НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Фекерең өсөн үҙең яуап бир
Новости / Сәйәсәт // 14-06-2011, 13:29


Рәсәйҙә интернет селтәрендә «йөҙгән» мәғлүмәт сараларында уҡыусыларҙың экстремистик комментарийҙары өсөн ҡануниәт тарафынан яуаплылыҡ сиге билдәләнәсәк .
Был хаҡта РФ Президенты Дмитрий Медведев тейешле тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Бер ай элек интернет-берлек вәкилдәре менән осрашыуҙа уға редакциялар етәкселәре, уҡыусылар яҙған фекер­ҙәр йә блогтарҙағы мәғлүмәтте күсереп яҙған өсөн яуап бирергә тура килә, тип зарланғайны. Ошо юҫыҡта илдең элемтә һәм коммуникациялар ми­нистры Игорь Щеголевҡа 1 авгусҡа тиклем «Киң мәғлүмәт саралары тураһында»ғы РФ законына үҙгәрештәр әҙерләргә күрһәтмә бирелде. Бында, әлбиттә, һүҙ комментарийҙар баҫҡан интернет-сығанаҡтарҙы яуап­лылыҡтан бушатыу хаҡында түгел, ә сиктәр билдәләү хаҡында барасаҡ, йәғни «РФ ҡануниәтен боҙоусы уҡыу­сылар фекерен баҫҡан өсөн» тигән пункт тәртипкә килтереләсәк....

Йәй Кешелеккә ниндәй «бүләк» эшләр?
Новости / Сәйәсәт // 21-05-2011, 10:01


йәки Ситтән байҡау – бер, ут араһында ҡалырға яҙмаһын
«Беҙ һаҙлыҡҡа батҡанбыҙ, әммә ҡайһы берҙәребеҙ йондоҙҙарға баға». Был мәғәнәле һүҙҙәрҙе инглиз яҙыусыһы Оскар Уайльд әйткән. Өмөт ташламаған, тимәк, ул ҡайһы берәүҙәрҙе. Юҡ, беҙ – һаҙлыҡта, тип туранан-тура әҙипте лә хуплап булмай, әммә донъяның әле теге, әле был илендә бер туҡтауһыҙ шаулау-шартлау яңғырауын, тегендә-бында ғәйепһеҙ ҡорбандар һаны артыуын, етәкселәр модернизация, инвестиция тип оран һалғанда туғыҙ йәшлек баланың аҫылынып үлеүен, бер көн килеп бер-бер артлы балыҡтар ҡырылыуын, ғәмһеҙ йәшәп ятҡан кешенең кешенән ашалыуын, тағы шуға оҡшаш бихисап хәлде ишетмәҫ-күрмәҫ өсөн генә лә һаҙлыҡҡа инеп сумырға теләк тыуыуы ихтимал. Әммә күрәһеләр ете ҡат ер аҫтында ла беҙҙе ҡыуып етә ала. Шундай уйҙар килә башҡа донъяуи хәл-ваҡиғаларға байҡау яһағанда....

Донъя менән кем идара итә?
Новости / Сәйәсәт // 23-04-2011, 11:52


йәки Рәсәйгә бола тулҡынының сираттағы ҡорбаны булыу янаймы?
Донъя менән кем идара итә?Был арала ла донъя үҙенә генә хас тауыш менән гөж итеп тора. Тормош дауам итә, йәмәғәт. Ни­сәмә көн боларған Африка ты­нып ҡалһа, АҠШ бер нигә лә ҡы­ҫылмаһа, күңелһеҙләнер инек. Әле килеп Европа үҙенә «ҡаратты»....

Ер тетрәүме, әллә йәшерен ядро һынауымы?
Новости / Сәйәсәт // 16-04-2011, 12:05


Һуңғы ваҡытта Япониялағы ер тетрәүгә бәйле имеш-мимештәр интернет селтәрен тултырҙы. Йәнәһе лә, унда океан төбөндә йәшерен рәүештә ядро ҡоралы һыналған һәм ул уңышһыҙ тамамланған. «Фукусима – 1» АЭС-ындағы һәләкәт иһә радиация таралыуҙың ысын сәбәптәрен күрһәтмәү өсөн «сәхнәләштерелгән». Ҡытай сайттарында ошондай мәғлүмәт баҫылған. Быға тиклем Токио губернаторы Синтаро Исихара Ҡытайға ядро ҡоралы менән янаған булған икән....

Алға барғанда артҡа күҙ һалыу артыҡ түгел
Новости / Сәйәсәт // 16-04-2011, 10:43


йәки Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу демография күҙлегенән
Ошо көндәрҙә статистика органдары былтыр илебеҙҙә үткән перепистең тәүге һөҙөмтәләрен иғлан итте. Республиканың даими халҡы 4072,1 мең кеше иҫәпләнә. 2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтың кәмеүе күҙәтелә (2,3 миллион), шул иҫәптән Башҡортостан буйынса 30 мең кешегә....

Американың аҫтыртын сәйәсәте
Новости / Сәйәсәт // 16-04-2011, 10:41


йәки Ғәрәп илдәрендә барған сыуалыш-һуғыштарға нефть сәбәпсе
Донъя баҙарында яғыулыҡҡа хаҡ арта. Таш күмер сығарыу ҡиммәтләнә, шахтерҙарҙың ғүмере өҙөлә. Нефть табыу ҡоро ерҙән диңгеҙгә күсә бара. Нефть, газ тапҡан илдәр донъя баҙарында хаҡтарҙы көйләү өсөн ОПЭК союзына инеп, бер-береһен күҙәтеп тора. Яғыулыҡҡа ҡытлыҡты файҙаланып, «ҡара алтын»ды күберәк һатҡан илдәр бар.
АҠШ үҙ илендәге нефть ятҡылыҡтарын һаҡлап, сит ил нефть табыу компанияларына хужа булып алды....

Африка союзы Ливияға тәҡдим яһаны
Новости / Сәйәсәт // 12-04-2011, 12:47


Африка союзы Ливияға тәҡдим яһаныЛивияның Муаммар Каддафи етәкләгән хөкүмәте илдә тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса Африка союзы тәҡдимен ҡабул итте.
Союзға ингән илдәр делегацияһы (уға Көньяҡ Африка, Мали, Мавритания, Конго вәкилдәре ингән) Каддафи менән йәкшәмбелә Ливияның баш ҡалаһында осрашып һөйләшкән. «Тыныслыҡ» вәкилдәре оппозициянан да яуап көтә. Улары иһә Каддафи китһә генә ҡорал һаласаҡтары тураһында белдергән....

Фукусима ағыуы беҙгә килеп етерме?
Новости / Сәйәсәт // 9-04-2011, 11:02


Япония АЭС-ында радиациялы һыуҙы океанға ағыҙҙылар
Япониялағы ер тетрәүгә Ҡояштағы ғәләмәт ҙур шартлауҙар сәбәпсе, тип фаразлай Рәсәй ғалимдары. «Ҡояштағы был «хәлдәр» 10 мартта төнгә ҡарай була, ә иртәгәһенә Японияла – фажиғә», – ти Рәсәй Фәндәр академияһының Геоэкология институты лабораторияһы мөдире Александр Жигалин. Бәлки, был шундай теүәл тап килеү генәлер. Ҡояш йоғонтоһомо, юҡмылыр, әммә ер тетрәү ҡазаһы оҙаҡ йылдарға һуҙыласаҡ....

Революцияға кем ғәйепле? буйҙаҡтар...
Новости / Сәйәсәт // 29-03-2011, 10:11


Революцияға кем ғәйепле? буйҙаҡтар...Рәсәйҙә үҙенең «киң» фекерҙәре менән билдәле Владимир Жириновский, Ливиялағы әлеге бола мосолман дине һәм гендер проблемалары менән бәйле, тип һанай.
Эш бында ислам идеологияһында түгел, ә һәр йомала мәсеткә йыйылыуҙа, имеш. Ир-аттың күмәкләшеп бер урынға тупланыуы иртәме-һуңмы майҙандарға сығыуға булышлыҡ итә, ти Жири­новский. «Мәсеткә йыйылған ирҙәр араһында хәбәр тиҙ тарала, улар тиҙ генә ойоша ала. Ә бына христиандар күпләп йәшәгән ерҙә улай түгел – ирҙәр сиркәүгә әҙ йөрөй, билдәле бер көндә йыйылыу ғәҙәте лә юҡ. Башҡортостан менән Та­тарстанда православие ме­нән ислам баланста «көн итә», был тыныс төбәктәрҙә төрлө конфессия вәкилдәре йәшәй. Мосолмандар күп булған Төньяҡ Кавказ иһә үҙенең тотороҡһоҙлоғон бер нисә тапҡыр күрһәтте инде», – ти Владимир Вольфович....

Донъя шаулай – йәшәй, болара, шартлай...
Новости / Сәйәсәт // 26-03-2011, 16:10


йәки Иртәгә уяныуыбыҙға күҙ алдында нимә булырын кем белә?
Был донъяла ниҙәр булып ята ул, йәмәғәт?! Йыл башынан ҡайҙа, нимәләр генә кисерелмәне – теракттарҙың дауам итеүе хәүефкә һалды, Яҡын Көнсығыштағы хәл өсөн янып-көйҙөк, Япониялағы ер тетрәү ҙә тетрәндерҙе. Һеҙгә ҡурҡыныс түгелме ул? Әле тегендә, әле бында беҙҙе күпмелер кимәлдә һиҫкәндергән ваҡиғалар булып ҡына тора. Әллә, майя индеецтары фаразлауынса, ысынлап та, заман ахыры яҡынлашамы? Эйе, бында интернет та, телевизор ҙа, башҡа киң мәғлүмәт саралары ла роль уйнай: беҙ бит һәләкәттәр, болалар хаҡында нәҡ шул сығанаҡтарҙан беләбеҙ. Был юлдарҙы уҡып та күңелдәре өшөп ҡуйғандар табылыр. Әммә сәбәптәрен белге килә. Ни өсөн тыныс ҡына йәшәй алмайбыҙ? Ниңә тәбиғәт һәләкәттәре йөҙ йылға булһа ла тынмай? Нишләп ҡайһы бер ил халыҡтары етәкселәре менән килешмәй? Улары кеше мәнфәғәтенә эшләргә тейеш тә һуң! Һорауҙар күп, ә яуапты оҙаҡ эҙләргә, тапҡас та, төшөнөргә кәрәк әле....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM