RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » 2014 йылдың иң яҡшы журналистары билдәләнде

16.01.2015 2014 йылдың иң яҡшы журналистары билдәләнде

2014 йылдың иң яҡшы журналистары билдәләнде  13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө айҡанлы «Башинформ» агентлығының конференциялар залында 2014 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Рес­пуб­ликаһының иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде.
– Республика журналистарына һәм киң мәғлүмәт саралары продукцияһын уҡыусы­лар­ға еткереүҙе тәьмин иткән бөтә нәшриәтселәргә рәхмәт белдерәм. Уртаҡ тырышлыҡ менән беҙ Башҡор­тостанда район, ҡала, балалар, йәштәр, республика матбуғатын, яҙыусы-шағирҙарҙың әҫәрҙәре донъя күрһен өсөн баҫмаларҙы һаҡлап ҡала алдыҡ, – тине БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.
Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Алла Кузьмина, республика журналистикаһы ветераны Марсель Сә­лимов, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе Гөлназ Фәттәхова БР Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева (Ишморатова), «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, «Яйыҡ» гәзите (1-се урын), «Истоки» гәзите, Баш­ҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәте, «Туймазинский вестник», «Асылыкүл» гәзиттәре (2-се урын), «Баш­ҡортостан» телерадиокомпанияһының «Аш­ҡаҙар» радиоканалы мөхәррире Урал Ниғмәтуллин, «Аманат» журналы, «Сельские огни» гәзите (3-сө урын) Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Мәҙәниәт йылын яҡтыртыу буйынса республика конкурсы еңеүселәре тип танылды.
Киң мәғлүмәт сараларында дәүләт телдәре һәм Башҡортостан халыҡтары телдәре проблемаһын яҡтыртыу буйынса республика конкурсында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, «Киске Өфө» гәзите еңде.
Дәүләт телдәрен һәм Башҡор­тостан халыҡтары телдәрен өлгөлө ҡулланыу буйынса конкурста «Өмет» (I урын), «Ашҡаҙар» (II) һәм «Торатау» (III) гәзиттәре редакциялары билдәләнде. «Юлдаш» республика радиоканалының иң яҡшы алып барыусыһы тип Әхәт Мортазин танылһа, «Спутник ФМ» республика радиоканалының иң яҡшы алып барыу­сыһы» исеменә Лилиә Шәкирова лайыҡ булды. «Башҡортостан юлдаш телевидение­һының иң яҡшы алып барыусыһы» исемен Зөлфиә Рәхмәтуллина алды. Учалы телерадио­студияһы мөхәррире Гәүһәр Мозафароваға махсус приз тапшырылды.
Киң мәғлүмәт сараларында шәфҡәтлелек темаһын яҡтыртыуҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм радио хәбәрсеһе Зөһрә Арсаева, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, «Учалы гәзите» редакциялары еңеүсе булды.
Сәләмәт йәшәүҙе пропагандалау, наркоманияны иҫкәртеү өлкәһендәге социаль реклама конкурсында «Учалинская газета» редакцияһы, «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе Руслан Кәримов һәм Саҡмағош районы хакимиәтенең рәсми сайты администраторы Светлана Шәкиро­ваның эштәре баһаланды.
Сәләмәт тормош темаһын яҡтыртыу буйынса конкурста «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар телеканалы, «Шоңҡар» журналы, «Сельские зори» гәзите редакциялары еңеүселәр иҫәбендә.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен пропагандалаусы баҫма киң мәғлүмәт саралары сайттары бәйгеһендә «Шоң­ҡар» республика йәштәр журналы, «Инйәр», «Юшатыр», «Стерлитамакский ра­бочий», «Район тормошо» гәзиттәре, «Бельские просторы» һәм «Аҡбуҙат» журналдары редакциялары еңде.
Журналистар араһында ойошторолған террорға ҡаршы көрәш темаһын яҡтыртыуҙа иң әүҙемдәр тип «Сельские огни», «Беле­беевские известия» гәзите редакциялары, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Йома», «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының «Иман» тапшырыуҙары билдәләнде.
Былтыр Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы «Киләсәк журналисы» темаһына ижади конкурс уҙғар­ҙы. Уның төп бурысы – яҡын киләсәктә журналистиканың һәм журналистың ниндәй буласағын билдәләргә тырышып ҡарау. БР Йәш журналист мәктәбен тамамлаусы Радмила Федорова «Дәүләт әһәмиәтендәге эш» материалы өсөн «Киләсәк журналисы» конкурсының махсус дипломы һәм призы менән бүләкләнде.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә