RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы – Башҡортостан Президентлығына кандидат

05.09.2014 Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы – Башҡортостан Президентлығына кандидат

Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы – Башҡортостан Президентлығына   кандидатҠотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы 1958 йылдың 25 апрелендә Күгәрсен районының Аралбай ауылында тыуған. Йомағужа урта мәктәбен тамамлағас, колхоз йүнәлтмәһе буйынса Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға инә. Артабан "Октябрь" колхозының баш ветеринар врачы итеп тәғәйенләнә. Унан һуң КПСС-тың Күгәрсен райкомындағы ауыл хужалығы бүлегендә инструктор һәм райондың иң ҙур хужалығы – "Октябрьский" совхозында партком секретары була. Халыҡ депутаттарының Күгәрсен район советы депутаты итеп һайлана.

1990 йылда Свердловск юғары партия мәктәбенең ике йыллыҡ көндөҙгө бүлеген тамамлай һәм КПСС-тың Күгәрсен райкомына секретарь, унан беренсе секретарь итеп һайлана.

Компартия эшмәкәрлеге тыйылғандан һуң районда Крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһын ойоштора, "Мораҡ" совхозы директоры була, район хужалыҡтары араһында беренсе булып совхоздың ауыл хужалығы продукцияһын һатыу өсөн Салауат ҡалаһында "Мораҡ" сауҙа үҙәген аса.

РФ Коммунистар партияһын агитациялау йәһәтенән әүҙем эш алып барған коммунисҡа район етәкселеге һәр йәһәттән ҡамасауларға тырыша, биналарға ҡуртым килешеүен закон­һыҙ тарҡата. Йыл буйы Ҡотлоғужин республика власть һәм суд органдарында ғәҙеллек эҙләй. Айырым суд процестарында еңеүгә ҡарамаҫтан, уға эшләргә мөмкинлек бирмәй­ҙәр.

2005 йылдың сентябрендә генә ул "Күпер төҙөү идаралығы" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә икмәк бешереү ҡорамалдарын йүнәтеү слесары булып эшкә урынлаша ала. Тағы ла ярты йылдан төҙөлөш-монтаж эштәре мастеры булып китә.

2010 йылдың мартынан 2014 йылдың майына тиклем БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығында конкурс нигеҙендә йәнлектәр донъяһы объекттарын, уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау, уларҙы файҙаланыуға контроль һәм көйләү буйынса төп белгес-эксперт булып эшләй. Быйыл апрелдә РФ Коммунистар партияһы Башҡортостан рескомының икенсе секретары итеп һайлана. Юнир Ҡотлоғужин – 1982 йылдың октябренән партия ағзаһы, 2003 йылдың ғинуарынан РФ Коммунистар партияһының Күгәрсен райкомында беренсе секретарь, РФ Коммунистар партияһының Башҡортостан рескомы бюроһы ағзаһы.

2013 йылдың февралендә партияның ХV съезында РФ Коммунистар партияһының Үҙәк контроль-ревизия комиссияһы ағзаһы итеп һайлана. Дәүләт Думаһы депутаты А. Тал­дычин­дың ярҙамсыһы булараҡ, Башҡортостан Республикаһында халыҡты көнүҙәк мәсьәләләр буйынса даими ҡабул итә, уларҙы хәл итеүгә өлгәшә.

Запастағы капитан. Өйләнгән. Ике ҡыҙы һәм бер улы, ейәнсәре һәм ике ейәне бар.

РФ Коммунистар партияһынан Башҡортостан Президентлығына кандидаттың программаһынан

(2014 йылдың 31 июлендә Рәсәйҙең социалистик йүнәлешле ғалимдары, бөтә кимәлдәге депутаттар, РФ Коммунистар партияһы, РКЭП, "Рәсәйҙең өмөтө" Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзы, эшселәр синыфы, крәҫтиәндәр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығындағы "түңәрәк өҫтәл"дә тикшерелде).

Совет власы йылдарында Башҡортостан Республикаһы сәнәғәте, ауыл хужалығы, төҙөлөшө, транспорты, ғилми ҡеүәте йәһәтенән дан ҡаҙанды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы 20 йылда бөтә ҡаҙаныштар юғалтылды. Ҙур заводтар, фабрикалар емерелде һәм ябылды, ҡалғандарында иһә эш урындары ҡыҫҡартылды, улар республика власы контроленән сығарылды.
Колхоз, совхоздарҙың күпселеге тарҡатылды, ҡалғандары ла бөлгөнлөк сигенә етте. Республикалағы колхоз ерҙәренең өстән бер өлөшө тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай, баҫыуҙарҙың күбеһен ҡарағура менән ҡыуаҡлыҡтар баҫты. Республикала һыйыр малы һаны бер нисә тапҡырға кәмене, йәмәғәт секторында һарыҡсылыҡ менән сусҡасылыҡ тармағы юғалыу сигенә етте. Халҡыбыҙ осто-осҡа ялғап, фәҡирлектә йәшәй. Аҙыҡ-түлеккә, яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтың, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, торлаҡҡа тарифтарҙың даими артыуы быуа.
Тауар етештереүселәр бөгөн юғалып ҡалмау өсөн закон боҙоуҙарға барырға мәжбүр. Ҡасандыр сифатлы ауыл хужалығы продукцияһы сығарған республика бөгөн яртыһынан күберәге шикле тауарҙы сит илдәрҙән ташыр­ға мәжбүр. Республикала яҡшы хеҙмәт хаҡын тәьмин иткән эш таба алмаған йәш белгестәр даими ситкә китә: квалификациялы эшсе кадрҙар әҙерләү тормошҡа ашырылмай тиерлек. Был хәл юғары технологиялы етештереүҙе хәүеф аҫтына ҡуя; юлдарҙы төҙөкләндергәндә аҡса бик күп сарыфлана, сифатҡа контроль булмау арҡаһында өҫтәмә сығым түгергә тура килә; тейешле интернациональ-патриотик тәрбиә булмау сәбәпле милләтселек үҫә, йәштәр Рәсәй һәм Башҡортостан тарихын белмәй, уға ҡарата кире мөнәсәбәт тыуа, ғәҙәти ҡиммәттәр юғалтыла.
Ошондай шарттарҙа республика етәксеһе өсөн һул центризм хөкүмәте – "Халыҡ ышанысы хөкүмәте"н ойоштороуҙы, республика һәм урындарҙағы етәкселеккә юғары квалификациялы белгестәрҙе һайлап алыуҙы өҫтөнлөклө маҡсат тип иҫәпләйем. Минеңсә, төп бурыс – дәүләт предприятиеларын һәм ерҙе артабан да хосусилаштырыуҙы туҡтатыу.

Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы

Ғәмәлдәге сәнәғәт производствоһын реконструкцияларға һәм конкуренция ҡеүәһенә эйә булған продукция сығарырға, импортты алмаштыра торған продукция етештереүгә өлгәшергә, юл төҙөлөшөн уйлап үҫтерергә кәрәк. Башҡортостан ғалимдарының эшен дәртләндереп, алдынғы тәжрибәне һәм һуңғы фән ҡаҙаныштарын файҙаланыуға индереү шарт. Ауыл хужалығы өлкәһендә дәүләт, коллектив-кооператив һәм шәхси милек формаларын һаҡлап ҡалыу фарыз. Ташландыҡ ауылдарҙа колхоз төҙөргә, аграр секторға кредитлауҙың льготалы системаһын ойошторорға, дәүләт бюджетынан кәмендә 10 процент күләмендә субсидия бүлергә кәрәк. Ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләүҙе табындарыбыҙ үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлектән һығылып торорлоҡ итеп ойоштороу зарур. Һәр ауылда бүлексәләр рәүешендәге производстволар, бригадалар, фермер хужалыҡтары, башланғыс мәктәптәр һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшләргә тейеш.
Һалым һәм йыйымдарҙың 70 процентын артабан да федераль ҡаҙнаға тапшырһаҡ, сәнәғәт етештереүе тауарҙарын, ауыл хужалығы продукцияһын арттырыуға өлгәшә алмаясаҡбыҙ. РФ Дәүләт Думаһында коммунистар талап иткәнсә, федераль ҡаҙнаға керемдәрҙең 50 процентын ғына күсереүгә өлгәшеү шарт. Республика дотациялы төбәк булмаҫҡа тейеш.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемалары

Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең реформа йылдарындағы эшмәкәрлегенә анализ яһарға кәрәк. Граждандарыбыҙҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән идарасы компанияларҙы һаҡлап ҡаласаҡбыҙ, ә беркетелгән йорттарҙы, участкаларҙы тәртиптә тотмаған, торлаҡ хужаларынан аҡсаны нигеҙһеҙ түләткән ойошмалар, юридик баһа бирелгәндән һуң, эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр буласаҡ.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, пенсионерҙар, инвалидтар һәм күп балалы ғаиләләр өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡы ғаилә килеменең 10 процентынан артмаҫҡа тейеш.

Төҙөлөш

Сәнәғәт объекттары һәм торлаҡ төҙөү шарттарын ҡайтанан ҡарау фарыз, сөнки бөгөн хөкүмәт төҙөлөш комплексын заказдар һәм аҡса менән тәьмин итмәй. Беҙ уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәрҙең эшкә урынлаштырылыуына һәм торлаҡ, ә йәш ғаиләләрҙең бер бүлмәле фатир менән тәьмин ителеүенә өлгәшәсәкбеҙ. Ғаиләһен 10 йыл дауамында һәм артабан да һаҡлап ҡалған осраҡта фатир милеккә тапшырыласаҡ. Социаль торлаҡ төҙөүҙе арттырыу шарт.

Кадрҙар хаҡында

Урта һәм юғары звено кадрҙарын әҙерләүҙе һаҡлап ҡаласаҡбыҙ, квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһын кире ҡайтарасаҡбыҙ. Республика предприятиеларында хеҙмәт коллективтары советтарын тергеҙәсәкбеҙ.
Зиннәтле һарайҙарҙа йәшәгән, зауыҡлы сит ил машиналарында елдергән, шул уҡ ваҡытта етәкселек иткән объекты зыянға эшләгән, республика дотациялары иҫәбенә йәшәгән төбәк, район түрәләренең яуаплылығын арттырасаҡбыҙ. Республика етәкселәренән һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарынан ентеклерәк контроль талап итәсәкбеҙ. Халыҡ контролен кире ҡайтарасаҡбыҙ.
Күрһәткестәрҙе арттырып яҙыуға юл ҡуйыр­ға ярамай. Һайлауға хакимиәттәрҙең ҡыҫылыуына кәртә ҡуясаҡбыҙ, уның ғәҙел һәм намыҫлы үтеүенә өлгәшәсәкбеҙ.

Бюджет өлкәһе

Илде һәләкәткә килтергән ҡулайлаштырыу процесын мөмкин тиклем әкренәйтеү шарт. Ауылда мәктәптәрҙе һәм фельдшерлыҡ пункт­тарын ябыуҙы туҡтатырға. Түрәләрҙең шәхси фекере нигеҙендә генә уҡытыусылар менән медицина персоналын кәметергә ярамай. Эш хаҡын арттырыу менән бер үк ваҡытта ташламаларҙы ғәмәлдән сығарыу дөрөҫ түгел, сөнки был асылда килемдең кәмеүенә килтерә.
Мәғарифты һәм һаулыҡ һаҡлауҙы коммерциялаштырыуға кәртә ҡуйырға кәрәк. Балалар баҡсаһында урын мәсьәләһен яңы баҡсалар төҙөү юлы менән генә түгел, шулай уҡ сиратта торған ата-әсәләргә йәшәү минимумынан түбән булмаған күләмдә пособие түләү иҫәбенә лә хәл итеү фарыз.
Мәктәптәрҙең, мәҙәниәт учреждениеларының, киң мәғлүмәт сараларының иғтибарын хәрби-патриотик, әхлаҡи, интернациональ тәрбиә биреүгә йүнәлтергә, төрлө милләтсел кәйефкә кәртә ҡуйырға кәрәк.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам

Урындағы һалым төрҙәре, пенсия һәм башҡа бүлемдәр тураһындағы мәсьәләләрҙе ҡануниәт кимәлендә хәл итергә, физик берәмектәрҙең килеменә һәм зиннәткә прогрессив һалым индереүҙе Рәсәй кимәлендә күтәрергә кәрәк.

"Һуғыш балалары" тураһында

1928 йылдан 1945 йылға тиклем тыуған кешеләр өлөшөнә ауыр яҙмыш насип булды: уларҙың бала сағы яу йылдарына тура килде, һуғыштан һуң илдәге емереклекте улар тергеҙҙе. Бөгөн ошондай кешеләрҙең күпселеге 6 – 9 мең һум пенсия ала. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға индергән тәүге законым "Һуғыш балалары тураһында"ғы закон буласаҡ.

Тирә-яҡ мөхитте һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау

Республикала тәбиғәт байлыҡтарын, йылға-күлдәрҙең таҙалығын, урмандарҙы, йәнлектәр донъяһын, тарихи ҡомартҡыларҙы һәм архитектура һәйкәлдәрен һаҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Власть органдары ошо өлкә хеҙмәткәр­ҙәренә матди ярҙам күрһәтергә тейеш. Ҡайһы бер райондарҙа В. Лениндың һәйкәлен, тарихи һәм мәҙәни ҡиммәтен юғалтыуға һылтанып, икенсе урынға күсерәләр йәиһә бөтөнләй емерәләр. Беҙҙеңсә, быға юл ҡуйыр­ға ярамай.
Гүзәл тыуған яғыбыҙ кешеләрҙе һәр йәһәттән ҡыуандырырға, уларға имен йәшәү һәм эшләү, уҡыу һәм ял итеү, үҙҙәренең һәм бала










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы