НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Шеш һытылырға тора, буғай…
Новости / Сәйәсәт // 25-10-2013, 12:24


Ахыры, был донъя тыныс ҡына йәшәй алмай. Ете миллиард кеше көн иткән Ер шарында ниндәй тыныслыҡ булһын?
Рәсәйҙә лә ваҡыты-ваҡыты менән кешене тертләтерлек ваҡиғалар булып тора. Һуңғы көндәрҙәге яңылыҡтарҙы ғына алһаҡ та. Эйе, иҡтисадыбыҙ әлегә тормозда. Был хаҡта халыҡ көйәләнмәй, сөнки беҙ Бирюлеволағы фажиғәгә ҡайғырабыҙ, мигранттарҙы ҡыуабыҙ, хәҙер уға Волгоградтағы теракт ҡушылды. Ә былай илдә етди эштәр бара....

Мигранттар ғына ғәйеплеме?
Новости / Сәйәсәт // 18-10-2013, 13:06


Мигранттар ғына ғәйеплеме?йәки Рәсәйҙә милләт-ара күрә алмаусылыҡ башланырға торамы әллә?
Полиция менән прокурорҙарға эш артты. Улар тағы бер тапҡыр баҙарҙарҙы тикшереп сығырға, мигранттар йәшәгән урындарҙы байҡарға тейеш. Мәскәүҙең аҫаба халҡынан дәғүәләр етерлек. Көнбайыш Бирюлеволағы хәл-ваҡиғалар шуны талап итә. Бында кесе йомаға ҡарай төндә бер иҫерек әҙәм, ғәҙәти генә һүҙгә килешеп, 25 йәшлек Егор Щербаков исемле егетте йөрөгән ҡыҙы алдында сәнсеп үлтереп ҡаса....

Егерме йыл: дөрөҫ булдымы был ваҡиғалар?..
Новости / Сәйәсәт // 4-10-2013, 11:58


Рәсәй Федерацияһының Юғары Советын таратыу тарихта бер нисә исем менән йөрөтөлә – «1993 йылдағы Конституция көрсөгө», «1993 йылдағы дәүләт түңкәрелеше», «Аҡ йортто утҡа тотоу», «Советтар йортон утҡа тотоу», «1993 йылғы Октябрь ихтилалы», «1400-сө Указ», «Октябрь путчы».
Был ваҡиғала, белеүегеҙсә, Мәскәү урамдарында ҡораллы бәрелештәр ҙә булды. Конфликт 21 сентябрҙә башланып, 4 октябргәсә дауам итте. Баш ҡалала ике аҙна буйы граждандар һуғышы барҙы, тиһәк тә була. Һөҙөмтә ниндәйерәк? Яп-ябай – 1917 йылдан алып һаҡланып килгән идара итеү моделе, йәғни совет власы системаһы мәжбүри рәүештә тамырынан ҡоротолдо. Түңкәрелеш ҡорбандарһыҙ үтмәне. 160 тирәһе кеше һәләк булды, 390-ға яҡыны төрлө тән йәрәхәттәре алды, тип хәбәр ителһә лә, рәсми булмаған сығанаҡтар был һандарҙың бер нисә тапҡырға күберәк булыуын күрһәтә. Тик һәләк булыусыларҙы иҫләп, матәм көнө генә иғлан ителмәне....

Илдә тағы ҡаҙна тураһында ҡайғырта башланылар
Новости / Сәйәсәт // 27-09-2013, 11:54


Илдә тағы ҡаҙна тураһында ҡайғырта башланыларҺуңғы ваҡытта ил Хөкүмәтенең эше менән ризаһыҙлыҡ белдереүселәр һаны артҡайны. Хәҙер бит һүҙ, фекер азатлығы, был хаҡта ҡурҡмай белдерә алаһың. Хатта, ул тиклем тәнҡиткә Премьер-министрыбыҙ Дмитрий Медведев нисек сыҙар икән, тип борсолдорғайны ла әле. Ул, афарин, бирешмәне һәм бына ошо көндәрҙә беҙҙең бөгөнгөбөҙгә, киләсәккә ҡағылышлы тос ҡына фекер-тәҡдимдәрен әйтеп тә ҡуйҙы. Улар, башлыса, бюджетҡа ҡағылышлы булһа ла, береһе бөтөн ғаиләләрҙе ҡыҙыҡһындырыр, уйландырыр, тип өмөтләнә....

Һуғыш асам тип күп ҡысынма, илеңә ҡайтыр
Новости / Сәйәсәт // 20-09-2013, 13:39


Тиҙҙән Рәсәйҙә һайлау ваҡытын йәкшәмбенән эш көнөнә күсереүҙәре ихтимал. Кремлдә ултырыусылар ошо хаҡта уйлана башлаған. Мәҫәлән, тауыш биреү шишәмбе йә шаршамбыла ойошторолһа, һайлаусылар тәғәйен участкаларына күберәк киләсәк. Рәсәй Юғары иҡтисад мәктәбе политологы Леонид Поляков та шундай фекерҙе яҡлай. Уныңса, һайларға мөмкин булған ваҡытты ла оҙонайтырға кәрәк. Иртәнге алтынан киске сәғәт унғаса һуҙылһа, яҡшы, ти ул. Әле ошо мәсьә­лә буйынса теләк-тәҡдимдәр йыйыла икән. Белеүегеҙсә, һуңғы һайлауҙарҙа (властар бигерәк тә Мәскәү мэрын һайлауҙа халыҡтың ҡатнашыу кимәлен күҙ уңында тоталыр) тауыш биреүселәр һаны әллә ни күп булманы....

Беҙҙеке – иң “текә” бишәү араһында
Новости / Сәйәсәт // 13-09-2013, 13:35


Беҙҙеке – иң “текә” бишәү араһындаМаладис, Алишер, тип әйтергәме икән? Бер сит илдең абруйлы ғына журналы бизнес донъяһындағы иң йоғонтоло шәхестәр­ҙе асыҡлау буйынса эш алып барған. Ни бары 50 кеше генә ингән исемлек биш бүлектән тора: «Банкирҙар», «Сәйәс­мәндәр», «Финанс идарасылар», «Йоғон­толо брокерҙар» һәм «Фекерләй белеүселәр». Рәсәйҙән «Металлоинвест», «Мега­фон» хужаларының береһе, «USM-холдинг»ҡа нигеҙ һалыусы Алишер Усманов биш иң уңышлы корпоратив брокер араһында....

Демократия көнө менән!
Новости / Сәйәсәт // 13-09-2013, 13:33


РФ Дәүләт Думаһында көҙгө сессия башланды. Ултырыштар ярайһы ҡыҙыу булмаҡсы. Пленар ултырыштың беренсеһендә үк “Ғәҙел Рәсәй” партияһы етәксеһе Сергей Миронов, Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливановты эшенән ҡыуырға кәрәк, тип белдергән. Шундай “сағыу” ғына сығыштар күп булыр әле ул. Иң мөһим эштәрҙең береһе – киләһе йылға һәм алдағы өс йылға федераль бюджет ҡараласаҡ....

Наполеон да пландар ҡорған…
Новости / Сәйәсәт // 5-09-2013, 12:07


Яңы миҙгел башланды. Асылы менән һары төҫтәргә мансылып, һағышлы-ямғырлы булһа ла, йәшәйеш ҡанундарына ярашлы, үткәненән дә эҫерәк булмаҡсы. Эҫе тигәнде бер аҙ “кәкрерәк” аңлар­ға кәрәк. Көҙ башы халыҡтың йәйҙән һуң “уяна” төшөүен дә хәтерләтә ул. Ә уяныр­ға, түтәлдәрҙән башты күтәрергә, бесән араһынан сығырға ваҡыт. Шуныһын иҫкәртәйек – һайлау хаҡында ла онотмағыҙ.
Яңы миҙгел тигәс тә, донъя яңыса йәшәй башламай, әлбиттә. Әммә халыҡтың барлығын, үҙ һүҙен әйтә алырын хакимдар оноторға тейеш түгел. Быны дөйөм алғанда әйтәм. Ғөмүмән, иғтибар итерлек яңылыҡтар, ниәттәр етерлек....

Янсыҡ мәсьәләһе йәнә лә киҫкен тора...
Новости / Сәйәсәт // 23-08-2013, 12:34


“Йәмәғәт фекере” һәм гражданлыҡ йәмғиәте үҫеше фондтары сираттағы исемлеген тәҡдим итте. Был юлы ил төбәктәренең социаль хәл-торошоноң рейтингы төҙөлгән. Нимәһе ҡыуаныслы – беҙҙең Башҡортостан исемлектә иң тәүге бишәү иҫәбенә инә. Республикабыҙ хатта Мәскәүҙе лә уҙып киткән. Халыҡҡа шундай һорауҙар бирелгән: төбәктәге эш-хәл менән ҡәнәғәтһегеҙме, ундағы хәл яҡшырамы, насараямы, төбәк властарының эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр осраймы, урындарҙа протест акцияларында ҡатнашыр инегеҙме? Төп дүрт һорау ошолар. Тағы бигүк мөһим булмаған темаға ла дүрт һорау булған. Улары кредит мәсьәләһенә, матди хәлгә ҡағылышлы....

Бола сығарыусылар йә эшһеҙ, йә эш булһын тип тырыша
Новости / Сәйәсәт // 16-08-2013, 14:46


Донъяның әле теге, әле был мөйөшөндә даими рәүештә ғауғалар ҡубып тора. Ябай тел менән әйткәндә, халыҡ бунт күтәрә, нимәгәлер ҡарата ризаһыҙлығын белдерә. Был күберәк сит илдәргә хас. Рәсәйҙекеләр сағыштырмаса тыныс һәм тәртипле. Тауыш күтәреп урамдарға сығыу эшһеҙҙәр эше ул, тип тә әйтер күптәр. Әммә проблемаларҙы әҙме-күпме хәл итергә мөмкиндер. Дөрөҫөрәге, митингыларға сығып, тәртипле рәүештә генә үҙ фекереңде белдереүҙең артыҡ зыяны юҡтыр....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM