НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҙәниәт сәйәсәте бойомға ашырыласаҡ
Новости / Сәйәсәт // 26-12-2014, 15:18


Мәскәүҙә Дәүләт Советының һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет ултырыштары үткәйне. Унда Башҡор­тостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Берлек­тәге сара дәүләт мәҙәниәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләренә арналды.
Рәсәй Президенты Владимир Путин белдереүенсә, Мәҙәниәт йылында байтаҡ әһәмиәтле сара уҙғарылған, бигерәк тә ил төбәктәрендә мәҙәниәткә ҙур иғтибар бирелгән.
Ошо көндәрҙә Президент Указы менән Дәүләт мәҙәниәт сәйәсәте нигеҙҙәре раҫланған. Документта мәҙәниәткә, тарихи мираҫҡа ҡағылышлы мөнәсәбәттәр күрһәтелгән.
Владимир Путин үҙ сығышында ижадҡа, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни ҡомартҡыларын һаҡлауға, рус һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә, әҙәбиәткә айырыуса баҫым яһап һөйләне....

ИКМӘК ӨСӨН, ҺӨТ ҺӘМ ИТ ӨСӨН РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ!
Новости / Сәйәсәт // 21-11-2014, 09:26


Үткән аҙнала, 14 ноябрҙә, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәр­ҙәре көнө үтте. Баҫыу батыр­ҙары өсөн тағы ла бер йыл тамамлан­ған кеүек булды, тип әйтергә кәрәк. Һөнәри байрамдың көҙгө уңышты йыйып алғандан һуң ойошторолоуы айырыуса ҡыуаныслы. Ни тиһәң дә, беҙҙең ауыл хужалығының яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡыуандырырлыҡ көсө бар.
Яҡшы баһа тураһында юҡҡа ғына әйтелмәне, Башҡортостан илебеҙҙә бик күп күрһәткес буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Һүҙҙе табыныбыҙ батшаһы – икмәктән башлайыҡ – быйыл 2,7 миллион тонна иген бураға һалынған. Рәсәй кимәлендә үткәрелгән “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә гран-при алыу ҙа республиканың ошо тармаҡтағы кимәлен асыҡ күрһәтә. 1,3 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, 1,2 миллион тонна картуф, 200 мең тонна самаһы көнбағыш орлоғо йыйып алыу – быйыл­ғы тәбиғәт шарттарында етди һөҙөмтә....

Европала бер стенаны ауҙарҙылар ҙа ул…
Новости / Сәйәсәт // 14-11-2014, 05:08


Европала бер стенаны ауҙарҙылар ҙа ул…Шәхсән үҙем теләһә ниндәй “үтә күреүселәр”гә, күрәҙәселәргә ышанмайым. Шулай ҙа бер Европаның һуңғы йылдарҙа күргән-кисергәндәре хаҡында фекер йомғағымды һүтеп-һүреп ултырғанда шул иҫкә төштөсө: Болгария күрәҙәсеһе һуҡыр Ванга Европаның бик фажиғәле хәлдә ҡаласағын фаразлаған. “…2016 йылда Европа кешеһеҙ…” – тигән кеүегерәк һүҙҙәр әйткән ул. Әлеге ваҡытҡа ике йыл ғына ҡалды түгелме? Аллам һаҡлаһын, кеше алда ни күререн белә алмай, нимә генә булмаҫ. Бөгөн Көнбайышты әрләһәк тә, хәйер, уны совет кешеһе һәр саҡ әрләгән, Европаның сәйәси интригаларҙан алыҫ торған ябай халҡының ғәйебе юҡ....

“Тимер шаршау” ҡоролормо?
Новости / Сәйәсәт // 7-11-2014, 07:48


“Тимер шаршау” ҡоролормо?Рәсәй менән Көнбайыш араһында сиктәр ябылыуын фаразлайҙар
Сәйәсәт менән иҡтисад бер-береһенә бәйләнмәһә, халыҡтың, ниндәй генә сәйәси хәл-ваҡиғалар булмаһын (илгә баҫҡынсы инмәһә, әлбиттә), иҫе китеп бармаҫ кеүек. Яуабы ябай – илдә осон-осҡа ялғап йәшәүселәр күпселекте тәшкил итә, уларға “кеҫә хәле” мөһимерәк. Нисек кенә борсолоулы яңғырамаһын, иртә менән уянып: “Ҡайҙан аҡса табырға?” – тигән һорауҙы биреүселәр етерлек әле. Яңы Рәсәй, тип яңғырауыҡлы һүҙҙәрҙе күп һөйләһәк тә, бәғзе ватандаштарыбыҙға заманса шарттарға барып етергә бик алыҫ. Бында эш уларҙың егәрле-ялҡаулығында ла, атайҙарынан ҙур мал ҡалыу-ҡалмауҙа ла, сослоҡ-зирәклегендә йә һүлпәнлек-бошмаҫлығында ла түгел. Үҫешкән илдәрҙән сама менән 50 – 100 йылға артта ҡалған еребеҙҙә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел....

Башҡортостан флагының сувенир төрөн Ҡытай ҙа сығара
Новости / Сәйәсәт // 7-11-2014, 07:42


Башҡортостан флагының сувенир төрөн Ҡытай ҙа сығараҠытай Халыҡ Республикаһы донъяла ҙурлығы яғынан Рәсәй менән Канаданан ғына ҡалыша. Азияла ул иң ҙуры. Ә инде халыҡ һаны йәһәтенән уға етеүсе юҡ. Үҙенең 1 миллиард 370 миллион кешеһен Ҡытай ҡабат арттырмаҫҡа ла тырышып ҡарай, хөкүмәт “бер ғаиләгә – бер бала” тигән программа ҡабул иткән. Тик был илде тиҙ ҡартайыусылар рәтенә индергән. Эйе, балалар берәмләп тыуа, ә өлкәндәр күп. Айырыуса илдең көнсығышында бик тығыҙ ултырғандар. Был дәүләттә 56 милләт көн итә, 206 телдә һөйләшәләр, 90 проценты – ҡытайҙар....

Рәсәй кәрәк. Ярҙам итергә лә, ярҙан этергә лә
Новости / Сәйәсәт // 19-09-2014, 13:27


Рәсәй кәрәк. Ярҙам итергә лә, ярҙан этергә ләБыл аҙнала РФ Дәүләт Думаһының көҙгө сессияһы асылды. Депутаттар алдында сығыш яһап, парламент Рәйесе Сергей Нарышкин әлеге миҙгел сессияһы халыҡ-ара хәл-тороштоң етди көсөргәнештә булыуы осоронда башланыуын билдәләп үтте. Һүҙ әлеге лә баяғы Украина проблемаһы хаҡында. Донбаста ҡан ҡойош туҡтатылып торһа ла (уның бөтөнләйгә туҡталыуына ышаныс юҡ әле), сәйәси хәл ҡатмарлы. Ғөмүмән, был һуғыш тураһында бер фекерлеләр юҡ. Европала ла, Рәсәйҙә лә, Америкала ла, ҡыҫҡаһы, ошо ваҡиғаларҙы ишетеп белгәндәр һәр береһе төрлөсә уйлай. Уйлай ҙа, ғәйеплене эҙләй. Рәсәй яғына ла яман ҡараштар ташлана....

Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы – Башҡортостан Президентлығына кандидат
Новости / Сәйәсәт // 5-09-2014, 15:37


Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы – Башҡортостан Президентлығына   кандидатҠотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы 1958 йылдың 25 апрелендә Күгәрсен районының Аралбай ауылында тыуған. Йомағужа урта мәктәбен тамамлағас, колхоз йүнәлтмәһе буйынса Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға инә. Артабан "Октябрь" колхозының баш ветеринар врачы итеп тәғәйенләнә. Унан һуң КПСС-тың Күгәрсен райкомындағы ауыл хужалығы бүлегендә инструктор һәм райондың иң ҙур хужалығы – "Октябрьский" совхозында партком секретары була. Халыҡ депутаттарының Күгәрсен район советы депутаты итеп һайлана.
1990 йылда Свердловск юғары партия мәктәбенең ике йыллыҡ көндөҙгө бүлеген тамамлай һәм КПСС-тың Күгәрсен райкомына секретарь, унан беренсе секретарь итеп һайлана....

Юғалтыуҙар аша үткән юл
Новости / Сәйәсәт // 1-08-2014, 11:33


Юғалтыуҙар аша үткән юлАҠШ-тан айырмалы рәүештә, Европа берлеге Рәсәйгә ҡарата ҡаты сара күреүҙән бер нисә ай тыйылып торҙо. Улар, дөрөҫөн әйткәндә, үҙ бизнесын һаҡлап ҡалырға, санкция иғлан иткәндә лә мөмкин тиклем юғалтыуһыҙ ҡалырға теләне. Әммә «өлкән ағай» баҫым яһай бит, нишләһен инде? Һөҙөмтәлә өс Рәсәй банкы Европанан 90 көн буйына бер тин дә алып тора алмаясаҡ, беҙгә нефть табыуҙа кәрәкле алдынғы технологиялар индереү ҙә сикләнә. Әлбиттә, санкциялар ярты Европаны туйҙырған газ тармағына ҡағылмай. Билдәле бер сит илгә инеү тыйыл­ған шәхестәр исемлеге әлегә 87 кешенән тора.
Европа союзында Рәсәйҙең даими вәкиле Владимир Чижов «Би-Би-Си»ға интервьюһында белдереүенсә, әлеге «евросанкциялар», ғөмүмән, теләһә кем иғлан иткән санкциялар ҙа, Рәсәй иҡтисадына ҙур юғалтыу килтерә алмаясаҡ. Беҙҙең иҡтисад күпте күрҙе, байтаҡ һынау аша үтте, быларҙы ла үткәрер. Евросоюз санкциялары бер йылға иҫәпләнгән, шулай ҙа дипломаттар өс айҙан «үҙ эштәре»нең һөҙөмтәһен тикшерәсәк....

Йәштәр Көньяҡ Урал төбәген үҫтереү буйынса фекер алышасаҡ
Новости / Сәйәсәт // 4-07-2014, 15:23


4 июлдә Сибайҙа икенсе тапҡыр “Урал аръяғы – 2014” төбәк-ара инвестиция форумы үтәсәк. “Стратегия “25 – 50”: Төбәк-ара хеҙмәттәшлек – берҙәм уңыштың яңы мөмкинлектәре” исемле сарала төбәккә оҙайлы инвестициялар йәлеп итеү юлдары, төбәк-ара кооперация, юғары технологиялы эш урындары менән инфраструктур проекттар булдырыу тураһында фекер алышыу көтөлә.
Форумда Өфө, Сибай ҡалаларынан, Көньяҡ Урал райондарынан 200 делегаттың ҡатнашыуы көтөлә. Программала пленар ултырыш, күргәҙмә, тематик “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреү ҡаралған. Сик яны кооперацияһы үҫеше, “йәшел” иҡтисад технологияһына күсеү, интеграция процестары тәрәнәйеү шарттарында Рәсәй субъекттарының территориаль үҫеше стратегиялары, йәштәрҙең эшҡыуарлыҡ башланғыстары тикшереләсәк....

Баулы ҡурсаҡтар сәхнәне ташларға йыйынмай
Новости / Сәйәсәт // 4-07-2014, 13:15


Баулы ҡурсаҡтар сәхнәне  ташларға йыйынмайӘле Украинала бығаса ҡорбан булған Рәсәй журналистарының ҡәбер тупрағы баҫылырға ла өлгөрмәне, тағы берәүһе һәләк булды. Беренсе канал операторы Анатолий Клянды Донецк өлкәһендә атып үлтер­ҙеләр. Беҙҙең журналистар Донецк Халыҡ Республика­һының матбуғат хеҙмәте менән һалдат улдарын алып ҡайтырға китеп барған әсәләр ултырған автобуста булған. Киев ғәскәр­ҙәре транспортҡа ата башлай һәм автомат уты 68 йәшлек Анатолий Клянды яралай. Уны, үкенескә күрә, медпунктҡа алып барһалар ҙа, ҡотҡара алмайҙар.
Был яҡтарҙа һаман да бер кем дә, бер нәмә лә контролләнмәй. Теләһәләр, аталар, теләһәләр, урлайҙар, шартлаталар, яндыралар. Хатта изге тип һаналған ҡорамдарға ла бер туҡтауһыҙ ҡорал тоҫҡала. Үткән йәкшәмбелә генә Славянскиҙағы бер сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында атҡандар. Украин ғәскәрҙәре Карачун тауынан ут асҡан....


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM