҙҙәренсә, бынан 100 йыл элек Рәсәйҙә бер миллион 700 мең самаһы башҡорт йәшәгән. Һуңғы йәниҫәп буйынса халҡыбыҙ һанының бынан әҙерәк булыуы асыҡланды. Ниңә шулай килеп сыҡҡан һуң? Әлбиттә, 1921 йылғы аслыҡты, 1937 йылғы репрессияны, 1941 – 1945 йылғы һуғышты ғәйепләргә була. Унан һуң да әле башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәргә ярҙам әллә ни булмаған. Ошоларҙың йоғонтоһо халыҡтың әҙәйеүенә килтергән. Шул көрсөк әле дауам иткән кеүек.

– Бөгөн беҙгә белем етмәй. Нисек тә булһа, халыҡтың дөйөм аңын үҫтерергә кәрәк, – ти йәш ғалим. Эйе, мәғрифәтсебеҙ Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән саҡырыуы бөгөн дә көнүҙәк шул.

Йәштәребеҙ, белем алырға кәрәк, тип оран ташлай икән, афарин, тиергә ҡала. Тимәк, киләсәктә белемле башҡорттар донъя яулар әле, тигән өмөт тә бар.

Донъя яулау тигәндән, ултырышҡа билдәле шәхестәребеҙҙең береһе, Силәбе башҡорто Хәбир Сөләймәнов та килгәйне. Уның йәш милләттәштәребеҙҙең яҡшы уй-ниәттәрен хуплап, ҡеүәтләп ебәреүе алҡыштарға күмелде. “Төрлө ойошмалар күп, улар төрлөһө төрлө яҡҡа киткән, ә бергә барһағыҙ, көсөгөҙ күберәк булыр ине”, – тигән теләген дә еткерҙе Американың бокс майҙандарын тос йоҙроғо менән дер һелкетеп тотҡан яҡташыбыҙ.

Их-х, тип уйлап ҡуйҙым, йәштәрҙең сығыштарын тыңлап, ошо һүҙҙәрҙең әҙ генәһе булһа ла тормошҡа ашһа, ҡалай ҙа шәп булыр ине. Һүҙҙән эш яһау йәш кешенең көсөнән киләме?

Иң тәүҙә эш йүнәлешен дөрөҫ билдәләргә кәрәк, тигәйне йыйында Башҡорт асыҡ КВН лигаһының идара рәйесе Урал Кәримов. Дөрөҫтөр. Йәштәр советы үҙ алдына тәғәйен маҡсаттар ҡуйған инде. Хәҙер берләшеп, район-ҡалаларҙа активтар булдырып, бер-береһен ҡеүәтләп, ынтылырға ғына ҡала.


Йәштәрҙең ниәттәре, уй-хыялдары хатта көнләшерлек. Нимәһе уйға һала: әүҙем тормош позицияһы булған егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың амбицияһы менән аҡһаҡалдарҙың тормош тәжрибәһен дә бергә ҡушһаҡ, халҡыбыҙ өсөн тауҙар аҡтарырлыҡ көс барлыҡҡа килә. Тимәк, ысынлап та, шулай эшләргә кәрәк. Йәғни ҡайһы бер өлкән ағай-апайҙарҙың фекерҙәре, эшмәкәрлектәре менән риза булып етмәгән саҡта ла, алтын урталыҡ табып, халыҡ өсөн, тигән маҡсатта берләшергә мөмкин.

Сығыу ваҡыты 28-03-2015, 16:36 | Ҡаранылар: 909
|
  • Өмөт бағлайыҡмы ҙур йыйынға?
  • Халыҡҡа хеҙмәт итә
  • Башҡорт йәштәре аралашты, күңел асты һәм ярышты
  • «Башҡорт йәштәре ҡоролтайы - 2014»
  • Конкурс быйыл да дауам итәсәк
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM