НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ваҡытында килеп, ваҡытында китә белергә кәрәк
Новости / Сәйәсәт // 27-01-2012, 14:00


Шундай бер мәғлүмәт күҙемә салынды әле: баҡһаң, Рәсәйҙә йәшәүселәр иң тәү сиратта тишек торбаларҙан ҡурҡа икән. Юҡ, урамда ятҡандарынан түгел (улар­ға, әгәр кәрәкһә, «айыу майы һөртөргә» лә була), ә күп ҡатлы йорттарҙа көн итеүселәрҙе фатир­ҙарҙағы һыу йә йылытыу торбаларының тишелеү мөмкинлеге борсой.
Страховка агентлыҡтары белгестәре һүҙҙәренсә, шәхси йорттарҙа йәшәүселәр иһә янғынды иң хәүефлеһе тип һанай...

Рәсәйҙең 102-се хәрби базаһы ҡасан партизан отрядына әйләнәсәк?
Новости / Сәйәсәт // 20-01-2012, 10:02


йәки Иранға тоҫҡалған уҡтар сәпкә барып етерме?
Америка Ҡушма Штаттары менән Иран араһында «ҡайнар хистәр» быуы күктәрҙе тултыра. Үҙ-ара мөнәсәбәттең ҙур янғын сығарыуына бер генә тоҡанған шырпының бәләкәс кенә сатҡыһы ла етә һәм, рәхим ит, гөлтләп китәсәк.
«Был ике аралағы һуғыш глобаль конфликтҡа килтерәсәк», – тигән фекерҙә заманса Иранды өйрәнеү үҙәге директоры Рәжәп Сәфәров. Әгәр ҙә яу була ҡалһа, меңәрләгән кеше генә түгел, ә тотош дәүләттәрҙең дә юҡҡа сығыуы ихтимал.
Рәсәй эксперттары ла Иранға бөгөнгө теш ҡайрауҙы, АҠШ-тың, шулай уҡ ҡайһы бер Европа илдәренең һәм Израилдең алдан күҙалланған стратегияһы, тип иҫәпләй....

Юлбашсының үлеменә ҡайғырмаһаң...
Новости / Сәйәсәт // 13-01-2012, 10:44


Төньяҡ Корея йыл аҙағында ҙур ҡайғы кисерҙе – ил башлығы Ким Чен Ир вафат булды.
Телевидениенан халыҡтың нисегерәк ҡайғырғанын күрҙек инде, ергә ятып иланылар бит, хатта дөйөм психоз хәлендә һымаҡ булды улар. Илдең үҙәк яңылыҡтар агентлығы хәбәр итеүенсә, кешеләр генә түгел, хатта хайуандар ҙа бик ныҡ ҡайғырған....

Батыр халҡын яҡлар
Новости / Сәйәсәт // 27-12-2011, 10:09


Декабрҙәге һайлауҙар илде ҡуҙғытып ебәрҙе. Һайлауҙың һөҙөмтәләре менән риза булмаған байтаҡ кеше10 һәм 24 декабрҙә Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында митингыға сыҡты. Уларҙың төп талаптары – Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Владимир Чуровты отставкаға ебәреү, Дәүләт Думаһына яңынан һайлауҙар үткәреү.
Оппозиция был митингыларға күберәк халыҡты сығарып, төҫлө революциялар сценарийы буйынса Рәсәйҙәге сәйәси ситуацияны ҡырҡыулаштырып маташты. Әммә дәүләт етәкселәре үҙҙәренең сығыштары (Владимир Путин – “тура бәйләнеш” булдырыу, Дмитрий Медведев – йыллыҡ Мөрәжәғәт­намә) менән оппозицияның ҡулдарынан төп уйын кәрттәрен тартып алды....

Беҙҙә эш ҡыҙа, ә тегендә – кешеләр ҡыҙыу
Новости / Сәйәсәт // 3-12-2011, 11:16


Үткән шәмбелә Үҙәк һайлау комиссияһы сираттан тыш ултырышҡа йыйылды. Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙы киләһе йылдың 4 мартына тәғәйенләү менән ошоға ярашлы кампания ла старт алды. Ошо ине ултырышты үткәреү сәбәбе. Әле алда бер һайлау торһа, электоратҡа тағы ла тауыш биреүҙәр бер нисәү буласаҡ. Президентлыҡҡа кемдәр дәғүә итә ала? Сәйәси партиялар үҙ кандидаттарын 25 ноябрҙән үк күрһәтә башларға мөмкинлек алды. Йәнә лә кем теләй һәм кемдең мөмкинлеге бар, ул үҙенең пассив һайлау хоҡуғынан файҙаланып, илдең беренсе «кешеһе» посына үҙ-үҙен күрһәтә ала. Теркәү өсөн документтар Үҙәк һайлау комиссияһына декабрь уртаһынан да һуңламай килтерелергә тейеш. Киләһе йыл һайлауына бюджеттан 12,1 миллиард һум бүленгән. 2008 йылда әлеге күләм 4,7 миллиард һум булған....

Сәйәсәт – киң төшөнсә, уның эсенә барыһы ла һыя
Новости / Сәйәсәт // 26-11-2011, 14:25


Виртуаль донъя яңылыҡтарында бына нисәнсе көн инде «Олимпийский» майҙанында Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министрын тамашасыларҙың ризаһыҙлыҡ белдереп һыҙғырып ҡаршылағанын «сәйнәйҙәр». Һуң, беҙҙең чемпионыбыҙ Федор Емельяненконан туҡмалған американ Джеффон Монсонды шулайтып оҙатты бит ул көйәрмәндәр. Бары тик был мәл хөкүмәт башлығының ҡотларға сығыуы менән тап килде лә, хәҙер шуны, эй, сурыталар. Беҙҙә шул инде – хатта мәғәнәһеҙ генә күренешкә лә артыҡ мәғәнә һалырға маташып, төрлө сығанаҡтарҙа, яңылыҡтар өҫтәп, ҡуйыртып, халыҡҡа сүпрә ҡамыр­ҙы ҡабартҡан кеүек ҡабартып еткерәләр....

Рәсәй иҡтисадын кем дары мискәһенә ултыртҡан?
Новости / Сәйәсәт // 19-11-2011, 13:20


Донъя етеҙ шарттарҙа үҙгәрә. Бынан тиҫтә йылдар самаһы элек билдәләнгән мөһим нәмәләр ҙә бөгөн икенсе төрлө, әһәмиәтһеҙ күренгәндәй. Ҡайһы бер илдәрҙең мәнфәғәте глобаль киңлектәргә сыға, ҡайһылыр урында революция, ҡан ҡойоштар бара. Быларҙың һәммәһе лә беҙҙең илгә ниндәйҙер йоғонто яһаймы? Бәлки, берәй яҡтан киҫкен генә хәүеф-янау ҙа барҙыр? «Ирекле матбуғат» тигән сайт ошондайыраҡ һорауҙарға яуап биргән мәҡәләләр циклын тамамлап, Рәсәй иҡтисадына байҡау яһар­ға һәм баһаларға йөрьәт иткән. Илебеҙҙең һуңғы ун йылда нисегерәк үҙгәргәне хаҡында Эшҡыуарҙар һәм ҡуртымсылар берлеге президенты Андрей Бунич түбәндәгесә фекер йөрөтә....

Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инәбеҙ
Новости / Сәйәсәт // 19-11-2011, 13:19


Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инәбеҙ
Ҡыҙыҡ был донъя. Унан да бигерәк кешеләре ҡыҙыҡ. Әллә аҡылдан яҙыу шулмы? Аһ-аһ, һүҙҙе ҡайһылай ҙа күңелһеҙ нәмәнән башланың, тиер күптәр. Сәбәпһеҙ түгел шул. Бер нисә көн элек яңылыҡтар араһынан Рәсәй гражданлығы һораған 21 меңдән ашыу серб хаҡындағы мәғлүмәтте «һөҙөп» алдым. Косово, Метохия сербтары (сербтар – көньяҡ славян халҡы, дөйөм һаны 12 – 13 млн кеше, дине – православие) беҙҙең Дәүләт Думаһына уҡ мөрәжәғәт иткән, имеш. Улар үҙҙәренең ғүмерҙәре өсөн хәүефләнә һәм Рәсәй тарафтарына юлланырға хыяллана. Думаның халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты ағзаһы, депутат Семен Багдасаров был халыҡҡа гражданлыҡ биреп, Себергә урынлаштырырға тәҡдим иткән....

Мәсьәләне ҡуйыртыу кемгә кәрәк?
Новости / Сәйәсәт // 25-10-2011, 09:29


Дмитрий Медведев студент яҡташыбыҙ мөрәжәғәте буйынса төбәккә айырым иғтибар итергә һүҙ бирҙе
Мәсьәләне ҡуйыртыу кемгә кәрәк?
Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында студент йәштәр менән осрашты. Һөйләшеү темаһы илдә милләт-ара татыулыҡҡа бәйле булғанлыҡтан, аудиторияға төрлө халыҡ вәкилдәре йыйылғайны....

Кем нисектер, ә беҙ дуҫтарҙы ҡәҙерләй беләбеҙ
Новости / Сәйәсәт // 15-10-2011, 12:12


Эштең ҡыҙған мәле. Юҡ, ямғырҙар туҡтап, баҫыуҙарҙан ҡалған уңышты йыйып алыу хаҡында әйтмәйем, алда торған һайлау көнөнә ҡарата ул «ҡыҙыу» тигән һүҙ. Хәҙер виртуаль донъяла ла Рәсәйҙең иң төп яңылыҡтары шуға арналған була. Ә сит илдекеләрҙең, ғәҙәттәгесә – тайфун, терактҡа әҙерлек, бер-береһенә һөсләтеү һ.б. – ҡыҙығы ла юҡ. Ә беҙҙә партиялар РФ Дәүләт Думаһының түренә ултырғыстар әҙерләй....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM