НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ә беҙҙең ауылда...


Нәркизә ШӘЙӘХМӘТОВА,
Учалы районының Ураҙ ауылы китапханасыһы:

– Ураҙ ауыл китапханаһы лицей менән берлектә Шәүлиә Зөлҡәрнәеваның “Алма бабай һабаҡтары” исемле китапсығының исем туйын үткәрҙе. Кисәлә яҙыусыны ижадташтары – Учалы яҙыусылар ойошмаһынан Әҡлимә Сафина, Исмәғил Ғимранов, Рәсих Лоҡманов, Фәриҙә Ситдиҡова, Дилара Мәхмүтдинова, Зөбәржәт Йыһаншина тәбрикләне. Йәш хәбәрселәр түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр әҙибәнең шиғырҙарын яттан һөйләне. Китаптың сәхнәләштерелгән өҙөгө барыһына ла оҡшаны.
“Алма бабай һабаҡтары”нда Шәүлиә апайҙың атаһы Ниғмәт Зөлҡәрнәев тураһында һүҙ бара. Ул – танылған уҡытыусы, 1932 йылда Ураҙ ауылында тәүге тулы булмаған мәктәпте астырған. Кисәлә лицей директоры Азамат Сәфәрғәлин мәктәп музейында Ниғмәт ағайға арналған бүлек буласағы хаҡында белдер­ҙе.
Сараны ойошторған лицей коллективына һәм ҡатын-ҡыҙҙар советына рәхмәт.

Мәликә КҮСКИЛДИНА,
Хәйбулла районының Әбеш ауылы:

– 19 мартта Әбеш мәҙәниәт йортонда “Ижадымда – тыуған ер һулышы” тип аталған кисә үтте. Унда яҡташыбыҙ, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, журналист, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова ҡатнашты.
Ағинәйҙәр әҙибәне юбилейы менән ҡотлап, рәхмәт әйтте, тыуған яҡҡа йышыраҡ ҡайтыуын теләне. Ауылдаштары – үрнәктәр концерт менән сығыш яһаны. Мәктәп уҡыусыларының “Атай икмәге” хикәйәһен сәхнәләштереүе кисәгә йәм өҫтәне. Үрнәктең һәүәҫкәр шағирәһе Рәүилә Ишемғолова тамашасыларға үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Бик йылы үткән кисә аҙағында күмәкләшеп фотоға төштөк. Фәрзәнә Аҡбулатоваға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.

Мәхмүзә СӘҒӘҘӘТОВА,
Баймаҡ районының Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы:

– Яңыраҡ Буранбай ауылында бик үҙенсәлекле сара – Ҡатыҡ байрамы үткәрелде. Уны клуб мөдире Сәлимә Усманова ойошторҙо. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең һөт ризыҡтарын килтерҙе. Нимә генә юҡ ине бында! Йөҙөмлө, шәкәрле, әсе, сөсө ҡатыҡ, сейәле май, талҡан, ҡорот-эремсек – быларҙың барыһынан да ауыҙ итеп ҡарарға, хатта һатып алырға ла мөмкин булды. Ауыл таланттарының һыйыр ағын данлап таҡмаҡтар ҙа әйтеп тороуы үҙе бер биҙәккә әүерелде. Ҡатыҡ байрамы, ғөмүмән, мал аҫрап, һөттән бик күп ризыҡ эшләп, тырышып йәшәргә мөмкин булыуын күрһәтте.

Был аҙнала беҙгә Учалы, Хәйбулла, Баймаҡ райондарынан шылтыратып, ауыл яңылыҡтары менән таныштыр ҙылар. Ә һеҙҙә ниндәй хәбәрҙәр бар? Шылты­ра­тығыҙ, “Йәшлек”тең дежур телефоны – 8-965-923-20-00.
Шулай уҡ яңылыҡтарығыҙҙы гәзитебеҙҙең электрон адресына (yе02@yandex.ru) йәки “Бәйләнештә” сайтындағы гәзит битенә көтәбеҙ.

Сығыу ваҡыты 27-03-2015, 11:06 | Ҡаранылар: 607
|
  • Ә беҙҙең ауылда... (15 июль)
  • Ә беҙҙең ауылда... (27 май)
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • «Ант» төркөмө балаларға ҡурай тураһында һөйләне
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM