RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ваҡыт үтер, күрәһеләрҙе күрербеҙ

17.01.2014 Ваҡыт үтер, күрәһеләрҙе күрербеҙ

Ваҡыт үтер, күрәһеләрҙе күрербеҙЙәмәғәт, бер яңылыҡ – һеҙ “ҡышҡы ваҡыт”ты кире ҡайтарыуҙарына өмөтләнгәйнегеҙме? Бәлки, яңы йыл сәғәте һуҡҡанда теләгәнһегеҙҙер? Һеҙгә, йәғни барыбыҙға ла ил хөкүмәтенән бүләк – Сочи Олимпиадаһынан һуң “ҡышҡы ваҡыт”!
2011 йылдан бирле ярайһы һыналды был ваҡыт. Ахырҙа, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары раҫлап ҡуйҙы, буғай. Һәр хәлдә, “Известия” гәзитенә хөкүмәттәге ҙур вазифалы кеше шулай тип белдергән: ”Олимпиада тамамланғас ҡына сәғәт телен күсереү буйынса ҡарар сығасаҡ”. Аллам һаҡлаһын, беҙҙең спортсылар насар сығыш яһаһа, ваҡытҡа үсегеп ҡуймаҫтармы икән? Унан тағы бер-ике йыл әүеш-тәүеш итерҙәр.
Нисек кенә булмаһын, ваҡыт ҡәҙерле. Йор һүҙле халҡыбыҙҙа ошоға бәйле бихисап мәҡәл-әйтем бар. Ваҡыт үтеү менән бөтә нәмә үҙ урынына ултыра. Теге йәки был үҙгәреш дөрөҫ булмай икән, билдәле бер арауыҡтан һуң кире тәүге сүрәтенә инә. Был Үрҙәге тарафынан күптән программаға һалынған. Ваҡыт туҡтамай. Уның аҡҡанын тыңларға ваҡыт, ти бит замандашыбыҙ Мөнир Ҡунафин да үҙенең халыҡты тетрәндереп уйландырғыс "Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын" пьесаһында.
Бер аҙ фәлсәфәгә бирелеп киттек шикелле. Аҙналарға һуҙылған оҙайлы ялдан һуң була торғандыр. Ошо аҙна башында тик Рәсәйҙә генә билдәләнеүсе иҫкесә Яңы йылды ҡаршылау йолаһын да еренә еткереп үтәгәс, ҡолас ташлап эшкә тотондоҡ бит. Ә алда әллә күпме эш һәм күҙаллау, ниәт һәм бурыс һәм, әлбиттә, өмөт.

Кире ҡайтарырбыҙ өмөттө лә, башҡаһын да…

Беҙҙең сәнәғәттең нисек үҫешкәнен халыҡ күреп-белеп торһон өсөн тиҙҙән махсус “Яңылыҡтар фабрикаһы” барлыҡҡа киләсәк. Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры, хәрби-сәнәғәт комплексын, оборона буйынса заказдарҙы, атом һәм ракета-йыһан, карап, авиация, радиоэлектрон сәнәғәт, ГЛОНАСС системаһы үҫешен, экспорт контролен һәм граждандар оборонаһын күҙәтеүҙә тотоусы Дмитрий Рогозин үҙ ҡул аҫтындағы тармаҡ­тар­ҙың матбуғат хеҙмәтенә шундай эш ҡушҡан.
“Беҙ, – тигән ул, – Рәсәйҙең милли сәнәғәтен тергеҙеү буйынса дәлилле факттар килтереп, халыҡҡа өмөт ҡайтыуын теләйбеҙ”.
Тап йырҙағыса килеп сыға инде, хәтерләгеҙ әле “…һүнгән өмөттәр кире ҡайтырҙар…” Шулай итеп, баяғы һанап үтелгән тармаҡтар тирәләй гел яҡшы яңылыҡтар көтөргә ҡала. Был тәңгәлдә беҙ, мәҫәлән, киләсәктә йыһан­ға осоролған юлдаштарҙың ҡолап төшөүе хаҡында бөтөнләй ишетмәҫбеҙ ҙә әле, улар булмаҫ. Эйе, өмөт биреү яҡшы нәмә, өмөтләнеп йәшәргә кәрәк.
Өмөттө кире ҡайтарыу тигәс тә, Дәүләт Думаһы йәнә бер элекке “эш”те тергеҙер, моғайын. Ул да булһа, һайлау бюллетендәрендәге “барыһына ла ҡаршы” тигән пункт. Президент һайлауҙарынан тыш, һәр тауыш биреү мәлендә лә ул графаны ҡабаттан күреп, әгәр теләһәк, шунда билдә ҡуйыу мөмкинлеген алыуыбыҙ бар.
Халыҡтан һорашыуҙар был пункттың бик кәрәклеген күрһәткән. “Левада” үҙәгенең сентябрҙәге мәғлүмәттәре буйынса, граждандарҙың 78 проценты өсөн бюллетендә “барыһына ла ҡаршы” яҙыуы мөһим икән.
Иҫегеҙҙә булһа, был пункт 2006 йылдың йәйендә “юғалғайны”. Тиккә түгел инде. Уғаса ҡайһы бер һайлауҙарҙа тап шул яҙма урынлашҡан тәңгәлгә үҙ билдәһен ҡуйыусылар һаны хатта бәғзе бер кандидаттарға, партияларға бирелгән тауыштарҙан да күберәк булған. Халыҡ таптырған өсөн генә кире тергеҙелмәйҙер был. Тимәк, кәрәк, тимәк, ваҡыт еткән. Моғайын, тәжрибә яһап ҡарағандарҙыр, тип уйлайыҡ та ҡуяйыҡ. Закон, ҡағиҙәләрҙе төҙәтеү, ҡасандыр булғанды тергеҙеү ауыр түгел ул, ә ышаныс, ихтирам юғалһа…

Алыҫлаша Балтик буйы

Латвия хөкүмәте үҙ иленең башынан үткәненә тағы бер әйләнеп ҡайтып, совет оккупацияһы хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Хәйер, әлеге эштәре тәүгә түгел инде. Балтик буйы дәүләте нисәмә йыл СССР составында йәшәүен тарихҡа ҡара ҡәләм менән яҙмаҡсы була. Әле сәйәсмәндәр оккупация килтергән зыянды иҫәпләүсе комиссияның эшен йәнләндерергә иҫәп тота. Шулай ҙа Рәсәйгә матди юғалтыу буйынса дәғүә белдермәйерәк торалар, сөнки тәғәйен генә ҡарарға килә алмайҙар икән. Бер һүҙ менән әйткәндә, нимә теләгәндәрен үҙҙәре лә белмәй. Әлеге комиссияны төҙөү ниәте 2005 йылда кемдеңдер “аҡыллы” башына килгән. Хатта сейм “СССР-ҙың Латвияла оккупацион коммунистик режимы хаҡында фекер алышыу тураһында” декларация ла ҡабул иткән. Комиссияның тәүге башлығы Эдмунд Станкевич белдереүенсә, 1940 йылға тиклемге үҫеш темптарын унан һуңғы йылдарҙыҡы менән сағыштырыу юғалтыу­ҙарҙы һанауҙың бер варианты булып тора. Статистика буйынса, ХХ быуаттың 30-сы йылдарында Латвия иҡтисады Европала иң алдынғылар рәтендә булған. 90-сы йылдар башына иһә республика бөтөнләй конкуренцияға һәләтһеҙ тип табылған. 2009 йылда, көрсөк арҡаһында, комиссия эшен туҡтатып торған. Хәҙер Латвия белгестәре ауыл хужалығына, экологияға килтерелгән зыянды, демографияға СССР-ҙың йоғонтоһон тағы ла нығыраҡ тикшерергә ниәтләй. Әйткәндәй, уларҙың күршеһе Литва, совет оккупацияһы арҡаһында юғалтылғанды аҡсаға әйләндереп, күптән һанап сығарҙы – яҡынса 20-нән 286 миллиард долларғаса. Былар күпме сығарыр? Германия репрессиялар өсөн компенсация түләне бит, шуның кеүек миҫалдарҙы ҡарарбыҙ, тигәндәр комиссияла. Рәсәй үҙ теләге менән СССР-ҙың вариҫы булып ҡалды, тип тә төрттөрәләр Латвияла. Был тәңгәлдә иғ­тибар­ҙан ситтә ҡалмаҫлыҡ фекер бар. Латвияның сит ил эштәре министры Эдгар Ринкевич һүҙҙәре: ”Беҙ символик аҙым яһай алабыҙ – Рәсәй оккупация булғанын таныһын, ә беҙ бер ниндәй ҙә компенсация һорамайбыҙ. Тик Рәсәй позицияһы беҙгә билдәле шул, был үкенесле. Әлегә компенсация мәсьәләһе көн тәртибендә тормай”.
Бына бит ваҡыт нимә эшләтә?! Ҡасандыр, СССР – бөйөк держава, уның 15 союздаш республикаһы айырылғыһыҙ өлөшөбөҙ, тип майҙандар яңғырата инек, хәҙер ана шул өлөштәр үҙ янсығын ҡайғырта, оккупанттар, тип ярлыҡ тағырға маташа. Хәйер, тарих барыһын да иҫләй.

Перәникле тәҡдимме, әллә сыбыртҡылымы?

Тарих тигәндән, өлкән быуын яҡшы иҫләй­ҙер, ауылдар урамында (ҡалала ла күп уҡығандарҙыр) почтальондарҙың, саҡ көсө етеп, һәр өйгә гәзит-журнал, хат, открытка таратҡанын. Ҡарап торһаң, хат ташыусының эше хәтәр икәне лә хәтер төпкөлөндә ята. Хәҙер был хеҙмәт тарихта ҡалыу сигенә етеп бара. Хәҙер почтальон хат менән открыткалар таратмай, урамда йөрөгәндә лә әле һәр өй тапҡырына бороламы икән? Һүҙ матбуғат яҙмышы хаҡында. Бынан 20 – 30 йыллап ҡына элек, гәзит-журналға алмашҡа интернет-яңылыҡтар килер, тип кем уйлаған. Әлбиттә, мәғлүмәтте ҡағыҙҙан алаһыңмы, виртуаль донъянанмы – икеһе ике нәмә. Тәүгеһендә башлыса раҫланған, дөрөҫөрәк материал еткерелһә, икенсеһенең әллә ни “тормозы” юҡ. Шулай ҙа заман талабынса, мәғлүмәттең электрон бирелеше гәзиттәргә дәғүәсе итеп ҡуйыла. Артабан нисек булыр? Президент Владимир Путин “тура эфирҙа”, киң мәғлүмәт сараларын дәүләт финанслауын ҡыҫҡартыр­ға тура килә, тигәйне. Әле килеп, Премьер-министр Дмитрий Медведев, төбәк матбуғат саралары властарҙан бойондороҡһоҙ булыр­ға тейеш, ти. Был нимәне аңлата һуң? Властың гәзит-журналдарҙы “ташлауын” түгелме? “Киң мәғлүмәт сараларының шәхси ҡулдарға күсеүе бик мөһим”, – тигән тәҡдим менән ил хөкүмәте башлығы бынан дүрт йыл элек Президент саҡта белдергән “власть органдарының гәзиттәре, завод, пароходтары булырға тейеш түгел” тигән фекерен тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө. Тәки онотмаған бит. Ваҡыт аяуһыҙ нәмә. Тик баҫма матбуғатты һатып алырға теләүсе табылырмы һуң? Мәҫәлән, тәғәйен беҙҙең “Йәшлек”те кем ҡулға төшөрөр? Бай милләттәштәрҙе барлай торорғамы ни?

Ә был ваҡытта...

АҠШ менән Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәт менән шөғөлләнеүсе ведомствоһы башлыҡтары Парижда осрашҡайны. РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров та, АҠШ-тың Дәүләт департаменты етәксеһе Джон Керри ҙа был сәфәрҙән үҙенсәлекле бүләктәр менән ҡайтты. Тәүҙә йомартлығын Керри әфәнде күрһәтте. “Беҙ коллегам менән телефон аша һөйләшкәндә картуф тураһында ла һүҙ алып барҙыҡ, бына шул картуфты алып килдем”, – тип, Америка түрәһе беҙҙекенә ике картуф тотторған. Айдахо штатында үҫтерелгән икән был “икенсе икмәк”. Әлеге биләмәне “картуф штаты” тип тә йөрөтәләр икән. Картуф – Айдахоның 16 символының береһе. Ә беҙ бүләкһеҙ килдекме ни, тип, Лавров етәкләгән делегация дәүләт департаментының рәсми вәкиле Дженнифер Псакиға алһыу ҡолаҡсын бүрек кейҙереп тә ҡуйған. Юҡ, ике ил вәкилдәре Парижға бүләк бирешер өсөн бармағайны ул, иң мөһим мәсьәләлә Сүриә тора ине. Тиҙҙән “Женева – 2” исеме аҫтында Сүриә буйынса халыҡ-ара конференция үтә, Сергей Лавров менән Джон Керри шуға әҙерлекте тикшерҙе. Был сарала ғәрәп илендәге хәл-торошто яйлау мөмкинлеге табыласағына өмөтләнәләр.
АҠШ телгә алынғас, шуны ла теркәп китәйем – ғинуар башындағы ҡаты һыуыҡтар Ниагара шарлауығын да туңдырған. Тарихсылар хәтерләүенсә, һуңғы тапҡыр донъяға билдәле шарлауыҡ 1912 йылда тулыһынса туңған булған. Әле гигант боҙбармаҡтарҙы ҡарарға туристар килеп тулған. АҠШ биләмәһендә хакимлыҡ иткән аномаль һыуыҡтарҙа байтаҡ кеше лә үлгән, күбеһе – көрт арҡаһында килеп тыуған юл фажиғәләрендә. Ә беҙҙәге юлдарҙа көндөҙ йырғанаҡтар аға, төндә боҙлауыҡ барлыҡҡа килә. Шулай, Американы көн ҡатылығы һынаны.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы