НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Намыҫты һатып та булмай, алып та булмай
Новости / Сәйәсәт // 2-10-2010, 13:02


Армияға бөгөн – Насирйән, Нуретдиндәр, флотҡа – Әбделхәйҙәр, милицияға Бәшәрҙәр етмәй...
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа һөнәри байрамдар хәҙерге кеүек бихисап түгел ине. Халыҡ-ара ололар көнөн билдәләгәндәрен дә хәтерләмәйем. Хәйер, октябрь айында ғына рәсми рәүештә ун бер һөнәр кешеләре үҙ көндәрен билдәләйәсәк. Ә алда – ноябрь, Милиция хеҙмәткәрҙәре көнө. Байрамһыҙ ҙа бөгөн, ҡайһы гәзитте генә алма, милицияға ҡағылышлы хәбәргә төртөләһең, телевизор тоҡандырһаң, унда милиционерҙар йә һуғышып, йә хәмер һемереп йөрөй. Шулай ҙа күңелде йылытҡан хәлдәр ҙә булғылай. Онотҡанда бер ауыл участковыйы Анискин тураһындағы иҫке фильмды күрһәтеп алалар. Михаил Жаровтың ғәжәп оҫталығы менән һынландырылған образда кешеләр күңелендәген уҡый алған, хәҙер инде һағынып һөйләргә генә ҡалған аҡыл эйәһен күрәбеҙ....

Башҡортостан иҫәп алыуға әҙер
Новости / Сәйәсәт // 18-09-2010, 14:33


Башҡортостан район һәм ҡалаларына Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡулланыласаҡ документация, бланкылар, башҡа кәрәк-яраҡ оҙатылды. «Башҡортостанстат» тарафынан ебәрелгән йөктөң дөйөм ауырлығы 70 тоннаға етә, шуның 40 тоннаһы – иҫәп алғанда тултырыласаҡ ҡағыҙҙар. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, переписчиктар (республикала 10 меңдән ашыу иҫәп алыусы эшләйәсәк) күк төҫлө портфель, шундай уҡ шарф аласаҡ, өҫтәп фонарь, һыҙғыртҡыс та бирелә....

Алтын һатып бөләйек тә, һалам һатып көләйек
Новости / Сәйәсәт // 18-09-2010, 14:26


Был юлы көндәлек донъя мәшә­ҡәттәренән алыҫыраҡ тойолған, әммә һәр аңлы кешенең йөрәген тырнап торған мәсьәләләр хаҡында фекерләшеп алайыҡ әле.
«Бер алманы бишкә бүләйек…» – тип йырлағанығыҙ барҙыр. Шул бишәүҙең береһе Рәсәй өлөшөнә тейеш тә бит, ләкин илебеҙҙең һонолған ҡулы йыш ҡына буш ҡала. Ни сәбәпле? СССР тип йөрөтөлгән ифрат ҙур ил тарҡалғас та, Рәсәй бөтә ҡоро ерҙең алтынан бер өлөшөн биләп ятҡан, бихисап матди байлыҡҡа хужа булған дәүләт булып ҡала. Дөрөҫ, әлегә биләгән ере буйынса. Иҡтисади, финанс, хәрби ҡеүәте йәһәтенән Рәсәй, әлбиттә, объектив сәбәптәр арҡаһында, АҠШ, Ҡытай, Бөйөк Британия, Алман, Япония кеүек донъя лидерҙары менән тиңләшә алмай.
...

Милләтең кем?
Новости / Сәйәсәт // 11-09-2010, 11:13


Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыуға бер айҙан саҡ ҡына артығыраҡ ваҡыт ҡалды. Төпкөл райондарҙа сара әле үк бара. Әйтергә кәрәк, был акцияла биреләсәк һорауҙарҙың «ҡытыршы» тип йөрөтөлгәндәре лә билдәләнгән. Үткән перепистә асыҡланыуынса, милләте, килем сығанағы тураһындағы һорауҙарға халыҡ теләр-теләмәҫ кенә яуап бирә икән. Тағы бер ҡат иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һеҙҙән берәү ҙә ғаиләгеҙгә күпме аҡса ингәнен һорамаясаҡ. Ә ҡайһы халыҡ вәкиле булыуығыҙҙы иҫәп алыусыға тик үҙегеҙ генә әйтә алаһығыҙ (ғаиләгеҙҙең башҡа ағзалары түгел)....

Әһәмиәтле сараға үҙ өлөшөңдө индер
Новости / Сәйәсәт // 4-09-2010, 12:51


Халыҡ иҫәбен алыу, илдә йәшәүселәрҙең белем кимәлен асыҡлау, үлем-тыуымды билдәләү, йәшәү сығанаҡтарын барлау сараһына айҙан саҡ ҡына ашыуыраҡ ваҡыт ҡалды. «Йәшлек»те уҡыусылар араһында был мөһим акциянан ситтә тороп ҡалыусылар булмаҫ, моғайын. Шулай бит, дуҫтар?...

Бүләккә – таҫмалар
Новости / Сәйәсәт // 28-08-2010, 16:23


Баш ҡаланың Орджоникидзе районына 2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек эштәрен алып барыу өсөн төрлө мәғлүмәт-аңлатыу материалдары килтереп еткерелде. Кешеләргә таратыу өсөн иҫәп алыу кампанияһы логотибы төшөрөлгән таҫмалар алынды.
Үткән аҙнала районда “Бүләккә – таҫмалар” тип атал­ған сара уҙҙы. Был акцияның төп маҡсаты – октябрь айында үтәсәк мөһим кампания тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү....

Мөһим дәүләт сараһы
Новости / Сәйәсәт // 28-08-2010, 16:23


Саҡмағош районында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек әүҙем бара. Әлбиттә, был мөһим сараны ойошҡанлыҡ менән үткәреү өсөн етди әҙерлек талап ителә. Бында был уңайҙан төҙөлгән махсус комиссия ултырыштарында ҡабул ителгән ҡарарҙы үтәү барышы даими тикшереп торола һәм аныҡ саралар күрелә. Әҙерлек барышында урындағы Саҡмағош телевидениеһынан Шәжәрә байрамынан репортаждар күрһәтелгән. Ауыл биләмәһе хакимиәте, мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тураһындағы материалдар урынлаштырыл­ған....

Ил киләсәген билдәләүгә үҙ өлөшөңдө индер
Новости / Сәйәсәт // 28-08-2010, 16:20


Быйыл октябрҙең 14-нән 25-енә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы үтәсәген барыбыҙ ҙа белә. Статистиктар был мөһим сараға әҙерлекте тамамлау өҫтөндә. Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы («Башҡортостанстат») белгестәре иҫәп алыусыларҙы, йәғни переписчиктарҙы уҡытыуға етди тотондо. Улар ғына түгел, ә акция тураһында мәғлүмәтте халыҡҡа еткереүҙә ҙур роль уйнаған журналистар ҙа семинарға саҡырылды. «Башҡортостанстат» етәксеһе Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, иҫәп алыуҙа ҡулланыласаҡ бланкылар, портфель, кенәгәләр һ.б. кәрәкле атрибутика тулыһынса тиерлек килеп еткән....

Иҫәп алыу символикаһы – аҡсала
Новости / Сәйәсәт // 21-08-2010, 17:58


Иҫәп алыу символикаһы – аҡсала
Рәсәй Үҙәк банкы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһына ҡағылышлы өс һәм ун һумлыҡ иҫтәлекле тәңкәләр сығарҙы.
Өс һумлыҡ көмөш аҡса 39 мм диаметрлы, иретмә «проба»һы – 925. Перепись йылы тураһында мәғлүмәт, «Рәсәйгә һәр кем мөһим!» тигән акция девизы яҙылған тәңкә 7,5 мең дана тирәһе эшләнгән.
...

Яҡты иҫтәлеге ҡалды
Новости / Сәйәсәт // 12-05-2010, 23:07


Яҡты иҫтәлеге ҡалды1929 йыл. Бесән мәлендә Арғы Таһир ауылы урамындағы иң ситке мунса янып китә. Бөтә халыҡ бесәнде ятып эшләй, ауылда бала-саға ла ҡарт-ҡоро ғына. Ҡарышҡандай, ел ауыл яғына иҫә. Янғын эргәләге өйҙәргә күсә. Урамдың һырт яғы, зат-ырыуы менән теҙелешеп ултырған хәлле генә Хоҙайғоловтарҙың йорт-ҡураһы яна. Ҡарағас өйҙәрҙең ҡыйыҡ-түбәләре гөрһөлдәп ауа, ҡапҡалар ҡурҡыныс тауыш сығарып яна. Янғын өйҙәренә килеп еткәнсе, ике ҡыҙ – 18 йәшлек Ғәшүрә менән 14 йәшлек Сәмиға Хоҙайғоловалар, йүгерешеп, өй эсендәге бар йыһазды Һаҡмар буйына ташый. Бөтә нәмәне сығарып өлгөрәләр, тик китаптар һалынған бер ҙур ағас һандыҡты сығара алмайҙар. Уттың ял-ҡойроғо юҡ – тиҙ арала һырттағы ун бер өйҙө ялмай....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM