RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡайҙарға осаһың һуң һин, аҡса?!

19.04.2013 Ҡайҙарға осаһың һуң һин, аҡса?!

йәки Йәнә бер тапҡыр коррупция шау-шыуҙары тураһында
Һүҙ аҡсаға ҡағылышлы буласаҡ, тип ниәтләгәс, шуныһын әйтеп үтмәй булмай – беҙҙең Дәүләт Думаһының 447 депутаты ошо көн­дәр­ҙә былтырғы йыл килемдәре тураһында декларация бирҙе. Бөгөн шул мәғлүмәтте бәғзеләр ҡыҙыҡһынып уҡый, ә ҡайһы берәүҙәргә – булды ни ҙә, булманы ни. Беҙ ул мөхиттән ны-ыыҡҡ алыҫбыҙ, ти күптәр. Билдәле булыуынса, “халыҡ ярҙамсылары”, ысынлап та, ғәм халыҡҡа ярҙам итерлек хәлдә. Хатта ҡайһы бер мәғлүмәт саралары “иң бай” һәм ”иң ярлы” депутатты асыҡлап та ҡуйған. Иң ҙур килемле өсәүгә килгәндә, улар – Николай Борцов, Григорий Аникеев (“Берҙәм Рәсәй” партияһынан) һәм Сергей Петров (“Ғәҙел Рәсәй”). Тәүгеһенә миллиардер булырға бер нисә тәңкә генә етмәгән – йыллыҡ килеме 970 миллион 318 мең 465 һум. Ә ҡатынының килемен ҡушҡанда, барыбер икәүһе бергә миллиардер була икән дә. Аникеевтың да килеме миллиард һумдан ашҡан. Өсөнсөһө иһә үҙе ни бары ике миллион һумдан саҡ ҡына күберәк килем алһа, ҡатыны ғаилә бюджетын һиҙелерлек “йыуанайтҡан” – 646 миллион 998 мең 896 һум эшләгән.
Иң бай депутат ҡатын Елена Панина (“Берҙәм Рәсәй”) булып сыҡҡан. Юҡ, үҙенең һумдары ике миллиондан бер аҙ ғына ашыу, уның ҡарауы, иренеке 160 миллион һумға етә яҙған. Ә “йондоҙ” депутаттарҙан иң байы – Иосиф Кобзон, ярлыларҙан да ярлыһы Марат Сафин икән.
“Илһөйәр түгел” тигән мөһөр тағылған ҡайһы бер парламентарийҙарға. Уларҙың сит илдә күсемһеҙ милке бар, имеш. Тик ҡатындары йә балалары исеменә яҙылған. Шул исемлеккә 26 депутат инә, уларҙың 21-е “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенә ҡарай. Йорт һәм ер участкалары, башлыса, Европала.
Тағы бер нәмә ҡыҙыҡлы – депутаттарҙың милке йорттан йә ер майҙанынан ғына тормай. Берәүҙәренең пилорамаһы, тирмәне бар, икенселәренең – артезиан скважиналары, сусҡа фермаһы, картуф һаҡлау баҙы, өсөнсөләренең – ҡорамы, автозаправкаһы, бәшмәк үҫтереү цехы, дүртенселәренең – вертолеттары, автокрандары һ.б. Һанай китһәң, әллә ниндәй байлыҡ-муллыҡ араһына бараһың да инәһең. Күпме мөлкәтең, шул тиклем мәшәҡәтең дә булалыр инде.
Мәшәҡәт тигәндән, бөгөн урланған аҡсаны һанау тураһында барырға тейеш ине ул һүҙ. Үрҙәгеләр үпкәләп ҡуймаһын, уларҙыҡын түгел, ә бюджеттан урланғанды һанап осона сыға алмай хитлана Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре.

Ер урланған…

“Ришүәтселекте фашлауға – йәшел ут” тигән кеүегерәк саҡырыу булдымы, булманымы, һуңғы осорҙа дәүләттән урланған һумдар миллионлап-миллионлап “килеп сыға” башланы.
Иң һуңғы “асыш”тарҙы ғына алғанда ла улар ике ҡулдың да бармаҡтары менән ҡабат-ҡабат һанарлыҡ.
Мәскәү өлкәһенең Одинцово районындағы Барвиха ауылында хаҡы 160 миллион һумға торошло ер участкаларын урлап һатҡандар. Ер РФ Президенты эштәре идаралығына ҡараған медицина үҙәгенең “Барвиха” ауыл хужалығы предприятиеһыныҡы булған. Әлегә ике кеше шик аҫтына алынған. Уларҙың мутлыҡтары, документтар менән эшләүҙәге “оҫталыҡтары” тел шартлатырлыҡ. Ялған ҡултамғалар менән эш итеп, байтаҡ кешене ерле иткәндәр. Көпә-көндөҙ.
Мәскәүҙең Пресна суды ошо көндәрҙә һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә эш башҡарыу һәм хеҙмәт күрһәтеү үҙәгенең генераль директорына ҡарата хөкөм сығарған. Элекке түрә Николай Пальгунов әфәнде вазифаһы менән артыҡ файҙаланғаны һәм дәүләттең 26 миллион һум аҡсаһын үҙ кеҫәһенә һалғаны өсөн ике йылға шартлы рәүештә хөкөм ителде. Күҙ алдына килтерегеҙ әле – шартлы ике йыл һәм 26 миллион һум. Нисектер быны тигеҙләп булмай ҙа ҡуясы.

Коррупция урыны – музей

Санкт-Петербургтың Джерзинский район суды Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк хәрби-диңгеҙ музейы директоры Андрей Лялинды ҡулға алған. Был әфәнде боронғо музейҙы бер бинанан икенсеһенә күсергән ваҡытта “елле” генә аҡса эшләп ҡалған. Һүҙ эҙһеҙ юғалған 400 миллион һум хаҡында. Музей экспонаттарын күсереү тураһында Оборона министрлығы менән бер яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт араһында килешеү төҙөлә лә, компанияға 295 миллион һум аванс түләнә. Аҙаҡ үрҙәге Лялин әфәнде ҡултамғаһы менән ҡорамалдарҙы, фондты ҡабул итеп алыу нигеҙендә йәнә 690 миллион һум күсерелә. Торараҡ эштең айышына төшөнә барған белгестәр һиҙеп ҡалып, һанай башлаһа, баяғы күсерешергә тейеш булған йәмғиәт бурысының яртыһын да үтәп еткермәгән булып сыҡҡан. Һәм, рәхим итегеҙ, дәүләттән – минус 400 миллион һум. Лялин әфәнде иһә һуңғы йылдарҙа ғына сит илгә кәм тигәндә 40 тапҡыр барған, йыш ҡына Рәсәйҙән сығып китеү тураһында һөйләгән. Ниңә буш китһен инде ул?! Әйткәндәй, легендар “Аврора” крейсеры экспозицияһы ла ошо музей балансында.

Коррупционерҙар, Сочиҙа ул майлы ҡалъя!

Белеүегеҙсә, 2014 йылда Сочиҙа Олимпиада үтә. Бөгөн унда ҙур төҙөлөштәр бара. Ҡайҙа ҙур төҙөлөш, шунда ҙур мутлыҡ булыуы ла бик ихтимал бит әле. Тап шулай, тип һанай Рәсәй Эске эштәр министрлығының Тәфтиш департаменты хеҙмәткәрҙәре. Бында “Төньяҡ Кавказ курорттары” директор­ҙар советы рәйесе, февралдә Олимпия уйындары өсөн трамплин төҙөүҙе һуҙғаны өсөн Рәсәй Президенты тарафынан ҡаты тәнҡитләнеп, отставкаға ебәрелгән Әхмәт Билалов, уның туғаны, “Бизнес үҫешенең милли банкы” йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Магомед Билалов шик аҫтына алынған. Улар менән бер рәттән, “Красная поляна” йәмғиәтенең генераль һәм финанс директорҙары Хацкевич һәм Райтерер әфәнделәргә лә “күләгә төшә”. Улай ғына түгел, һуңғыларына ҡарата енәйәт эше асылған. Олимпия объекттары төҙөүгә һылтанып, ғәләмәт ҙур килем алып ятыуҙа ғәйепләнә былар. 2009 йылда уҡ “Красная поляна” “Олимпстрой” дәүләт корпорацияһы менән спорт-туристик комплекс төҙөүҙе финанслау тураһында килешеү төҙөгән дә, Һаҡлыҡ банкынан бер миллиард һум аҡса алып, үрҙә телгә алған “Бизнес үҫешенең милли банкы” менән йәнә бер килешеү төҙөп, һаҡлауға һалған. Бынан Билалов әфәнде 45,5 миллион һум килем алған. Алырға тейеш булмаған, ә алған. Хәҙер ошо мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн дәлилләһәләр, бай әфәндегә ҡайғырырға тура килерме икән?! Унан анауы 45,5 миллион һумды кире алмаҫтар ҙа инде… Ә был әфәнде әлегә Германияла һаулығын нығыта. Бынауындай байлығың яҙмышы хәл ителгәндә ауырымаҫ ерҙән ауырырһың.

Майһыҙ ҡалдырҙы бур…

Мәскәүҙең Тверь суды Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының элекке башлығы урынбаҫары Алексей Бажановты ҡулға алған. Ул “Росагролизинг”ынан 1,1 миллиард һум аҡса урлауҙа ғәйепләнә. Ныҡ шиклелер, суд хатта, Бажанов өсөн 50 миллион һум залог тәҡдим итһәләр ҙә, уны сығармаған икән.
Тәфтишселәр фаразы буйынса, урлау факты 2008 – 2009 йылдарҙа булған. Был ваҡытта Бажанов етәкләгән төркөм, йәнәһе лә, ауыл хужалығы предприятиеларына көнбағыш майы етештереү буйынса ҡорамалдар һатыуға байтаҡ лизинг килешеүе төҙөгән. Бюджет аҡсаһы ойошҡан енәйәтсел төркөм ҡулына эләгеп торған. Һәм һөҙөмтә – ҡорамалдар ҙа юҡ, аҡса ла! Министр урынбаҫары Бажанов барыһын да үҙе контролдә тотҡан, имеш. Енәйәтсел төркөмдә Воронеж өлкәһенән бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһы директоры ла булыуы ихтимал, шулай уҡ шик аҫтында “Маслопродукт” йәмғиәте. Ниңә тап ошолар, тиһегеҙме? Яуап ябай – Бажанов министр урынбаҫары булғансы тап әлеге йәмғиәттең хужаһы булған, Воронеж өлкәһе Думаһы депутаты булып та эшләгән. Барыһы ла “тәртиптә” кеүек.

Блогер булыуы ла һаҡламаны…

Алексей Навальныйға, ниһайәт, ныҡлап “тотондолар”. Былтырҙары урамға күп сыҡты шул. Оппозиция тигән булып. Хәҙер ул “Кировлес” компанияһынан 16 миллион һумлыҡ 10 мең кубометр ағас урлауҙа ғәйепләнә. Үҙен аҡламаясаҡтарын белепмелер, төрмәгә барғас кәрәгәсәк арлы-бирле әйберҙәрен төйнәп ҡуйған, ти. Әле хөкөм сығарылмаһа ла, “Известия” гәзите уның ҡайһы төрмәлә ултырасағын да фаразлаған – Мәскәүҙән алыҫыраҡ китер, моғайын, был Киров өлкәһе булыр. Навальныйға ун йылға тиклем төрмә янай. Бөгөндән үк уның өсөн “ауырыусылар” етерлек. Мәҫәлән, хоҡуҡ һаҡлаусы Владимир Осечкин, үҙе элек “ултырып” сыҡҡан кеше булараҡ, Навальныйға, хөкөм ителгән осраҡта, тәртиплерәк булырға кәңәш бирә. “Төрмәләгеләр араһында ул үҙен лидер итеп күрһәтергә самалаһа, проблемалар көтһөн. Унда әлегә бер ниндәй ҙә абруйы юҡ бит, – тигән Осечкин. – Ә ялыу йә петициялар яҙып абруй туплай ала, сөнки юғары белемлеләргә ошо мәсьәләлә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп була”.
Ғәйепләү буйынса, Навальный, 2009 йылда Киров өлкәһе губернаторы кәңәшсеһе булғанында “Кировлес” предприятиеһының генераль директоры менән һөйләшеп-килешеп, ағас урлауҙы ойошторған.
Эйе, урманды ҡырҡыуын, бәлки, ябай эшсе ҡырҡҡандыр, ә уғрылыҡ башында тороусы бит ҙур түрә.
Күреүегеҙсә, дәүләт аҡсаһын түрәләр күпләп урлай булып сыға ла баһа! Нишләргә?! Бәлки, түрә урлап өлгөрмәҫ элек уны икенсе түрәгә алмаштыра һалырғалыр? Бер урында оҙаҡ ултырыу килешмәйҙер ул бәғзеләргә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы