НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Был йөҙ йыллыҡҡа “Бөйөк үҙгәртеп ҡороуҙар быуаты” тигән исем бирелмәгәйе

Был йөҙ йыллыҡҡа “Бөйөк үҙгәртеп ҡороуҙар быуаты” тигән исем бирелмәгәйе


Мәскәүҙең үҙенә башлыҡ һайларға әҙерләнеүе тураһында яҙғайныҡ инде. Ә бына нисегерәк һайларға кәрәклеген тап шул ҡалала йәшәүселәр хәл итә. Нисегерәк тигәнемде намыҫлы һайлау тип аңларға кәрәк. Кандидаттар алдап-йолдап үтмәһен өсөн тикшереү алымдары бар. Шуларҙың береһен – алдау детекторын ҡулланыуҙы Дәүләт Дума­һында ЛДПР депутаты Михаил Дегтярев тәҡдим итә. Уныңса, мөһим етәксе вазифаларына кандидат һайлау­ҙа ҡатнашыу өсөн теркәлгәндә үк әлеге процедураны үтергә тейеш. Көҙгө сессияла парламентҡа ошо туралағы закон проекты индереләсәк икән. Хупланған хәлдә, сентябрҙә мэр һайлағанда яңы ысулды һынап та ҡараясаҡтар. Яҡынса алғанда, һәр кандидатҡа ун һорау бирелә. “Ватанығыҙға хыянат иттегеҙме?”, “Ришүәт алдығыҙмы?”, “Наркотик ҡулланғанығыҙ бармы?” кеүегерәк дөйөм һорауҙар булыр, моғайын. Әллә, детекторҙан үткәреүсене һатып алмаһалар ярай ҙа, тиер әле әсе теллеләр.
Был йөҙ йыллыҡҡа “Бөйөк үҙгәртеп ҡороуҙар быуаты” тигән исем бирелмәгәйеӘйткәндәй, Дәүләт Думаһының тағы бер партияһы бер аҙ аптыратыңҡырап ҡуйҙы. Коммунистар партияһы фракцияһы президиумы РФ Хөкүмәтенә ышанысты юғалтыу буйынса ҡултамға йыйырға ҡарар иткән. 90 депутат бөгөндән имза һуғырға әҙер икән. Атаҡ-атаҡ, күрә-тора, ҡапыл ғына башланған эшме әллә, тип аптырамай тороғоҙ. Сәбәбе Рәсәй Фәндәр академияһында буласаҡ реформаға бәйле, имеш. Бына һиңә мә! Тағы бер үҙгәртеп ҡороу. Әҙерһегеҙме, реформалаштырыусылар менән бергә академияны пыран-заран килтерергә? Алға, әйҙә.
Ә шулай ҙа, нисек буласаҡ был реформа? Ысынлап та кәрәкме? Терһәк тешләрҙәй булмаҫбыҙмы?

Нисек үҙгәртәсәктәр?

Был реформа тураһында 27 июндә үткән хөкүмәт ултырышында әйтелде. Хәйер, унан күпкә алдараҡ та фаразлап булыр ине, сөнки әлеге барған реформаларҙан нисек был тармаҡ ҡотолоп ҡалһын ти?
Үҙгәртеп ҡороу тураһындағы закон проектын Рәсәй мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов тәҡдим иткән, Хөкүмәт башлығы Дмитрий Медведев хуплаған.
Фәндәр академияһы составына медицина, ауыл хужалығы буйынса академиялар ҡушыласаҡ. Уларҙың институттары ла өс төркөмгә бүленә − ҡайһылары төҙөләсәк махсус федераль агентлыҡҡа биреләсәк, берәүҙәре – власть органдарына (мәҫәлән, медицина өлкәһенә ҡараған ғилми институттар Һаулыҡ һаҡлау министрлығына), йә бөтөрөләсәк. Рәсәй Фәндәр академияһының бөтөн мөлкәте Премьер-министрға буйһоноусы Ғилми институттар агентлығына күсереләсәк. Яңы закон ғәмәлгә инһә, академия президентын ил башлығы раҫламаясаҡ, академикты ла үҙ дәрәжәһенән төшөрөү мөмкин буласаҡ.
Ауыл хужалығы фәндәре академияһы президенты Геннадий Романенко иҫәпләүенсә, реформа үткәреү бик мөһим, әммә закон проектының һәр статьяһы буйынса ныҡ ҡына фекер алышыу кәрәк. Тикше­ренеүҙәрҙе оптималләштереп тороу фарыз да ул. Кемгә нисектер, әммә күптәр­ҙә оптималләштереү тигән һүҙ кире уйҙар тыуҙыра. Шуға ла был реформаға ҡарата фекерҙәр төрлөсә. Ул эшкә бюджеттан 500 миллион һумдан ашыу аҡса алырға кәрәк. Теүәлерәге – 514 миллион 240 мең һум. Үҙгәртеп ҡороу­ҙан һуң академиктар­ҙың эш хаҡы артыуы ла бар. Әле Рәсәй Фәндәр академияһы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы һәм Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының ағза-корреспонденттары айына – 25, академиктары 30 мең һум хеҙмәт хаҡы алып эшләй. Реформанан һуң барыһы ла академик булып, хеҙмәттәре 50 мең һум менән баһаланасаҡ.
Насип булһа, бик күп “аҡыллы баштар” үҙебеҙҙә ҡаласаҡ. Нимәнелер тамырынан үҙгәртеү еңел түгел. Реформа һүҙе ҡурҡыта ла башланы.
Министр Ливанов тәҡдиме тигәйнек башта. Әле килеп ул, закон проектының авторы мин түгел, хатта яҙыусыларҙы ла ҡарап торманым, ти. Ул бары тик бер нисә йыл элек фекер алышыуҙарҙа ҡатнашҡан. Ғөмүмән алғанда, реформа шау-шыу ҡуптарырға һәләтле. Ғилми йәмәғәтселектә хатта документтың тексы менән танышмағандар ҙа бар. Улар менән килешеп эшләмәгәндәр. Бөтәһендә лә бер һорау − ә ни өсөн реформа тураһында тап июнь аҙағында ғына хәбәр иттеләр һуң? Рәсәй Фәндәр академияһы бер ай элек кенә башлыҡ һайлағайны. Хатта ул һаман и.о., йәғни вазифа башҡарыусы булып ҡына йөрөй, ахыры. Нисек үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән нимәлер эшләп өлгөрһөн? Бынан тыш, закон проекты Дәүләт Думаһына яҙғы сессияға йомғаҡ яһар алдынан ғына индерелде. Депутаттар тиҙ-тиҙ генә уҡырға тейеш, ниндәйҙер уртаҡ фекергә килергә лә өлгөрмәй ҡала бит. Ғилми донъябыҙҙа ла шау-шыу ҡуба икән.

Ә был ваҡытта…

Бер ваҡыт шулай сит илгә ялға йыйындыҡ. Мысырҙың Шәрм-әл-Шәйех курортын һайланыҡ. Был ваҡытта Ҡаһирәләге ыҙғыштар тынып өлгөрмәгәйне. Кем әйтмешләй, барғы ла килә, бармаҫҡа ла уй бар. Юл төшмәне… Йыл ярымлап үтте, ә Мысырҙа һаман ғауға. Туристар ағымы туҡтамай-туҡтауын. Революция булып, халыҡ ил башлығын да һайлап ҡуйғайны, буғай, хәҙер ул да оҡшамай. Бер һүҙ менән әйткәндә, Мысыр тағы “ҡыҙа”.
Илдең әрме етәкселеге сәйәси көстәргә килеп тыуған көрсөктө яйлау өсөн 48 сәғәт ваҡыт биргәйне. Миллионлаған демонстрант Мөхәммәт Мөрсиҙең отставкаһын көҫәй. Мысыр армияһы, сәйәсмәндәр хәлде төҙәтә алмаһа, хәрби көстәр халыҡ һорауына ихтирам йөҙөнән үҙ иңенә яуаплылыҡ алмаҡсы. Быны ваҡиғалар ағышына ҡораллы ғәскәрҙәрҙең ҡыҫылыу мөмкинлеге тип аңларғалыр.
Һайлап ҡуйылған президент Мөхәммәт Мөрсиҙең нимәһе оҡшамай? Оппозиция (уға бер нисә сәйәси төркөм, күп һанлы йәштәр хәрәкәттәре инә) Мөрсиҙе власҡа “Мосолман туғандар”ҙы күпләп килтереүҙә, һайлау алды вәғәҙәләрен үтәп еткермәүҙә, идара итә белмәүҙә ғәйепләй. Шул арҡала илдә иҡтисади һәм сәйәси көрсөк килеп тыуҙы, ти тәнҡитселәр.
Мысырҙы алда нимә көтә? Фекерҙәр төрлө. Көнсығышты өйрәнеүсе ғалим, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара бәйләнештәр институты профессоры Александр Вавилов әйтеүенсә, Мысырҙа тотороҡһоҙлоҡ оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Бында күпселекте бергә туплар көс юҡ. Ә Ижтимағи-сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Владимир Евсеев, армия булмаһа, Мысырҙа эштәр тағы ла киҫкенләшәсәк, тип иҫәпләй. Әммә хәрби түңкәрелеш яһарлыҡ башлыҡ күрмәй. “Мөхәммәт Мөрси артабан да иле әрмеһенең абруйын төшөрөү курсын алып барһа, исламлаштырһа, йәштәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуғын ҡыҫһа, хәрби элита түҙеп тора алмаҫ, үҙ аҙымын эшләр”, − тип фаразлай Евсеев әфәнде.
Мөрсигә килгәндә, ул баяғы 48 сәғәт тигән ультиматумды үтәү-үтәмәү тураһында яуап биргән булды. “Мысыр граждан дәүләте һәм әлеге етәкселек илде кирегә ҡайтарырға юл ҡуймаясаҡ. Армия етәкселеге иһә Президент менән кәңәшләшмәй мөрәжәғәт яҙған. Ундағы ҡайһы бер һүҙҙәр илдәге хәл-торошто ҡатмарлаштырыуға йүнәлтелгән”.
Ваҡыт сыҡты. Мөрси властан ситләтелде. Артабан ни булыр? Әлегә Мы­сыр хөкүмәтенең алты министры илдәге хәлгә бәйле отставкаға китеү тураһында хәбәр иткән. Батып барған караптан ҡасыу­сы ҡомаҡтар һымаҡ була инде.

Әйткәндәй

Беҙҙә тағы ла бер тармаҡта реформа көтөлә. Йыһан сәнәғәтенә бәйле был. Аһ-аһ, тип аптырамай тороғоҙ һәм ул ошо аҙна башында һәләкәткә осраған “Протон-М” ракетаһы арҡаһында ла түгел. Тап бөгөн Владимир Путин ҡушыуы буйынса төҙөлгән үҙгәртеп ҡороуҙа ең һыҙғанып эшләүсе комиссияның тәүге ултырышы уҙырға тейеш.
Вице-премьер Дмитрий Рогозин әйтеүенсә, Рәсәйҙең бөгөнгө ракета-йыһан сәнәғәте һис тә ҡәнәғәтләндермәй, был йүнәлештә мотлаҡ реформа талап ителә. Бер аҙна элек үк үҙгәртеп ҡороу тураһында ҡарар сығарылған булған да, ә баяғы “Протон-М”-дың ҡолауы утҡа кәрәсин генә өҫтәгән.
Ракетаның аварияға эләгеүе эҙемтәләрен тикшереүҙә бихисап “баштар осасаҡ”, моғайын. Ишеткәнһегеҙҙер, “Протон-М” орбитаға өс "Глонасс-М" йыһан навигация аппаратын сығарырға тейеш булғанда ҡоланы. Осоп китеүенә ун секунд ҡына үтте лә, янып, шунда уҡ, йәғни ҡасандыр данлыҡлы Байконур космодромы биләмәһендә үк бәләгә тарыны. Сәбәбе – идара итеү системаһында йәки руль машиналарындағы өҙөклөк. Авария урынында йөҙләгән тонна ныҡ ағыулы матдә – гептил таралды.
Ҡуй инде, был Рәсәйҙең һуңғы өс йылда йыһанға бәйле уңышһыҙлыҡтарының оҙон исемлегенә өҫтәмә булды. Гага­рин, меҫкен, тере булһа, ултырып илар инеме икән?
Былтыр августа ла “Протон-М” орбитаға элемтә юлдашы сығарғанда авария бул­ғайны, унан алда Төмән өлкәһенә йәнә бер элемтә ракетаһы осоп төшкәйне. 2010 йылда ла өс "Глонасс-М" навигация аппаратын юғалттыҡ. Һанай китһәң, уңыш­һыҙлыҡтар байтаҡ йыйыла. Ысынлап та, реформа кәрәк, юҡһа, авариялар һаны буйынса ла алға сығабыҙ бит.
Аптыраҡ инде бына, ти икән бер ағай, йортоноң арыу ғына иҫкергәнен күреп, ҡайҙа барып төртөлмә, тарала ла төшә. Оҙаҡ иғтибар бирмәгәс ни. Илдә лә хәлдәр шулайыраҡ түгелме ул?

Сығыу ваҡыты 5-07-2013, 10:36 | Ҡаранылар: 669
|
  • Йыһан аппараттарынан – 20 миллиард һум юғалтыу
  • Демократия көнө менән!
  • БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа 12 партия ҡатнаша
  • Берәүҙәр ҡыуырға маташа, икенселәр яңынан төҙөй, өсөнсөләр…
  • Мәғариф министрына – “икеле”?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM