НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Килешеп эшләү һөҙөмтәлерәк түгелме ни?

Килешеп эшләү һөҙөмтәлерәк түгелме ни?


Килешеп эшләү һөҙөмтәлерәк түгелме ни?Дағстандың тиҙҙән дүрт өлөшкә бүленеүе ихтимал. Республика башлығы Рамазан Абдулатипов белдереүенсә, был – идара итеүҙең яңы системаһы. Ул ысынында төбәкте бүлгеләү түгел, ә берләштереү маҡсатынан сығып эшләнә. Өҫтәүенә, айырым территориаль округтарға бүлеү бер ниндәй ҙә сығым талап итмәй икән.
Был яңылыҡ республикала төрлөсә ҡабул ителгән. Ошондай үҙгәреш күптән кәрәк ине, тип хәбәр иткәндәр Дағстан етәксеһенең матбуғат хеҙмәтенән. Рамазан Абдулатиповҡа республика төбәктәренән бөтөн яңылыҡ, хәл-торош тиҙ һәм сифатлы рәүештә килеп етергә тейеш. Әле улай түгел икән. Шуға ла округтарға бүлеп, унда етәкселәр тәғәйенләп, улары инде, үҙ сиратында, төбәк башлығына урындарҙа ни булыуын теп-теүәл еткереп торорға бурыслы буласаҡ. Ҡыҙыҡ, ә район етәкселәре нимә эшләр икән ул ваҡытта? Территориаль округ етәкселәре менән һыйышмай башламаҫтар тимә.
Территория тигәндән, һүҙ ыңғайы бер мәғлүмәт бирергә ине иҫәп. Бөгөн ил Президенты Владимир Путиндың ғаилә хәле нисегерәк икәнен барыһы ла белә. Ул телевидение аша бөтөн халыҡҡа ҡатыны менән айырылышыуы хаҡында белдергәйне. Бына шул: ғаилә – Путин өсөн бер кем дә ҡыҫылмай торған шәхси территория. Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков аша ошо һүҙҙе еткергән Владимир Владимирович. “Путин һайлаусыларға былай ҙа билдәле. Уның тураһында һөйләп тороу кәрәкмәй. Һәм ул, нимә менән шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, һәр кешенең берәү ҙә ҡыҫыла алмаҫлыҡ шәхси биләмәһе булырға тейешлегенә ышана. Уның өсөн шундай биләмә – ғаиләһе”, – тигән Песков әфәнде. Ярай, беҙ ҙә ҡыҫылмайыҡ та ҡуяйыҡ.

Яҡын Көнсығыш
проблемалары Европала ҡараласаҡ

Президент темаһын дауам иткәндә, уның ошо көндәрҙәге сәфәренә туҡталырға мөмкин. Европала, Италия яҡтарында булды ул. “Итек-ил” (картаға күҙ һалығыҙ әле) президенты Джорджо Наполитано менән осрашыу бик йөкмәткеле килеп сыҡҡан.
Италияла ике дәүләт араһындағы хеҙмәттәшлек юғары кимәлдә бара тип иҫәпләйҙәр. Осрашыуҙары ябыҡ ишек артында үтһә лә, Путин менән Наполитаноның Сүриә, Мәғриб (Яҡын Көнсығыш) илдәрендәге хәл-торош, Ирандың ядро проблемаһын яйға һалыу тураһында һөйләшкәндәре билдәле булған. Ниңә ишекте ныҡ ябып һөйләшкәндәрҙер, шуныһы аңлашылмай.
Дөйөм алғанда, Италия – беҙҙең яҡшы ғына партнер. Сауҙа әйләнеше буйынса уны Ҡытай, Нидерланд, Германия ғына үтеп китә. Берлектәге инвестициялар ҙа арта, “Көньяҡ ағым” газ үткәргесе төҙөлөшөндә лә итальяндар әүҙем ҡатнаша, йыһан тармағында хеҙмәттәшлекте нығытыу ҡаралған. Шуныһы бар: Италия – НАТО ағзаһы. Бары ошо ғына сәйәси диалог алып барырға ҡамасауламаһа.
Ә бына Рим папаһы менән осрашыу үтә лә әһәмиәтле баһаланған. Баҡһаң, Рим католик һәм рус православие сиркәүҙәре бигүк һыйышып йәшәмәй икән. Ике тиҫтәләп йыл мөнәсәбәттәр көсөргәнешле. Шул уҡ ваҡытта Ватикан Мәскәүҙең, Сүриә проблемаһын ситтәрҙең ҡыҫылыуынан тыш та хәл итеп була, тигәнен һәр саҡ хуплап килгән. Рим папаһы беҙҙең Президенттың халыҡ-ара сәйәсәттәге ролен дә юғары баһалай. Франциск менән Владимир Путиндың күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүе Яҡын Көнсығышта дәүләттәр һәм диндәрҙең килешеп йәшәүенә импульс бирәсәк, тип өмөтләнәләр. Яҡын Көнсығыштың Сүриә, Ливан кеүек ғауғалы дәүләттәрендә христиандарҙы яҡлау йәһәтенән Рәсәй менән Ватикандың позицияһы тап килә. Әлбиттә, ниндәй генә һуғыш булмаһын, христиандар ғына түгел, мосолмандар ҙа зыян күреүсән.
Яҡын Көнсығыш тураһында һүҙгә әйләнеп ҡайтҡанда, тиҙҙән Мәскәүгә Сүриә оппозицияһының милли коалиция делегацияһы килеүе мөмкин. Көнө әлегә билдәләнмәгән, шулай ҙа милли коалиция башлығы кәңәшсеһе Мунзер Акбик Рәсәй илселәре менән һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе ыңғай булыуын белдергән. Сүриә буйынса һөйләшеү киләһе йыл ғинуарҙа Женевала ла үтәсәк. Бында оппозиция халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан бөтөн мәсьәләне еткерергә тырышасаҡ.
Берләшкән милләттәр ойошмаһының генераль секретары Пан Ги Мун Сүриә етәкселеге менән ил оппозицияһын бер өҫтәл артына ултыртып һөйләштереү форсаты тейгәнгә ҡәнәғәт. Был илдә граждандар һуғышы башланғандан алып тәүге һөйләшеү буласаҡ. Бер нисек тә килешергә тырышмай һуғыш алып барыуҙың мәғәнәһеҙлек икәнен ике яҡ та аңлағандыр. Пан Ги Мун Рәсәй менән АҠШ-ҡа конференция йыйырға кәрәклеген әйткән, шулай уҡ БМО-ның уларҙы хуплаған башҡа илдәренә лә рәхмәт белдерә. Моғайын да, һөйләшеүҙә 100 меңдән ашыу кешенең ғүмерен өҙгән, туғыҙ миллион Сүриә халҡын йортһоҙ ҡалдырған, ғәләмәт күп кешене хәбәрһеҙ юғалырға мәжбүр иткән һуғышты тамамлауға килешелер.

Женевалағы килешеү –
тарихи хатамы?

Тағы бер көнсығыш дәүләте күптәргә төн йоҡолары бирмәй. Ул да булһа – Иран, уның ядро программаһы. Биш көн буйына әлеге мәсьәлә Женевала ҡаралды. Унда “Алты ил” (АҠШ, Франция, Бөйөк Британия, Рәсәй, Германия, Ҡытай) вәкилдәре саммитҡа йыйылғайны. Хәҙер, килешеүгә ярашлы, Иран ядро программаһы буйынса эшен ҡыҫҡарта, был илгә ҡарата индерелгән тыйыу­ҙар кәмей. Алдағы алты айҙа ислам дәүләте байыҡтырылған уран табыу күләмен әҙәйтергә, яңы центрифугалар төҙөргә, Арак ҡалаһында плутоний реакторын етештереүҙе туҡтатырға тейеш. Бынан тыш, үҙенең ядро объекттарына Атом энергияһы буйынса халыҡ-ара агентлыҡ (МАГАТЭ) инспекторҙарын индереү талабы ла ҡуйылған. Быларға алмашҡа Иранға ҡуйылған санкциялар йомшартыла. Иң тәү сиратта бер нисә миллиард доллар тәшкил иткән активтарын “иреккә сығарасаҡтар”.
Ирандың ядро программаһы донъя өсөн һәләкәтле, тип һеңдерергә тырыштылар. Әммә берәү ҙә ҡәтғи генә тыя алманы. Бары тик сауҙаға, ғөмүмән, иҡтисадҡа бәйле санкциялар ғына булды. Әле ирешелгән килешеү менән барыһы ла тиерлек ҡәнәғәт ҡалды, буғай. Һәр хәлдә, Иран президенты Хәсән Роухани атом секторына үҫергә рөхсәт биреүсе килешеү менән тулыһынса риза һәм, уның әйтеүенсә, уранды байытыу буйынса эшмәкәрлек дауам итәсәк. Әммә Иран ядро ҡоралы булдырырға ынтылмай.
Барак Обама ла килешеүҙең беренсе этабын уңышлы тип һанай. Әгәр ҙә инде Иран яғы һүҙендә тормаһа, уға ҡаршы санкциялар йәнә яңыртыласаҡ. Тағы ла ярты йылдан етдиерәк һөйләшеп килешеүҙәр көтөлә.
Япония, Ҡытай, Һиндостан, хатта Сүриәнең дә Сит ил эштәре министрлыҡтары әлеге килешеү менән ҡәнәғәтлектәрен белдергән.
Ризаһыҙлығын белдергән берҙән-бер ил – Израиль. Премьер-министр Биньямин Нетаньяху Женева килешеүен тарихи хата тип баһалай. “Хәүефле ҡорал алыр өсөн ҙур аҙымдар яһала, донъя ҡурҡыныс бер урынға әүерелә бара. Ҡеүәтле державалар Иран ядро яғыулығы етештереүҙән баш тартмайынса, тейешле инфраструктураһын һүтеп ташламайынса тороп, уға баҫымды туҡтатыр­ға тейеш түгел”, – тигән ул.
Ирандың атом энергетикаһы ойошмаһы башлығы Әли Әкбәр Салехи иһә килешеү тураһында түбәндәгесә фекерҙә: “Был беҙ бер аҙ ҡыҫыңҡырап япҡан кран кеүек. Әгәр ҙә улар (Көнбайыш) үҙ бурыстарын үтәмәһә, беҙ уны яңынан асабыҙ”.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Женевалағы осрашыуҙың хәл иткес һөҙөмтәле булыуын билдәләй. “Килешеү “Алты ил” етәкселегенең, Ирандың, Евросоюздың конструктив ҡарашы ярҙамында тормошҡа ашырылды, берлектә, бер-береңде ихтирам итеп эшләгәндә донъяуи хәүефтәргә лә яуап табып була”, – тине Президент.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Дөйөм алғанда ла, һәр етди аҙым төрлө фекерҙәргә ҡолаҡ һалып яһалырға тейеш. Юҡһа килешеп эшләмәгәнлектән ил эсендә лә мәғәнәһеҙ талаш-тартыштар бара, етәкселек кеше фекерен тыңламай, ә “янғын” үткәс кенә килешергә тотоналар.
АҠШ-тың дәүләт секретары Джон Керри белдереүенсә, килешеү буйынса тәүге аҙым донъяны хәүефһеҙерәк итһә, Израилдең сит ил эштәре министры Авигдор Либерман, бының һөҙөмтәһе булып бөтөн Яҡын Көнсығышта ядро ҡоралы буйынса ярыш башланасаҡ, тип ышана. Нисек булыр? Һәр килешеүҙең дә бөтөн яҡтар өсөн файҙаһы 100 процент булмауы ла бар шул.

Ә был ваҡытта…

Беҙҙең ут күршебеҙ Украина Евросоюзға инеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуймайыраҡ тора. Был хәл иткес ваҡиға кисә-бөгөн Вильнюста үткән “Көнсығыш партнерлығы” саммитына күҙалланғайны.
Евросоюздың Украинаға килергә теләүе аңлашыла – бында 40 миллион кеше, ҡаҙылма байлыҡтар, уңдырышлы ҡара тупраҡ һ.б. Берлек Советы президенты Херман ван Ромпей, Евросоюз комиссияһы президенты Жозе Мануэль Баррозо билдәләүенсә, Украинаға килешеү төҙөү буйынса тәҡдим өҫтәлдә ята, йәғни ул бөтөнләй сүп һауытына ырғытылмаған әле. Тимәк, Украинаға уйларға ваҡыт бирелә, бер ниндәй ҙә баҫым яһалмай. Ә инде Киев теләмәһә, Евросоюз аптырап ҡалмаясаҡ – унан тыш, күршеһе Белоруссия ла бар ҙа инде.
Шул ваҡытта әле иҡтисади мутлыҡтары өсөн төрмәлә ултырған Украинаның элекке премьер-министры Юлия Тимошенко аслыҡ иғлан иткән. “Мин Януковичтан Европа союзы менән берләшеү, ирекле сауҙа зонаһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуын талап итеп, аслыҡ иғлан итәм”, – тигән Юлия ханым. Президентҡа янарға ла онотмаған.
Үҙ сиратында, Виктор Янукович, Литва президентына шылтыратып, әлегә Евросоюзға инә алмауын белдергән. Йәнәһе, Рәсәй иҡтисади йәһәттән баҫым яһай, тауар импортын ҡыҫа, һөҙөмтәлә ил миллиардтарын юғалта.

Сығыу ваҡыты 29-11-2013, 13:55 | Ҡаранылар: 1144
|
  • Ҡатын-ҡыҙ тотондо, бәлки, тыныр
  • Йәмәндә ут сыҡты
  • Юғалтыуҙар аша үткән юл
  • Баулы ҡурсаҡтар сәхнәне ташларға йыйынмай
  • Рәсәйҙең АҠШ-ҡа биш яуабы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM