RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шеш һытылырға тора, буғай…

25.10.2013 Шеш һытылырға тора, буғай…

Ахыры, был донъя тыныс ҡына йәшәй алмай. Ете миллиард кеше көн иткән Ер шарында ниндәй тыныслыҡ булһын?
Рәсәйҙә лә ваҡыты-ваҡыты менән кешене тертләтерлек ваҡиғалар булып тора. Һуңғы көндәрҙәге яңылыҡтарҙы ғына алһаҡ та. Эйе, иҡтисадыбыҙ әлегә тормозда. Был хаҡта халыҡ көйәләнмәй, сөнки беҙ Бирюлеволағы фажиғәгә ҡайғырабыҙ, мигранттарҙы ҡыуабыҙ, хәҙер уға Волгоградтағы теракт ҡушылды. Ә былай илдә етди эштәр бара.
Рәсәй Президенты Владимир Путин милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе закон­ға ҡул ҡуйҙы. Яңы документта бығаса ғәмәлдә булғанына үҙгәрештәр индерелгән. Уға ярашлы, төбәк властары үҙҙәрендәге милләт-ара конфликттар өсөн яуап бирәсәк. Расаһына, милләтенә, теленә, диненә ҡарамай, һәр кешегә хоҡуҡ һәм ирек тәьмин итеү ҙә – дәүләт хеҙмәткәр­ҙәренең төп бурысы.
Тәүҙә закон проектында милләт-ара ыҙғыштарҙы тыя алмаған төбәк башлығына 500 мең һумға тиклем штраф түләү ҡаралғайны. Әгәр ҙә етәксе конфликтты күтәреүҙә, үҫтереүҙә ҡатнашһа, уны ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итергә лә тәҡдим булғайны. Әле РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ҡабул иткән законда ыҙғыштар өсөн түрәләрҙе эштән ҡыуыу рөхсәт ителгән. Тик ғауға-фәлән була ҡалһа, “йомшаҡ ултырғыс”тарынан осоп төшмәҫ өсөн уны нисек тә йәшереп ҡалдырырға маташырҙар әле. Беҙҙә бит сыҡҡан закондарҙың барыһы ла тиҙ генә эшләй һалып бармай.
Әйткәндәй, тиҙҙән террорға ҡаршы ҡаты закон сығасаҡ, сөнки сәбәбе бар.

Волгоград, 21 октябрь,
29-сы автобус

Ғәҙәти пассажир автобусы. Көндөҙгө сәғәт ике. Һәр кем үҙ йомошо менән юлға сыҡҡан. Кемделер юл йөрөүҙән тыйыу дөрөҫ тә, мөмкин дә түгел, хатта теракт хәүефе булһа ла. Был көндө юлы уңмаҫын, йә ул бөтөнләй һуңғыһы булырын берәү ҙә уйламай. Әммә ваҡиғалар үҙенекен итә – шартлау яңғырай. Шартлау Наида Асиялованың кәүҙәһен киҫәктәргә бүлгеләй, сөнки тап ошо 30 йәшлек ҡатындың тәненә нығытылған була ул шартлатҡыс матдә. Һөҙөмтәлә “ауырыу идея” 40-лаған кешене тән йәрәхәтенә дусар итә, алтау­һының ғүмерен өҙә.
Дағстандан килгән террорсы Махачкала боевигы Дмитрий Соколовтың ҡатыны була. Ир бандиттар төркөмөндә шартлатыу буйынса баш белгес һанала икән. Быны хоҡуҡ һаҡлау органдары асыҡлаған. Ҡатынын да ул терактҡа ныҡлы әҙерләгән. Әйткәндәй, быйыл 25 майҙа Махачкалала үҙ-үҙен шартлатып, теракт ойошторған Мәҙинә Әлиеваны ла ул әҙерләгән, тигән мәғлүмәт бар.
Дмитрий Буйнаҡ (Буйнакск) ҡыҙы Наида менән Мәскәү янындағы бер бәләкәй ҡалала йәшәгәндә интернет аша таныша. Егет ул ваҡытта уҡ дин, ҡорал, шартлатҡыс матдәләр яһау менән ҡыҙыҡһына. Наида Дмитрийҙан ун йәшкә олораҡ булһа ла, аралары йылына ла, ҡыҙ Мәскәүгә күсеп килә… һәм бер ни тиклем ваҡыттан һуң егетте үҙе менән Дағстанға алып китә. Соколов, шулай итеп, Абдул Джаббарға әйләнә. Хатта ата-әсәһе менән аралашмай башлай, Наида ла егеттең ҡайҙа икәнен белмәүен әйтә. Үҙе лә әсәһе менән бәйләнешен өҙә, бер туҡтауһыҙ йәшәгән ерен алмаштыра. Ҡайһы бер сығанаҡтар белдереүенсә, Асиялова бандит берләшмәләренең туғандары ингән ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтендә ағза булып тора, Дағстандан яңы кешеләрҙе ылыҡтырыу менән шөғөлләнә. Бына шундай кешеләр арҡаһында Волгоградта фажиғә булды ла инде.
Шартлау урынында әлегә “үҙ бурысын” үтәмәгән граната, Махачкаланан Мәскәүгә автобус билеты, Асиялова исеменә паспорт табыла. Ошонда бер һорау тыуа – ни өсөн Махачкаланан илдең баш ҡалаһына барырға теләүсе кеше тәүҙә Волгоградҡа килгән һәм шунда “эшен” атҡарған икән?

Теракт Мәскәүгә
тәғәйенләнгән булған

Асиялова Мәскәүгә юлланырға тейеш булған. Уны көткәндәр. Ниңәлер бомба тәғәйен урынға барып етмәйенсә шартлаған. Быға ҡатындың ире менән талашыуы сәбәпсе, тип тә әйтәләр. Йәнәһе, Асиялова баш ҡалаға барыусы автобустан төшә лә, Волгоградта баяғы хәйерһеҙ 29-сы маршрут­ҡа ултыра. Хәҙер енәйәтсе үлгәс, ниңә улай эшләгәнен бер кем дә, бер ҡасан да белә алмаясаҡ.
Әйткәндәй, Наида менән Дмитрий рәсми өйләнешмәй, “граждан никахы”нда йәшәгән.
Тикшереү фаразы буйынса, терактта тағы ла бер нисә кеше ҡатнашырға тейеш булған. Улар – шул уҡ Соколов һәм 25 йәшлек Дағстан егеттәре Руслан Ҡазанбиев менән Ҡорбан Омаров. Әлбиттә, Асиялова хоҡуҡ һаҡлау органдары “күҙенә” былтыр эләккән, тик уны эҙләмәгәндәр, шик аҫтына алмағандар, ә былай ғына күҙәткәндәр.
Ҡазанбиев һәм Омаров менән дә полиция ҡыҙыҡһына. Улар былтыр Дағстандың Чапаев ҡасабаһында полиция майоры Ҡорбан Әхмәдовтың машинаһына атыш ойоштороу­сылар араһында шик аҫтына алынған. Ғөмүмән, был икәү төркөмдәге башҡа боевиктар рәтенән 16 кешенең үлеменә сәбәпсе булған теракттарҙа ғәйепләнә. Полиция бүлектәрендә бандиттарға ориентировкалар ята, әммә береһе лә тотолмаған.
Рәсәйҙәге иң ҡурҡыныс теракттар

Һуңғы 11 йылды ғына алайыҡ. ИТАР-ТАСС агентлығында теркәлеүенсә, террор – беҙҙең илдә ярайһы йыш “ҡунаҡ”.
2002 йыл, 9 май, Дағстан, Каспийск. Шартлатҡыс ҡорал Еңеү көнөн байрам иткәндә, ғәскәрҙәр сафтарға теҙелеп үткәндә эшләй. 45 кеше, шул иҫәптән 12 бала һәләк була, 170-тән ашыуы йәрәхәтләнә.
Ошо уҡ йыл, 23 – 26 октябрь. Мәскәү, Дубровка. “Норд-Ост” мюзиклы барған бинаға 40 ҡораллы бандит инеп, 912 кешене аманатҡа ала. Өс тәүлектән һуң, штурмлауҙа террорсылар үлтерелә, уларҙан тыш, 130 кеше лә ҡорбан була.
2004 йыл, 6 февраль, Мәскәү. Баш ҡала метроһының “Автозаводская” һәм “Павелецкая” станциялары араһында вагонда шартлау яңғырай. Ер аҫтында көслө янғын сыға. Терактта 41 кеше үлә, 130-ы яралана.
Шул уҡ йыл, 1 сентябрь, Төньяҡ Осетия, Беслан. Бандиттар ҡаланың 1-се мәктәбендәге балалар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр­ҙән 1200-ҙән ашыу кешене аманатҡа ала. Был, моғайын, беҙҙең илдәге бөтөн теракттар­ҙан иң ауырылыр. Мәктәпте ҡамау­ҙы үҙ маҡсаты итеп алыусылар ниндәй кеше булырға тейеш? Бында диндең дә, милләттең дә ҡыҫылышы юҡтыр. Әлеге фажиғәлә 334 кеше, шул иҫәптән 186 бала яҡты донъя менән хушлаша. Аҙағыраҡ 70 баланың, 56 өлкән кешенең инвалид булып ҡалыуы тураһында хәбәр килеп етә.
2005 йыл, 13 октябрь, Ҡабарҙы-Балҡар, Нальчик. Ҡаланың көс структуралары шәхси составы иртәнге сафҡа теҙелгән. Тап ошо ваҡытта уларға бер төркөм боевик һөжүм итә. Ҙур ғына бәрелештә йөҙләгән террорсы, 35 милиция хеҙмәткәре, 12 ҡала гражданы үлә, йөҙләгән кеше йәрәхәттәр ала.
2006 йыл, 21 август, Мәскәү. Черкизов баҙарындағы шартлау арҡаһында 14 кешенең ғүмере өҙөлә, 61-е яралана.
2009 йыл, 22 ноябрь, Тверь өлкәһе, Лыкошино ауылы. Октябрь тимер юлының 284-се километрындағы рельсҡа һалынған ике шартлатҡыс ҡорал “Невский экспресс” тиҙ йөрөшлө поезында шартлай. 27 пассажир өсөн был һуңғы юл була, 150-нән ашыуына төрлө ауыр йәрәхәттәр килтерә.
2010 йыл, 29 март, Мәскәү. Тағы ла баш ҡала метроһында шартлау. “Сокольники” линияһының “Лубянка” һәм “Мәҙәниәт паркы” станцияларында иртәнге тығын ваҡытында ике террорсы ҡатын үҙ-үҙҙәрен шартлата. Ҡорбандар һаны – 40, яралылар – 140-тан ашыу.
2011 йыл, 24 ғинуар, Мәскәү. “Домодедово” аэропортының пассажирҙар залында террорсы тәненә бәйләнгән бомбаны шартлата. 37 кеше үлә, 172-һе йәрәхәтләнә.

Фекере дөрөҫмө?

Был сәйәсмәнде шәхсән хөрмәт итеп бармаһам да, ваҡыты-ваҡыты менән уның фекеренә ҡолаҡ һалына. Ҡайһы бер әйткәндәре дөрөҫ тә кеүек. ЛДПР лидеры Жириновский әфәндене әйтәм, әле уның Волгоградтағы терактҡа бәйле яңғыратҡан фекере уйландыр­ҙы. Ул террор менән көрәшеүҙең аҡыллы ысулын террорсыларҙың ғаиләһенә лә яза биреүҙә күрә.
“Теракт эшләнеме, уның ғаиләһен 25 йылға төрмәгә ебәрергә. Башҡа юл юҡ. Был ҡайһы бер үҙ-үҙен шартлатыусыларҙы туҡтатасаҡ, сөнки уларҙың күбеһе барыбер ҙә ата-әсәһен ярата”, – тигән сәйәсмән. Жириновский иң ҡаты саралар талап ителеүен белдерә. Уныңса, бөтәһе лә контролдә тотолорға тейеш. Контроль тигәне Именлек хеҙмәте (ФСБ) тарафынан эшләнә инде. Телефоны тыңланыламы, йә интернетта эҙәрлекләнәме. Был бит ирекһеҙләү, тиер күптәр.
“Һеҙҙең иреккә төкөрөргә. Дәүләт – хәүефһеҙлек ул, һәм ниндәй алымдар менән булһа ла хәүефһеҙлек тәьмин ителергә тейеш. Оҡшамаһа, китегеҙ”, – тип ҡаты ысҡындыра. Бер яҡтан, террорҙы нисек тә булһа туҡтатырға кәрәк, тик террорсының ғаиләһенә баҫым яһау ғәҙел булырмы? Мәңгелек донъяла һәр кем үҙе өсөн яуап бирә, тигән бит. Именлек хеҙмәтенә артыҡ вәкәләттәр биреү ҙә бигүк дөрөҫ булмаҫ ул. 1937 йылдың ҡабатланмауына берәү ҙә гарантия бирә алмай.

Бирюлеволағы ваҡиғаларҙың ҡабатланыуы ихтимал

37-се йылдың ҡабаттан булыуынан Алла аралаһын. Ә бына Мәскәү мэры Сергей Со­бянин Бирюлеволағы кеше үлтереүҙән һуң килеп тыуған тәртипһеҙлектәр, тағы ла бер кешене үлтереү (Көнсығыш Бирюлевола бер үзбәкте сәнсеп үлтергәндәр) кеүек ваҡиға­лар­ҙың ҡабатланыуы ихтимал, тигән фекерен еткерҙе. Көнбайыш Бирюлеволағы фажиғәнән һуң барыһы ла ҡапыл уянды, ахыры – хоҡуҡ һаҡлаусылар тағы ла мигранттарҙы тота башланы, Мәскәүҙәге “резина” фатир­ҙар эҙенә төшмәксе булып, рейдтар ойошторола, милләтселәр эҙәрлекләнә.
Мәҫәлән, Химки ҡалаһында легаль булмаған мигранттарҙы асыҡлау маҡсатында граждан рейдына сыҡҡан бер төркөм кеше тотолған. Уларға милләтсе мөһөрө тағылыр ине, әгәр ойошма “Русские” исемен йөрөтмәһә. ОМОН бит тәүҙә белмәгән һәм 40-лап активисты ҡамап алған. Йәмәғәтселәр лидеры Дмитрий Демушкин белдереүенсә, улар йыш ҡына рейдҡа сыға ла, рөхсәтһеҙ йәшәгән гастарбайтерҙарҙы асыҡлап, миграция хеҙмәтенә еткерә икән.
Ә баш ҡаланың үҙендә законһыҙ ҡуртымға бирелгән 130 мең фатир барлығы билдәле булған. Был – Мәскәү торлаҡ фонды тарафынан үткәрелгән тәүге тикшереү һөҙөмтәһе. Хатта ҡайһы бер фатирҙа 100-ҙән ашыу кеше теркәлгән, имеш.
Үткән аҙна буйына мигранттарҙы баҫтыр­ҙылар. Мәскәүҙең һәр районында ла табыла бит әле улары. Иң уңышлы “табыш” баш ҡаланың көньяғында икән.
Бәлә Көнбайыш Бирюлевола башланһа ла, уның Көнсығышында ла хәлдәр яҡшынан түгел. Гастарбайтерҙарҙың күплегенән сығып әйтәм. Бер ятаҡта бәләкәй генә бүлмәләрҙә тиҫтәләп мигрант көн күрә. Йәшәгән урындарында гигиена талаптары үтәлеүе тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Был ятаҡтағыларҙың күбеһе Мәскәү кешеһе Александр Егорцев фатирында теркәлгән. Әҙ ҙә түгел, күп тә түгел – 300 кеше. Егорцев үҙе был хаҡта бер нәмә лә белмәй, имеш. Ысынында, фатирҙа ир үҙе, ҡатыны, ҡыҙы ғына рәсми иҫәптә. Ярай, Егорцев белмәй ти, ә мәскәүҙәрҙең байтағы торлағын махсус рәүештә ҡуртымға бирә, белә-күрә фатирына 196 кешене теркәп тә ҡуя. Эйе, тап шундай хужа, дөрөҫөрәге, хужабикә, асыҡланған һәм уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу ҡарала.
Былтыр Рәсәйҙән рөхсәтһеҙ килеп эшләп йөрөгән биш мең гастарбайтер ҡыуып ҡайтарылһа, быйыл уларҙың һаны 42 меңгә еткән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы