НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Халыҡ иҫәбен алыу уңышлы үтәсәк
Новости / Сәйәсәт // 2-10-2010, 13:09


Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙ генә ваҡыт ҡалды. Ул 14 октябрҙән 25 октябргәсә дауам итәсәк. Был сарала Рәсәйҙең, Башҡортостандың бөтә граждандары ла ҡатнашырға тейеш. Ошо юлдарҙың авторына 1959 йылдың ғинуарында Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыуҙың уртаһында ҡайнарға тура килгәйне. Шуға күрә был мөһим эштә билдәле бер тәжрибә туплағанмын һәм алда торған халыҡ иҫәбен алыуға битараф ҡала алмайым.
...

Әҙербеҙ һәм көтәбеҙ!
Новости / Сәйәсәт // 2-10-2010, 13:09


«Росстат» етәксеһе Александр Суринов вәғәҙәләүенсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа барлыҡ мәғлүмәттең конфеденциаллеге һаҡланасаҡ. Халыҡ тыныс булырға тейеш – улар хаҡындағы мәғлүмәтте таратмаясаҡтар. Был ил ҡануниәтендә закон менән нығытылған....

һыуҙы кем болғата?
Новости / Сәйәсәт // 2-10-2010, 13:07


Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу көндәре яҡынлашҡан һайын был саранан «тамаша» яһарға теләүселәрҙең әүҙемләшеүе ишетелә. Хөсөт таратыу маҡсатында һәр ерҙә бысраҡ технологияһын ҡулланып ҡалырға ынтылыусылар табылып тора. Иңебеҙгә иң ҡуйып йәшәгән ҡәрҙәштәр, ана, республика кимәлендә йыйылыш үткәр­ҙек, тип яу һала. Йәнәһе, «башҡортлаштырыуға ҡаршы сара күрмәй хәлдәре юҡ»....

Намыҫты һатып та булмай, алып та булмай
Новости / Сәйәсәт // 2-10-2010, 13:02


Армияға бөгөн – Насирйән, Нуретдиндәр, флотҡа – Әбделхәйҙәр, милицияға Бәшәрҙәр етмәй...
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа һөнәри байрамдар хәҙерге кеүек бихисап түгел ине. Халыҡ-ара ололар көнөн билдәләгәндәрен дә хәтерләмәйем. Хәйер, октябрь айында ғына рәсми рәүештә ун бер һөнәр кешеләре үҙ көндәрен билдәләйәсәк. Ә алда – ноябрь, Милиция хеҙмәткәрҙәре көнө. Байрамһыҙ ҙа бөгөн, ҡайһы гәзитте генә алма, милицияға ҡағылышлы хәбәргә төртөләһең, телевизор тоҡандырһаң, унда милиционерҙар йә һуғышып, йә хәмер һемереп йөрөй. Шулай ҙа күңелде йылытҡан хәлдәр ҙә булғылай. Онотҡанда бер ауыл участковыйы Анискин тураһындағы иҫке фильмды күрһәтеп алалар. Михаил Жаровтың ғәжәп оҫталығы менән һынландырылған образда кешеләр күңелендәген уҡый алған, хәҙер инде һағынып һөйләргә генә ҡалған аҡыл эйәһен күрәбеҙ....

Башҡортостан иҫәп алыуға әҙер
Новости / Сәйәсәт // 18-09-2010, 14:33


Башҡортостан район һәм ҡалаларына Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡулланыласаҡ документация, бланкылар, башҡа кәрәк-яраҡ оҙатылды. «Башҡортостанстат» тарафынан ебәрелгән йөктөң дөйөм ауырлығы 70 тоннаға етә, шуның 40 тоннаһы – иҫәп алғанда тултырыласаҡ ҡағыҙҙар. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, переписчиктар (республикала 10 меңдән ашыу иҫәп алыусы эшләйәсәк) күк төҫлө портфель, шундай уҡ шарф аласаҡ, өҫтәп фонарь, һыҙғыртҡыс та бирелә....

Алтын һатып бөләйек тә, һалам һатып көләйек
Новости / Сәйәсәт // 18-09-2010, 14:26


Был юлы көндәлек донъя мәшә­ҡәттәренән алыҫыраҡ тойолған, әммә һәр аңлы кешенең йөрәген тырнап торған мәсьәләләр хаҡында фекерләшеп алайыҡ әле.
«Бер алманы бишкә бүләйек…» – тип йырлағанығыҙ барҙыр. Шул бишәүҙең береһе Рәсәй өлөшөнә тейеш тә бит, ләкин илебеҙҙең һонолған ҡулы йыш ҡына буш ҡала. Ни сәбәпле? СССР тип йөрөтөлгән ифрат ҙур ил тарҡалғас та, Рәсәй бөтә ҡоро ерҙең алтынан бер өлөшөн биләп ятҡан, бихисап матди байлыҡҡа хужа булған дәүләт булып ҡала. Дөрөҫ, әлегә биләгән ере буйынса. Иҡтисади, финанс, хәрби ҡеүәте йәһәтенән Рәсәй, әлбиттә, объектив сәбәптәр арҡаһында, АҠШ, Ҡытай, Бөйөк Британия, Алман, Япония кеүек донъя лидерҙары менән тиңләшә алмай.
...

Милләтең кем?
Новости / Сәйәсәт // 11-09-2010, 11:13


Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыуға бер айҙан саҡ ҡына артығыраҡ ваҡыт ҡалды. Төпкөл райондарҙа сара әле үк бара. Әйтергә кәрәк, был акцияла биреләсәк һорауҙарҙың «ҡытыршы» тип йөрөтөлгәндәре лә билдәләнгән. Үткән перепистә асыҡланыуынса, милләте, килем сығанағы тураһындағы һорауҙарға халыҡ теләр-теләмәҫ кенә яуап бирә икән. Тағы бер ҡат иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һеҙҙән берәү ҙә ғаиләгеҙгә күпме аҡса ингәнен һорамаясаҡ. Ә ҡайһы халыҡ вәкиле булыуығыҙҙы иҫәп алыусыға тик үҙегеҙ генә әйтә алаһығыҙ (ғаиләгеҙҙең башҡа ағзалары түгел)....

Әһәмиәтле сараға үҙ өлөшөңдө индер
Новости / Сәйәсәт // 4-09-2010, 12:51


Халыҡ иҫәбен алыу, илдә йәшәүселәрҙең белем кимәлен асыҡлау, үлем-тыуымды билдәләү, йәшәү сығанаҡтарын барлау сараһына айҙан саҡ ҡына ашыуыраҡ ваҡыт ҡалды. «Йәшлек»те уҡыусылар араһында был мөһим акциянан ситтә тороп ҡалыусылар булмаҫ, моғайын. Шулай бит, дуҫтар?...

Бүләккә – таҫмалар
Новости / Сәйәсәт // 28-08-2010, 16:23


Баш ҡаланың Орджоникидзе районына 2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек эштәрен алып барыу өсөн төрлө мәғлүмәт-аңлатыу материалдары килтереп еткерелде. Кешеләргә таратыу өсөн иҫәп алыу кампанияһы логотибы төшөрөлгән таҫмалар алынды.
Үткән аҙнала районда “Бүләккә – таҫмалар” тип атал­ған сара уҙҙы. Был акцияның төп маҡсаты – октябрь айында үтәсәк мөһим кампания тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү....

Мөһим дәүләт сараһы
Новости / Сәйәсәт // 28-08-2010, 16:23


Саҡмағош районында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек әүҙем бара. Әлбиттә, был мөһим сараны ойошҡанлыҡ менән үткәреү өсөн етди әҙерлек талап ителә. Бында был уңайҙан төҙөлгән махсус комиссия ултырыштарында ҡабул ителгән ҡарарҙы үтәү барышы даими тикшереп торола һәм аныҡ саралар күрелә. Әҙерлек барышында урындағы Саҡмағош телевидениеһынан Шәжәрә байрамынан репортаждар күрһәтелгән. Ауыл биләмәһе хакимиәте, мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тураһындағы материалдар урынлаштырыл­ған....


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.02.2018)
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд



  • Радио Юлдаш FM