RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ҡара көн”гә әҙерләнмәгеҙ әле

24.05.2013 “Ҡара көн”гә әҙерләнмәгеҙ әле

Бөгөн әйләнгән һайын эргә-тирәләге кешеләрҙән тормоштоң ҡатмарлаша барыуы тураһында ишетәһең. Шул уҡ ваҡытта йәшәү кимәле күтәрелеүен дә инҡар итеп булмай. Ҡыҫҡаһы, баш ҡатҡан: нимә эшләргә? Көрсөк киттеме, дауам итәме, әллә китеп, урап киләме?
Йәмәғәт, әгәр ҙә Хөкүмәткә ышанһағыҙ, шуны белдерәбеҙ: Рәсәйҙә 2008 – 2009 йылдарҙағы кеүек көрсөк, йәғни финанс проблемалары булмаясаҡ. Премьер-министрыбыҙ Дмитрий Медведев борсолмаҫҡа ҡушты. Асыҡтан-асыҡ әйтте лә инде: “Бер ниндәй ҙә быҡтырылған ит консервалары, һабын, шырпы, тоҙ йыйырға кәрәкмәй”. Әлбиттә, ил ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа тора-тороуға, әммә Хөкүмәт барыһын да эшләргә әҙер. Медведев белдереүенсә, бөтә социаль программалар һәм пенсия йыйымдары ҡанундар һағы аҫтында, йәғни уларға бер ниндәй көрсөк тә тейә алмаясаҡ. Иң мөһиме, кеше киләсәккә тыныс ҡараһын, ти властағылар.
Һе, улар әйтер ҙә ул, ә ысынбарлыҡ башҡасараҡ күрһәтмәгәйе, тип тә уйлап ҡуйыусылар булыр. Уныһы шулай, тик халыҡтың хәҙер ни күрһә лә, аптырамай торған сағы, буғай. Оло быуын аслыҡ-һуғышты кисерҙе, нисәмә йыл төҙөгән илен юғалтты (СССР-ҙы әйтәм), урта быуын да йәшлегенең тап уртаһында “үҙгәртеп ҡороу – перестройка” еленән һығыла яҙҙы, ә йәштәр иһә бөтөнләй яңыса шарттарҙа буй еткерә. Шундай парадокстар осорона аяҡ баҫтыҡ, юҡҡа ғына һуңғы йылдарҙа “Рәсәйҙе аҡыл менән аңлап булмай” тигән әйтем таралмағандыр. Иҡтисад тураһында бара ине һүҙ. Бына шул – артыҡ запас туплап, үҙегеҙҙе ҡурҡытмағыҙ, ти Дмитрий Анатольевич. Ышанайыҡ та ҡуяйыҡ.

Көрсөк. Фараздар

Ҡайһы бер белгестәрҙең фекеренә ҡолаҡ һалыу ҙа мөһим. Көрсөк хаҡында уларҙан да яҡшы фаразлаған кеше булмаҫ. Бында фаразды мөғжизә тип тә, фарс тип тә, уйҙырма тип тә аңларға кәрәктер.
Юғары иҡтисад мәктәбенең ғилми етәксеһе, элекке иҡтисад министры Евгений Ясин әфәнде лә Дмитрий Медведев менән килешә.
"Мин бер нисә тапҡыр әйттем инде – көрсөктөң икенсе тулҡыны тураһында күпме һөйләһәк тә, етди мәсьәләләрҙе хәл итеү беҙҙең өҫтә. Бар көстө тап шуларға ебәреү дөрөҫтөр. Проблемаларҙы көтөп ултырғансы, эшләргә кәрәк. Беҙ фаразлап ҡына бер эш тә ҡыла алмайбыҙ", – тигән элекке министр. Уныңса, бөтә дәүләт сит ил шпионы тотоп, йә балалар тәрбиәләп кенә ултыра алмай, социаль реформаларҙы яйға һалырға, бизнесты ла көйләргә кәрәк.
Ә Глобалләшеү проблемалары институты директоры Михаил Делягин иһә Рәсәй өсөн ағымдағы йылдың тотороҡло буласағын фаразлай. Әммә алдағы биш йылда ауыр көрсөк барыбер етәсәген белдерә.
"Иҡтисад үҫешен монополия, ришүәтселек, етәкселәрҙең уйлап эш итмәүе тотҡарлай", – тип иҫәпләй ул. Һәм халыҡҡа Медведев әйткәндең киреһен эшләргә ҡуша, йәғни тиҙҙән быҡтырылған ит банкалары, шырпы һәм тоҙ запастары кәрәгәсәген юрай.
Рәсәй иҡтисад мәктәбе профессоры Наталья Волчкова белдереүенсә, бөтә эш нефть хаҡына бәйле буласаҡ. Баррель хаҡы 100 доллар кимәлендә ҡалһа, көрсөк булмаҫ. Ә инде тотороҡло булмаған хәлдә лә, беҙгә баяғы ит, тоҙ, шырпы һәм һабын йыйырға кәрәкмәйәсәк, сөнки ул көрсөк бюджет дефицитына, дәүләттең социаль йөкләмәләрен үтәй алмауына, бурысы артыуға ҡайтып ҡаласаҡ.

Беҙҙә бөтәһе лә
яҡшыра бара?!

Хатта эшһеҙлек кимәле лә Европаның күп илдәренә, башҡа дәүләттәрҙекенә ҡарағанда түбәнерәк. Ә һеҙ эшләгән ерегеҙҙәге ҡыҫҡартыуҙар, бюджетты ҡыҫыуҙар, эш таба алмай йонсоуҙар, күпләп ситкә китеп эшләүҙәр тураһында уйламағыҙ. Былар – көндәлек мәшәҡәттәр, ә Хөкүмәт башлығының уны белмәүе ғәжәп түгел. Юғарынан күренмәҫкә лә мөмкин.
Әйткәндәй, илдә иҡтисадтан башҡа тағы бер ҙур проблема бар. Булдырҙыҡ. Был – “ҡышҡы ваҡыт”. Ошо хәйерһеҙ нәмәне һәр осрашыуҙа, һәр етди сарала телгә алалар. Дмитрий Медведев “йәйге”, ”ҡышҡы” ваҡытҡа күсеүҙең мәғәнәһен тапмай. Шулай ти ҙә, үҙе тағы был мәсьәләгә нөктә ҡуймағанын белдерә. Йәнәһе, төрлө тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе ҡап уртаға бүленгән – халыҡтың 50 проценты элеккесә ваҡыт менән йәшәргә теләй, йәғни сәғәтте билдәле бер көндә күсереп, ә тағы 50 процентына әлегеһе лә ярай. Тимәк, “ҡышҡы”, “йәйге” ваҡыт тип халыҡты аҡылдан яҙҙырыуҙары ла бар. Ошонда уйлай белгән берәүҙең, кешеләр ҙур проблемалары менән властың башын ҡатырмаһын өсөн, мәле еткәс, сәғәтте күсереүҙе тергеҙәсәктәр, тип тә әйтеүе мөмкин.
Сәғәте сәғәт, хәҙер беҙҙең ил халҡының урам һепереүсе булып та эшләгеһе килмәй, ти бит әле Премьер-министр. Әлбиттә, хәҙер ундай түбән эш хаҡына кем кеше бысрағын таҙартырға теләһен. Элек кенә, СССР ваҡытында, һәр һөнәр ҙә маҡтаулы ине. “Үҙебеҙ эшләргә теләмәгәс, яҡын йылдарҙа мигранттарҙан баш тарта алмайбыҙ”, – ти Дмитрий Анатольевич. Йәмәғәт, мигрант һеҙҙең күҙ алдығыҙға ниндәйерәк булып баҫа ул? Миңә нишләптер ул мотлаҡ ҡара башлыҡ кейгән Урта Азия кешеһе йә ҡытай булып күренәсе. Ә Хөкүмәт рәйесе, Рәсәйгә Европанан да күп киләләр, ти.
Шул уҡ ваҡытта Мәскәүҙә булған бер хәл тураһында ла яҙмау мөмкин түгел. Бындағы бер “Тиҙ ярҙам” станцияһында ғауға ҡупҡан. 300 санитарҙы эштән ҡыҫҡартҡандар ҙа, улар урынына күбеһе Урта Азиянан килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы алмаҡсы булалар. "Известия" гәзите яҙыуынса, мигранттарға эш хаҡын да артығыраҡ түләйәсәктәр икән. Быны нисек аңларға? Ғөмүмән, медицинала проблемалар етерлек. Ай башында ғына Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова үҙе белдерҙе: йыл һайын тармаҡтың урта звеноһынан 90 меңләп белгес китә. Шуларҙың 15 меңе генә пенсияға сыға, ҡалғандар икенсе эш эҙләй. Министр тиклем министр әйткәс, был дөрөҫтөр.
Беҙҙә хәл-торош яҡшыра, тигән булалар тағы…

Ә был ваҡытта…

Ярай, көрсөккә кемдең нисек әҙерләнгәнен үҙегеҙҙең хөкөмгә ҡалдырайыҡ. Мәскәү белә.
Бына Европала хәлдәр артабан нисек буласағын белгән кеше юҡ, ахыры. Урамға сығып-сығып ҡарайҙар. Италиянан бер эшҡыуар Ватикандағы сиркәү көмбәҙенә инде өсөнсөгә менеп, иғтибар йәлеп итергә тырыша. Уның талабы бер – ил евро зонаһынан сығырға тейеш. Рим папаһы Франциск иһә донъяла иҡтисади көрсөк кенә түгел, ә ҡиммәттәр көрсөгө барыуын белдергән.
Баяғы эшҡыуар – Марчелло Ди Финицио пляжда бар тота, әммә уның эшмәкәрлегенә ябылыу ҡурҡынысы янай. Илдәге әлеге хәл-торошто эшҡыуар “социаль ит турағыс” тип атай. Протест акцияһы 130 метр бейеклектә 30 сәғәт самаһы дауам иткән.
Бөйөк Британия Премьер-министры Дэвид Кэмерон да үҙенең партияһы, Евросоюз шарттарында ил нисек йәшәргә тейеш, тигән мәсьәләне күтәреүен, ошоноң буйынса референдум үтергә тейешлеген белдергән. Евросоюздың Брюсселдәге юғары бер түрәһе лә, зона майҙанының кәмеүен инҡар итергә ярамай, тигән кеүегерәк фекерен еткергән.
Бары тик Германия канцлеры Ангела Меркель генә бының менән килешмәй, һаман, Евросоюзды тотороҡландырыу буйынса эшләйем, тип ныҡыша. Ханым финанс баҙарын ҡәтғиләштереп яйға һалыу, бюджет экономияһы хаҡында һүҙ алып бара.
Ә Яҡын Көнсығышта башҡасараҡ көрсөк. Ираҡта, мәҫәлән, үткән ял көнө “ҡанлы йәкшәмбе” булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Бында бер нисә теракт булып, ҡорбандар һаны 100-ҙән ашҡан. Бағдадта бомба һалынған туғыҙ автомобиль, Тикритта диндарҙар ултырған автобус шартлатылған, Басра ҡалаһында 14 кеше үлтерелгән, Әл-Хилла ҡалаһында бер юлы өс шартлау булған һ.б., һ.б. Мосол­мандар бер-береһен үлтерә – әлеге теракт­тар сөнниҙәр (Мөхәммәт бәйғәмбәр ҡушҡаны буйынса йәшәүселәр, мосолмандарҙың күпселеге) менән шәйеттәр (исламдың бер йүнәлеше, бәйғәмбәр миссияһына ышаналар, имам Ғәли ибн Әбү Талиб мәктәбенә өҫтөнлөк бирәләр) бәрелешенә бәйле булыуын фаразлайҙар. Тәүге төркөмгә ҡараусылар Саддам Хөсәйен хакимлыҡ иткәндә Ираҡтың дәүләт структураларында күп булһа, хәҙер хәл киреһенсәрәк. Бөгөн Ираҡ хөкүмәте граждандар һуғышы башланмаһын өсөн мәсьәләне көйләргә ниәтләй. Сүриәләге хәл-тороштан сығып уйлағанда ла ил эсендәге үҙ-ара һуғыш донъя кимәлендә ғауға ҡуптарыуы мөмкинлеген яҡшы аңлайҙар. Сүриәлә баш күтәреүселәргә власть армияһы дүрт фронт менән һөжүм итә – Ливан менән Иордания сигендә, Дамаскта һәм Хама провинцияһында.

Әйткәндәй

Иҫегеҙҙәме икән, ике йыл элек бер төркөм ватандашыбыҙ Төркиәлә эсеп иҫереп, ағыуланғайны. 20 кешенән бишәүһе ялған алкоголдән һәләк булды.
Бына әле ағыулауҙа ғәйеплеләргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылған. Бодрум курортында булған фажиғәлә дүрт кешене ғәйепле тип тапҡандар һәм уларға бөтәһе 90 йыл төрмә янай. Тап ошо дүрт кеше контрафакт алкоголле эсемлек етештереп һатҡан. Беҙҙекеләр яхтала йөрөргә сығып, ялған виски эсеп ағыуланған. Эсмәйенсә мөмкин булмағанмы, тигән һорау ҙа тыуа. Беҙ – рәсәйҙәр. Беҙҙең туристар барып, “ғарҡ” булғансы ял итмәһә, йәйҙәрен Төркиә иҡтисадына һиҙелерлек көрсөк булыр ине лә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы