НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ябыҡ икән асыҡ ҡапҡалар…

Ябыҡ икән асыҡ ҡапҡалар…


Ябыҡ икән асыҡ ҡапҡалар…Ҡояштың нисек ҡалҡып, ни рәүешле байығанын күргән ҡарт журналисты хайран ҡалдырыр мөғжизәләр был тормошта, ай-һай, бармы икән? Юҡтыр, тимәгеҙ. Бына әле лә, икһеҙ-сикһеҙ уйҙарыма сорналып, уларҙың осона сыға алмай ултырам. Рәсәй-илебеҙҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының (ВТО) тупһа төбөндә ике тиҫтә йыл тилмереүенә ғәрләнеп тә, асыуланып та, ошо мәсьәләгә ҡағылышлы нисәмә мәҡәлә яҙған булдым. Хәҙер инде, хискә самаһыҙыраҡ ихтыяр биреп, уны аҡылдан алдараҡ йөрөткәнем өсөн үкенәм. Бәлки, ҡалған ғына осмот сәсте йолҡҡолауҙан фәтүә юҡтыр? Илебеҙ иҡтисадының һәм, ғөмүмән, ватандаштарыбыҙҙың бөлгөн хәле ғәмәлдә бүтән сәбәптәр менән бәйле түгелме икән? Икеле-микеле уйҙарым шунан да килә: Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында дәүләттәр берләшмәһенең күпселеге ағза булып тора һәм бер генә илдең дә унан ҡасҡанын әлегәсә ишетергә тура килмәне.
Октябрь аҙаҡтарында Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев Рәсәй Федерацияһының БДСО-ла ағзалығының бер йыллығы һөҙөмтәләренә арналған кәңәшмә үткәргәйне. Хәйер, илебеҙ әлеге ойошмала, рәсми таныҡлыҡ алыуҙан һанағанда ла, ағза булып йыл ярым йөрөй. Ә инде тарихтан теүәлләй китһәң, Рәсәйҙең БДСО-ға инеүен ирекле сауҙа тураһында Борис Ельцин егерме йыл әүүәл имзалаған фармандан иҫәпләргә кәрәктер. Нәҡ туҡһанынсы йылдар башында илебеҙ баҙарының ҡапҡаларын шар асып ебәрҙе. Йыл ярым элек ҡул ҡуйылған документ бары ғәмәлдәге хәлде теркәү генә булды. Шуныһы, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүҙе тауар муллығы һәм уларға хаҡтарҙың ауҙарылып төшөүе тип күҙ алдына килтергән хәйләһеҙ кешеләрҙең көткәне әлегә өлөшләтә генә тормошҡа аша шикелле. Сиктәр асылды, тауарҙарҙы индергән-сығарған өсөн пошлинаны БДСО көйләй башланы һәм Рәсәй киңлектәренә сит ил тауарҙары ташҡын булып килеп инде. Һәр хәлдә, үҫеш бер проценттан шундуҡ 55-кә барып етте.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең иң юғары сәйәси етәкселәре араһында Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы мәсьәләһендә төйнәлгән генә фекер юҡ. Әгәр Владимир Путин: «БДСО-ға ағзалыҡ шулай уҡ фарызмы икән, ҡарарға кәрәк әле?» – тип икеләнеүҙәрен һәр саҡ бел­дерә килһә, Дмитрий Медведев был ғәмәлдең «Рәсәй иҡтисадының конкурентлыҡ һәләтен, ғөмүмән, күтәреүгә» килтереүен миҫалһыҙ-ниһеҙ тәҡрарлау менән генә сикләнә. Ысынлап та, «Ғөмүмән күтәреүҙең» хикмәте нимәлә икән? Дөйөм һығымта яһар­ҙан алда, илебеҙ иҡтисадындағы ҡайһы бер күренештәргә күҙ һалайыҡ.
Мәғлүмдер, уңышлымы-түгелме, Рәсәйҙең идара итеү органдары илде Евразия иҡтисади берләшмәһендә нығытыу, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә ике һәм күп яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү йүнәлешендә ниҙер эшләй. Алдағы йылда Евразия иҡтисади берләшмәһе тураһында договор имзалау өсөн әҙер буласаҡ. 2016 йыл башланыуға Берҙәм иҡтисади ойошманың килешеүҙәр пакеты тулыһынса ҡабул ителә.
Шуныһы ғәжәпләндерә, БДСО-ға инеү өсөн нисәмә йыл зарыҡһаҡ та, ойошмала хатта йыл ярым ағза булып иҫәпләнһәк тә, беҙ ошо структурала эшләүгә әҙер түгел икәнбеҙ. Тышҡы иҡтисади мәнфәғәттәребеҙҙе БДСО ағзаһы булараҡ алға этеү өсөн норматив хоҡуҡи һәм ойоштороу механизмдары әҙерләнмәгән, иҡтисадтың айырым тармаҡтары яңы шарттарға шунһыҙ яраҡлаша алмай. Халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәргә етди, уртаҡ ҡағиҙәләргә буйһоноп тартылаһың икән, уға әҙерлек тә тейешенсә булырға тейеш. Беҙҙең иһә, ағымдағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн БДСО-ның Женева ҡалаһындағы штаб-квартираһы эргәһендә үҙ вәкиллегебеҙ ҙә һаман юҡ. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы эсендә лә Рәсәйҙең күп кенә ҙур компанияһына – «Газпром», металлургия, химия һ. б. тармаҡтар – ҡаршы, ысынлап та, «һуғыш» асылған, уҙаҡташтар ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙе боҙа, демпинг алымдарын ҡуллана, эшмәкәрлектең ҡайһы бер төрҙәре менән шөғөлләнеүҙе тыя – һанай китһәң, миҫалдар күп. Дөрөҫ, үҙебеҙҙә етештерелеүсе продукттар ситтән килтерелгәндәр менән хаҡ мәсьәләһендә ярыша алһын һәм илебеҙҙәге тауар етештереүселәрҙе нисектер ҡурсалау өсөн дәүләт май, сыр, эремсек һымаҡ һөт ризыҡтарына таможня пошлинаһын көйләп торорға тырыша. Ләкин был ғәмәлдәр күҙгә элерлек һөҙөмтә бирмәй. Бөтә донъя сауҙа системаһына күҙ йәштәре түгеп килеп инһәк тә, ундағы ҡағиҙәләр һәм закондар дәүләт органдарынан үҙебеҙҙең мили иҡтисадты һәр саҡ ҡурсалауҙы һәм тауар етештереүселәрҙе ҡаматлауҙы талап итә. Беҙҙең дәүләт иһә быны эшләмәй. Азия – Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенең сираттағы йыйынын, Ҡазандағы универсиаданы, Ҡара диңгеҙ ярҙарындағы субтропик төбәктә Ҡышҡы олимпиада, 2018 йылда футбол буйынса донъя беренселеген үткәрергә йәмғеһе триллион һумға яҡын аҡса түгелһә лә, «Сколково», «Роснано» кеүек квазипроекттар атаҡлы уғрылар өсөн һауын һыйырға әүерелһә лә, дәүләт иҡтисадтың эшмәкәрлек тармаҡтарына телгә алырлыҡ ярҙам күрһәтмәй. Финанс министры Антон Силуанов, Дәүләт Думаһында сығыш яһағанда, БДСО-ға инеүҙән зыян күргән тармаҡтар­ға ярҙам йөҙөнән миллиард һум бүлергә вәғәҙә биргәйне. Йәнәһе, аҡса күберәк кәрәк тә ул, ләкин бюджеттың хәле самалы. Унан алдараҡ хөкүмәт ауыл хужалығы тармағына ғына, өҫтәмә рәүештә, 173 миллиард һум вәғәҙә иткәйне. Крәҫтиәнгә барып етте тигәндә лә әлеге аҡса ауыл хужалығы тармағының юғалтыуҙарын ҡаплай алмай.
Ике йыл әүәл әле иҡтисадсылар менән етештереүселәр, илебеҙҙең БДСО-ға инеүенән юғалтыуҙарҙы 1,5 триллион һум буласаҡ, тип фаразлағайны. Күрәҙәлек итеү, үкенескә күрә, дөрөҫкә сыға. Беҙҙең юғалтыуҙар бер йылда ғына 1 триллион һумға етә. 2014 йылда, әгәр зыян 1,5 триллион һумға етә ҡалһа, илдең иҡтисады быны күтәрә алмауы ихтимал. Әйткәндәй, агросәнәғәт комплексына ярҙамға бюджеттың 1 проценттан аҙ ғына күберәген бүләләр. БДСО-ға ингән саҡта беҙҙең ил вәкилдәре һөйләшеүҙәрҙә ошо кимәлдән юғарыраҡҡа өлгәшә алмаған. Был хәҙер – ҡәтғи талап. Шул уҡ ваҡытта ойошманың бүтән ағзалары ауыл хужалығына тартыныуһыҙ ярҙам итә. Америка Ҡушма Штаттарында аграрийҙарға финанс ярҙамы – 24 процент, Европа Берләшмәһендә – 33, хатта аҡсаға наҡыҫ ҡына булған Белорус­сияла ла был һан 21 процентҡа етә. Ошондай хәлдә «Үҙеңдекен һайла, илеңдекен һатып ал!» кеүегерәк саҡырыуҙар һөҙөмтә бирәме һуң? Рәсәй иҡтисады структураһында ауыл хужалығы – 4,4, нефть һәм газ секторынан башҡа сәнәғәт 5 процент алып тора. Туҡһан процент әлеге нефть менән газға ҡайтып ҡала. «Беҙҙең баҙарға ярып килеп ингән ауыл хужалығы продукттары ниңә арзан һуң? Сит ил фер­мер­ҙары Рәсәй крәҫтиәнен ни сәбәпле талай?» – тигән әрнеүле һорауҙарға яуап ябай ҙа, ҡатмарлы ла. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ағзалары, ундағы закон буйынса, һәр йәһәттән тиң хоҡуҡлы булырға тейеш. Ғәмәлдә иһә сит дәүләттәрҙәге тауар етештереүселәр банкынан кредитты 2 – 3 процент менән алһа, беҙҙекеләр 20 процент түләй.
Белгестәр иҫәпләүенсә, Рәсәй хужалығында етештереү күләме быйыл 1 – 1,5 проценттан артмаясаҡ. Бәхәс юҡ, беҙҙең иҡтисадҡа тышҡы факторҙар ҙа йоғонто яһайҙыр. Улар – һәр кемгә мәғлүм. Ләкин, модернизациялау, инновация, тип яр һалһаҡ та, улар әлегә һүҙҙән ары китмәй. Хатта беҙҙәге «Иҡтисади үҫеш һәм инновацион иҡтисад» тип аталған дәүләт программаһында ла илдә инновацион әүҙем предприятиелар өлөшө 9 – 10 процент тәшкил итергә тейеш тип билдәләнгән. Сағыштырыу өсөн: Латвияла ундай предприятиелар – 30, Финляндияла – 50, Германияла 80 процентҡа етә. Үҙебеҙҙәге яңылыҡтарға юл биреү урынына, беҙ сит илдәрҙән әҙер техника һәм ҡорамалдар һатып алабыҙ. Бындай сәйәсәт илгә инвес­торҙар ҙа килтермәй, үҙ продукттарыбыҙҙың конкурентлыҡ мөмкинлектәрен дә юҡҡа сығара.
Хәсрәтле хикәйәләүҙе ошо рәүешле дауам итергә лә мөмкин булыр ине. Әммә кәрәкме икән? Рәсәйҙә етештереү, транспорт һәм социаль инфраструктура емерелде һәм был иҡтисадтың тояғын тышауланы. Меңдәрсә ярҙамсы предприятие ябылды, йылға флоты ғәмәлдә юҡ дәрәжәһендә, төбәктәге автомобиль юлдары хужаларын юғалтты, тимер юлдар ҡыҫҡара, 1300 аэродромдың 120-һе генә тороп ҡалды. Хәлдәр бына шулай.
Бәләләребеҙҙең башы, бәлки, БДСО-ла ла түгелдер. Сәбәпте етәкселәребеҙҙән дә, үҙебеҙҙән дә эҙләү артыҡ булмаҫ. Һәр хәлдә, шешлек ҡыҙҙыралар тип, еҫенә ҡарһаланып сабып та, ишәккә көйҙөрөп тамға һалған урынға килеп төртөлгән кешегә оҡшаныҡ, ахыры…

М. ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.

Сығыу ваҡыты 29-11-2013, 13:48 | Ҡаранылар: 827
|
  • Тәмәкегә хаҡ ҡапыл артасаҡ
  • Төп иғтибар – иҡтисадҡа
  • Тәжрибә туплау өсөн – Ҡырғыҙстанға
  • Янсыҡ мәсьәләһе йәнә лә киҫкен тора...
  • Франция Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM