НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Кеҫәлә аҡса түгел, ә пистолет
Новости / Сәйәсәт // 27-07-2012, 12:58


Рәсәй Президенты Владимир Путин сит илдән финанс ярҙамы алған коммерция булмаған ойошмаларҙы «сит ил агенты»на тиңләүсе законға ҡул ҡуйҙы. Үткән аҙнала ул парламентта раҫланды.
Власть ситтән килгән кешене, уй-ниәтте һәм, әлбиттә, тауар менән аҡсаны күҙәтеүҙә тоторға теләй. Дәүләттең быға көсө етергә тейеш. Әлеге закон да тап ошо ынтылышты дәлилләйҙер ул....

Ағас башын ел борор, илде икегә тел бүлер
Новости / Сәйәсәт // 13-07-2012, 11:53


Рус теле Украинаны икегә бүлде
Көйҙөргән дә тел, һөйҙөргән дә тел, бөлдөргән дә тел, көлдөргән дә тел, ти халыҡ. Быға өҫтәп, илде икегә айырған да тел, тип әйтеү кәрәктер. Үткән аҙнала Украинала тел тураһында яңы закон ҡабул ителеүе ил халҡын икегә айырып ҡына ҡалманы, ә парламентты ла тарҡатыуға килтерҙе. Эйе, Украина парламенты – Юғары Рада илдә рус теле тураһында закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итте....

Сәбәп иткән моратына етерме?
Новости / Сәйәсәт // 29-06-2012, 10:02


Дау ҡуба, дау артынан яу ҡуба, тиҙәр халыҡта. Сүриәлә йылдан ашыу барған граждандар һуғышы тирәләй халыҡ-ара һүҙ ҡуйыртыуҙар, ысынлап та, оло яуға килтереүе ихтимал. 22 июндә Сүриә хәрбиҙәре Төркиәнең “F4” хәрби самолетын бәреп төшөрә. Төркиә истребителе, Урта диңгеҙ өҫтөнән шәп тиҙлектә осоп, бер нисә мәртәбә Сүриә биләмәһенә үтеп инә һәм яңынан әйләнеп килә. Шул мәлдә Сүриә Ҡораллы көстәре һауа судноһына атырға мәжбүр була....

”Евроремонт” мәсьәләһе хәл ителде
Новости / Сәйәсәт // 22-06-2012, 13:12


Көнө йылды туйҙырған ҡыҙыу мәл. Ауыл хужалығы эшсәндәре бесән әҙерләй, кемдер еләк-емеш йыя, умартасылар бал ҡорттары менән мәж килә, йылға-күл буйҙарында ял итеүселәр ҙә бихисап. Ошондай ҡыҙыу мәлдә донъя лидерҙары ла тик ятмай. 18 – 19 июндә Мексиканың Лос-Кабос ҡалаһында “Ҙур егерме” илдәре етәкселәре сираттағы саммитҡа йыйылды. Эйе, иҡтисади йәһәттән алға киткән, сәйәси яҡтан тотороҡло, башҡа илдәргә йоғонто яһарҙай ил етәкселәренең донъя проблемаларын уртаға һалып һөйләшеүе бик тә кәрәкле һәм мөһим эш. Ә проблемалар, ысынлап та, етерлек. Европа илдәрендәге финанс көрсөгө, Сүриә, Иран, Афғанстан, Төньяҡ Корея кеүек башҡаларға тыныс йәшәргә мөмкинлек бирмәүсе илдәр мәсьә­ләләре етди уйланырға мәжбүр итә. Саммит барышында тап шулар иғтибар үҙәгендә булды ла инде....

“Бушлай” тигәнде һағынып…
Новости / Сәйәсәт // 15-06-2012, 10:03


Илдә шундай бәхәс ҡатыш икеләнеүҙәр бара – Ленинды, мавзолейҙан алып, ошо көндәрҙә үк ерләргәме, әллә ятып торһонмо?
Букмекерҙар хатта тәғәйен көнгә ставкалар ҡуя, имеш. Әлегә биш мең самаһы бәхәс, яңыса әйткәндә, пари “килешеүе” төҙөлгән. Күбеһе, революция юлбашсыһын 2013 йылда ерләйәсәктәр, тип өмөтләнә....

Ҡытайҙар һымаҡ артайыҡмы, әллә үҙебеҙҙә ҡытайҙарҙы арттырайыҡмы?
Новости / Сәйәсәт // 8-06-2012, 10:35


Ахыры, илдә ауыл һүҙе менән бәйле бөтә нәмәгә ҡаныға башланылар. Әлбиттә, был хәбәрҙе таратҡан баҫманың тик хәҡиҡәтте генә яҙыуына ла ышанып бөтөп булмай. Шулай ҙа «Коммерсантъ» гәзитендә, РФ Ауыл хужалығы министрлығының исемен үҙгәртеүҙәре мөмкин, тип аҡҡа ҡара менән яҙылған. Ведомствоның киләсәктә Аҙыҡ-түлек ресурстары министрлығы тип атала башлауы бар. Ул эш вариантында МПР – Минпищепром, йәғни Аҙыҡ сәнәғәте министрлығы тип йөрөтөләсәк, имеш....

“Милләт атаһы”, тәмәке һәм уның “ағаһы” араҡы хаҡында
Новости / Сәйәсәт // 1-06-2012, 15:04


Ошо көндәрҙә хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһының еңеүе шатлығынан “айнып“ та етмәнек, йәнә “ауырырға” сәбәп килеп сыҡты – бөтә ил менән “Евровидение” халыҡ-ара конкурсының финалынаса иҫән-һау барып еткән ут күршеләребеҙ – Удмуртияның “Буран әбейҙәре” сығышы өсөн яндыҡ. Шөкөр, улар беҙҙе ҡыуандырҙы – икенсе урынды яуланылар. Һикерәңдәп йөрөгән ҡайһы бер йырсыларҙың танауына сиртте удмурт инәйҙәре. Мартта уҙған милли һайлап алыу турында "Евровидение"ла еңгән берҙән-бер Рәсәй башҡарыусыһы Дима Билан, башҡа “йондоҙҙар” – Юлия Волкова, Аида, Тимоти кеүектәрҙе аша атлап үттеләр бит....

Хөкүмәт яңы ниәттәр ҡора, ғалимдар девиз эҙләй
Новости / Сәйәсәт // 25-05-2012, 09:55


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Президент Путин илдең яңы хөкүмәте составын раҫланы. Дөйөм алғанда, структураһы әллә ни үҙгәрмәне – беренсе вице-премьер вазифаһының берәүһе ҡыҫҡартылған. Элек Виктор Зубков “йөкмәгән” урынды хәҙер кәрәк тип тапмағандар. Игорь Сечин да киткән. Барлығы ике Премьер-министр урынбаҫары, ун министр алмашынған. Мәгәр яңы хөкүмәттә бөтөнләй тиерлек таныш булмаған исемдәр байтаҡ.
Беҙҙең яңы “Кабмин”...

Алда беҙҙе бәхет көтәме, әллә революциямы?
Новости / Сәйәсәт // 18-05-2012, 11:19


Рәсәйҙең халыҡ фекерен өйрәнеүсе үҙәге илдәге бәхет кимәлен иҫәпләп сығарған. Халыҡтан һорашыуҙар һөҙөмтәһе ыңғай уйҙар тыуҙыра – һуңғы ярты йылда бәхетле ватандаштарыбыҙ һаны артҡан. Күрһәткестәргә ентекләберәк туҡталғанда шул мәғлүм була: былтыр сентябрҙә генә үҙен бәхетле тип тойоусылар 66 процентты тәшкил итһә, апрелдә бындайҙар 82 процентҡа еткән. Был рекорд! Көрсөктән алда, 2008 йылдың мартында әлеге күрһәткес 77 процент булған. Бәхет өсөн күп кәрәкмәй, тигән әйтем бар беҙҙә. Үрҙә телгә алған үҙәк белгестәре Рәсәй кешеһе өсөн бәхеттең нимәнән ғибәрәт булыуын да һорашҡан. Яуаптарҙың күбеһе шулайыраҡ яңғыраған – һаулыҡ, эштән ҡәнәғәтлек алыу һәм сексуаль тормоштоң да яйлы барыуы. Үәт!...

Һәләкәттең ҙуры-бәләкәйе булмай – барыһы ла оло бәлә
Новости / Сәйәсәт // 4-05-2012, 10:11


Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге илдең 46 төбәгендә 1600 кеше ҡатнашлығында атом электростанциялары төҙөүгә бәйле һорау алыу уҙғарған. Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, ватандаштарҙың күбеһен улар йәшәгән тирәлә АЭС булыуы хәүефләндерә.
Былтыр ошондай уҡ һорашыуҙарҙы Японияла «Фукусима» станцияһында булған һәләкәттән һуң үткәргәндә, АЭС-тар һанын арттырырға кәрәклеген халыҡтың 17 проценты ғына хуплаған. Быйыл иһә әлеге позиция 27 процентҡа еткән. Үрҙә телгә алған 1600 кешенең 38 проценты станциялар һанын әлеге кимәлдә ҡалдырыу яҡлы....


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.02.2018)
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд



  • Радио Юлдаш FM