НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Фиордтар илендәге тамуҡ
Новости / Сәйәсәт // 26-07-2011, 11:01


Ослола йәшәүсе бер ир-егет, мосолмандарҙы күрә алмағанлыҡтан, иленең «яҡты киләсәге»н ҡайғыртмаҡсы булған
Фиордтар илендәге тамуҡҮткән йомала 32 йәшлек норвег иленең тыныслығына ҡул һуҙған – бомба һалып, баш ҡалалағы Хөкүмәт йортон емергән, кешеләрҙе ғәрипләндергән. Шартлау тулҡыны шул тиклем көслө булған, хатта бер саҡрым алыҫлыҡта торған биналарҙың тәҙрә быялалары ҡойолоп төшкән. Ике сәғәт тә үтмәгән, ошо уҡ кеше, полиция формаһын кейеп алып, Ослонан бик алыҫ булмаған утрауға барып урынлашҡан һәм... социал-демократтар лагерындағы үҫмерҙәргә ата башлаған: балалар мәйеттәре яр буйын ҡаплаған. Яуған пуляларҙан ҡасып ҡотолорға теләп, бер нисә малай һыуға ташлана − икенсе ярға йөҙөп сығырға уйлаған бисаралар. Тик... бәғер­һеҙ ир уларҙы ла атып үлтерә. Аҙаҡ енәйәтсе фажиғә урынына килеп еткән полицейскийҙар ҡулына бирелә. Ул Андерс Беринг Брейвик булып сыға, һәм үҙенең енәйәтен таный: 1000 кг бомба әҙерләгән булған....

Ҡоролтайҙа – яңы етәксе
Новости / Сәйәсәт // 9-07-2011, 11:36


Ҡоролтайҙа – яңы етәксе7 июлдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ул­ты­рышы үтте.
Унда ойошманың етәк­сеһе итеп РФ Дәүләт Йыйылы­шының Дәүләт Думаһы депутаты, Си­ләбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Марсель Йосопов һайланды.
Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының элекке рә­йесе Илгиз Солтанморатов үҙе етәкләгән БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының тығыҙ эш графигына күсеү сәбәпле, үҙ теләге буйынса вазифаһынан китте....

Һимеҙ һәм ҡорһаҡлыһыңмы? Тимәк, полицияға яраҡлы түгелһең
Новости / Сәйәсәт // 2-07-2011, 14:04


Рәсәй эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев тармаҡта тулы ҡеүәттә барған реформаны тағы ла «ҡыҙығыраҡ» итмәксе.
Баҡһаң, ул ҡорһаҡлы хеҙмәт­кәрҙәр­ҙе полицияла ҡалдырыуға ҡаршы икән. Ундайҙар аттестация үтмәйәсәк, тип ҡәтғи генә әйтеп тә ташлаған әле. Дөрөҫ, Нурғәлиев әфәнде, «здарауай» хеҙмәткәр, ауырлығына ҡарамаҫтан, полиция талаптарына тура килһә, бәлки үткәрербеҙ ҙә, тип һүҙҙәрен тиҙ үк йомшартып та ҡуйған. Шуныһы ла бар: Эске эштәр министрлығының юғары етәкселек составы аттестацияны үтеп бөтөп бара. Улар араһында «ҡорһаҡлылар һәм һимеҙҙәр» булдымы икән? Һе, ябы-ыҡ генерал ҡарап тороуға ниндәйерәктер инде......

Фекерең өсөн үҙең яуап бир
Новости / Сәйәсәт // 14-06-2011, 13:29


Рәсәйҙә интернет селтәрендә «йөҙгән» мәғлүмәт сараларында уҡыусыларҙың экстремистик комментарийҙары өсөн ҡануниәт тарафынан яуаплылыҡ сиге билдәләнәсәк .
Был хаҡта РФ Президенты Дмитрий Медведев тейешле тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Бер ай элек интернет-берлек вәкилдәре менән осрашыуҙа уға редакциялар етәкселәре, уҡыусылар яҙған фекер­ҙәр йә блогтарҙағы мәғлүмәтте күсереп яҙған өсөн яуап бирергә тура килә, тип зарланғайны. Ошо юҫыҡта илдең элемтә һәм коммуникациялар ми­нистры Игорь Щеголевҡа 1 авгусҡа тиклем «Киң мәғлүмәт саралары тураһында»ғы РФ законына үҙгәрештәр әҙерләргә күрһәтмә бирелде. Бында, әлбиттә, һүҙ комментарийҙар баҫҡан интернет-сығанаҡтарҙы яуап­лылыҡтан бушатыу хаҡында түгел, ә сиктәр билдәләү хаҡында барасаҡ, йәғни «РФ ҡануниәтен боҙоусы уҡыу­сылар фекерен баҫҡан өсөн» тигән пункт тәртипкә килтереләсәк....

Йәй Кешелеккә ниндәй «бүләк» эшләр?
Новости / Сәйәсәт // 21-05-2011, 10:01


йәки Ситтән байҡау – бер, ут араһында ҡалырға яҙмаһын
«Беҙ һаҙлыҡҡа батҡанбыҙ, әммә ҡайһы берҙәребеҙ йондоҙҙарға баға». Был мәғәнәле һүҙҙәрҙе инглиз яҙыусыһы Оскар Уайльд әйткән. Өмөт ташламаған, тимәк, ул ҡайһы берәүҙәрҙе. Юҡ, беҙ – һаҙлыҡта, тип туранан-тура әҙипте лә хуплап булмай, әммә донъяның әле теге, әле был илендә бер туҡтауһыҙ шаулау-шартлау яңғырауын, тегендә-бында ғәйепһеҙ ҡорбандар һаны артыуын, етәкселәр модернизация, инвестиция тип оран һалғанда туғыҙ йәшлек баланың аҫылынып үлеүен, бер көн килеп бер-бер артлы балыҡтар ҡырылыуын, ғәмһеҙ йәшәп ятҡан кешенең кешенән ашалыуын, тағы шуға оҡшаш бихисап хәлде ишетмәҫ-күрмәҫ өсөн генә лә һаҙлыҡҡа инеп сумырға теләк тыуыуы ихтимал. Әммә күрәһеләр ете ҡат ер аҫтында ла беҙҙе ҡыуып етә ала. Шундай уйҙар килә башҡа донъяуи хәл-ваҡиғаларға байҡау яһағанда....

Донъя менән кем идара итә?
Новости / Сәйәсәт // 23-04-2011, 11:52


йәки Рәсәйгә бола тулҡынының сираттағы ҡорбаны булыу янаймы?
Донъя менән кем идара итә?Был арала ла донъя үҙенә генә хас тауыш менән гөж итеп тора. Тормош дауам итә, йәмәғәт. Ни­сәмә көн боларған Африка ты­нып ҡалһа, АҠШ бер нигә лә ҡы­ҫылмаһа, күңелһеҙләнер инек. Әле килеп Европа үҙенә «ҡаратты»....

Ер тетрәүме, әллә йәшерен ядро һынауымы?
Новости / Сәйәсәт // 16-04-2011, 12:05


Һуңғы ваҡытта Япониялағы ер тетрәүгә бәйле имеш-мимештәр интернет селтәрен тултырҙы. Йәнәһе лә, унда океан төбөндә йәшерен рәүештә ядро ҡоралы һыналған һәм ул уңышһыҙ тамамланған. «Фукусима – 1» АЭС-ындағы һәләкәт иһә радиация таралыуҙың ысын сәбәптәрен күрһәтмәү өсөн «сәхнәләштерелгән». Ҡытай сайттарында ошондай мәғлүмәт баҫылған. Быға тиклем Токио губернаторы Синтаро Исихара Ҡытайға ядро ҡоралы менән янаған булған икән....

Алға барғанда артҡа күҙ һалыу артыҡ түгел
Новости / Сәйәсәт // 16-04-2011, 10:43


йәки Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу демография күҙлегенән
Ошо көндәрҙә статистика органдары былтыр илебеҙҙә үткән перепистең тәүге һөҙөмтәләрен иғлан итте. Республиканың даими халҡы 4072,1 мең кеше иҫәпләнә. 2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтың кәмеүе күҙәтелә (2,3 миллион), шул иҫәптән Башҡортостан буйынса 30 мең кешегә....

Американың аҫтыртын сәйәсәте
Новости / Сәйәсәт // 16-04-2011, 10:41


йәки Ғәрәп илдәрендә барған сыуалыш-һуғыштарға нефть сәбәпсе
Донъя баҙарында яғыулыҡҡа хаҡ арта. Таш күмер сығарыу ҡиммәтләнә, шахтерҙарҙың ғүмере өҙөлә. Нефть табыу ҡоро ерҙән диңгеҙгә күсә бара. Нефть, газ тапҡан илдәр донъя баҙарында хаҡтарҙы көйләү өсөн ОПЭК союзына инеп, бер-береһен күҙәтеп тора. Яғыулыҡҡа ҡытлыҡты файҙаланып, «ҡара алтын»ды күберәк һатҡан илдәр бар.
АҠШ үҙ илендәге нефть ятҡылыҡтарын һаҡлап, сит ил нефть табыу компанияларына хужа булып алды....

Африка союзы Ливияға тәҡдим яһаны
Новости / Сәйәсәт // 12-04-2011, 12:47


Африка союзы Ливияға тәҡдим яһаныЛивияның Муаммар Каддафи етәкләгән хөкүмәте илдә тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса Африка союзы тәҡдимен ҡабул итте.
Союзға ингән илдәр делегацияһы (уға Көньяҡ Африка, Мали, Мавритания, Конго вәкилдәре ингән) Каддафи менән йәкшәмбелә Ливияның баш ҡалаһында осрашып һөйләшкән. «Тыныслыҡ» вәкилдәре оппозициянан да яуап көтә. Улары иһә Каддафи китһә генә ҡорал һаласаҡтары тураһында белдергән....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM