RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Түрәнән – ришүәт, ришүәттән – мигрант, мигранттан – ғауға, ғауғанан – түрә…

08.11.2013 Түрәнән – ришүәт, ришүәттән – мигрант, мигранттан – ғауға, ғауғанан – түрә…

Түрәнән – ришүәт, ришүәттән – мигрант, мигранттан – ғауға, ғауғанан – түрә…Рәсәйҙә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә яуаплы структура барлыҡҡа килер, моғайын. Уның РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы ҡанаты аҫтында тыуыуы ихтимал. Кәрәгер шул, һуңғы арала, ана, ниндәй хәлдәр бара бит. Милләт-ара мөнәсәбәттәр илебеҙҙең ауыртҡан ере ул барыбер. Шундай ҙур һәм күп милләтле дәүләттә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Барса халыҡтар ҙа тиерлек үҙ аҫаба ерҙәрендә йәшәй. Шулай булғас, төрлө милләттәр күсенеп йөрөгән мәлдә үҙеңдекен һаҡлап ҡалыу зарурлығы тыуа. Бөгөн нилектәндер ҡайһы бер рәсәйҙәрҙең йоҙроҡтары йомарланған. Ҡараштары айырыуса рус булмағандарға асыу менән төшә. Моғайын, Өфөлә үткән “Рус маршы”н да аңлаусы табылыр. Әйткәндәй, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә милләтселәр ҙә тик ятманы. Мәҫәлән, Украинала ике дәүләтте берләштереүҙе (Рәсәй менән Украинаны) яҡлап акция үткәреүселәргә ҡаршы төтөн сығарғыстар бәргәндәр, ә Санкт-Петербургта Үзбәкстан кешеһен сәнсеп үлтергәндәр. Грузияла байрамдан һуң балалар фестивалендә ҡатнашыу­сы илдәрҙең әләмдәре торған ерҙә Рәсәй флагын яндырғандар.
Тик, кем әйтмешләй, яҙғанды күрәбеҙ, әлеге ваҡиғаларҙың да сәбәбе бар бит.
Мигранттарҙың күпләп килеүе лә үҙебеҙгә бәйле. Ә инде уларҙың артыҡ күп килеүенә түрәләр ғәйепле. Бында коррупция “еҫе сыға”.

Рәсәйҙә ришүәтселек бөтөрмө?

Юҡ, тигән ҡәтғи яуабын бирер күптәр. Бөгөнгө коррупция кимәле төрлө фекерҙәр тыуҙыра. Берәүҙәр, Рәсәйҙе донъяла ришүәтселек иң сәскә атҡан илдәрҙең береһе, тиһә лә яңылышмай. Шулай ҙа Рәсәй Фәндәр академияһы хеҙмәткәрҙәре уҙғарған һорашыуҙар күрһәтеүенсә, ил предприятиеларына ришүәтселек яғынан баҫым 2000 йылдарҙа, 1990 йылдарға ҡарағанда, кәмегән. Тимәк, ниндәйҙер саралар күрелә. Тик ниндәй? Коррупцияға ҡаршы көрәш бер нисә закон менән көйләнә. Әммә етерлек кимәлдә түгел. Шулай булмаһа, бөгөнгәсә дәүләт ҡаҙнаһын күҙ ҙә йоммай миллиард һумлап урлаусы чиновниктар булыр инеме?
Яңы Рәсәйҙә ришүәтсе ҙур түрәләрҙән юстиция министры Валентин Ковалевты атар­ға мөмкин. Ул һәм уның ярҙамсыһы Андрей Максимов 2011 йылда үҙҙәренә ышанып тапшырылған мөлкәтте урлауҙа ғәйепләнеп, хөкөм эскәмйәһенә ултырғайны. Һөҙөмтәлә Ковалевҡа биш йыл һынау осоро менән шартлы рәүештә туғыҙ йыл бирелде. Шәп хөкөммө? Суд белә торғандыр. Ҡалған бур түрәләр рәхәтләнеп “эш”ен дауам итә: хан һарайҙары төҙөй, сит илдә виллалар, утрауҙар һатып ала.
2008 йылдың майында Рәсәйҙең ул саҡтағы башлығы Дмитрий Медведев коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса Рәсәй Президенты ҡарамағында совет төҙөү тураһында хәбәр иткәйне. Көрәштең милли планы ла раҫланды, байтаҡ закон сыҡты. 2012 йылда Владимир Путин, дәүләт чиновниктарына үҙ сығымдары хаҡында отчет бирергә талап ҡуйып, закон сығарҙы.
Ошонан сығып, илдәге бер нисә енәйәт эшенә туҡталып китергә мөмкин. Һуңғы йылдарҙа ғына, әйтәйек, бер-ике йылда беҙгә күпме ришүәтселек күренешен күрһәттеләр? “Оборонсервис”та барыһы ла ҡатмарлы. Берәү ҙә ашыҡмай.
Уның артынса Мәскәү яны ҡалаларының береһендә ҡомарлы уйын бизнесы тирәләй ғауға ҡупты. Был 2011– 2012 йылдарҙың ”иң сағыу эше”. Баҡһаң, “уйынсылар”ҙы өлкә прокурорҙары “ҡанат аҫтында” тотҡан, имеш. Шуныһы ҡыҙыҡ, ә бәлки, ҡыҙғаныстыр, шик аҫтында булыусы 15-ләгән кеше тикшереү дауам иткән әҙ генә ваҡытта уҡ һаҡ аҫтынан сығарылған.
Былтыр көҙ ГЛОНАСС навигацияһы тирәләй һүҙ сыҡты. Рәсәй йыһан компанияһы унан алда йыһанға аппараттар осороуҙа бер-бер артлы уңышһыҙлыҡтар кисергәйне. Ни өсөн тигәндә, кәрәкле маҡсатта тотонолаһы миллиардлаған һум аҡса кемдеңдер кеҫәһенә инеп киткән. Ярай әле ай самаһы элек унда башлыҡ алмашынды.
“АТЭС – 2012” саммитына ҡағылышлы һандарға күҙ һалайыҡ – әҙерлек барышында төҙөлөштәр өсөн инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 690 миллиард һум булған. 99 проценты үҙләштерелгән. Әммә билдәле бер сумманың ҡайҙалыр юғалыуы хаҡында ишетелгәс, юл чиновниктарға барып төртөлә. Бында тикшереүселәр РФ Төбәктәр үҫеше министры урынбаҫары Роман Пановтың 90 миллион һум ҡаҙна аҡсаһын урлауын шик аҫтына ала, ведомствоның Алыҫ Көнсығыш дирекцияһы башлығы Олег Букалов та отставкаға китә.
Артабан бер-бер артлы “Росагролизинг”, ”РусГидро” компанияларының “эше” ҡалҡып сыға. Октябрь башында ғына РФ Иҫәп палатаһы хеҙмәткәрҙәре “Росреестр”ға сираттағы мәртәбә “хәл белергә” килә. Унан алда был федераль хеҙмәт башлығы урынбаҫары Сергей Сапельников илдән сығып ҡасҡан була. 2009 – 2012 йылдарҙа чиновниктар “Росреестр”ҙа 23,8 миллиард һумға төрлө контракттар төҙөй, ә ана шул килешеүҙәрҙең бер өлөшө бөтөнләй икенсе маҡсаттан була. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡаҙнанан тағы ла миллиардлаған һум “юғала”. Ә баяғы Сапельников әфәнде дәүләт серҙәренә лә эйә икән.
“Сколково” суперзаманса инновация үҙәге иһә ай һайын тиерлек телгә алына. Коррупция йәһәтенән, әлбиттә. Әле килеп Генераль прокуратура тәфтишселәре уны төҙөгәндә үк закон боҙоуҙар булғанлығын асыҡлаған. Тикшереү шуны күрһәткән – ҡаҙнанан 125 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡайҙалыр “юлланған”.
Әйткәндәй, 2013 йыл башына коррупция өсөн вазифаһынан 800 яуаплы чиновник бушатылған, шул иҫәптә төбәк башлыҡтары ла бар.

Хаттар яҙам…

“Оборонсервис” эше (Оборона министрлығы мәнфәғәттәре өсөн эшләүсе был холдинг ведомствоның милкен арзанайтып һатыуҙа ғәйепләнә) буйынса шик аҫтында тотолған Евгения Васильева йәмәғәтселеккә асыҡ мөрәжәғәт яҙған. Раҫлауынса, ул влас­тар тарафынан хаҡһыҙ рәүештә эҙәрлекләнә. Бары тик элекке министр Анатолий Сердюковҡа тап төшөрөү өсөн. Һорау алыу­ҙарҙа Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре Васильеваға ныҡ баҫым яһаған, йорттағы тотҡонлоғонан төрмәгә күсереү менән янаған, имеш. Васильева һәм уның “көрәштәштәре” бер ниндәй ҙә закон боҙмаған.
Хатҡа күҙ йүгертәйек: ”Мине ғәйепле тип табыу мөмкин түгел, сөнки бер ғәйебем дә юҡ. Ғөмүмән, бер ниндәй ҙә хоҡуҡ боҙоу ҙа, ойошҡан төркөм дә юҡ. Ә иң ҡыҙығы – Рәсәйгә зыян да юҡ. Барлыҡ килешеүҙәр ҙә законға ярашлы башҡарылған.
… Барыһы ла Сердюковҡа ҡара яғыу маҡсатында эшләнә. Унан килеп, ғәйепләү документының ни тиклем дә наҙан ҡулдар менән яҙылыуы аптырата. Мин, Санкт-Петербург дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған белгес, тәүҙә был 300 битлек документты шаяртыу тип ҡабул иттем. Ғәйепләүҙәр мине өс миллиард һум аҡса эшләү өсөн йөҙҙәрсә кешене төп башына ултыртыусы яһил ҡатын итеп күрһәтә. Ә шул мутлыҡтарҙа ҡатнашыусы намыҫлы хеҙмәткәрҙәр, йәнәһе, һаман да закон боҙғанын белмәй йөрөй… Беҙ судҡа әҙерләнәбеҙ һәм бер нәмә лә минән элекке РФ оборона министрына, хеҙмәттәштәремә ҡара яҡтырта алмаясаҡ. Еңеүебеҙгә ышанам”.

Ә был ваҡытта…

Рәсәй ҡануниәтенә “коррупцион хоҡуҡ боҙоу”, ”коррупцион енәйәт” тигән яңы төшөнсәләр индерелә. Бынан тыш, “бюджет средстволарын урлау” тигән яңы енәйәт күренеше лә булдырыла.
Аһ-аһ, бығаса булмағанмы, тип һорарһығыҙ. Дөрөҫ һорау. Бәлки, кәрәкмәгәндер. Закон проектына ярашлы, ҡаҙна аҡсаһын ҙур суммала (6 миллион һумдан ашыу) урлаған өсөн 3 – 5 миллион һум штраф түләп, 7-нән 15 йылғаса иректән мәхрүм итеү янай. Хөкөм ителеүсе 12 йылға тиклем яуаплы вазифалар­ҙа ултыра алмаясаҡ. Бик ҡыҙыҡ – дәүләт милкен урла ла, 12 йылдан һуң ҡабаттан ҙур урын биләргә кил, имеш.
Төбәктәргә федераль ҡаҙнанан йыл һайын мәктәптәр, дауаханалар, юлдар һ.б. төҙөү өсөн ҙур-ҙур суммалар бүленә. Һәм бында ришүәтселек күренештәре булмаясағына тулыһынса ышаныу ҙа ҡыйын. Әле РФ Дәүләт Думаһында ошо тәңгәлдәге тәртипһеҙлек­тәр­ҙе туҡтатыу буйынса ҡаты эштәр бара.
… Ә Рәсәй Хөкүмәте киләһе йылда илебеҙгә 1,6 миллион гастарбайтер килтереү тураһында ҡарар сығарҙы. Шуларҙың 557 меңдән ашыуы төҙөлөшкә, ремонтҡа йәлеп ителәсәк. Әҙер тороғоҙ, йәмәғәт, сифатһыҙ объекттар ҡабул итеүгә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы