НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Баулы ҡурсаҡтар сәхнәне ташларға йыйынмай

Баулы ҡурсаҡтар сәхнәне ташларға йыйынмай


Баулы ҡурсаҡтар сәхнәне  ташларға йыйынмайӘле Украинала бығаса ҡорбан булған Рәсәй журналистарының ҡәбер тупрағы баҫылырға ла өлгөрмәне, тағы берәүһе һәләк булды. Беренсе канал операторы Анатолий Клянды Донецк өлкәһендә атып үлтер­ҙеләр. Беҙҙең журналистар Донецк Халыҡ Республика­һының матбуғат хеҙмәте менән һалдат улдарын алып ҡайтырға китеп барған әсәләр ултырған автобуста булған. Киев ғәскәр­ҙәре транспортҡа ата башлай һәм автомат уты 68 йәшлек Анатолий Клянды яралай. Уны, үкенескә күрә, медпунктҡа алып барһалар ҙа, ҡотҡара алмайҙар.
Был яҡтарҙа һаман да бер кем дә, бер нәмә лә контролләнмәй. Теләһәләр, аталар, теләһәләр, урлайҙар, шартлаталар, яндыралар. Хатта изге тип һаналған ҡорамдарға ла бер туҡтауһыҙ ҡорал тоҫҡала. Үткән йәкшәмбелә генә Славянскиҙағы бер сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында атҡандар. Украин ғәскәрҙәре Карачун тауынан ут асҡан. Ярай әле ҡорам имен, ә янындағы икмәк киоскыһынан емереклектәр генә ҡалған. Халыҡты нимәһе аптырата: сиркәү татыу­лыҡ иғлан ителгәндән һуң икенсе тапҡыр ут һөжүменә эләккән. Ә дөйөм алғанда, Славянск һәм уның яҡын-тирәһендәге ҡорам-сиркәүҙәр биләмәһе инде етенсе мәртәбә пулянан зыян күрә.
Украинаның Европаға аҙымы иманһыҙлыҡтан башланды. Хәйерлегә булһын.

Хыял тормошҡа ашып бара ла ул, ә ҡорбандар...

Бөтәһе лә тап шул Европа берлегенә ынтылыштан килеп сыҡҡайны. Украиналағы граждандар һуғышын әйтәм. Яңы һайлап ҡуйылған Президент Петр Порошенко, ҡулындағы ручканы болғай-болғай, телмәр тотто. Инглиз телендә. Уның нимә һөйләгәнен украиндарҙың бөтәһе лә аңланымы икән әле? “Был, – тине Порошенко әфәнде, – бөйөк көн. Хатта Украина бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң булған иң бөйөк көндәрҙең береһелер. Бына ошо ручкаға “Евросоюз – Украинаның ҡушылыу тураһында килешеүе. Вильнюс, 29 ноябрь” тип яҙылған”. Ул саҡта кәрәге теймәгән шул ручканы, баҡһаң, Литва Президенты Даля Грибаускайте йәшереп ҡуйған булған. Тап әлеге ваҡиға тормошҡа ашһын өсөн “Евромайҙан” барлыҡҡа килде, унан һуң күрше илдә һуғыш тоҡанды бит инде. Әлбиттә, тантаналы көндә уны иҫкә алып торманылар.
Украинаның Евросоюзға инеү хыялына ун йыллап бар. Элекке ил башлығы Виктор Ющенко әүҙем ынтылғайны унда. Юлдары урау булһа ла, имен генә китеп баралар ине. Бөгөн иһә күпме ҡорбан бар. Белеүегеҙсә, мартта Украина Премьер-министры Арсений Яценюк Евросоюз менән берләшеүҙең сәйәси өлөшөнә ҡул ҡуйғайны, әле 27 июндә Порошенко иҡтисади килешеүҙе имзаһы менән нығытты.
Был ваҡиға Донбасс өсөн утҡа кәрәсин өҫтәгән кеүек тәьҫир итәсәк, тип һығымта яһай эксперттар. Украинаның шул тарафы Евросоюзға ҡушылырға атлығып тормай ине.
Артем Бузила атлы политолог, был килешеү менән Петр Порошенко үҙенә хөкөм ҡарары сығарҙы, тип үк ебәрә. Йәнәһе, Евросоюз менән ассоциация илдең бөтөнлөгөнә хәүеф тыуҙырасаҡ. Бәлки, уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк барҙыр. Европа берлегендә бөтә илдәр өсөн дә татлы ҡалас бешереп ҡуймағандар шул. Уны ҡайһы бер дәүләттәр яҡшы белә.

“Майлы ҡалъя” булһа ярай ҙа…

Украина менән бер рәттән, Грузия, Молдавия етәкселәре лә килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Был беҙҙе бер ҙә генә лә борсомай. Әйҙә, инһендәр, эшләһендәр, үҫһендәр. Тик өмөттәре генә һүнеп ҡуймаһын.
Грузияның Премьер-министры Ираклий Гарибашвили был ҡушылыу менән үҙенең бик бәхетле булыуын белдерһә, сәйәсмән һәм партия лидеры Джонди Багатурия әфәнде журналистарға бигүк бәхет бирмәүе ихтималлығын белдерә: “Был килешеү менән Грузия үҙ ҡулланыусылар баҙарына контроллек итеүен юғалта. Европаға, үҙе етештергән 28 продукциянан (помидор, ҡыяр, виноград, шарап, цитрус емеш ошо иҫәптә) тыш, башҡа тауар тәҡдим итә ала. Баяғы исемлектәге 28 тауар өсөн айырым бер тариф менән аҡса түләйәсәк. Ә Европа илдәре беҙгә һатҡан осраҡта – түләмәй”.
БДБ илдәре институтының Украина филиалы директоры Денис Денисов та үҙ иле өсөн Евросоюзға инеү хаҡының ҡиммәткә төшөүен күҙаллай. Украина иҡтисадының юғары технологиялы тармаҡтары юғалыуы мөмкин, ти ул. Авиатөҙөлөш, турбиналар етештереү кеүектәр Европаға кәрәкмәй.
Молдавияла ла 2 – 3 йылда евростандарттарға күсеү регламенттары әҙерләнергә тейеш. Был бик ҡатмарлы эш. Политолог Виссарион Шешуев бармаҡтарын бөгә-бөгә һанай: “Күп биттән торған документта барыһы ла яҙылған – мәҫәлән, сусҡаны салырға түгел, ә атыр­ға ғына ярай. Уның өсөн лицензияһы булған махсус белгес кәрәк, уға хаҡ түләү мотлаҡ. Йәнә розетка иҙәндән нисә сантиметр бейеклектә булырға тейеш һ.б., һ.б. Һәр нәмә тәфсирләп яҙылған”.
Шуныһы ла бар: был өс ил – Украина, Молдавия, Грузия – менән килешеү тексында Европа Союзына тулы кимәлдә инеү тураһында һүҙ юҡ. Уларҙың “ассоциация ағзалары” ғына булып ҡалыуы ла ихтимал. Евросоюздың әлеге өс килешеүгә оҡшаш документтары донъяның төрлө илдәре менән төҙөлгән, имеш. Бынан ары ла Украина йә Грузия, Молдавия кешеләре, образлы итеп әйткәндә, кәрзинен тотоп, Европаға һатыу итергә сыға алмаясаҡ, хатта эш эҙләп барып, тиҙ генә аҡсалы эш табыуҙары ла икеле. Петр Порошенко бер телеканалға интервьюһында үҙе әйтте бит, Украинаға пошлинаһыҙ Рәсәй менән дә, Евросоюз менән дә сауҙалашыу уңайлы, тип. Рәсәй кәрәк шул барыбер.

Ә был ваҡытта…

Америкала Рәсәй менән ара һыуынғаны өсөн “көйөүселәр” ҙә бар. Бер төркөм белгес, Барак Обама Рәсәй менән талашырға теләмәне, уны мәжбүр иттеләр, тип иҫәпләй. Вашингтонда беҙҙе яратмаусылар күп икән. Баҡһаң, тәүҙә Обама әфәнде Ҡырымдағы референдумға ла бик тыныс ҡараған, беҙҙең тарафтарға санкциялар индереүҙе лә һуҙып йөрөгән, имеш. Эргә-тирәһендәге сәйәсмәндәр этәргән, ти, уны “этлек”кә. Барыбер ҙур юғалтыу килтерергә һәләтле түгелдәр әлегә. Әммә һәр яҡлап “һөжүм” яһап ҡарайҙар. Европаны газ менән тәьмин итеү мәсьәләһенә лә ҡыҫылалар. Теүәлерәк әйткәндә, Рәсәйҙән һуҙылған “Көньяҡ ағым” (“Южный поток”) газ үткәргесе тирәләй “болот ҡуйыртмаҡсылар”.
Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Австрияға барғайны. Унда “Газпром” менән Австрия етәкселеге “Көньяҡ ағым”дың ошо ил биләмәһе өлөшө өсөн килешеү төҙөнө. Уға ярашлы, был проектты туҡтатыу хәүефе юҡ, тигән һүҙ.
Европа дәүләттәренә АҠШ-тан баҫым яһалыуы беҙгә сер түгел. “АҠШ 1962 йылда ГФР менән газ килешеүе төҙөгәндә лә ҡәнәғәтһеҙлеген белдергәйне. Шул һаман дауам итә. Улар үҙенең “зәңгәр яғыу­лығын” һатырға теләй. Тик Рәсәйҙекенән арзаныраҡ булмаясаҡ. Контрактҡа ҡамасауларға тырышалар. Бында аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ – дәғүәселек был”, – тине Путин.

Әйткәндәй

Тағы Украинаға әйләнеп ҡайтҡанда, Порошенко әфәндегә “евро­май­ҙан”сылар талап ҡуя. Ми­тингыла туп-тура өндәшкәндәр: “Әгәр ҙә мәгәр талап үтәлмәһә, Порошенконы Янукович яҙмышы көтә”. Ә талап нимәнән ғибәрәт? Көньяҡ-көнсығыш менән татыулыҡты туҡтатырға ла, илдә хәрби хәл иғлан итергә. Теләгән һәр кемгә ҡорал бирергә һәм ополчениены юҡ итеү өсөн әүҙем хәрби эш башларға рөхсәт итергә. Бына шул. Ә инде 1 июлдән Петр Порошенко рәсми рәүештә каратель операцияһын яңынан башлау хаҡында иғлан итте.
Иртәме-һуңмы Украинаны был һәләкәттән тартып сығарырға кәрәк буласаҡ. Бында Көнбайыш Рәсәйҙән ярҙам һораясаҡ. Ә әлегә ябай украин халҡы Рәсәй буйлап таралыуын дауам итә…

Сығыу ваҡыты 4-07-2014, 13:15 | Ҡаранылар: 819
|
  • Рәсәй кәрәк. Ярҙам итергә лә, ярҙан этергә лә
  • Юғалтыуҙар аша үткән юл
  • Өйөм – ҡәлғәм, бында миңә хәүеф янамай, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙмы?
  • Рәсәй сиге киңәйҙе
  • Килешеп эшләү һөҙөмтәлерәк түгелме ни?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM