НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үҙ телеңде үҙең яҡла!
Башҡортостан / Сәйәсәт // 20-04-2018, 13:12


Үҙ телеңде үҙең яҡла!
йәки Татарстанда татар теленән Берҙәм республика имтиханы индерелде.

Күрше Татарстанда татар теле буйынса Берҙәм республика имтиханын тапшырыу акцияһы старт алды. Республикала ата – әсәләр, уҡытыусылар, яҙыусылар, дин әһелдәре менән рәттән чиновниктар туған телендә белемен һынап ҡарай. Улар араһында Татарстандың мәғариф һәм фән министры Рәфис Борхановта бар.БРИ һынауҙары тестары өс ауырлыҡта: беренсеһе — татар телен яҡшы белгән, икенсеһе — база кимәлендә һәм өсөнсөһөбашҡа милләт уҡыусыларына тәғәйенләнгән. Күрше төбәктә2017 – 2018 уҡыу йылы аҙағында татар теленән Берҙәм республика имтиханын 18 бала тапшырасаҡ....

Ил хәстәрен иңдәренә йөкмәп…
Новости / Башҡортостан // 22-03-2018, 07:00


Ил хәстәрен иңдәренә йөкмәп…
Күренекле хоҡуҡ белгесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре ӘмирСолтангәрәевкә 60 йәш

Очерк
I

Көйөргәҙе төбәге – легендар ер. Уның йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ дала-ҡырҙары, тармут-тармут һырттары, батыр баһадирҙың киң күкрәге шикелле, башҡорт иленең көньяҡ сиген баҫҡынсыларҙан, барымтасыларҙан, Ырымбур далаларынан иҫкән ҡыуан елдәрҙән, ил-йортто туҙҙырыр ҡойондарҙан ышыҡлап, һаҡлап торор ҡалҡан булған....

«Киләсәктә был ергә Хоҙай үҙе ҡыҙығыр…»
Новости / Башҡортостан // 30-01-2018, 10:11


«Киләсәктә был ергә Хоҙай үҙе ҡыҙығыр…»Башҡорт халҡының бөйөк улы Ш. Бабич һүҙҙәре менән аталған фотоальбом ҡулға килеп эләккәс, уның авторы ҡабатланмаҫ фоторәссам Флүр Ғазин булыуын шунда уҡ төшөнәһең. Илаһи Бөрйән һәм Көньяҡ Урал тәбиғәте, ҡырағай йәнлектәр – Флүр ағайҙың һәр һүрәтенә уларҙы һаҡларға, тирә-яҡ мөхитте яҡлар­ға саҡырыусы мәғәнә һалынған төҫлө. 2017 йылдың аҙағында донъя күргән был бай һәм зауыҡлы китап Экология һәм айырыуса һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәләре йылына бағышланған....

Лайыҡлы алмаш
Новости / Башҡортостан // 23-01-2018, 07:00


Лайыҡлы алмаш
Нурислам һәм Асан Оләхмәтовтар, акция ойоштороп, Бөрйән районы үҙәгендә берәҙәк эт һәм бесәйҙәргә ярҙам итә

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе үҫмерҙәр Нурислам менән Асан һәм күрше ҡунаҡ ҡыҙы Айсель бер заман ҙур эшкә тотона: һәр үткенсегә мөлдөрәп ҡараған, ашамлыҡҡа өмөтләнеп, кеше артынан эйәргән берәҙәк эттәрҙе, подъезд ишеге төбөндә, келәт-һарайҙар араһында йомарланып ултырған ташландыҡ бесәйҙәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алалар. Бер кемгә лә кәрәкмәгән йорт хайуандарын ашатыу өсөн тәүҙә өйҙәренән аҙыҡ ташыйҙар. Ләкин үҙҙәренең йорто янында дүрт аяҡлылар өсөн булдырылған хәйриә “ашхана”һында туҡланыусылар һаны көндән-көн артҡас, башҡаларҙан ярҙам һорар­ға мәжбүр булалар. Берәҙәк эт һәм бесәй­ҙәргә ярҙам итеү акцияһы тураһында плакаттар төшөрөп, шулар менән халыҡ күп йөрөгән ерҙәргә сығып баҫалар....

Кемдәр Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең дә киләсәген билдәләйәсәк?
Новости / Башҡортостан // 15-12-2017, 07:00


Кемдәр Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең дә киләсәген билдәләйәсәк?
йәки #UfaForum өмөтлө идеялар майҙанына әүерелеп бара

Һеҙ берәй ҡасан дәүләт йәки башҡалар тарафынан ойошторол­ған форумдарҙа, күргәҙмәләрҙә үҙегеҙҙе күршегеҙгә сәй эсергә ингән ҡунаҡ кеүек тойғанығыҙ бармы? Моғайын, юҡтыр. Бындай тойғо, ғәҙәттә, тик ихласлыҡ мөхитендә ғына тыуа. Уның өсөн һеҙ килгән урында барыһы ла яҡты күңелле, бер-береһенә ҡарата туғандарса ҡарашта булырға тейештер. 1 – 3 декабрҙә баш ҡалабыҙҙа уҙған “UfaForum” был йәһәттән айырым иғтибарға лайыҡ. Сөнки ул милләтебеҙгә мөкиббән ғашиҡ һәм уға тик яҡты киләсәк теләгән кешеләр тарафынан ойошторолдо.
...

Рухи байлыҡ сығанағы
Новости / Башҡортостан // 21-02-2017, 10:59


Рухи байлыҡ сығанағыТуған тел – һәр халыҡтың быуындан-быуынға иң ҡәҙерле аманат итеп тапшырыла килгән аҫыл хазинаһы ул, мәңге тере тарихы ла. Ерҙә халыҡ йәшәй икән, теле лә йәшәй. «Телде үҫтергән – илде үҫтерер», – ти халыҡ мәҡәле. Халыҡтың рухи донъяһы, уй-хыялдары, тормош аҡылы һәм тарихи тәжрибәһе – быларҙың һәммәһен дә туған тел һаҡлай, фәкәт ул ғына һәр кемгә аңлайышлы итеп әйтеп бирә ала. Беҙ туған телдә һөйләшеп туғанлыҡ тойғоһон яҡынайтабыҙ, туған телдә йырлап, шатлыҡтарыбыҙҙы ишәйтәбеҙ, ҡайғыларыбыҙҙы таратабыҙ, күңелдәребеҙҙе сафландырабыҙ....

Минең, һинең, беҙҙең РЕСПУБЛИКА!
Новости / Башҡортостан // 11-10-2016, 14:19


Минең, һинең, беҙҙең РЕСПУБЛИКА!
Башҡорт еренең яңы тарихында, йәғни ХХ быуат башынан алып тип иҫәпләйек, республиканың тыуған көнө бер нисә тапҡыр билдәләнә.
1917 йылдағы Февраль революцияһынан һуң башҡорттар торған төбәктәрҙә милли-территориаль автономия ҡороу өсөн милли хәрәкәт башлана. Йәйге айҙарҙа Ырымбурҙа I һәм II Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы уҙа, унда федератив Рәсәй составында «милли-территориаль рәүештә демократик республика» төҙөү ҡарары ҡабул ителә. Ошо уҡ йылдың 15 – 16 ноябрендә Башҡорт Үҙәк Шураһы Ырымбур, Пермь, Һамар, Өфө губерналарының өлөштәрен Рәсәй республикаһының автономлы өлөшө – Башҡортостан территориаль-милли автономияһы тип иғлан итә. Беҙ уны Бәләкәй Башҡортостан тип тә беләбеҙ. Бәләкәйе булғас, олоһо, йәғни ҙуры ла булырға тейештер бит? Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы – БАССР – 1919 йылдың 20 мартында ойошторола. Республикабыҙ ошо атама менән 71 йыл йәшәне. Һәм тағы ла бер тыуған көн – 1990 йылдың 11 октябре. Был көндө «Башҡорт АССР-ының Дәүләт суверенитеты тураһында» декларация ҡабул ителеүен йәш быуындың белмәүе лә ихтимал. Ошо ваҡиғанан һуң бер нисә ай үтеүгә БАССР Башҡортостан Республикаһы итеп үҙгәртелде.
...

#UfaForum – йәштәр өсөн!
Новости / Башҡортостан // 14-09-2016, 13:10


#UfaForum – йәштәр өсөн!2 – 4 сентябрҙә Өфөлә #UfaForum белем алыу форумы ойошторолдо. Башҡорт йәштәре түҙем­һеҙлек менән көтөп алған сарала республиканан, Силәбе өлкәһенән, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
...

Премияны кем алыр?
Новости / Башҡортостан // 3-08-2016, 14:30


Премияны кем алыр?Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия 2016 йылға конкурста ҡатнашыуға түбәндәгеләрҙе индерҙе:...

Илле йылда ил үҙгәрҙе шул
Новости / Башҡортостан // 20-06-2016, 13:33


Илле йылда  ил үҙгәрҙе шул
Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында ярты быуат элек “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” тигән осрашыуҙар башланғайны

Йөрәге янында йөрөтөп, һис нәмәгә тиңләшмәҫтәй яфалар менән сабыйына ғүмер биргән әсәне кем менәндер сағыштырырға тырышыу урын­һыҙҙыр ҙа, әҙәпһеҙлектер ҙә ул. Артабанғы тормошонда ниндәй генә ваҡиғаларға юлыҡһа ла, хатта ни сүрәттәргә инеү яҙмышына тарымаһын, Хоҙай тарафынан әсә итеп яратылған кеше барыбер Әсә булып ҡала. Уны ошо асылынан мәхрүм итерлек юғары сәбәптәр ҙә, көс тә, ай-һай, юҡтыр. Ә инде ғәзиз әсәйең атайсалың, тыуған ауылың менән бер бөтөн булғас, улар һинең күңелеңдә айырылғыһыҙ образдар булып һаҡлана. Хәйер, әлеге мөҡәддәс төшөнсәләрҙе күп ҡулланыуҙан таушалған "образ" һүҙе менән йәиһә бүтәнсә рәүештә әйтеү яраймы икән?...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Иҫке Күлдә - яңы "клуб"!
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM