НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Беҙҙеке – иң “текә” бишәү араһында
Новости / Сәйәсәт // 13-09-2013, 13:35


Беҙҙеке – иң “текә” бишәү араһындаМаладис, Алишер, тип әйтергәме икән? Бер сит илдең абруйлы ғына журналы бизнес донъяһындағы иң йоғонтоло шәхестәр­ҙе асыҡлау буйынса эш алып барған. Ни бары 50 кеше генә ингән исемлек биш бүлектән тора: «Банкирҙар», «Сәйәс­мәндәр», «Финанс идарасылар», «Йоғон­толо брокерҙар» һәм «Фекерләй белеүселәр». Рәсәйҙән «Металлоинвест», «Мега­фон» хужаларының береһе, «USM-холдинг»ҡа нигеҙ һалыусы Алишер Усманов биш иң уңышлы корпоратив брокер араһында....

Демократия көнө менән!
Новости / Сәйәсәт // 13-09-2013, 13:33


РФ Дәүләт Думаһында көҙгө сессия башланды. Ултырыштар ярайһы ҡыҙыу булмаҡсы. Пленар ултырыштың беренсеһендә үк “Ғәҙел Рәсәй” партияһы етәксеһе Сергей Миронов, Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливановты эшенән ҡыуырға кәрәк, тип белдергән. Шундай “сағыу” ғына сығыштар күп булыр әле ул. Иң мөһим эштәрҙең береһе – киләһе йылға һәм алдағы өс йылға федераль бюджет ҡараласаҡ....

Наполеон да пландар ҡорған…
Новости / Сәйәсәт // 5-09-2013, 12:07


Яңы миҙгел башланды. Асылы менән һары төҫтәргә мансылып, һағышлы-ямғырлы булһа ла, йәшәйеш ҡанундарына ярашлы, үткәненән дә эҫерәк булмаҡсы. Эҫе тигәнде бер аҙ “кәкрерәк” аңлар­ға кәрәк. Көҙ башы халыҡтың йәйҙән һуң “уяна” төшөүен дә хәтерләтә ул. Ә уяныр­ға, түтәлдәрҙән башты күтәрергә, бесән араһынан сығырға ваҡыт. Шуныһын иҫкәртәйек – һайлау хаҡында ла онотмағыҙ.
Яңы миҙгел тигәс тә, донъя яңыса йәшәй башламай, әлбиттә. Әммә халыҡтың барлығын, үҙ һүҙен әйтә алырын хакимдар оноторға тейеш түгел. Быны дөйөм алғанда әйтәм. Ғөмүмән, иғтибар итерлек яңылыҡтар, ниәттәр етерлек....

Янсыҡ мәсьәләһе йәнә лә киҫкен тора...
Новости / Сәйәсәт // 23-08-2013, 12:34


“Йәмәғәт фекере” һәм гражданлыҡ йәмғиәте үҫеше фондтары сираттағы исемлеген тәҡдим итте. Был юлы ил төбәктәренең социаль хәл-торошоноң рейтингы төҙөлгән. Нимәһе ҡыуаныслы – беҙҙең Башҡортостан исемлектә иң тәүге бишәү иҫәбенә инә. Республикабыҙ хатта Мәскәүҙе лә уҙып киткән. Халыҡҡа шундай һорауҙар бирелгән: төбәктәге эш-хәл менән ҡәнәғәтһегеҙме, ундағы хәл яҡшырамы, насараямы, төбәк властарының эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр осраймы, урындарҙа протест акцияларында ҡатнашыр инегеҙме? Төп дүрт һорау ошолар. Тағы бигүк мөһим булмаған темаға ла дүрт һорау булған. Улары кредит мәсьәләһенә, матди хәлгә ҡағылышлы....

Бола сығарыусылар йә эшһеҙ, йә эш булһын тип тырыша
Новости / Сәйәсәт // 16-08-2013, 14:46


Донъяның әле теге, әле был мөйөшөндә даими рәүештә ғауғалар ҡубып тора. Ябай тел менән әйткәндә, халыҡ бунт күтәрә, нимәгәлер ҡарата ризаһыҙлығын белдерә. Был күберәк сит илдәргә хас. Рәсәйҙекеләр сағыштырмаса тыныс һәм тәртипле. Тауыш күтәреп урамдарға сығыу эшһеҙҙәр эше ул, тип тә әйтер күптәр. Әммә проблемаларҙы әҙме-күпме хәл итергә мөмкиндер. Дөрөҫөрәге, митингыларға сығып, тәртипле рәүештә генә үҙ фекереңде белдереүҙең артыҡ зыяны юҡтыр....

Иҡтисад үҫһә лә ҡыйын, илеңде ситтәр баҫа
Новости / Сәйәсәт // 19-07-2013, 18:04


Мәскәү янында мең ярым мигранттың йәшерен ятаҡта йәшәп, эшләп ятыуын әйт әле һин. Шуға бәйле яңылыҡты уҡығанда уҡ хайран ҡалаһың: ”Полиция хеҙмәткәрҙәре Мәскәүҙең төньяҡ-көнбайышында көнкүреш ҡаласығы тапҡан…” Әйтерһең дә, ул ҡаласыҡ боронғоларҙан ҡалған аманат һәм уны соҡоп сығарғандар. Ә ошо ятаҡ төҙөлгәндә урындағы етәкселек нимә ҡараған? Ҡыҙыҡ бит – рейдҡа сыҡмай тороп, законһыҙ төҙөлгән ятаҡтың барлығын да белмә-ишетмә, имеш....

Берәүҙәр ҡыуырға маташа, икенселәр яңынан төҙөй, өсөнсөләр…
Новости / Сәйәсәт // 12-07-2013, 13:10


Бөгөнгө ҡулайлаштырыу заманында эш хаҡы кешенең иң ауыртҡан ерелер. Алдағы биш йылда дәүләт хеҙмәткәрҙәренең айлыҡ эш хаҡы 2,5 тапҡырға арттырыла. Окладтар йыл һайын күтәреләсәк. Бюджетты тулыландырыуҙа ҡатмарлылыҡтар булһа ла, Рәсәйҙең Финанс министрлығы ошолай тәҡдим индергән. Прези­дент Владимир Владимирович Путин фарман биргән. Федераль кимәлдәге чиновниктарға ҡағыла был. Ауырт­тымы? Юҡтыр. Сөнки түрәләрҙекен арттырһалар, беҙгә лә өлөш сыға ул, бер нисә һумлап. Беҙ шуға өйрәтелгән....

Был йөҙ йыллыҡҡа “Бөйөк үҙгәртеп ҡороуҙар быуаты” тигән исем бирелмәгәйе
Новости / Сәйәсәт // 5-07-2013, 10:36


Был йөҙ йыллыҡҡа “Бөйөк үҙгәртеп ҡороуҙар быуаты” тигән исем бирелмәгәйеМәскәүҙең үҙенә башлыҡ һайларға әҙерләнеүе тураһында яҙғайныҡ инде. Ә бына нисегерәк һайларға кәрәклеген тап шул ҡалала йәшәүселәр хәл итә. Нисегерәк тигәнемде намыҫлы һайлау тип аңларға кәрәк. Кандидаттар алдап-йолдап үтмәһен өсөн тикшереү алымдары бар. Шуларҙың береһен – алдау детекторын ҡулланыуҙы Дәүләт Дума­һында ЛДПР депутаты Михаил Дегтярев тәҡдим итә. Уныңса, мөһим етәксе вазифаларына кандидат һайлау­ҙа ҡатнашыу өсөн теркәлгәндә үк әлеге процедураны үтергә тейеш. Көҙгө сессияла парламентҡа ошо туралағы закон проекты индереләсәк икән. Хупланған хәлдә, сентябрҙә мэр һайлағанда яңы ысулды һынап та ҡараясаҡтар. Яҡынса алғанда, һәр кандидатҡа ун һорау бирелә. “Ватанығыҙға хыянат иттегеҙме?”, “Ришүәт алдығыҙмы?”, “Наркотик ҡулланғанығыҙ бармы?” кеүегерәк дөйөм һорауҙар булыр, моғайын. Әллә, детекторҙан үткәреүсене һатып алмаһалар ярай ҙа, тиер әле әсе теллеләр....

Теҙген бушаһа, шыма юл да ярҙам итмәҫ
Новости / Сәйәсәт // 31-05-2013, 11:29


Теҙген бушаһа, шыма юл да ярҙам итмәҫйәки Ҡатын-ҡыҙҙы ниңә әрмегә саҡыралар?
"Левада-үҙәк" халыҡтан тағы бер “мөһим” нәмә тураһында һорашыуҙар ойошторған. “Миллион һумды намыҫлы ғына эшләп буламы?” – тип һорағандар. Бик күптәр әлеге һорауҙы ишеткәс тә, көлөп ебәргән тиме шул. Яуап биреүселәр­ҙең 73 проценты киҫкен рәүештә: ”Юҡ, әлбиттә!“ – тигән. Йәнә ете проценты “әллә-ә” һымағыраҡ итеп яурынын һелкеткән....

“Ҡара көн”гә әҙерләнмәгеҙ әле
Новости / Сәйәсәт // 24-05-2013, 11:41


Бөгөн әйләнгән һайын эргә-тирәләге кешеләрҙән тормоштоң ҡатмарлаша барыуы тураһында ишетәһең. Шул уҡ ваҡытта йәшәү кимәле күтәрелеүен дә инҡар итеп булмай. Ҡыҫҡаһы, баш ҡатҡан: нимә эшләргә? Көрсөк киттеме, дауам итәме, әллә китеп, урап киләме?
Йәмәғәт, әгәр ҙә Хөкүмәткә ышанһағыҙ, шуны белдерәбеҙ: Рәсәйҙә 2008 – 2009 йылдарҙағы кеүек көрсөк, йәғни финанс проблемалары булмаясаҡ. Премьер-министрыбыҙ Дмитрий Медведев борсолмаҫҡа ҡушты. Асыҡтан-асыҡ әйтте лә инде:...


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM