НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Вертолеттар, тәүҙә вертолеттар...
Новости / Сәйәсәт // 29-12-2016, 12:29


Вертолеттар, тәүҙә вертолеттар... Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә “Рәсәй вертолеттары” йәмғиәтенең генераль директоры Александр Михеев менән осрашты.
Улар республикала вертолет төҙөү тармағының үҫеше, Күмертау авиация предприятиеһындағы хәл-торош хаҡында һөйләште.
Күмертауҙағы был предприятие 2016 йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлай, дәүләт оборона заказы буйынса ла йөкләмәләр үтәлгән, бер нисә контракт ғәмәлгә ашырылған, яңы модификациялы вертолет та эшләнгән. Ка-226Т вертолеты тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Ул карапҡа төшә алырлыҡ яңы ҡорамаллы тәүге еңел осаҡ. Был хаҡта Михеев та хуплау һүҙҙәрен әйтте.
Төбәк Башлығы республикала шундай предприятие булыуына ҡәнәғәт.
“Рәсәй вертолеттары” үҙ тармағында донъя лидерҙары иҫәбендә. 2007 йылда булдырылған холдингҡа биш вертолет заводы, ике конструктор бюроһы инә, шулай уҡ сервис компанияһы ла бар. Һатып алыусылары ла әһәмиәтле – Рәсәйҙең Эске эштәр, Оборона, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары, ҙур сит ил компаниялары....

Рөстәм Хәмитов РФ Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты
Новости / Сәйәсәт // 28-12-2016, 11:36


Рөстәм Хәмитов РФ Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты27 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов экологияны киләсәк быуын мәнфәғәттәрендә үҫтереү мәсьәләләренә арналған Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты....

Мөхәррирҙәр Республика Башлығы менән осрашты
Новости / Сәйәсәт // 26-12-2016, 15:04



Мөхәррирҙәр Республика Башлығы менән осрашты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов яҙма матбуғат сараларының вәкилдәре менән осрашты. “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, “Ҡыҙыл Таң”дыҡы Фаил Фәтхетдинов, “Республика Башкортостан” гәзитенең етәксеһе Эльза Хорева һәм “Вечерняя Уфа” гәзитенең баш мөхәррире Вячеслав Голов үтеп барған йылға байҡау яһау өсөн Республика йортона тупланды. Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында республикалағы социаль-иҡтисади үҫеш хаҡында һөйләшеүҙәр булды, 2017 йылда тормошҡа ашырырға ниәтләнгән проекттар ҙа телгә алынды. Демография, йәшәйештең төрлө тармаҡтарында тормошҡа ашырылмаған мөмкинлектәр, агросәнәғәт комплексы кеүек көнүҙәк проблемаларҙы күтәргән осрашыу бик йәнле һәм һөҙөмтәле шарттарҙа үтте....

Ҙур үҫеш стратегияһы әҙерләнә
Новости / Сәйәсәт // 22-12-2016, 14:11


Ҙур үҫеш стратегияһы әҙерләнәКисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт ултырышы үткәрҙе. Был сара төбәкте 2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫтереү Стратегияһы проектының төп положениеһы һәм киләһе йылда Хөкүмәттең мөһим эш йүнәлештәре тураһында фекер алышыуға ҡоролдо.
Рөстәм Хәмитов үтеп барған йыл йомғаҡтарына ла туҡталды. Уның билдәләүенсә, 2016 йыл, дөйөм алғанда, республика өсөн ярайһы ғына уңышлы булды.
Төҙөлөштә, сауҙала һәм хеҙмәт күрһәтеүҙәге хәл яҡшырҙы, сәнәғт етештереүе 11 айҙа ике процентҡа үҫте, ауыл хужалығы үҫеше – бер процент. Эш хаҡының да күтәрелеүе күҙәтелә. Ҡыҫҡаһы, республика 2017 йылға ныҡлы аҙымдар менән инә.
Әлеге Стратегия өҫтөндә эш ярты йыл элек башланған. Ғалимдар, белгестәр, хатта “Сколково” эксперттары йәлеп ителгән....

БР Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа киләһе йылға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны
Новости / Сәйәсәт // 9-12-2016, 13:23


БР Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа киләһе йылға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаныРөстәм Хәмитов был етенсе Мөрәжәғәтнамәһен республиканың дөйөм социаль-иҡтисади хәл-торошона баһа биреүҙән башланы. “Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәте алдына тотороҡло үҫешкә, иҡтисад үҫеүенә күсеүҙе тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡтың әүҙемләшеүен нығытыу, халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү бурыстарын ҡуйҙы. Сит илдәр менән сауҙа хәлдәре үҙгәреүе, бюджет сикләүҙәре шарттарында быны, эске резервтарға, инновацияларға һәм яңы идара технологияларын индереүгә таянып, иң тәү сиратта эшләргә кәрәк”, – тине төбәк Башлығы....

Яҡынса һөҙөмтәләр бар
Новости / Сәйәсәт // 19-09-2016, 15:26


Яҡынса һөҙөмтәләр барРәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына бер мандатлы округтар буйынса депутаттар һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләрен баҫтырҙы.
Өфө бер мандатлы округында “Берҙәм Рәсәй”ҙән Павел Качкаев еңеп сыҡты. Уны 157 120 кеше хуплаған. Икенсе урында 51 252 тауыш менән Александр Ющенко....

«Халыҡҡа хеҙмәт итеү – минең ҡанымда»
Новости / Сәйәсәт // 9-09-2016, 13:18


«Халыҡҡа хеҙмәт итеү –  минең ҡанымда»Зариф Байғусҡаров эше, ғаиләһе, маҡсаттары хаҡында

РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидат Зариф Байғусҡаров «Йәшлек» гәзитенә ни өсөн юрист һөнәрен һайлауы тураһында һөйләне һәм балалар тәрбиәләү серҙәрен асты.
...

Уведомление о проведении жеребьевки
Новости / Сәйәсәт // 11-08-2016, 22:36


Редакция газеты «Йэшлек» уведомляет о проведении жеребьевки по распределению между региональными группами кандидатов платной печатной площади для публикации предвыборных агитационных материалов в газете “Йэшлек” при проведении выборов депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации седьмого созыва, которые состоятся 18 сентября 2016 года.
Предоставление платной печатной площади для проведения предвыборной агитации осуществляется в соответствии с результатами жеребьевки и договором, заключенным в письменной форме между редакцией газеты и зарегистрированными кандидатами и политическими партиями.
Жеребьёвка по распределению платной площади проводится 16 августа 2016 года в 14-00 в редакции газеты “Йэшлек” по адресу г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13, 8-й этаж ....

Матбуғат һүҙе – үткер бысаҡ та, юлды күрһәткән маяҡ та
Сәйәсәт / Махсус бит // 16-01-2016, 11:46


Матбуғат һүҙе – үткер бысаҡ та,  юлды күрһәткән маяҡ таБашҡортостан матбуғаты тарихы иһә Өфөлә 178 йыл элек сыҡҡан “Оренбургские губернские ведомости” гәзитенән баш­лан­ған. Әле республика халыҡтары телдәрендә 200-ҙән ашыу гәзит-журнал сыға. БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығында белдереүҙәренсә, Башҡортостан матбуғат баҫмалары юғары кимәлдә сыға, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансыҡтары булып тора.
Үкенескә күрә, һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында белем алыу, уҡыу­ға ынтылыу кәмей. Был айырыуса милли баҫмаларҙа һиҙелә. Йыл­дан-йыл уларҙың тиражы кәмей, уҡыусылар интернетҡа йүнәлә. Иҡтисади көрсөк тә насар йоғонто яһай. Подписка хаҡының артыуы элекке һымаҡ биш-алты баҫманы алдырып уҡырға мөмкинлек бирмәй. Шулай ҙа тоғролоғон һаҡлаған дуҫтар күп булыуы беҙҙе, “Йәшлек”тәрҙе, ныҡ һөйөндөрә....

Аҙымдарҙы үлсәп баҫайыҡ, күҙәтеүсе бар
Новости / Сәйәсәт // 14-01-2016, 16:59


Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының “Ғәҙел һатып алыуҙар өсөн” (“За честные закупки”) проекты халыҡ араһында ҡыҙыҡһыныу уятты. Моғайын, уның башлыса түрәләр­ҙең “аппетитын” ауыҙлыҡлауға бәйле булыуы сәбәпселер.
Быйыл эксперттар дөйөм суммаһы 169 миллиард һумға торошло 580 шикле заказды асыҡлаған. Фронттың рәсми сайтына инеп, “Уңыш тарихы” битенә күҙ һалһаң, тәү ҡарамаҡҡа бигүк кәрәкле булмаған тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙе һатып алырға теләүсе ойошма-предприятиеларҙың күпме тотолғанын асыҡ күрәһең.
Бына, мәҫәлән, “Алыҫ Көнсығышты үҫтереү корпорацияһы” йәмғиәте ҡиммәтле автомобилдәргә заказ биргән. Бөтә суммаһы 23 миллион һумдан ашыуға барып баҫҡан был килешеү мәлендә туҡтатылған. Ғөмүмән, заказдарҙың күбеһе затлы автомобилдәргә ҡағыла.
Мәскәү өлкәһенең Одинцово ҡалаһындағы ҡаҙна пред­приятие­һы 240 мең һумға торошло телевизорҙар алмаҡсы бул­ған....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM