НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Рәсәй кәрәк. Ярҙам итергә лә, ярҙан этергә лә
Новости / Сәйәсәт // 19-09-2014, 13:27


Рәсәй кәрәк. Ярҙам итергә лә, ярҙан этергә ләБыл аҙнала РФ Дәүләт Думаһының көҙгө сессияһы асылды. Депутаттар алдында сығыш яһап, парламент Рәйесе Сергей Нарышкин әлеге миҙгел сессияһы халыҡ-ара хәл-тороштоң етди көсөргәнештә булыуы осоронда башланыуын билдәләп үтте. Һүҙ әлеге лә баяғы Украина проблемаһы хаҡында. Донбаста ҡан ҡойош туҡтатылып торһа ла (уның бөтөнләйгә туҡталыуына ышаныс юҡ әле), сәйәси хәл ҡатмарлы. Ғөмүмән, был һуғыш тураһында бер фекерлеләр юҡ. Европала ла, Рәсәйҙә лә, Америкала ла, ҡыҫҡаһы, ошо ваҡиғаларҙы ишетеп белгәндәр һәр береһе төрлөсә уйлай. Уйлай ҙа, ғәйеплене эҙләй. Рәсәй яғына ла яман ҡараштар ташлана....

Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы – Башҡортостан Президентлығына кандидат
Новости / Сәйәсәт // 5-09-2014, 15:37


Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы – Башҡортостан Президентлығына   кандидатҠотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы 1958 йылдың 25 апрелендә Күгәрсен районының Аралбай ауылында тыуған. Йомағужа урта мәктәбен тамамлағас, колхоз йүнәлтмәһе буйынса Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға инә. Артабан "Октябрь" колхозының баш ветеринар врачы итеп тәғәйенләнә. Унан һуң КПСС-тың Күгәрсен райкомындағы ауыл хужалығы бүлегендә инструктор һәм райондың иң ҙур хужалығы – "Октябрьский" совхозында партком секретары була. Халыҡ депутаттарының Күгәрсен район советы депутаты итеп һайлана.
1990 йылда Свердловск юғары партия мәктәбенең ике йыллыҡ көндөҙгө бүлеген тамамлай һәм КПСС-тың Күгәрсен райкомына секретарь, унан беренсе секретарь итеп һайлана....

Юғалтыуҙар аша үткән юл
Новости / Сәйәсәт // 1-08-2014, 11:33


Юғалтыуҙар аша үткән юлАҠШ-тан айырмалы рәүештә, Европа берлеге Рәсәйгә ҡарата ҡаты сара күреүҙән бер нисә ай тыйылып торҙо. Улар, дөрөҫөн әйткәндә, үҙ бизнесын һаҡлап ҡалырға, санкция иғлан иткәндә лә мөмкин тиклем юғалтыуһыҙ ҡалырға теләне. Әммә «өлкән ағай» баҫым яһай бит, нишләһен инде? Һөҙөмтәлә өс Рәсәй банкы Европанан 90 көн буйына бер тин дә алып тора алмаясаҡ, беҙгә нефть табыуҙа кәрәкле алдынғы технологиялар индереү ҙә сикләнә. Әлбиттә, санкциялар ярты Европаны туйҙырған газ тармағына ҡағылмай. Билдәле бер сит илгә инеү тыйыл­ған шәхестәр исемлеге әлегә 87 кешенән тора.
Европа союзында Рәсәйҙең даими вәкиле Владимир Чижов «Би-Би-Си»ға интервьюһында белдереүенсә, әлеге «евросанкциялар», ғөмүмән, теләһә кем иғлан иткән санкциялар ҙа, Рәсәй иҡтисадына ҙур юғалтыу килтерә алмаясаҡ. Беҙҙең иҡтисад күпте күрҙе, байтаҡ һынау аша үтте, быларҙы ла үткәрер. Евросоюз санкциялары бер йылға иҫәпләнгән, шулай ҙа дипломаттар өс айҙан «үҙ эштәре»нең һөҙөмтәһен тикшерәсәк....

Йәштәр Көньяҡ Урал төбәген үҫтереү буйынса фекер алышасаҡ
Новости / Сәйәсәт // 4-07-2014, 15:23


4 июлдә Сибайҙа икенсе тапҡыр “Урал аръяғы – 2014” төбәк-ара инвестиция форумы үтәсәк. “Стратегия “25 – 50”: Төбәк-ара хеҙмәттәшлек – берҙәм уңыштың яңы мөмкинлектәре” исемле сарала төбәккә оҙайлы инвестициялар йәлеп итеү юлдары, төбәк-ара кооперация, юғары технологиялы эш урындары менән инфраструктур проекттар булдырыу тураһында фекер алышыу көтөлә.
Форумда Өфө, Сибай ҡалаларынан, Көньяҡ Урал райондарынан 200 делегаттың ҡатнашыуы көтөлә. Программала пленар ултырыш, күргәҙмә, тематик “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреү ҡаралған. Сик яны кооперацияһы үҫеше, “йәшел” иҡтисад технологияһына күсеү, интеграция процестары тәрәнәйеү шарттарында Рәсәй субъекттарының территориаль үҫеше стратегиялары, йәштәрҙең эшҡыуарлыҡ башланғыстары тикшереләсәк....

Баулы ҡурсаҡтар сәхнәне ташларға йыйынмай
Новости / Сәйәсәт // 4-07-2014, 13:15


Баулы ҡурсаҡтар сәхнәне  ташларға йыйынмайӘле Украинала бығаса ҡорбан булған Рәсәй журналистарының ҡәбер тупрағы баҫылырға ла өлгөрмәне, тағы берәүһе һәләк булды. Беренсе канал операторы Анатолий Клянды Донецк өлкәһендә атып үлтер­ҙеләр. Беҙҙең журналистар Донецк Халыҡ Республика­һының матбуғат хеҙмәте менән һалдат улдарын алып ҡайтырға китеп барған әсәләр ултырған автобуста булған. Киев ғәскәр­ҙәре транспортҡа ата башлай һәм автомат уты 68 йәшлек Анатолий Клянды яралай. Уны, үкенескә күрә, медпунктҡа алып барһалар ҙа, ҡотҡара алмайҙар.
Был яҡтарҙа һаман да бер кем дә, бер нәмә лә контролләнмәй. Теләһәләр, аталар, теләһәләр, урлайҙар, шартлаталар, яндыралар. Хатта изге тип һаналған ҡорамдарға ла бер туҡтауһыҙ ҡорал тоҫҡала. Үткән йәкшәмбелә генә Славянскиҙағы бер сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында атҡандар. Украин ғәскәрҙәре Карачун тауынан ут асҡан....

«Беҙ һоҡландыра алабыҙ әле!»
Новости / Сәйәсәт // 6-06-2014, 16:08


«Беҙ һоҡландыра алабыҙ әле!»Элек Ҡырымда республиканың санаторийҙары, ял йорттары, пионер лагер­ҙары бар ине. Хәҙер был ярымутрау Рәсәйгә кире ҡайтарылды һәм Башҡортостан Ҡырымдың Ҡараһыубаҙар (Белгород) районын шефлыҡҡа алды. Пландар ниндәй? Инвес­тициялар тураһында һүҙ барғаны аңлашылалыр. Ниндәй күләмдә? Ниндәй өлкәләргә буласаҡ?
– Белогорск районы элекке властарҙан бер ниндәй ҙә ресурстар алмаған, хатта йәшәү өсөн мөһим булған мәсьәләләр – һыу, газ менән тәьмин итеү, юл төҙөлөшө, торлаҡ фондын ремонтлау кеүек мәсьәләләрҙә лә. Барыһы ла туҙған һәм төҙөкләндереүҙе талап итә. Бөгөн беҙ шулар менән шөғөлләнәбеҙ ҙә. Дауахана, мәктәп, торлаҡ йорттарҙы, һыу үткәргестәрҙе, юлдарҙы ремонтлайбыҙ, йылылыҡ системаларын ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ. Сүп йыйыусы машиналар, сүп һауыттары менән ярҙам иттек. Быйыл ғына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн 100 – 120 миллион һумлыҡ сығым талап ителә. Һуңынан мәктәптәр­ҙе, административ органдарҙы компьютерлаштырыуҙа ярҙам күрһәтәсәкбеҙ....

“Ҡырымды финанслау Рәсәйҙең социаль программаларына йоғонто яһамаясаҡ”
Новости / Сәйәсәт // 9-05-2014, 08:56


“Ҡырымды финанслау Рәсәйҙең социаль программаларына йоғонто яһамаясаҡ”Ил башлығы менән телеэфир аша “тура бәйләнеш”тәр уҙғарыу хәҙер матур йолаға әүерелде. Һуңғы тапҡыр Вла­димир Путин туранан-тура әңгәмәне декабрҙә үткәргәйне. Шунан һуң ил өсөн ҙур ваҡиғалар етерлек булды. Араларында еңеүҙәрҙе лә билдәләмәй булмай. Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпия, Паралимпия уйындарында еңеүҙәрҙе нисек инде уңышҡа һанамайһың?! Ә Ҡырым республикаһының Рә­сәйгә ҡушылыуысы? Тормош еңеүҙәрҙән генә тормай, әл­биттә. Беҙҙең көндәлек йәшәйешебеҙҙә лә кисекмәҫтән хәл итерлек мәсьәләләр, проблемалар бар. Владимир Путинға бирелгән һорауҙарҙа яңғыраны улар.
Әлбиттә, “тура бәйләнеш”тең тәүге минуттарында уҡ Украина ваҡиғалары, Ҡырым республикаһының Рәсәйгә ҡушылыуы тураһында һүҙ алып барылды (был темаға ике сәғәт ваҡыт бүленде). Түбән­дә – Владимир Путиндың яуаптарынан иң мөһимдәре....

Өйөм – ҡәлғәм, бында миңә хәүеф янамай, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙмы?
Новости / Сәйәсәт // 2-05-2014, 10:24


Өйөм – ҡәлғәм, бында миңә хәүеф янамай, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙмы?Уҙған аҙнала Рәсәй Пре­зиденты Владимир Путин Санкт-Петербургта медиафорумда ҡатнашып, төрлө кимәлдәге журналистарҙың һорауҙарына яуап биргәйне. Әлбиттә, төп тема булып Украиналағы хәл-ваҡиғалар күтәрелде. Бө­гөн беҙгә, йәғни Рәсәйгә Ҡы­рым Республикаһының ҡушылыуына ла бәйле күп һорау тыуа. Ябай халыҡты, бөтә иғтибар шунда йүнәлтелеп, илдәге башҡа проблемалар онотолмаһа ярар ине, тигән борсоу биләп алды. Был юҡҡа түгелдер. Ил сигенең киңәйеүе байтаҡ мәшәҡәт килтергәнен аңлай торғанһығыҙҙыр. Был ваҡытлы мәшәҡәт, тип ышанайыҡ. Баяғы бүтән проблемалар тигәндә, юҡ, моғайын, Ҡырым беҙгә алдараҡ вәғәҙә ителгәндәрҙе үтәргә ҡамасауламаҫ. Вла­димир Путин, мәҫәлән, Мурманск жур
...

Долларҙың көнө бөтөп барамы?
Новости / Сәйәсәт // 11-04-2014, 05:11


Долларҙың көнө бөтөп барамы?Бәләкәй генә үҫенте осмотонан ғәләмәт ҡеүәтле имән үҫеп етеүе мөмкинме? Әлбиттә, тиер­һегеҙ. Тик әлеге “осмотҡа” бер нисә тамсы һыу кәрәк. Ысыҡ тамсыһы булһа ла. Әҙерәк ышыҡ та. Көтөүҙә йөрөгән кәзәләр кимермәһен өсөн. Ололар әйтмешләй, насип булһа, шаулап үҫә лә китә инде. Бөтә нәмә шулайта.
Был фәйләсүфтәрсә һүҙ йөрөтә башланы, тип аптырамағыҙ, бәләкәй нәмәнең ҙур булып үҫеүенә миҫал ғына килтерәм. Тел төбө башта уйланған уйҙы сағыштырыуҙар аша еткермәксе. Анау Украиналағы хәлдәрҙе әйтәм, ҙурлығы яғынан әллә ни маҡтанырлыҡ булмаған май­ҙандан башланған ризаһыҙлыҡтар ҙур бәләгә әүерелде лә баһа....

Рәсәйҙең АҠШ-ҡа биш яуабы
Новости / Сәйәсәт // 21-03-2014, 05:03


Рәсәйҙең АҠШ-ҡа биш яуабыҮрҙәге теманы бер аҙ дауам иткәндә, Украина, Ҡырым ваҡиғалары арҡаһында Рәсәйгә йоҙроҡ күрһәтеүселәр бихисап. Шул төркөмдөң башында АҠШ тора. Ул Ҡырымды яҡлағаны өсөн беҙҙең илгә ҡарата санкциялар иғлан итте. Бар донъяға ҡысҡырҙы шулай. Әммә Рәсәй яуап­һыҙ ҡалмаясаҡ. Әгәр ҙә мәгәр санкциялар, ысынлап та, ғәмәлгә ашырылһа, илебеҙҙең яуабы әҙер. Ул яуап Американы тағы ла нығыраҡ сығырынан сығарасаҡ. Ҡыҫҡараҡ итеп әйткәндә, түбәндәге яуаптар булыр, моғайын.
Беренсеһе – Рәсәй Ҡытай менән киң планда хәрби хеҙмәттәшлек башлаясаҡ. Ҡытайҙарҙың бер миллиардтан артыҡ булғанын иҫәпкә алғанда ла, был АҠШ файҙаһына түгел....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM