НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ер тетрәүме, әллә йәшерен ядро һынауымы?
Новости / Сәйәсәт // 16-04-2011, 12:05


Һуңғы ваҡытта Япониялағы ер тетрәүгә бәйле имеш-мимештәр интернет селтәрен тултырҙы. Йәнәһе лә, унда океан төбөндә йәшерен рәүештә ядро ҡоралы һыналған һәм ул уңышһыҙ тамамланған. «Фукусима – 1» АЭС-ындағы һәләкәт иһә радиация таралыуҙың ысын сәбәптәрен күрһәтмәү өсөн «сәхнәләштерелгән». Ҡытай сайттарында ошондай мәғлүмәт баҫылған. Быға тиклем Токио губернаторы Синтаро Исихара Ҡытайға ядро ҡоралы менән янаған булған икән....

Алға барғанда артҡа күҙ һалыу артыҡ түгел
Новости / Сәйәсәт // 16-04-2011, 10:43


йәки Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу демография күҙлегенән
Ошо көндәрҙә статистика органдары былтыр илебеҙҙә үткән перепистең тәүге һөҙөмтәләрен иғлан итте. Республиканың даими халҡы 4072,1 мең кеше иҫәпләнә. 2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтың кәмеүе күҙәтелә (2,3 миллион), шул иҫәптән Башҡортостан буйынса 30 мең кешегә....

Американың аҫтыртын сәйәсәте
Новости / Сәйәсәт // 16-04-2011, 10:41


йәки Ғәрәп илдәрендә барған сыуалыш-һуғыштарға нефть сәбәпсе
Донъя баҙарында яғыулыҡҡа хаҡ арта. Таш күмер сығарыу ҡиммәтләнә, шахтерҙарҙың ғүмере өҙөлә. Нефть табыу ҡоро ерҙән диңгеҙгә күсә бара. Нефть, газ тапҡан илдәр донъя баҙарында хаҡтарҙы көйләү өсөн ОПЭК союзына инеп, бер-береһен күҙәтеп тора. Яғыулыҡҡа ҡытлыҡты файҙаланып, «ҡара алтын»ды күберәк һатҡан илдәр бар.
АҠШ үҙ илендәге нефть ятҡылыҡтарын һаҡлап, сит ил нефть табыу компанияларына хужа булып алды....

Африка союзы Ливияға тәҡдим яһаны
Новости / Сәйәсәт // 12-04-2011, 12:47


Африка союзы Ливияға тәҡдим яһаныЛивияның Муаммар Каддафи етәкләгән хөкүмәте илдә тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса Африка союзы тәҡдимен ҡабул итте.
Союзға ингән илдәр делегацияһы (уға Көньяҡ Африка, Мали, Мавритания, Конго вәкилдәре ингән) Каддафи менән йәкшәмбелә Ливияның баш ҡалаһында осрашып һөйләшкән. «Тыныслыҡ» вәкилдәре оппозициянан да яуап көтә. Улары иһә Каддафи китһә генә ҡорал һаласаҡтары тураһында белдергән....

Фукусима ағыуы беҙгә килеп етерме?
Новости / Сәйәсәт // 9-04-2011, 11:02


Япония АЭС-ында радиациялы һыуҙы океанға ағыҙҙылар
Япониялағы ер тетрәүгә Ҡояштағы ғәләмәт ҙур шартлауҙар сәбәпсе, тип фаразлай Рәсәй ғалимдары. «Ҡояштағы был «хәлдәр» 10 мартта төнгә ҡарай була, ә иртәгәһенә Японияла – фажиғә», – ти Рәсәй Фәндәр академияһының Геоэкология институты лабораторияһы мөдире Александр Жигалин. Бәлки, был шундай теүәл тап килеү генәлер. Ҡояш йоғонтоһомо, юҡмылыр, әммә ер тетрәү ҡазаһы оҙаҡ йылдарға һуҙыласаҡ....

Революцияға кем ғәйепле? буйҙаҡтар...
Новости / Сәйәсәт // 29-03-2011, 10:11


Революцияға кем ғәйепле? буйҙаҡтар...Рәсәйҙә үҙенең «киң» фекерҙәре менән билдәле Владимир Жириновский, Ливиялағы әлеге бола мосолман дине һәм гендер проблемалары менән бәйле, тип һанай.
Эш бында ислам идеологияһында түгел, ә һәр йомала мәсеткә йыйылыуҙа, имеш. Ир-аттың күмәкләшеп бер урынға тупланыуы иртәме-һуңмы майҙандарға сығыуға булышлыҡ итә, ти Жири­новский. «Мәсеткә йыйылған ирҙәр араһында хәбәр тиҙ тарала, улар тиҙ генә ойоша ала. Ә бына христиандар күпләп йәшәгән ерҙә улай түгел – ирҙәр сиркәүгә әҙ йөрөй, билдәле бер көндә йыйылыу ғәҙәте лә юҡ. Башҡортостан менән Та­тарстанда православие ме­нән ислам баланста «көн итә», был тыныс төбәктәрҙә төрлө конфессия вәкилдәре йәшәй. Мосолмандар күп булған Төньяҡ Кавказ иһә үҙенең тотороҡһоҙлоғон бер нисә тапҡыр күрһәтте инде», – ти Владимир Вольфович....

Донъя шаулай – йәшәй, болара, шартлай...
Новости / Сәйәсәт // 26-03-2011, 16:10


йәки Иртәгә уяныуыбыҙға күҙ алдында нимә булырын кем белә?
Был донъяла ниҙәр булып ята ул, йәмәғәт?! Йыл башынан ҡайҙа, нимәләр генә кисерелмәне – теракттарҙың дауам итеүе хәүефкә һалды, Яҡын Көнсығыштағы хәл өсөн янып-көйҙөк, Япониялағы ер тетрәү ҙә тетрәндерҙе. Һеҙгә ҡурҡыныс түгелме ул? Әле тегендә, әле бында беҙҙе күпмелер кимәлдә һиҫкәндергән ваҡиғалар булып ҡына тора. Әллә, майя индеецтары фаразлауынса, ысынлап та, заман ахыры яҡынлашамы? Эйе, бында интернет та, телевизор ҙа, башҡа киң мәғлүмәт саралары ла роль уйнай: беҙ бит һәләкәттәр, болалар хаҡында нәҡ шул сығанаҡтарҙан беләбеҙ. Был юлдарҙы уҡып та күңелдәре өшөп ҡуйғандар табылыр. Әммә сәбәптәрен белге килә. Ни өсөн тыныс ҡына йәшәй алмайбыҙ? Ниңә тәбиғәт һәләкәттәре йөҙ йылға булһа ла тынмай? Нишләп ҡайһы бер ил халыҡтары етәкселәре менән килешмәй? Улары кеше мәнфәғәтенә эшләргә тейеш тә һуң! Һорауҙар күп, ә яуапты оҙаҡ эҙләргә, тапҡас та, төшөнөргә кәрәк әле....

Ливия ут аҫтында
Новости / Сәйәсәт // 22-03-2011, 02:05


Ливия ут аҫтындаЛивияла 40 йылдан ашыу ил менән идара итеүсе Муаммар Каддафиға ҡаршылыҡ акциялары 15 февралдән бирле дауам итә. Ил халҡы ике өлөшкә бүленде. Көнбайышты Каддафи контролдә тотһа, көнсығышты баш күтәреүселәрҙең ҡораллы көстәре тотоп тора. Көнсығыш территория менән идара итеү өсөн баш күтәреүселәр Милли совет ойоштороп, үҙҙәрен илдәге берҙән-бер законлы власть тип иғлан итә. Шул уҡ ваҡытта һуңғы көндәрҙә Каддафиҙың ғәскәрҙәре Ливияның көнсығышында киң күлә­мле операция үткәрә. Һөҙөмтәлә Рас-әл-Ануф менән Марса-әл-Бурейка кеүек ҡалалар юҡҡа сыға. Каддафи яҡлылар Милли совет урынлашҡан Бенгази ҡалаһына яҡынлаша....

Планета ниңә тыныс түгел?
Новости / Сәйәсәт // 19-03-2011, 13:48


Һуңғы йылдарҙың тәбиғәт ҡазаларын, һәр төрлө башҡа һәләкәттәрҙе, ҡайһы бер ил­дәр­ҙә ҡупҡан болаларҙы бәғзеләр, бигерәк тә сит ил кешеләре, «2012 йыл репетицияһы» тип атай. Нимә буласаҡ һуң был йылда? Эш шунда: майя ҡәбиләһе индеецтары үҙ календарҙарында 2012 йылда Ҡояштың сираттағы һүнеүен фаразлаған. Быны тотош донъя бөтә, тип аңларға кәрәкмәйҙер. Цивили­зациялар алмашынып торғанын хәҙер иҫбат иттеләр инде. Нух бәйғәмбәр ваҡытынан тере ҡалған кешелек һанай әле мәңгелек йылъяҙмаһын. Миллиондарса кешенең ғүмерен өҙгән бәлә-ҡазаны – ер тетрәүҙәр, һыу баҫыуҙар, терроризм, янғын, аслыҡ, эпидемияларҙы – заман ахыры менән бәйләмәй ҙә булмай шул. Унан килеп, Ер планетаһы кешенең артыҡ эшмәкәрлегенән күп кенә зыян күрҙе, күрә. Был ҡасанға тиклем дауам итәсәк? Билдәһеҙ. Әлегә Ерҙең эсен аҡтарыуҙы дауам итәбеҙ. Урынына нимә тултырабыҙ һуң? Иҫ киткес бер тәртип менән йәшәгән Йыһан ҡайғыртырға тейешме был турала? Ерҙең дә күсәре юҡҡа ғына урынынан шылмағандыр... Япония фажиғәһен әйтәм, илдә хаос һәм мәхшәр бит. Ә уның эҙемтәһе донъя илдәрендә сағылыш табасаҡ, тигән фекерҙәр ҙә ишетелә....

Берҙәмлек кәрәк
Новости / Сәйәсәт // 12-03-2011, 12:09


йәки Ғәрәп илдәрендә ниңә ыҙғыш ҡупты?
Мосолман донъяһының сәскә атҡан дәүере лә булған. Урта быуат осоронда ислам дине Төньяҡ Африкала тарала, Гибралтар боғаҙы аша сығып, Испанияла хәлифәт барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән. Көньяҡ Азияла Ҡытайға тиклем барып еткән. Унан һуң Урта Азияға, Кавказға, Балҡан ярымутрауы илдәрендә таралған. Был осорҙа Европа илдәрендә католик дине бөлгөнлөккә төшә. Ас халыҡтар ғәрәптәр йәшәгән Яҡын Көнсығыш илдәренә дүрт мәртәбә тәре походы ойоштора. Юлда барғанда һәр ауылды, ҡаланы талайҙар. Донъя бер аҙ тыныслана башлағас, Европа илдәре баҫҡынсылары, ғәрәптәр йәшәгән ерҙәрҙе баҫып алып, колония барлыҡҡа килтерә. Иң күп ғәрәп ерҙәрен Франция, Италия, Испания баҫып ала. Ислам динен тотҡан илдәрҙә ер аҫты байлығын Хоҙай Тәғәлә мул итеп биргән. Шул байлыҡты ҡулға төшөрөү өсөн мәкерле пландар ҡорола, бер-береһенә дошманлыҡ булдырыу, берҙәмлекте тарҡатыу алып барыла....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM