НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Илгә мигранттар кәрәк. бәлки, япондарҙы саҡырырғалыр?
Новости / Сәйәсәт // 24-09-2011, 14:35


Көтәбеҙ, йәмәғәт, көтәбеҙ, әбейҙәр сыуағын көтәбеҙ. Донъя яңылыҡтарына байҡау яһағанда беҙгә шул сыуаҡ етмәй. Һаман тәбиғәт катаклизмдары, самолеттар ҡолау, теракттар, ришүәтселек хаҡында бер өҙлөкһөҙ һүҙ алып барабыҙ ҙа баһа. Был күренештәр иһә күп һөйләгән һайын күбәйә, ахыры.
Нишләйһең, беҙҙе аптырашта ҡалдыра торған нәмәләр алда әллә күпмелер әле. Анауы илдән китеүселәрҙең артыуы ла ни тураһындалыр һөйләй бит. Федераль миграция хеҙмәтенең, ситкә халыҡ күп китә, тигәнен үткәндә әйтә биреберәк ҡуйғайным инде. Һуңғы өс йылда ғына илде бөтөнләйгә 150 меңгә яҡын гражданыбыҙ ташлап киткән. «Беҙгә иҡтисадты үҫтереү өсөн мигранттар килеүе талап ителә», – тигән, имеш, үрҙәге хеҙмәт директоры урынбаҫары Екатерина Егорова. Халыҡ китмәһен өсөн тырышыу хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Күбеһенсә элекке СССР республикаларынан – БДБ илдәренән киләләр. Тажикстан менән Ҡырғыҙстанда, мәҫәлән, ошо маҡсатта махсус рус телен өйрәнеү үҙәктәре асылған. «Көтәбеҙ» инде «белгес»тәрҙе. Һайлап-һайлап алырлыҡтары килерме икән? Ай-һай...
Һайлау тигәндән, беҙ 4 декабрҙә уҙасаҡ һайлауҙы ла көтәбеҙ....

Юғарыла – оптимистик ниәттәр, ерҙә – ғәҙәттәгесә...
Новости / Сәйәсәт // 17-09-2011, 12:41


Аҙна уртаһында, теүәл әйткәндә, 14 сентябрҙә беҙҙең Президент Дмитрий Медведевҡа 46 йәш тулды. Ул һуңғы йөҙ йылда иң йәш милли лидер һанала икән. Йәштәрҙә дәрт тә, көс тә етерлек инде ул. Быларҙы ил башлығы халыҡ мәнфәғәтенә генә сарыф итһен, тип теләйек. Медведев донъялағы илдәр етәкселәре араһында ла иң йәш бишәү рәтендә. «Ҙур һигеҙ», «Ҙур егерме» илдәрендә Бөйөк Британия Премьеры Дэвид Кэмерон ғына беҙҙекенән бер йәшкә кесерәк.
Әйткәндәй, шул Дэвид килеп ҡайтты бит беҙгә....

Бер аҙым алға баҫып, биш аҙым кире йүгерерлек булмаһын
Новости / Сәйәсәт // 27-08-2011, 12:44


Бер аҙым алға баҫам да,
Әйләнәм мин артыма,
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һаламын халҡыма....

Фетнә: 20 йыл элек һәм бөгөн
Новости / Сәйәсәт // 20-08-2011, 15:01


Фетнә: 20 йыл элек һәм бөгөн
Бөгөн юбилей, йәмәғәт. Эйе, тап егерме йыл элек илебеҙ яңы һуҡмаҡ һалғайны. Әле шунан китеп барыш. Бар, бар, тайпылыштар ҙа, артылыштар ҙа. Шуның өсөн дә юл бит ул. Әллә үргә барабыҙ, әллә... Һәр хәлдә, юлбашсылар барыбыҙға ла алһыу быялалы күҙлек кейҙерҙе инде. Ә-ә, юбилей хаҡында һүҙ башлағайным бит әле. Нисегерәк булды һуң әле ул яңыса тыуыу? Ҡайһылайыраҡ итеп ҡырҡылғайны ал таҫма яңы һуҡмаҡҡа баҫҡанда? Ни өсөн барыһы ла был көндәрҙе «август фетнәһе» тип атай?...

Ерҙе ҡотҡарырға Экзюпери геройын саҡырайыҡмы әллә?
Новости / Сәйәсәт // 13-08-2011, 10:55


Япониялағы ер тетрәү Антарктидала ғәләмәт ҙур айсбергтың аҡтарылып сығыуына булышлыҡ иткәнен асыҡлағандар. НАСА белгестәре махсус радар менән тикшереп алған фотоһүрәттәр күрһәтеүенсә, аҡтарылған боҙҙоң майҙаны – алтыға туғыҙ саҡрым, ҡалынлығы – 80 метр. Цунами шул тиклем ҡеүәтле булған, хатта ки Антарктида менән көньяҡтағы океан ярҙарына тиклем барып еткән. Антарктидаға юлдың 13 мең саҡрым самаһы икәнен иҫәпкә алғанда, тулҡындар­ҙың көсөн күҙ алдына килтерегеҙ инде. Тағы ниндәй сюрприздар булыр? Тәбиғәт ғәрәсәтенән башты ҡомға йәшереп кенә ҡотолоп булһа икән дә.
Тулҡын тигәндән, Англия тарафтары ла «тулҡынлана» бит әле....

һул яҡҡамы, Уң яҡҡамы?
Новости / Сәйәсәт // 6-08-2011, 10:46


Мостай Кәримдең Әлфиәһен иҫләйһегеҙҙер әле. Бәләкәй ҡыҙ, урамға сығып, ҡайһы яҡҡа юлланырға белмәйенсә: «Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?» – тип икеләнеп тора. Өйҙәгеләренә бер аҙ үсегеп сыҡҡайны шул. Тәғәйен тарафҡа китергә белмәгәс, аҙымын баҫырға ҡыйманы. Бөгөн беҙ үҙебеҙгә «ҡайһы яҡҡа?» тигән һорауҙы бирәбеҙме ул? Бер мәлдә икеләнеүҙәрем ошондай шиғыр юлына һалынғайны:...

Сәйәсәт кенә түгел...
Новости / Сәйәсәт // 30-07-2011, 11:58


Америка дефолты Рәсәйгә нимә менән янай?
Сәйәсәт кенә түгел...Америкала тәүҙә республикандар, аҙаҡ демократтар дефолттан ҡотолоу программаларын тәҡдим иткәндән һуң, Обама, телевидение программаһы селтәрен боҙоп, бөтә төп телеканалдар аша халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Эш шунда: 2 авгусҡа АҠШ-тың бурысҡа алған аҡсаһы закон менән билдәләнгән сиккә – 14,3 трлн долларға барып етәсәк, һәм Аҡ йорт менән Конгрестың илдең иң ҙур бурысы кимәлен күтәреү тураһындағы мәсьә­лә буйынса һөйләшеп килешеүгә бер аҙна ғына ваҡыты ҡаласаҡ. Республикандар бюджетты ҡыҫҡартҡан хәлдә генә бурыс кимәлен күтәреүгә риза, ә демократтар, бай һәм өлкән йәштәге американдар өсөн социаль программаларҙы, дәүләт пенсия системаһын бер нәмәгә лә ҡарамайынса һаҡлап ҡалырға кәрәк, тип бара. Президент иһә, бюджетты ҡыҫҡартыу бай американдар өсөн һалым кимәлен күтәреү юлы менән башҡарылырға тейеш, тип иҫәпләй....

Фиордтар илендәге тамуҡ
Новости / Сәйәсәт // 26-07-2011, 11:01


Ослола йәшәүсе бер ир-егет, мосолмандарҙы күрә алмағанлыҡтан, иленең «яҡты киләсәге»н ҡайғыртмаҡсы булған
Фиордтар илендәге тамуҡҮткән йомала 32 йәшлек норвег иленең тыныслығына ҡул һуҙған – бомба һалып, баш ҡалалағы Хөкүмәт йортон емергән, кешеләрҙе ғәрипләндергән. Шартлау тулҡыны шул тиклем көслө булған, хатта бер саҡрым алыҫлыҡта торған биналарҙың тәҙрә быялалары ҡойолоп төшкән. Ике сәғәт тә үтмәгән, ошо уҡ кеше, полиция формаһын кейеп алып, Ослонан бик алыҫ булмаған утрауға барып урынлашҡан һәм... социал-демократтар лагерындағы үҫмерҙәргә ата башлаған: балалар мәйеттәре яр буйын ҡаплаған. Яуған пуляларҙан ҡасып ҡотолорға теләп, бер нисә малай һыуға ташлана − икенсе ярға йөҙөп сығырға уйлаған бисаралар. Тик... бәғер­һеҙ ир уларҙы ла атып үлтерә. Аҙаҡ енәйәтсе фажиғә урынына килеп еткән полицейскийҙар ҡулына бирелә. Ул Андерс Беринг Брейвик булып сыға, һәм үҙенең енәйәтен таный: 1000 кг бомба әҙерләгән булған....

Ҡоролтайҙа – яңы етәксе
Новости / Сәйәсәт // 9-07-2011, 11:36


Ҡоролтайҙа – яңы етәксе7 июлдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ул­ты­рышы үтте.
Унда ойошманың етәк­сеһе итеп РФ Дәүләт Йыйылы­шының Дәүләт Думаһы депутаты, Си­ләбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Марсель Йосопов һайланды.
Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының элекке рә­йесе Илгиз Солтанморатов үҙе етәкләгән БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының тығыҙ эш графигына күсеү сәбәпле, үҙ теләге буйынса вазифаһынан китте....

Һимеҙ һәм ҡорһаҡлыһыңмы? Тимәк, полицияға яраҡлы түгелһең
Новости / Сәйәсәт // 2-07-2011, 14:04


Рәсәй эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев тармаҡта тулы ҡеүәттә барған реформаны тағы ла «ҡыҙығыраҡ» итмәксе.
Баҡһаң, ул ҡорһаҡлы хеҙмәт­кәрҙәр­ҙе полицияла ҡалдырыуға ҡаршы икән. Ундайҙар аттестация үтмәйәсәк, тип ҡәтғи генә әйтеп тә ташлаған әле. Дөрөҫ, Нурғәлиев әфәнде, «здарауай» хеҙмәткәр, ауырлығына ҡарамаҫтан, полиция талаптарына тура килһә, бәлки үткәрербеҙ ҙә, тип һүҙҙәрен тиҙ үк йомшартып та ҡуйған. Шуныһы ла бар: Эске эштәр министрлығының юғары етәкселек составы аттестацияны үтеп бөтөп бара. Улар араһында «ҡорһаҡлылар һәм һимеҙҙәр» булдымы икән? Һе, ябы-ыҡ генерал ҡарап тороуға ниндәйерәктер инде......


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM