НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ә беҙҙең ауылда...


Ә беҙҙең ауылда...Гөлсинә ХИСМӘТУЛЛИНА,
Бөрйән районының Яңы Монасип ауылы:
– Йүнләп кенә ҡар яумай әле ауылыбыҙҙа! Көндәр бер ҙә декабрҙекенә оҡшамай, кисә рашҡы яуып торҙо, яҙ килгән тип торорһоң. Бөгөн аҙыраҡ туңдыра башланы шикелле, тиҙ арала мул ғына итеп ҡар ҙа яуып алһа, Яңы йыл байрамында ҡар бәрешеп уйнар инек. Әле ауылда күңелле осор – бергәләшеп Яңы йыл байрамына әҙерләнәбеҙ, билмән бөгәбеҙ. Ауылыбыҙ матур ерҙә урынлашҡан, саф һауаһы үҙе ни тора! Эш урындарының аҙ булыуы ғына күңелде ҡыра.
Ауылда халыҡ мал һатып та аҡса эшләй бит, итте махсус урындарға алып барып һуйыу, ниндәйҙер өҫтәмә тикшереүҙәр үтеү тураһындағы ҡағиҙәләр булдырылғас, бер аҙ аптырап ҡалыусылар ҙа бар. Әллә инде, башҡорт халҡы ғүмер буйы итте таҙа урында, әрәм итмәй, тәләфләмәй, дөрөҫ итеп һуя, таҙа итеп эшкәртә. Һатырға булһа ла, үҙенә лә. Малдарыбыҙ ауырыу ҙа түгел, ветеринарҙар тикшереп кенә тора… Ярай ҙа районыбыҙҙа махсус мал һуйыу урыны бар, ул да булмаһа, бөтөнләй ситкә алып барыу проблемаһы тыуыр ине.

Фирүзә ӘБДЕЛМӘНОВА,
Ғафури районының Ибраһим ауылы:

– Урамда йөрәгем әрнеп баҫып торам әле бына: “КамАЗ” машиналары теҙелешеп, беҙҙең Еҙем йылғаһы буйынан ҡом ташый. Ҡом йәл түгел, уны беҙҙең яҡтың юлдарын түгел, башҡа ерҙәрҙекен ремонтлау өсөн ташыуҙары йәнде көйҙөрә. Машиналар күрше-тирәләге ауылдарға китә. Беҙҙең урам тирәһендәге юлдарҙы ла ремонтлағыҙ, тип даулашып йөрөп ҡарағайныҡ – файҙаһы булманы. Сөнки беҙҙең юлдар былай ҙа яҡшы тип һанала, имеш, соҡор-саҡырҙы күрмәйҙәрме икән ни? Ҡыш көнө йүнләп таҙартмайҙар ҙа бит әле, машиналар үтә алмай ултыра. Ауылдың осона тиклем генә таҙарталар, юл артабан һуҡмаҡ ҡына булып ҡала. Беҙҙә медпункт та ябылды, етмәһә. Ҡышын ауырып китһәк, ҡайҙа ғына барырбыҙ инде…

Флорида УРАЗГИЛДИНА,
Баймаҡ районының Муллаҡай ауылы:

– Былтыр ауыл клубын ремонтлағайнылар, килеп, концерт һәм башҡа саралар ойоштороусылар байтаҡ. Шуға ла ауылда мәҙәни тормош гөрләп тора. Әле яңы ғына Сибай ҡа­лаһынан “Сулпан” балалар театры килеп, спектакль күрһәтте. Ауыл­даштарым дәртле бит, төрлө матур саралар ойоштороп, күрше-тирәләге ауылдарға гастроль менән дә йөрөп ҡайталар.


Был аҙнала Бөрйән, Ғафури, Баймаҡ райондарында йәшәүсе уҡыусыларыбыҙ үҙ хәбәр­ҙәрен еткерҙе. Ә һеҙҙең ауылда ниндәй яңылыҡтар бар? Шылтыратығыҙ!
«Йәшлек»тең дежур телефоны –
8-965-923-20-00.

Сығыу ваҡыты 26-12-2014, 17:02 | Ҡаранылар: 407
|
  • Ә беҙҙең ауылда... (3 июнь)
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM