RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йылдың бәрәкәте үҙебеҙгә бәйле

26.12.2014 Йылдың бәрәкәте үҙебеҙгә бәйле

Йылдың бәрәкәте үҙебеҙгә бәйлеҠәҙерле дуҫтарыбыҙ! Һеҙҙең менән тағы оҙон бер йыл бергә булдыҡ. Керпек елпеп алған мәл кеүек үтте ул, шулай бит? Ваҡыт шундай инде – ниҙелер көткәндә сәғәт минуттары әкрен һанай, һуңға ҡалдым, тигәндә йүгерә генә. Был тәбиғиҙер ҙә. Ҡәҙеремде бел, ҡәҙеремде бел, тип ашыға бит ваҡыт. Ошо 365 көн эсендә кисерештәр һәм һынауҙар, бәхеттәр һәм уңыштар, кәртәләр һәм хәсрәттәр, уйға батыуҙар һәм ғәмһеҙлектәр нисәмә тапҡыр беҙҙең янға килеп китте икән? Ҡайһылары беҙҙе көслө итте, ҡайһылары хисле? Бәғзеләренә күҙ йәше түктек, кемделер юғалттыҡ, кемделер таптыҡ. Булды. Барыһы ла булды. Һәр кем үҙенә генә тәғәйен юлды үтте.

Алда – тағы шундай 365 көн. Һәм Ер шары әйләнә әле. Кисәгене ҡайтарып булмай, бары хәтирәләре менән күңелдә ҡала ул. Беҙгә фәһем һәм аҡыл биреп. Иртәгәне көтәбеҙ, әммә ул етмәгән. Шуға ла бөгөн йәшәп ҡалырға тырышырға кәрәк. Юҡ, бәлки, иртәгә булмаҫ та, тигән уй башығыҙға инеп тә сыҡмаһын. Ғөмүмән, төшөнкөлөккә бирелеү беҙҙең ил халҡына хас сифат түгел.

Бөгөндөң уңышлы үтеүен хәстәрләргә тейешбеҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙгә таңды ҡаршыларға насип итә икән, уға рәхмәт уҡып, ҡояштың тағы күтәрелеүен көтөргә генә ҡала. Эйе, көнө буйына күпме мәшәҡәтте еңеп сығырға тура килер. Тик улар бит үткән йылда ла булды. Сөнки кешелек был ер йөҙөндә шул тиклем оҙаҡ йәшәй, күргәне-кисергәне араһында хәҙер бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ. Кеше тыуа, үҫә, уҡый, эшләй, ғашиҡ була, өйләнә, балалар үҫтерә, ҡартая… Ҡыҫҡаһы, донъя көтә. Шул уҡ мәшәҡәттәр, шул уҡ хәстәрҙәр. Шуға бөгөн һинең алдыңа килеп баҫҡан ауырлыҡтан ниңә ҡурҡырға һуң? Беҙҙең бик алыҫ ата-бабалар шулай йәшәгән, олатайҙар һәм атайҙар шул юлды үткән. Уларҙың да бөгөнө булған. Шулай уҡ ил-ерен һаҡлағандар, йорт-ихатаһын ҡарағандар, ағас ултыртҡандар, яҡындарын һуңғы юлға оҙатҡандар. Яҙмыштан бер ҡайҙа ла ҡасып булмай.

Бөгөн беҙ бәхетле булайыҡ. Мин, һин, ул үҙен бәхетле итергә теләһә, яҙыҡ юлға баҫмаҫ, халҡын-туғанын һатмаҫ, яҡынын ситкә типмәҫ, рухи яҡтан фәҡирләнмәҫ.

Туғандар! Яңы йыл ишек шаҡығанда ошо турала уйлағыҙ һәм иң изге теләктәрегеҙҙе теләп, беҙҙе бар иткән Хоҙайҙан иҫәнлектә һәм һаулыҡта йәшәртерлек яҡты көндәр һорағыҙ. Байрам менән!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә