НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Янсыҡ мәсьәләһе йәнә лә киҫкен тора...
Новости / Сәйәсәт // 23-08-2013, 12:34


“Йәмәғәт фекере” һәм гражданлыҡ йәмғиәте үҫеше фондтары сираттағы исемлеген тәҡдим итте. Был юлы ил төбәктәренең социаль хәл-торошоноң рейтингы төҙөлгән. Нимәһе ҡыуаныслы – беҙҙең Башҡортостан исемлектә иң тәүге бишәү иҫәбенә инә. Республикабыҙ хатта Мәскәүҙе лә уҙып киткән. Халыҡҡа шундай һорауҙар бирелгән: төбәктәге эш-хәл менән ҡәнәғәтһегеҙме, ундағы хәл яҡшырамы, насараямы, төбәк властарының эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр осраймы, урындарҙа протест акцияларында ҡатнашыр инегеҙме? Төп дүрт һорау ошолар. Тағы бигүк мөһим булмаған темаға ла дүрт һорау булған. Улары кредит мәсьәләһенә, матди хәлгә ҡағылышлы....

Бола сығарыусылар йә эшһеҙ, йә эш булһын тип тырыша
Новости / Сәйәсәт // 16-08-2013, 14:46


Донъяның әле теге, әле был мөйөшөндә даими рәүештә ғауғалар ҡубып тора. Ябай тел менән әйткәндә, халыҡ бунт күтәрә, нимәгәлер ҡарата ризаһыҙлығын белдерә. Был күберәк сит илдәргә хас. Рәсәйҙекеләр сағыштырмаса тыныс һәм тәртипле. Тауыш күтәреп урамдарға сығыу эшһеҙҙәр эше ул, тип тә әйтер күптәр. Әммә проблемаларҙы әҙме-күпме хәл итергә мөмкиндер. Дөрөҫөрәге, митингыларға сығып, тәртипле рәүештә генә үҙ фекереңде белдереүҙең артыҡ зыяны юҡтыр....

Иҡтисад үҫһә лә ҡыйын, илеңде ситтәр баҫа
Новости / Сәйәсәт // 19-07-2013, 18:04


Мәскәү янында мең ярым мигранттың йәшерен ятаҡта йәшәп, эшләп ятыуын әйт әле һин. Шуға бәйле яңылыҡты уҡығанда уҡ хайран ҡалаһың: ”Полиция хеҙмәткәрҙәре Мәскәүҙең төньяҡ-көнбайышында көнкүреш ҡаласығы тапҡан…” Әйтерһең дә, ул ҡаласыҡ боронғоларҙан ҡалған аманат һәм уны соҡоп сығарғандар. Ә ошо ятаҡ төҙөлгәндә урындағы етәкселек нимә ҡараған? Ҡыҙыҡ бит – рейдҡа сыҡмай тороп, законһыҙ төҙөлгән ятаҡтың барлығын да белмә-ишетмә, имеш....

Берәүҙәр ҡыуырға маташа, икенселәр яңынан төҙөй, өсөнсөләр…
Новости / Сәйәсәт // 12-07-2013, 13:10


Бөгөнгө ҡулайлаштырыу заманында эш хаҡы кешенең иң ауыртҡан ерелер. Алдағы биш йылда дәүләт хеҙмәткәрҙәренең айлыҡ эш хаҡы 2,5 тапҡырға арттырыла. Окладтар йыл һайын күтәреләсәк. Бюджетты тулыландырыуҙа ҡатмарлылыҡтар булһа ла, Рәсәйҙең Финанс министрлығы ошолай тәҡдим индергән. Прези­дент Владимир Владимирович Путин фарман биргән. Федераль кимәлдәге чиновниктарға ҡағыла был. Ауырт­тымы? Юҡтыр. Сөнки түрәләрҙекен арттырһалар, беҙгә лә өлөш сыға ул, бер нисә һумлап. Беҙ шуға өйрәтелгән....

Был йөҙ йыллыҡҡа “Бөйөк үҙгәртеп ҡороуҙар быуаты” тигән исем бирелмәгәйе
Новости / Сәйәсәт // 5-07-2013, 10:36


Был йөҙ йыллыҡҡа “Бөйөк үҙгәртеп ҡороуҙар быуаты” тигән исем бирелмәгәйеМәскәүҙең үҙенә башлыҡ һайларға әҙерләнеүе тураһында яҙғайныҡ инде. Ә бына нисегерәк һайларға кәрәклеген тап шул ҡалала йәшәүселәр хәл итә. Нисегерәк тигәнемде намыҫлы һайлау тип аңларға кәрәк. Кандидаттар алдап-йолдап үтмәһен өсөн тикшереү алымдары бар. Шуларҙың береһен – алдау детекторын ҡулланыуҙы Дәүләт Дума­һында ЛДПР депутаты Михаил Дегтярев тәҡдим итә. Уныңса, мөһим етәксе вазифаларына кандидат һайлау­ҙа ҡатнашыу өсөн теркәлгәндә үк әлеге процедураны үтергә тейеш. Көҙгө сессияла парламентҡа ошо туралағы закон проекты индереләсәк икән. Хупланған хәлдә, сентябрҙә мэр һайлағанда яңы ысулды һынап та ҡараясаҡтар. Яҡынса алғанда, һәр кандидатҡа ун һорау бирелә. “Ватанығыҙға хыянат иттегеҙме?”, “Ришүәт алдығыҙмы?”, “Наркотик ҡулланғанығыҙ бармы?” кеүегерәк дөйөм һорауҙар булыр, моғайын. Әллә, детекторҙан үткәреүсене һатып алмаһалар ярай ҙа, тиер әле әсе теллеләр....

Теҙген бушаһа, шыма юл да ярҙам итмәҫ
Новости / Сәйәсәт // 31-05-2013, 11:29


Теҙген бушаһа, шыма юл да ярҙам итмәҫйәки Ҡатын-ҡыҙҙы ниңә әрмегә саҡыралар?
"Левада-үҙәк" халыҡтан тағы бер “мөһим” нәмә тураһында һорашыуҙар ойошторған. “Миллион һумды намыҫлы ғына эшләп буламы?” – тип һорағандар. Бик күптәр әлеге һорауҙы ишеткәс тә, көлөп ебәргән тиме шул. Яуап биреүселәр­ҙең 73 проценты киҫкен рәүештә: ”Юҡ, әлбиттә!“ – тигән. Йәнә ете проценты “әллә-ә” һымағыраҡ итеп яурынын һелкеткән....

“Ҡара көн”гә әҙерләнмәгеҙ әле
Новости / Сәйәсәт // 24-05-2013, 11:41


Бөгөн әйләнгән һайын эргә-тирәләге кешеләрҙән тормоштоң ҡатмарлаша барыуы тураһында ишетәһең. Шул уҡ ваҡытта йәшәү кимәле күтәрелеүен дә инҡар итеп булмай. Ҡыҫҡаһы, баш ҡатҡан: нимә эшләргә? Көрсөк киттеме, дауам итәме, әллә китеп, урап киләме?
Йәмәғәт, әгәр ҙә Хөкүмәткә ышанһағыҙ, шуны белдерәбеҙ: Рәсәйҙә 2008 – 2009 йылдарҙағы кеүек көрсөк, йәғни финанс проблемалары булмаясаҡ. Премьер-министрыбыҙ Дмитрий Медведев борсолмаҫҡа ҡушты. Асыҡтан-асыҡ әйтте лә инде:...

Һуғыш бөттө. Һуғыш дауам итә…
Новости / Сәйәсәт // 10-05-2013, 10:45


Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тигәндәй, әллә ҡасанғы эштәрең өсөн бөгөн килеп яуап тоторға ла тура килгеләй. Ошо көндәрҙә заманында Освенцимда һаҡсы булып торған 93 йәшлек ҡарт Германияның Баден-Вюртемберг ерендә ҡулға алынған, имеш. Освенцим тигән һүҙ айырыуса оло быуынға яҡшы таныш. Эйе, ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Польша биләмәһендә урынлашҡан концлагерҙар комплексы була. Икенсе төрлө Аушвиц тип тә атағандар. Дүрт йыл эсендә унда 1 300 000 самаһы тотҡон язалап үлтерелгән, шуларҙың бер миллионға тиклеме йәһүд булған. Ысынында был һандарҙың күпкә артыҡ булыуы мөмкин....

Донъялағы иң ҡурҡыныс юлдан кем йөрөй?
Новости / Сәйәсәт // 26-04-2013, 12:23


Донъя аҡылдан яҙған. Ошо һөйләм һуңғы арала йыш ишетелә түгелме ул? Әлбиттә, ул ҡайһылыр мәлдә битарафыраҡ интонация менән яңғырай, бәғзеләр нисектер ҡыуанған кеүек әйтә. Әммә һөйләмдең мәғәнәһе шул уҡ ҡала. Бәлки, аҡылдан шашыуҙа тотош донъяны ғәйепләү дөрөҫ тә түгелдер. Бәлки, айырым кешеләрҙе атар­ғалыр. Мәҫәлән, көпә-көндөҙ ил бюджетын талаған ҡайһы бер чиновниктарҙы исемләп һанарғалыр. Хәйер, бөгөн улар әҙме-күпме әйтелә лә башланы инде. Анауы Бостон марафонында теракт яһаған ағалы-ҡустылы Царнаевтарҙы аҡылында тип кем әйтһен. Шулай ҙа уларҙың кем ҡулындалыр бәйле ҡурсаҡ булыуы ла бар бит әле. Бығаса сағыштырмаса тыныс ҡына йәшәп ятҡан Белгород ҡалаһы үҙәгендә атыш ойошторған Сергей Помазунды нисек атарға бынан ары?...

Ҡайҙарға осаһың һуң һин, аҡса?!
Новости / Сәйәсәт // 19-04-2013, 10:32


йәки Йәнә бер тапҡыр коррупция шау-шыуҙары тураһында
Һүҙ аҡсаға ҡағылышлы буласаҡ, тип ниәтләгәс, шуныһын әйтеп үтмәй булмай – беҙҙең Дәүләт Думаһының 447 депутаты ошо көн­дәр­ҙә былтырғы йыл килемдәре тураһында декларация бирҙе. Бөгөн шул мәғлүмәтте бәғзеләр ҡыҙыҡһынып уҡый, ә ҡайһы берәүҙәргә – булды ни ҙә, булманы ни. Беҙ ул мөхиттән ны-ыыҡҡ алыҫбыҙ, ти күптәр. Билдәле булыуынса, “халыҡ ярҙамсылары”, ысынлап та, ғәм халыҡҡа ярҙам итерлек хәлдә. Хатта ҡайһы бер мәғлүмәт саралары “иң бай” һәм ”иң ярлы” депутатты асыҡлап та ҡуйған....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере



  • Радио Юлдаш FM