НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Һәйбәт етәксе булыу өсөн тормош тәжрибәһе кәрәк»

«Һәйбәт етәксе булыу өсөн тормош тәжрибәһе кәрәк»


«Һәйбәт етәксе булыу өсөн  тормош тәжрибәһе кәрәк»Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатовтың исеме барыһына ла яҡшы таныш. Премьер-министр урынбаҫары, мәҙәниәт министры булып эшләгәндә лә ул республика өсөн күп эшләне, әле лә депутат, етәксе булараҡ хәленән килгәнсә кешеләргә ярҙам итергә тырыша. Ниндәй уйҙар менән йәшәй ул? Нимәләр борсой? БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһының Күҙәтеүселәр советы рәйесе Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов редакцияға килеп, журналис­тар менән осрашты, редакция почтаһына уға төбәп яҙылған һорауҙарға ла яуап бирҙе.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА:

– Әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе уҡыусыларҙан килгән хаттарҙан башлайыҡ. «Һаумы­һығыҙ, Хәләф Хәл­фетдин улы! Әҙәбиәт йылында әҙәбиәткә ҡағылышлы һорау биргем килә. Һеҙ, ул саҡта бишенсе курс студенты, шул тиклем еренә еткереп яттан «Һабантуйҙан ҡайтып киләм» шиғырын һөйләгәйнегеҙ. Дуҫығыҙ менән Хәйбулла студенттарының һабантуйына килгәйнегеҙ. Хәҙер әҙәби әҫәрҙәр уҡыр­ға ваҡытығыҙ ҡаламы? Ярат­ҡан яҙыу­сығыҙ, шағирығыҙ?» – тип яҙа Хәйбулла районынан Әминә ЮНЫСОВА.
– Хәтерләйем. Был шиғырҙы бер ваҡыт авторға, бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең үҙенә лә һөйләп күрһәткәйнем, ул аптырап китте. Башҡорт яҙыусыларынан Мостай Кәримдең, Сәғит Агиштың, Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре оҡшай. Донъя классиктарынан Д. Лондон, Купер, Максвеллдың ижадын үҙ итәм. Ваҡыт булғанда, әҙәби әҫәрҙәр уҡырға яратам. Ваҡыт етмәй инде. Өйҙә үҙемдең шәхси китапханам бар. Оҡшаған китаптарҙы һатып алырға тырышам. Беҙҙең өйҙөң китап кәштәһендә күп башҡорт яҙыусыларының, Пушкин китапханаһының йөҙ томлығы, сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәре урын алған. Балаларыбыҙ киләсәктә уҡыр, ҡыҙыҡһыныр, тип йыйғайныҡ та бит, хәҙер интернет заманында улар яҡын да килмәй. Әммә кәрәкле энциклопе­дия­лар­ҙы ошо китапхананан табып бирәм.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА:
– «Өфө – Ташкент» рейсы аҙнаһына бер тапҡыр ғына. Мәскәү аша барырға кәрәк. «Өфө – Астана» поезын да алғандар. Милләттәштәребеҙ күп йәшәгән төбәктәргә чартер рейстар булдырып булмаймы икән?
БДБҠ тәҡдиме менән Тора­тауҙа «Ете ырыу» комплексы төҙөй башлағайнылар. Был эште ашыҡтырырға кәрәктер ул», – тип яҙған Күгәрсен районының Аҙнағол ауылынан Владик Ҡыҙрасов.
– Хәҙерге баҙар шарттарында Аҡ йорттан ғына фарман биреп, тура самолет рейстары булдырып булмай шул. Был иҡтисади яҡтан отошломо, юҡмы – шуныһын да уйларға кәрәк. Ҡырҡ меңдән ашыу кеше йәшәгән Ханты-Манси Автономиялы Окру­гына барғанда ла поезға, самолет­ҡа ла билет алыуы ҡатмарлы. Элекке заман булһа, әлбиттә, өҫтәмә рейстар асырға булыр ине. Хәҙер иҡтисади көрсөк, баҙар шарттарында быны эшләүе ауыр.
Торатауҙа «Ырыуҙар ташы» комплексы төҙөү үҙ көсөндә ҡалды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты саҡырыуы буйынса махсус иҫәп асылып, мемориал өсөн 47 300 һум аҡса йыйылды. Әлегә был процесс туҡтап ҡалды. Проект өсөн түләргә генә 2 миллион һум аҡса кәрәк. Ул әҙер. Торатауҙы емереп бөтөп баралар, комплекс беҙгә кәрәкмәй, тип тә әйтеүселәр бар. Әммә Башҡор­тостан Башлы­ғы Рөстәм Хәмитов, мин республикаға етәкселек иткәндә, Торатауға бер кем дә теймәйәсәк, тип әйткәйне. Беҙ шул һүҙгә ышанып, был йүнәлештә эш итәбеҙ. Комплекс төҙөү өсөн тауҙа ер бүленгән. Проект-смета документацияһын, ер бүленмәһә, эшләмәйҙәр ҙә. Әлегә бөтә нәмә аҡсаға ҡайтып ҡалды.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА:
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында яңы миҙгелдә ниндәй мәсьәләләр ҡараласаҡ?
– Минеңсә, Ҡоролтай беҙҙең халыҡты борсоған проблемалар менән шөғөллән­һә генә уның абруйы буласаҡ.
Беҙҙе иң борсоғаны – тел мәсьәләһе. Башҡорт телен уҡытыуҙың нисек ҡуйыл­ғанлығын тикшереп, байтаҡ ҡала-районда йөрөнөк. Үҙем Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларындағы башҡорт гимназияларында булдым. Беҙ директор йәки уның урынбаҫарынан дәүләт теленең уҡытыу торошо нисек ҡуйыл­ғанлығын һораманыҡ, балаларҙың үҙҙәре менән аралаштыҡ. Рус, татар, мари, удмурт балаларының матур итеп шиғыр һөйләүен тыңлап, башҡортса уҡытыуҙың нисек ҡуйылғанлығын күреп, уҡытыу процесын тикшереп ҡайттыҡ.
Хәл ителәһе мәсьәләләр бар, әлбиттә. Урындағы етешһеҙлек­тәр­ҙе лә әйтәбеҙ. Ярты йылдан ниндәй ыңғай динамика күҙәтелгәнен дә тикшерәбеҙ. Үҙгәреш булғанмы? Әллә күҙ буяу ғынамы? Ни өсөн тигәндә, район-ҡалаларҙа мәғариф бүлектәре, беҙҙә баш­ҡорт теле өйрәнелә, тип ҙур проценттар күрһәтеп, БР Мәғариф министрлығына мәғлүмәт ебәрә. Урындарға барып тикшереп ҡараһаң, был күҙ буяу ғына икән. Былтыр декабрҙә БДБҠ-ның киңәйтелгән ултырышын үткәреп, урындағы ҡоролтайҙарға үҙ йыйындарын үткәреп, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә башҡорт теле нисек уҡытылыуын тикшереү бурысын йөкмәттек. Туған телде уҡытыу кимәле төрлөсә. Ҡайһы бер урындарҙа балалар телде биш йыл буйына уҡып та башҡортса ябай ғына һүҙҙәрҙе белмәй. Был методиканың дөрөҫ булмауы хаҡында һөйләй. Ни өсөн тигәндә, уҡыу әсбаптарының ав­тор­ҙары – бер үк кешеләр, әҙ генә үҙгәртәләр ҙә, тағы шул китапты тәҡдим итәләр. Беҙ БР Мәғариф министрлығы етәкселеге менән, был йүнәлештә төплө эш алып барылырға тейеш, тип һөйләштек. Архангел районындағы бер мәктәптә булырға тура килде. Рус балаларының беҙҙең телде һәйбәт белеүенә хайран ҡалдыҡ. Баҡтиһәң, инглиз теле уҡытыу­сыһы ошо телде уҡытыу методикаһы буйынса башҡорт телен дә уҡыта икән.
Рәсәйҙә 200-ҙән ашыу тел бар. Шуның 136-һына юғалыу ҡурҡынысы янай. 20 тел бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан телдәр иҫәбенә ингән. ЮНЕСКО телдәрҙе алты категорияға бүлеп, башҡорт телен хәүеф янаусы төркөмгә индергән. Беҙҙең тел менән бергә чечен, яҡут, ҡалмыҡ телдәре лә хәүеф аҫтында. Телде һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән иғтибарҙы кәметергә тейеш түгелбеҙ.
Беҙҙең халыҡты борсоған икенсе мәсьәлә – ер проблемаһы. Апрель айында үтәсәк пай ерҙәре буйынса һөйләшеүгә БР Ауыл хужалығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре ми­нистрлыҡтары, Фермерҙар һәм крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы етәкселәрен са­ҡырырға йыйынабыҙ. Баш­ҡорттар күпләп йәшәгән райондарҙа күп хужалыҡтар банкрот. Халыҡҡа пай ерҙәрен бүлеп бирҙеләр ҙә, ул, һалым түләүенә ҡарамаҫтан, биләмәһенең ҡайҙа урынлашҡанын, аныҡ ҡына сиктәрен белмәй. Хәҙер ниндәй генә районды алып ҡарама, иң кәмендә 300 – 400 пай ере файҙаланылмай. Һәр кеше үҙ пай ерен белергә, файҙаһын күрергә тейеш. Башҡортос­танда пай ерҙәренең ни бары 30 проценты ғына межаланған. Үҙе­беҙҙең моңһоҙлоҡ арҡаһында хужаһыҙ, эшкәртелмәй ятҡан ерҙәргә ҡайһы берәүҙәрҙең килеп хужа булыуы ла ихтимал. Пай ерҙәрен эшкәртеү, ул ерҙәр­ҙең хужалары менән эшләү буйынса Бүздәк районы әүҙемлек күрһәтә. Унда бер пайға 1 тонна бесән, 5 центнер иген, сикләнмәгән күләмдә һалам бирәләр. Ә башҡа райондарҙа пайҙарын МТС-тарға бирәләр ҙә, улары йүнләп иҫәпләшмәй. Ә пай хужаһы ер һалымын түләргә тейеш. Кеше бер-ике йыл һалымын түләр ҙә, һуңынан файҙа килтермәгән еренән баш тартыр. Артабан ул пай ерен кем файҙаланасаҡ – билдәһеҙ. Ярай, үҙебеҙҙең фермер­ҙар алып эшкәртһә… Шуға ла Ҡоролтай алдында был мәсьәләне халыҡ уянһын, ергә үҙенең хужа булғанын белһен өсөн ҡуйҙыҡ. Бәлки, пайҙарҙы дөйөмләштереп, уңышлы ғына эшләгән фермерҙарға бирергәлер? Улар үҙ сиратында пай хужаларына игенен дә бирер ине.
90-сы йылдар менән сағыштыр­һаҡ, Рәсәйҙә 42 млн гектар ер сәсеүлек булараҡ файҙаланылмай. Башҡортостанда – 1 млн гектарға яҡын ер. Сөнки ер эшкәртелмәһә, уны ағас баҫа. Донъяла ҡара тупраҡлы ерҙәрҙең күбеһе – Рәсәйҙә. Ошо баҫыуҙар тейешенсә файҙаланыл­һа, илебеҙ үҙ халҡын ғына түгел, миллиард ярым халыҡты ла продукция менән тәьмин итә алыр ине. Был – нефть-газ һатҡан килем менән бер тиң. Башҡорт милләтенең 60 проценты ауылда йәшәй. Беҙҙе ауыл ғына һаҡлап тора. Илдә һуңғы йылдарҙа ғына 20 мең ауыл юҡҡа сыҡҡанын иҫәпкә алғанда, Баш­ҡор­тостанда, киреһенсә, яңы ауылдар барлыҡҡа килә. Йәш­тәрҙе лә хәҙер ҡала көтөп тормай. Элекке кеүек морон төртөп барырлыҡ ятаҡ юҡ. Беҙгә ауылдарҙы һаҡлап алып ҡалыу буйынса эш алып барырға кәрәк. Ауыл милләтте, беҙҙең интеллигенцияны үҫтереп тороусы шишмә кеүек. Унда ла, алма беш, ауыҙға төш, тип кенә көтөп ятырға ярамай. Үҙидараның территориаль органын (ТОС) ойоштороу хәстәрлеген дә күреү зарур. Сөнки улар ауыл эргәһендәге көтөүлектәргә, са­бын­лыҡтарға, шишмә-йылғалар­ға хужа. Ер бүлеп биреүҙе лә үҙҙәре хәл итә. Ауылды үҫтереү өсөн ошондай идара итеү ысулдары ҡулай.
Ауылдарға бөтөү ҡурҡынысы янағанда «Башҡорт ауылы тарихы» йыйынтығын да сығарырға кәрәк. Сөнки юҡҡа сыҡҡан ауылдарҙың тарихын хәтерләгән быуын иҫән саҡта быны эшләп ҡалыу мөһим.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА:
– Бөтә булған проблемаларҙы иҫәпкә алғанда, беҙгә дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын да йыйырға ваҡыт еткәндер…
– Әлбиттә, ваҡыт етте. Дүртенсе ҡоролтайҙы ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Быйыл көҙ йәки ҡыш йыйын үтер, тип уйлайбыҙ.

Әлфиә ХӘМИТОВА:
– Республиканан ситтә күп студент уҡый. Улар уҡып бөтөп ҡайтҡас, эш булырмы икән? Ҡоролтай уларҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынамы?
– Статистика буйынса мәктәпте тамамлаусыларҙың өстән бер өлөшө сит ҡалаларҙағы вуздарға уҡырға инә. Уларҙың күптәре, эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам һорап, беҙгә мөрәжәғәт итә. Мөмкин тиклем һәр береһенә ярҙам итергә тырышабыҙ. Әммә мәктәпте тамамлаусыларҙы ситкә уҡырға ебәреү һәм артабан уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса республика кимәлендә программа ҡабул ителергә тейеш.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА:
– «Рус мәктәптәрен һаҡлап алып ҡалыу саралары күберәк шикелле. Интернетта Миәкә районыныда рус мәктәбен һаҡлап алып ҡалғандар тип уҡығайным. Ҡайһы ауыл икәнен онотҡанмын. 65 бала уҡый. Директоры яҙыуынса, балалар һаны етмәһә лә, мәктәп ябылмаған. Шуның кеүек, башҡорт мәктәптәрен дә бөтөрмәү мөмкинлектәрен нисек табырға?» – тип һорай Стәрлетамаҡ ҡалаһынан хаҡлы ялдағы уҡытыу­сы Зәбилә Хөснөт­динова.
– Балалар һанына ҡарап, мөмкин тиклем мәктәпте һаҡлап алып ҡалыу юлдарын эҙләргә кәрәк. Беҙҙең башҡорт халҡында тыуым кимәле юғары. Рәсәйҙә уртаса йәш 37,9 булһа, башҡорттоҡо – 36,7 йәш. Беҙ йәшерәк. Илдәге мең кешенең 641-е никахта тора, башҡорт­тар­ҙа – 621 кеше. Егеттәребеҙ өйләнеп бармай, граждан никахы менән йәшәүҙе хуп күрә. Был беҙҙең халыҡҡа хас күренеш түгел. Ауыл, мәктәп йәшәһен тиһәк, балалар тыуыуы шарт. Дүрт уҡытыусыға өс баланы уҡытырға биреп булмай. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә 5 – 6-ар ғына бала уҡый. Унда белем сифаты ла юҡ, инновацион процестарҙы ла индереп булмай.
Уҡыусылар күп икән, мәктәпте һаҡлап алып ҡалып була. «Рәсәй Федера­ция­һында мәғариф тура­һында»ғы Федераль закондың 22-се статьяһының 12-се пунктында әйтелгәнсә, ауылда муниципаль дөйөм белем биреү ойошмаһын үҙгәртеү һәм бөтөрөү тураһында ҡарар ауыл халҡының фекерен иҫәпкә алмайынса башҡарылмай. Хатта ошо документҡа һылтанып, судҡа мөрәжәт итергә лә мөмкин.

Айбулат ИШНАЗАРОВ:
– Депутаттың вазифаһы – һайлаусылар менән эшләү. Һеҙгә ярҙам һорап килеүселәрҙе нимә борсой?
– Йылайыр, Күгәрсен, Ейәнсура райондарындағы һайлаусыларымды күберәк эш мәсьәләһе борсой. Республикала эшһеҙлек көслө, 100 меңдән ашыу кеше сит тарафтарҙа эшләй.
Фермерҙар, эшҡыуарҙар ҙа үтенес менән мөрәжәғәт итә. Улар үҙҙәренә дәүләт яғынан ниндәй яҡлау саралары булыуын, ярҙам ҡаралғанлығын белмәй, юридик яҡтан белемһеҙ.
Йәшәргә урын булмауы, торлаҡ алыуҙа ярҙам һорағандары ла байтаҡ. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, күптәр социализм осорондағы аң менән йәшәй. Һаман да, дәүләт тарафынан бушлай фатир бирелергә тейеш, тип уйлай.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА:
– Комсомолда ла секретарь йөгөн тарт­ҡанһығыҙ, мәҙәниәт министры, Хө­күмәт премьер-министры урынбаҫары булып оҙаҡ йылдар эшләнегеҙ. Бер нисә йыл рәттән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайландығыҙ. Төрлө яҡлы эшмәкәрлегегеҙ ниндәй һабаҡ бирҙе?
– Бик күп нәмәгә өйрәтте. Беҙҙең республика – ябай түгел, күп милләтле, иҡтисади яҡтан үҫешкән, донор төбәк. Эшләгән йылдарымдан тик йылы хәтирәләр генә ҡалды. Иң беренсеһе – уйлаған уйҙарҙы, эстән-янып көйөп йөрөгән проблемаларҙы хәл итергә ул ваҡытта төрлө юлдар бар ине. Яңы театрҙар, филармониялар асылды, яңы милли байрамдарға нигеҙ һалынды, рух уянды. Ошо яулап алынғандарҙан артҡа сигенмәй, һаҡлап алып ҡалһындар ине. Элек Башҡортос­тандың ҡайҙа икәнлеген дә белмәнеләр. Ә беҙ донъя кимәленә сыҡтыҡ. Хәҙер Башҡортостан тигән илде, башҡорт тигән милләтте күп урындарҙа беләләр.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА:
– Тәжрибәле етәксе булараҡ, идара итеү принциптары менән уртаҡлашығыҙ әле. Һәйбәт етәксе булыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?
– Уның өсөн бөтөн тормош этаптарын да үтергә кәрәк. Шуларҙы үтмәһә, кеше күп нәмәне аңлай, аңлап та бөтөрә алмаясаҡ.
Мин үҙем туғыҙ балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Атай Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Дүрт ауыр яра менән ҡайтып , 58 йәшендә генә донъя ҡуйҙы. Бөтә балалары ла юғары һәм урта махсус белем алды. Бер эштән дә ҡурҡмай, эшләп үҫтек. Ат өҫтөнән дә төшмәнек, кәрәк икән, салғыһын да, көрәген дә тоттоҡ. Үҫә килгәс, совхозда трактор­ҙа ла, комбайнда ла эшләнек. Етәксе кеше механизатор менән – механизатор телендә, малсы менән – малсы, етәксе менән етәксе телендә һөйләшергә те­йеш. Әгәр ҙә ошо ябай ғына аксиоманы аңламаһа, ул етәксе булып эшләй алмай.
Психологияны белеү ҙә бик мөһим. Заман менән бергә атлап барыу зарур. Шахматсы кеүек бер нисә аҙымды алдан күрә белергә кәрәк. Эште башлар алдынан уның һөҙөмтәһен, нимә менән бөтөрөн күҙаллау шарт.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА:
– Һеҙҙе күп балалы атай тип беләбеҙ. Беҙҙең ҡайһы бер башҡорт зыялыларының балалары телде белмәй. Балалар тәрбиәләгәндә ниндәй маҡсатты алға ҡуйҙығыҙ?
– Иң беренсе, туған телде белеп, башҡортлоғо менән ғорурланып үҫһендәр, тигән шарт ҡуйҙыҡ, ҡала шарттарында уларҙа милли рух тәрбиәләргә тырыштыҡ. Йәйге каникулдарында мөмкин тиклем ауылға ял итергә ҡайтара торғайныҡ. Балаларым башҡортса һөйләшә. Оло ҡыҙым Эльвира – реклама бизнесында, Ләйсән прокуратура системаһында эшләй, Шәүрә – 11-селә, Арыҫлан 10-сы синыфта уҡый.

Айбулат ИШНАЗАРОВ:
– Яҡташтарығыҙ менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?
– Мөрәжәғәт итһәләр, ярҙам итәм. Бер саҡырылышта Бөр­йәндән депутат итеп һайлан­ғайным, депутатлыҡ ваҡыты үтһә лә, ярҙам һорап киләләр ине. Тыуған ауылым Яңы Усманға мөмкинлек сыҡҡан һайын ҡайтып йөрөйөм. Бер туған ағайым Рәйес менән ауылда мәсет һалдыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелиск ултырттыҡ. Силәбенән мәрмәр алып ҡайтып, яуҙа һәләк булғандар­ҙың, икенсе яғына һуғыштан тере ҡайт­ҡандарҙың исемлеген яҙҙыҡ. Унда беҙҙең ауылдан 12 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан, заманында перспективаһыҙ тип бөтөрөлгән Әсебар ауылы яугирҙарының да исемдәре индерелде.
Минеңсә, кешеләр тыуған ауылынан айырылырға тейеш түгел, хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итеп торорға бурыслыбыҙ. Ауылға ҡайтып килеү аккумулятор зарядка алған һымаҡ бит, көс өҫтәлеп килә.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА:
– Бөгөн Урман сәнәғәте компанияһының күҙәтеүселәр советы рәйесе вазифаһын башҡараһығыҙ. Урман сәнәғәте өлкәһе бөгөн ниндәй хәлдә? Ресурстар етерлекме? Ниндәй ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килә?
– Республиканың 40 проценты урман менән ҡапланған. Ҡартайған ағасты ваҡытында ҡырҡып торорға кәрәк. Шулай итмәһәң, ул барыбер сиргә дусар булып, йығыла. Ағасты ҡырҡҡас, диләнкәләр таҙартыла, һөрөлә, ҡиммәтле һаналған ылыҫлы ағас ултыртыла. Бер нисә йыл был урынды контролдә тотабыҙ һәм һуңынан һаҡлау өсөн урман хужалыҡтарына тапшырабыҙ. Фран­цуздар ошо ысул менән, һигеҙ быуын ағасты үҫтереп, табыш алып ята. Ә беҙ тәбиғи үҫкәнде генә ҡырҡабыҙ. Урманды тулы­һынса үҙебеҙҙә эшкәртергә, ағасты ситкә сығарыр­ға тейеш түгелбеҙ. Уны эшкәртһәң, кемдәргәлер эш урындары була. Эш­кәртелгән ағастың 70 проценты Баш­ҡортостандыҡы, ҡалған 30 проценты – Свердловск өлкәһенән, Удмуртиянан килтерелә. Ағасты тәрән эшкәртеү буйынса ике инвестиция проектыбыҙ бар. Уны бойомға ашырыу маҡсатында Белорет ҡалаһында, 11-се километр тигән урында ағас эшкәртеү заводы төҙөлдө, Гер­маниянан ҡорамалдар алып ултыртылды. Ағасты тулыһынса эшкәртәбеҙ, хатта онтағы ла әрәм ителмәй. республикала беҙҙән башҡа бындай эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүсе 200-ҙән ашыу субъект бар.
Бөгөн беҙҙең эшмәкәрлеккә хас проб­лема – йөк контроле. Ағас ташыған йөк машиналарына күпләп штраф һалына. Шул арҡала Бөрйәндән, Белорет райо­нының Әүжән ауылынан ағас сығарыуҙа эштәребеҙ туҡтап ҡалды, эшселәр эшһеҙ ултырырға мәжбүр, етештереү темпы ла кәмей. Күрше Татарстан, Силәбе, Свердловск өлкәләрендә йөк контроленә талаптарҙы ябайлаштырыу дәүләт кимәлендә хәл ителде. Беҙ республика кимәлендә эш алып барабыҙ, әммә әлегә һөҙөмтә юҡ. Иҡтисади көрсөк ваҡытында иғтибар булырға тейештер.

– «Йәшлек»тең саҡырыуын ихлас ҡабул итеп килгәнегеҙ өсөн рәхмәт, Хәләф Хәлфетдин улы!
– Мине онотмағанығыҙға үҙегеҙгә рәхмәт.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА ойошторҙо
һәм яҙып алды.

Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Сығыу ваҡыты 27-03-2015, 13:32 | Ҡаранылар: 896
|
  • Халыҡҡа хеҙмәт итә
  • Иғтибар! Эфирҙа – “Тыуған яҡ" тауышы!
  • АУЫЛҒА НИМӘ ЕТМӘЙ?
  • Телебеҙҙе һаҡлау кем ҡулында?
  • Башҡорт теле уҡытыла, тип ҡул ҡаушырып ултырырға кәрәкмәй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM