НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Сәйәси түгел, спорт ваҡиғаһы

Сәйәси түгел, спорт ваҡиғаһы


Сәйәси түгел, спорт ваҡиғаһыКиевта шау-шыу. Уның шулай булырын күҙаллауы ла ауыр түгел ине. Урамға оппозиция сыҡһа, араларында барыбер ҙә бер-ике провокатор табыла һәм ғауға ҡуба ла китә. Был митингыларҙа күп осраҡта шулай. Ә украин оппозицияһын ҡыуырға махсус отряд – “Бөркөт” спецназы ла тотонған. Ҡоралмы? Әлбиттә, бар. Ғәҙәти таштан, таяҡтан башлап тауышлы гранаталарға (свето-шумовая) тиклем. Күрше илдәге хәл-торош торған һайын көсөргәнешле була бара. Оппози­ционерҙар үҙҙәре лә, тәртип һаҡсылары ла, шул ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙы бурысы тип һанаусы журналистар ҙа зыян күрә.
Украина Президенты Виктор Янукович халыҡҡа мөрәжәғәтендә диалог, компромисс кәрәклеген белдерҙе. “Дәүләт эсендәге бәрелештәрҙең беҙҙең йәмғиәт өсөн ҙур хәүеф икәнен аңлағыҙ”, – тигән ул бер сығышында.
“УДАР” оппозиция партияһы лидеры Виталий Кличко, тәртипһеҙлектәр ойоштороп, оппозицияны ғәйепле яһар өсөн Киевҡа махсус рәүештә провокаторҙар килтерелгән, тип бара. Һәр хәлдә, был илдә “Көнбайыш еҫе сыға”. Америка аҡсаһын алыусылар тураһында ла һүҙ ишетелеп ҡала. Дөрөҫтөр, сөнки АҠШ-тың Милли хәүефһеҙлек советы вәкиле булған ханым тиҙ арала Киевтан спецназды сығарыуҙарын талап иткән. “Юҡһа, – тигән ул, Украина хөкүмәтенә янап, – санкциялар көтөгөҙ”. Хейден ханым фекеренсә, урамға сыҡҡан оппозиция бит демократик ҡағиҙәләргә таянып эш итә.
Ваҡиғалар нимә менән барып бөтөр? Ул ҡайһы яҡҡа шыуышыр? Сиратта беҙҙең ҡайһы күршебеҙ? Был һорауҙарға яуап табаһы бар әле. Бөгөн һүҙ ул хаҡта түгел.

Тиҙҙән илебеҙ ҡунаҡтар ҡабул итәсәк

Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарын әйтәм. Был ваҡиғаға оҙаҡ ҡына әҙерләндек һәм донъя спортсыларын үҙебеҙҙә ҡабул итер өсөн Рәсәй биләмәһендә үткән тәүге Олимпиаданан, 1980 йылдан, бирле тырыштыҡ. Ниһайәт, “Сочи – 2014” сараһы яҡынлашты. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, был ваҡиғаны беҙҙә күптәр көтмәй. Замандаштар, юҡҡа аҡса түгеү, тип ҡабул итә. Эйе, бәлки, аҡса самаһынан артығыраҡ та тотонолалыр, уныһы беҙгә түгел, ә беҙҙең түрәләребеҙгә (төбәк башлыҡтарына) лә билдәле түгелдер. Һәр хәлдә, сит ил журналистарына биргән интервьюһында Рәсәй Президенты Владимир Путин белдереүенсә, Олимпиаданы сәйәсиләштерергә кәрәкмәй.
Көнбайышта Сочи ваҡиғаһын көтәләр. Уларҙы башлыса уйын барышында хәүефһеҙлек саралары һәм гомосексуалистар хоҡуҡтары тураһында яуаптар ҡыҙыҡһындырҙы. Британия матбуғаты яҙыуынса, Рәсәй башлығы яуаптарын, алдан белгән шикелле, шул тиклем ышаныслы һәм теүәл итеп биргән. Ул яҡтан Президент маладис ул, күпме “тура эфир”ҙы күрҙек, күпме яуабын ишеттек. Путин сит ил журналистарына яуапты әҙерәк кинәйә менән биргән икән. “Ошондай интервьюны Юлий Цезарь үткәрһә, ул Владимир Путинды хәтерләтер ине, үҙен хакимдарса, иркен һәм кинәйәле тотоуы менән”, – тип яҙғандар Көнбайышта.
Ҡытай журналистары, Путиндың шәхесе менән туранан-тура ҡыҙыҡһынып, берәй ҡасан көслө егеттәр ролендә киноға төшөү теләге юҡмы, тип һораған. Әҙерәк мәғәнәһеҙерәк һорау инде, шулай ҙа Путин, бәлки, хоккей уйнармын, тигән. Һорауына күрә – яуабы.
Һәм, әлбиттә, етди һорау ҙа яңғыраған. Ришүәтселек тураһында. Владимир Владимирович яуабынса, Сочиҙа Олимпия уйындарына әҙерлек барышында ҙур коррупция күренештәре күҙәтелмәгән. Эштәрҙе башҡарыусылар ғына хаҡтарҙы күтәрергә маташҡан, әммә был хәл бөтөн илдәрҙә лә бер иш. Әлегә берәү ҙә ришүәтселек хаҡында объектив мәғлүмәт бирмәгән. Ә ҡайҙалыр юғалған 18 миллиард доллар тураһында хәбәр йөрөтөүселәр тиҙ арала дәлил килтермәһә, уларҙы судҡа биреү дөрөҫ була. Олимпиада алдынан урындағы түрәләр ҙур спорт сараһы объекттары өсөн тәғәйенләнгән ерҙе һатырға маташҡан-маташыуын, әммә әле уларға яза бирелгән икән.

Бер аҙ тарих

1980 йылғы Йәйге Олимпия уйындары (рәсми атамаһы – XXII Олимпиада уйындары), хәтерегеҙҙә булһа, Мәскәүҙә үтте. Нимәһе-нимәһе, Олимпиада айыуы, моғайын, ул саҡта йәш булған быуындың иҫендәлер. Был уйындарға 60-тан ашыу ил бойкот иғлан иткәйне (шул иҫәптән АҠШ, Канада, Төркиә, Көньяҡ Корея, Япония, ГФР). Сәбәбе – совет ғәскәрҙәренең 1979 йылда Афғанстанға инеүе. Шулай булһа ла, әлеге ярыштарҙа бик ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшелә – 74 Олимпия, 39 Европа һәм 36 донъя рекорды ҡуйыла.
СССР спортсылары, ғөмүмән, Олим­пиадаларҙа яҡшы сығыш яһай, 1 – 2-се урындарҙан төшмәй. Википедия сығанаҡтары алдамаһа, Советтар Союзы тарҡалғас, Рәсәй Федерацияһы уйынсылары позицияларын һүлпәнәйткән кеүек. Йәйге Олимпия уйындарында 2004 йылдан алып 3 – 4-се урындарҙан да юғары күтәрелгәнебеҙ юҡ. Ҡышҡылары инде бөтөнләй уйға һала, хатта 2010 йылғыһында “алтындар” буйынса 11-се генә урын алғанбыҙ.

Унан-бынан…

Ҙур сараларға әҙерләнгәндә төрлөһө була инде. Туй алдынан да шаулашып алабыҙ. Кемгә байрам оҡшай, кемгә – ғауға тигәндәй. Сочи ваҡиғаһын ул тирәлә йәшәгәндәрҙән бәғзеләр ҡарамаясаҡ. Хатта телевизорҙан да. Мәҫәлән, Сочиҙа йәшәүсе Любовь Фурса исемле ханым. Ул бығаса ғаиләһе менән хәҙер иҫ киткес ҡупшы спорт аренаһы ҡалҡып сыҡҡан урында – Имеретин уйһыулығы биләмәһендә йәшәгән. Күсенеү “эпопеяһы” улар­ға һәм уның кеүектәргә бихисап проблема килтергән. Үҙ хоҡуҡтары өсөн бер нисә йыл буйы властар менән сәкәләшергә, судлашыр­ға, журналистарға, шул иҫәптән сит илдекеләргә лә мөрәжәғәт итергә мәжбүр булғандар икән. Хатта ташландыҡ пансионатта көн итергә тура килгән. Әле Фурса ханым тыныс­ланған, күсенгән кешеләр Некрасовка тигән ҡасабала йәшәй. Ә шулай ҙа ул тирәлә “Тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай” тигән әйтем йыш телгә алына кеүек. Аңлатып торор­ға кәрәкмәйҙер. Баҡһаң, йорттар тиҙ һәм әүеш-тәүеш кенә төҙөлгән. Етмәһә, күсенгән өсөн бирелгән компенсация ла тейешенән кәм кеүек күренә. Сочиҙа барлығы 900 ғаилә күсерелгән икән. Шулай ҙа бының ыңғай яҡтары бар. Әммә бәғзеләр махсус рәүештә уларҙы күрмәҫкә тырыша. Инфраструктура яғынан да, әлеге өйҙәрҙең элеккеһенән уңайлыраҡ, яңыраҡ булғанын да. Кеше ҡыҙыҡ инде ул, мөмкин тиклем күберәк, мөмкин тиклем бушлай алырға ынтыла.
Олимпия уты эстафетаһын иҫләгеҙ әле, күпме кешелә ул ытырғаныу тыуҙырҙы. Йәнәһе, күпме аҡсаны һыуға ағыҙалар. Әйтерһең, Олимпия уты булмаған хәлдә аҡса һыуға аҡмай! Өфөлә Ут ике көн булды. Шул саҡта урамдар ябылып, ғәҙәти “тығын” оҙағыраҡҡа һуҙылды. Юлда ул Олимпиаданы әрләүҙәр! Һәм ул ике көн үтеп китте, ә “тығын”дар бөтөнләй юҡҡа сыҡманы ла инде. Беҙ һуңғы арала гел кире тойғолар менән йәшәй башланыҡ түгелме? Бәлки, шул Утты йөрөтөүселәр өсөн был көндәр ҙур ваҡиға булғандыр, ә бәлки, улар араһынан кемдер башҡа Өфө урамдарын күрә алмаҫ.

Әйткәндәй


“Немецкая волна” редакцияһына Ираҡтың “Ансар әл-Сөннә” тигән төркөмөнөң Сочи Олимпиадаһына бәйле ниәте хаҡында хәбәр килгән. Был экстремистик ойошма Волгоградта булған теракттарҙы ла үҙ өҫтөнә алған икән.

Сығыу ваҡыты 28-01-2014, 06:24 | Ҡаранылар: 677
|
  • һаумы Сочи, һаумы олимпиада!
  • Олимпиада ханым – яҡшы көйәрмән
  • 13 башҡорт спортсыһы Рәсәй данын яҡлаясаҡ
  • Олимпиада төҙөлөшөн ҡарарға теләһәгеҙ
  • Сочи олимпиадаһына махсус ҡағыҙ аҡса сығасаҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM