НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Башҡортостан – минең йөрәгемдә, Башҡортостан – минең эштәремдә»
Новости / Сәйәсәт // 11-09-2012, 11:40


«Башҡортостан – минең йөрәгемдә, Башҡортостан – минең эштәремдә»
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева был һүҙҙәрен ихлас күңелдән ҡабатлай
Уның исеме беҙгә күптән таныш. Башҡортостан райондарында байтаҡ кеше “үҙебеҙҙең ҡыҙ” тип ҡаршы ала уны. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаеваға тап шул һүҙҙәр ҡанат ҡуйғандай, быны ул яратҡан халҡының ҙур баһаһы тип ҡабул итә....

Беҙ яңырыштар алдында, Кавказ үҙ урынында
Новости / Сәйәсәт // 7-09-2012, 10:45


Иҡтисадты үҫтереп кенә кешеләрҙең хәллелек кимәлен күтәрергә мөмкин. Рәсәй Президенты Владимир Путин АТЭС (Азиатско-Тихоокеанское экономическое сотрудничество) саммитында ошондай фекерен әйткән һәм беҙҙең ил алдында ярайһы ғына амбициоз бурыс – алдағы бер нисә йылда 25 миллион яңы эш урыны булдырыу тороуын белдергән. Бына, исмаһам, бурыс тек бурыс!
...

Ҡиммәттәр юғала, ҡиммәтлеләр арта торған быуат
Новости / Сәйәсәт // 31-08-2012, 11:19


Рәсәй буйынса сиркәүгә ҡаршы вандализм тулҡыны үтеп бара. Был “Pussy Riot” панк төркөмөнә хөкөм ҡарары сығарыуға бәйле.
Февралдә был төркөм ҡорамда «Путинды ҡыуыу» акцияһын үткәреп, шау-шыу ҡуптарғайны. Өс ҡатнашыу­сыны ҡулға алып, ошоғаса һаҡ аҫтында тоттолар ҙа, «ҡаты» тикшергәндән һуң, бер нисә көн элек хулиганлыҡта ғәйепләп, ике йылға иректән мәхрүм иттеләр....

Кеҫәлә аҡса түгел, ә пистолет
Новости / Сәйәсәт // 27-07-2012, 12:58


Рәсәй Президенты Владимир Путин сит илдән финанс ярҙамы алған коммерция булмаған ойошмаларҙы «сит ил агенты»на тиңләүсе законға ҡул ҡуйҙы. Үткән аҙнала ул парламентта раҫланды.
Власть ситтән килгән кешене, уй-ниәтте һәм, әлбиттә, тауар менән аҡсаны күҙәтеүҙә тоторға теләй. Дәүләттең быға көсө етергә тейеш. Әлеге закон да тап ошо ынтылышты дәлилләйҙер ул....

Ағас башын ел борор, илде икегә тел бүлер
Новости / Сәйәсәт // 13-07-2012, 11:53


Рус теле Украинаны икегә бүлде
Көйҙөргән дә тел, һөйҙөргән дә тел, бөлдөргән дә тел, көлдөргән дә тел, ти халыҡ. Быға өҫтәп, илде икегә айырған да тел, тип әйтеү кәрәктер. Үткән аҙнала Украинала тел тураһында яңы закон ҡабул ителеүе ил халҡын икегә айырып ҡына ҡалманы, ә парламентты ла тарҡатыуға килтерҙе. Эйе, Украина парламенты – Юғары Рада илдә рус теле тураһында закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итте....

Сәбәп иткән моратына етерме?
Новости / Сәйәсәт // 29-06-2012, 10:02


Дау ҡуба, дау артынан яу ҡуба, тиҙәр халыҡта. Сүриәлә йылдан ашыу барған граждандар һуғышы тирәләй халыҡ-ара һүҙ ҡуйыртыуҙар, ысынлап та, оло яуға килтереүе ихтимал. 22 июндә Сүриә хәрбиҙәре Төркиәнең “F4” хәрби самолетын бәреп төшөрә. Төркиә истребителе, Урта диңгеҙ өҫтөнән шәп тиҙлектә осоп, бер нисә мәртәбә Сүриә биләмәһенә үтеп инә һәм яңынан әйләнеп килә. Шул мәлдә Сүриә Ҡораллы көстәре һауа судноһына атырға мәжбүр була....

”Евроремонт” мәсьәләһе хәл ителде
Новости / Сәйәсәт // 22-06-2012, 13:12


Көнө йылды туйҙырған ҡыҙыу мәл. Ауыл хужалығы эшсәндәре бесән әҙерләй, кемдер еләк-емеш йыя, умартасылар бал ҡорттары менән мәж килә, йылға-күл буйҙарында ял итеүселәр ҙә бихисап. Ошондай ҡыҙыу мәлдә донъя лидерҙары ла тик ятмай. 18 – 19 июндә Мексиканың Лос-Кабос ҡалаһында “Ҙур егерме” илдәре етәкселәре сираттағы саммитҡа йыйылды. Эйе, иҡтисади йәһәттән алға киткән, сәйәси яҡтан тотороҡло, башҡа илдәргә йоғонто яһарҙай ил етәкселәренең донъя проблемаларын уртаға һалып һөйләшеүе бик тә кәрәкле һәм мөһим эш. Ә проблемалар, ысынлап та, етерлек. Европа илдәрендәге финанс көрсөгө, Сүриә, Иран, Афғанстан, Төньяҡ Корея кеүек башҡаларға тыныс йәшәргә мөмкинлек бирмәүсе илдәр мәсьә­ләләре етди уйланырға мәжбүр итә. Саммит барышында тап шулар иғтибар үҙәгендә булды ла инде....

“Бушлай” тигәнде һағынып…
Новости / Сәйәсәт // 15-06-2012, 10:03


Илдә шундай бәхәс ҡатыш икеләнеүҙәр бара – Ленинды, мавзолейҙан алып, ошо көндәрҙә үк ерләргәме, әллә ятып торһонмо?
Букмекерҙар хатта тәғәйен көнгә ставкалар ҡуя, имеш. Әлегә биш мең самаһы бәхәс, яңыса әйткәндә, пари “килешеүе” төҙөлгән. Күбеһе, революция юлбашсыһын 2013 йылда ерләйәсәктәр, тип өмөтләнә....

Ҡытайҙар һымаҡ артайыҡмы, әллә үҙебеҙҙә ҡытайҙарҙы арттырайыҡмы?
Новости / Сәйәсәт // 8-06-2012, 10:35


Ахыры, илдә ауыл һүҙе менән бәйле бөтә нәмәгә ҡаныға башланылар. Әлбиттә, был хәбәрҙе таратҡан баҫманың тик хәҡиҡәтте генә яҙыуына ла ышанып бөтөп булмай. Шулай ҙа «Коммерсантъ» гәзитендә, РФ Ауыл хужалығы министрлығының исемен үҙгәртеүҙәре мөмкин, тип аҡҡа ҡара менән яҙылған. Ведомствоның киләсәктә Аҙыҡ-түлек ресурстары министрлығы тип атала башлауы бар. Ул эш вариантында МПР – Минпищепром, йәғни Аҙыҡ сәнәғәте министрлығы тип йөрөтөләсәк, имеш....

“Милләт атаһы”, тәмәке һәм уның “ағаһы” араҡы хаҡында
Новости / Сәйәсәт // 1-06-2012, 15:04


Ошо көндәрҙә хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһының еңеүе шатлығынан “айнып“ та етмәнек, йәнә “ауырырға” сәбәп килеп сыҡты – бөтә ил менән “Евровидение” халыҡ-ара конкурсының финалынаса иҫән-һау барып еткән ут күршеләребеҙ – Удмуртияның “Буран әбейҙәре” сығышы өсөн яндыҡ. Шөкөр, улар беҙҙе ҡыуандырҙы – икенсе урынды яуланылар. Һикерәңдәп йөрөгән ҡайһы бер йырсыларҙың танауына сиртте удмурт инәйҙәре. Мартта уҙған милли һайлап алыу турында "Евровидение"ла еңгән берҙән-бер Рәсәй башҡарыусыһы Дима Билан, башҡа “йондоҙҙар” – Юлия Волкова, Аида, Тимоти кеүектәрҙе аша атлап үттеләр бит....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM